ҠАЙТЫУ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Төнгә ҡалып баҫыу юлынан мин
Ашығамын тыуған ауылға.
Таш яуһа ла өҫкә, туҡтайһым юҡ,
Ҡарайһым юҡ елгә, дауылға.

Ләкин тынлыҡ. Тик бер ай урағы
Еткән бойҙай менән серләшә.
Йондоҙ һымаҡ башаҡтарҙы үҙе
Комбайндан, ахыры, көнләшә.

Эйелешеп тора тос башаҡтар
Быйыл күтәрелгән сиҙәмдә.
Үҙҙәренән яңы һауған һөттөң
Хуш еҫтәре аңҡый тирәмдә.

Ауыҙ итәм ыуып туҡ бойҙайҙы, –
Нәҡ күгәрсен күҙе – бөртөгө!
Маһайышып торған һымаҡ миңә
Алтын мыйыҡтарҙың һәр төгө.

Күр һин, егет, яҡташтарың һинең
Бына ҡалай беҙҙе үҫтерә!
Ә һин бушҡа ашамайһың микән,
Әллә ҡайҙа ғүмер өҫтөрәп?

Юҡ, тип әйтәм, мин выжданым менән,
Был ер мине эштә үҫтерҙе.
Йөрәгемдә бына йыр килтерәм,
Зая үткәрмәйем ғүмерҙе!..