БЕР ҠЫЛ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

(«Илем – телем» триптихынан)

Бер көн килеп боронғо бер дуҫым
Бөрөп алды шулай алҡымдан:
«Паганини ҙа бит түгелһең, – ти, –
Тик уйнайһың һаман бер ҡылда!

Ил дә тел тип ылғый ҡаңғырмаҫы,
Ҡалдырсы шул иҫке бер ҡылды!» –
Тигән һүҙҙән бер дуҫым юҡ булды,
Ҡылым ҡылыс булып тартылды.

Иҫке бер ҡыл – изге бер ҡыл йәнгә!..
Ул тартылған сәсән халҡымдан.
Бер көн килеп ул ҡыл өҙөлгәндә,
Ни мәғәнә миңә ул ҡылдан?

Ҡалһын иҫке йәйғор әҙернәмдә
Мең йыл киргән кереш – бер ҡылым.
Үтеп ингән ул ҡыл йөрәгемә
Бөйөк халҡым ҡулы арҡылы!

Пушкин, Кобзарь, Туҡай, Бабичҡа ла –
Һәр халыҡҡа изге бер ҡыл ул,
Йондоҙҙарға яңы уҡ сөйөргә
Зыңлап торған һиҙгер аҡыл ул.

Мәңге яңы яҡты был донъяла
Бер йөрәгем типкән сағында
Ике йөҙлө, ике һүҙле булмам,
Күҙ ҙә йоммам бер ҡыл һынғанда.

Бер тыуғанмын икән, бер үлермен,
Тәүге һөйөүем дә бер генә.
Бер генә тик изге туған телем,
Бер генә тик тыуған ергенәм!..

Харам миңә унһыҙ күкрәк һөтө,
Харам миңә бишек йырҙары,
Харам миңә һөйөү, күҙ йәштәре,
Ҡош һайрауы, ҡояш нурҙары!

Йөҙгә берәү тулмаҫ ҡылың менән
Бергә китһен кәңәш-аҡылың.
Туҡһан туғыҙ ялған ҡыл үргәнсе,
Торһон әйҙә ысын бер ҡылым!..