СӘСЕҮГӘ ТӨШКӘНДӘ

Рәми Ғарипов – Йондоҙло уйҙар. Төҙ. Рауил Бикбаев. – Өфө, 1979. – 240 б.

Йоҡлай алмайым мин, йоҡо алмай.
Бураҙнаға орлоҡ төшкәндә,
Ятҡан ерҙән тағы ырғып торам.
Тәмәкемдән тәнем бешкәндәй.

Болоҡһота бынау ҡыйырсыҡ-ай.
Ҡош Юлы ла ҡырға саҡыра:
Әйтерһең дә, кемдер түгеп киткән
Алтын бойҙай ята баҙырап!..

Тире лә бит ҡатып өлгөрмәгән
Турыҡайҙың сисеп тышауын,
Эйәрләй ҙә тағы ҡырға сабам
Ҡаршыларға яҙғы таң шауын.

Ҡаршы елә ҡылдай бураҙналар,
Ҡаршы елә ялан уттары.
Боҫрап ятҡан дымлы ер еҫенән
Икмәк тултырғандай урттарым.

Өҙәңгенән бәрхәт бураҙнаға
Һикереп төшөп, батып торғанда.
Сихри ҡулдар миңә уйнай һымаҡ
Мөһабәт бер көйҙө органда.

Шул моңдарҙан бына үҙ-үҙемә
Бер Бетховен булып күрендем.
Ҡолаҡ менән түгел, йөрәк менән
Мин күкрәүен йоттом еремдең.

Тик минһеҙ ҙә тулы был тантана.
Киләм ләкин, киләм мин ҡырға:
Бәлки, был саҡ унда егеттәрҙең
Тәмәкеһе юҡтыр тартырға!..