ЯҘ КӨТӨҮ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Бала көткән әсә кеүек,
Үҙ-үҙенә сумған донъя.
Әйтерһең, бер оло сер бар –
Уны бары үҙе тоя.

Үлемдә лә, тыуымда ла
Бер тантана бар ниндәйҙер.
Гүйә, ошо тантананы
Талсығып көтә ер...

Талсығыу бар талдарҙа ла,
Кешеләрҙә, малдарҙа ла,
Һуңғы көнөн көтөп ятҡан
Боҙҙарҙа ла, ҡарҙарҙа ла...
Талғын көтә...
Үлән шытыу, япраҡ ярыу...