ШОПЕН ЭТЮДЫ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Йә юрғалап,
Йә һырғалап ҡарҙа,
Көмөш ҡылдар тартҡан төҫ менән
Һепертмә ел –
Эй был Рихтер бармаҡтары –
Елә-саба дала өҫтөнән.

Тау шишмәһе –
Эй был Рихтер бармаҡтары –
Ваҡ таштарға мең ҡат ҡаҡлығып,
Сылтыр-сылтыр,
Гәлсәр сыңын сәсеп,
Елә-саба алға атлығып.

Был ысынмы?
Әллә сихырмы был?
Әллә өн был,
Әллә төш кенә?
Ни булһа ла булған:
Кеше киткән,
Ҡалған бары ҡылған эш кенә...