Кемделер бик яратаһы килә

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Кемделер бик яратаһы килә,
юҡһына күңел,
Юҡһына ул, мәңге һағына ул,
тик һине түгел!..
Бөткән хаҡ та нахаҡ һүҙҙәреңдән
төңөлгән күңел.
Һин ҡалдырған яра йөрәгемдә
бөтәһе түгел!..
Аҡтыҡ тамсы ҡан ҡалғансы,
ҡанғансы күңел,
Кемделер бик яратаһы килә,
тик һине түгел!..