Түр башынан ишек төбөнәсә...

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Түр башынан ишек төбөнәсә
Үткән юлың – үҙе бер ғүмер...
Дүрт мөйөшө өйҙөң – оло донъя,
Әҙәм менән себен әле – бер!..
Оло ҡояш менән уйнар туп та,
Ҡояш нурындағы туҙан да
Һиңә мөһим, улым!..
Бесәй ҡойроғо ла, әсәй бойороғо ла,
Иҙәндәге тап та,
Йыртҡан китап та,
Күк күкрәүе менән
Сылт иткән тауыш та –
бөтәһе лә әле – бер һиңә!..