Ерҙә күпме байлыҡтар

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Ерҙә күпме байлыҡтар:
Алтын, көмөш, аҫыл таштар,
Ерҙә һөйөү, ерҙә үс тә бар,
Ерҙә ерҙең үҙен үртәп утта,
Үртәп утта бер минутта
Юҡ итерҙәй хәтәр көс тә бар.
Ерҙең үҙәгендә ҡайнап ятҡан,
Түҙмәйенсә фонтан атҡан,
Бар һәләкәт, вәхшәт бураны,
Йәшеренеп ята ерҙең ураны.