Яңы дуҫтар артҡан һайын

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Яңы дуҫтар артҡан һайын,
Иҫкеләре кәмей бара.
Ҡайһын үҙ аҫтына ала ҡайын,
Ҡайһыһынан йырағая ара.

Ит изгелек, көт яуызлыҡ,
Тигән һүҙ ҙә дөрөҫ икән –
Арҡау ебен буйға туҡыр
Йөрәк кенә көрөҫ икән.

Әкрен-әкрен үҙ киндерен
Һиҙҙермәйсә туҡый икән.
Яҡшынан да, ямандан да
Ғүмер буйы уҡы икән!..