КЕМ ӨСӨН НИ ЭСЕРГӘ?

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
(Шаярыу)

Ҡауышып та яратмаған
Кешеләр була,
Яратып та ҡауышмаған
Кешеләр була.
Кешеләрҙең ҡайһы өсөн
Ни һуң әсәйем:
Ҡуян ҡанындай сәйенме,
Әлләсе – мәйен?
Яратҡандар ҡауышһындар! –
Шул минең әмер.
Улар өсөн харам түгел
Йотһаң да хәмер!..