Үҙең нисек, һүҙең дә бит шулай

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Үҙең нисек, һүҙең дә бит шулай,
Шиғриәттә хәйлә файҙаһыҙ.
Ҡурҡаҡ һәм ваҡ
Ҡыйыу, ҙур һүҙ әйтмәҫ!..

Ышанмайым йомарт булырына
Бер һарандың йырҙа һис ҡасан.
Тарһынғандың кеше уңышына
Киң күңелле булырына.

Таштан йүкә әле һуйылмаған,
Үҙен бер кем аша һикермәҫ.
Шаҡшы әҙәм һеҙгә һис бер ҡасан
Яҡшы шиғыр яҙып килтермәҫ.