Үлтермәсе минең шиғырҙарҙы

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Үлтермәсе минең шиғырҙарҙы,
Үлтермәсе һуңғы китапты.
Күҙҙәрендә таптым уларҙы,
Иренендә уны мин таптым.

Ике йондоҙ, ике телем ҡарбуз! –
Тик шуларҙы килә эсәһем.
Эсәйемсе аҡтыҡ тамсығаса
Яҙмышымдың әсе кәсәһен.

Алырымҡош булып алалманым,
Булмаһаң һин үҙең Бирмәмҡош.
Алырымҡош менән Бирмәмҡош
Былай ҙа бит, ай-һай, был тормош!..