ТАШҠЫН

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Бейек тауҙа тыуып, ирек өсөн,
Эшкә һыуһап,
Алға ынтылып,
Аға йылға!..
Ә ҡайҙалыр ситтә
Бер йәшкелт һаҙ ята,
Ыу тулып!..
Ҡаяларҙан
Ҡайнап аға ташҡын,
Көмөштәй саф –
Ни хәл итергә?
Күпме йылдар инде
Был гәлсәр моң
Тынғы бирмәй
Серек күтергә...
Ҡалай итер
Күтер?
Уйлай
Былай:
«Туҡтатырға? –
Килмәҫ көсөмдән.
Әммә уны
Мин ағыулай алам –
Тиккәме ҡорт
Мыжғый эсемдә?»
Күҙ күрмәгән
Шомло бер яу булып,
Ябырылды ҡорттар
Ташҡынға.
Тик уларҙы
Ташҡын
Иҙеп китте! –
Үҙ башына икән
Ашҡынған!..
Иҫке,
Сырхау күтер,
Ағыу сәсеп,
Күпме шулай
Беҙгә ташланды?
Әммә серек һаҙҙар
Сәскән ағыу
Бора алмаҫ
Тере Ташҡынды!