ТАШ СӘСКӘ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
(Баллада)

Мөғжизә юҡ, тиҙәр, мөғжизә бар:
Әкиәттә түгел – тормошта.
Үҙ күҙҙәрең менән күрмәй тороп,
Ышанмайһың уға тәү башта.

Мин Мәскәүҙә ҡарап йөрөгәндә
Сикһеҙ хазинаһын халыҡтың,
Күҙ алдымда, күҙҙең яуын алып,
Ғәжәйеп бер сәскә ҡалҡты.

Мең-мең сәскәләрҙән күркәмерәк,
Ем-ем нурын һирпә тажынан.
Ышанмайым уны таш тигәнгә,
Яһалһа ла Урал ташынан!

— Кем үҫтергән һине шулай итеп?
Был ергә һуң һине кем сәскән?
Ҡайҙа тамырың? – тип һорағас мин,
Телгә килде аҫыл Таш сәскә:

— Күк Уралда күкрәп тамыр йәйҙем,
Үҫтерҙе, – ти, – тыуған тупрағым.
Ил бәхете – күркәмлегем минең,
Ил йәшлеге – йәшел япрағым.

Шуға ла мин бөгөн ил түрендә
Шиңмәҫ сәскә булып ҡалҡындым;
Ташты ла бит сәскә аттырырлыҡ
Ғәжәп ҡулдары бар халҡымдың!