Беҙ киләбеҙ дүртәүләп

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Беҙ киләбеҙ дүртәүләп,
Өҫтөбөҙгә ҡар яуа,
Ҡар ҙа яумай өҫтөбөҙгә,
Ваҡ-ваҡ йондоҙҙар ауа,
Ваҡ-ваҡ йондоҙҙар ауа,
Баш әйләнгес саф һауа.
Туҡай йыры һымаҡ яҡын,
Янған йөрәккә дауа...
Беҙ йырлайбыҙ туған телде,
Өҙөлгән өмөттәрҙе...
Күрһә икән Туҡай үҙе
Бөркөттәй егеттәрҙе!..
(Әсхәл, Тимер, Рауил, мин,
иҫ киткес бер матур төн.)