Ҡасты минән донъя ерәнеп

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Ҡасты минән донъя ерәнеп.
Ерәнеп ҡасты минән донъя... Һин килдең...
Ҡайтарҙың миңә донъяны.
Донъяны һин миңә ҡайтарҙың.

Күҙҙәреңдән минең өсөн генә
Түгелгәндәй ҡурай моңдары...
Үҙ илемдә илһеҙ ҡалған кеүек,
Йөрөй инем ерҙә ҡаңғырып...