Тауҙар ҡыҫа мине, киңлек етмәй

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Тауҙар ҡыҫа мине,
киңлек етмәй,
Етмәй бында миңә иркенлек.
Шул тауҙарҙы этәрәһем килә
Ике яҡҡа
Ҡамыш ярып барған шикелле.
Ярай әле, рәхәт, диңгеҙе бар,
Аръяғында юҡ тик иркенлек.

Унда ошо кипаристар һымаҡ
Манаралар тулған эркелеп.
Таң әтәсе менән бергә тороп,
Аҙан әйтә таңын мәзиндәр.
Алла ҡоло бул, тип, мәңге, мәңге,
Ыңғыраша унда күп илдәр.