БАЛА САҠ ДЕТАЛДӘРЕ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Иҫке китап биттәренә
Яҙа инек дәрестәрҙе.
Туңа ине ерек ҡара,
Боҙға ҡоршап хәрефтәрҙе.

Мәхмүт бабай толоп кейгән,
Уҡый беҙгә Пушкиндарҙы.
Хәтерләһәң, һуш китерлек
Асҡа үткән буш көндәрҙе.

Күтәртәләр ине аттар –
Аҫып ҡуйҙыҡ бауырынан.
Ҡойроҡ аҫтын ҡоҙғон суҡый –
Һелтәй алмай ауырынан.

Кәбән төбө ҡарын соҡоп,
Бармаҡ туңып, ҡанап бөтә.
Бисә-сәсә, бала-саға
Башаҡ сүпләп донъя көтә...