Йәшәр кәрәк, тиһең, йәш ваҡытта

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Йәшәр кәрәк, тиһең, йәш ваҡытта,
Яныр кәрәк, тиһең, йәш саҡта.
Ике килмәй ғүмер бер кешегә,
Былай ҙа ул, тиһең, бик ҡыҫҡа.

Ә һин әллә ниндәй иҫке-моҫҡо
Китаптарға сумып батаһың.
Әллә ниндәй таш быуатҡа китеп,
Ваҡыт әрәм итеп ҡайтаһың.

Үлек донъя менән йәшәгәнсе,
Ҡарасы һин бынау ҡыҙҙарға:
Күҙҙәрендә ниндәй тере ялҡын,
Бит алмаһы ниндәй ҡыҙарған!..

Ә һин әллә ниндәй Венера, тип,
Иҫең китеп тора таш һынға.
Етмәһә бит, шул Аллаңдың һинең
Йә ҡулы юҡ, башы йә һынған...
Һәм көләһең минән, йүләр, тиеп,
Ашығаһың матур ҡыҙҙарға.
Ваҡытың юҡ һинең һәр ваҡытта
Ҡарарға ла йондоҙ-айҙарға...

Ә китапта күпме ваҡыт ҡайнай,
Күпме ваҡыт – бынау йорттарҙа,
Күпме ваҡыт – бынау музыкала,
Күпме ваҡыт – бынау уттарҙа.
Бөтәһе лә улар кешенеке.
Кеше ҡулы, кеше аҡылы
Килеп еткән беҙгә ваҡыт булып,
Үтеп мең-мең быуат арҡылы.
Шул ваҡытҡа ваҡыт ҡалмағанда,
Ҡалһын һиңә нисек ваҡытың?..

Таш быуатҡа үҙең әйләнәһең,
Һөйләнәһең бушты, ялҡытып,
Ә бит мин үҙем дә – тере ваҡыт,
Замандарға заман ялғанған –
Минең күңелемдә дөрөҫлөгөм
Көрәш алып бара ялғанға.
Мин, үткәндәр менән байығып,
Киләсәккә ҡомһоҙ ҡарайым.
Шуға күрә мин – заманым менән,
Заманыма әле ярайым.
Минең менән йөрөй Урал батыр,
Дон-Кихот та китә ҡултыҡлап.
Осоп килә миңә дауыл ҡошо,
Ғафури ҙа килә һылтыҡлап.
Күңелемдә минең «Урал» моңо
«Ел ерәнем!» менән ярыша.
Ә «Полонез» мине ярһытҡанда,
Осһоҙ көйгә күңел ҡарыша.
Ваҡыт һис тә генә яратмай ул
Өс-дүрт атҡа менеп сапҡанды.
Бер атты мен, тип – берәгәйлене,
Ялҡын йотоп, осҡон атҡанды.
Ваҡыт атын иректерер кәрәк,
Эйәләшһен һиңә үҙ булып.
Ваҡыт яратмай ул ашыҡҡанды,
Ваҡыт хөкөмөнә ҡалдыра.
Ҡабаланды ижад һис үҙһенмәй,
Ваҡытынан элек яндыра.
Һин ваҡытты байытмаған хәлдә,
Ваҡыт етмәҫ һиңә бер ҡасан.
Уны үҙләштереү – тармаҡлау ул,
Саҡ аңланым шуны, хөрәсән!