САБЫЙ ИЛАУЫ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Сабый илай – был йыр һымаҡ хатта,
Был – үҙе бер оло тамаша.
Әллә күҙҙәре лә күрмәй уның –
Күҙгә ҡарап тороп аҙаша.
Төҫөн дә һис танып булмай әле –
Күкһел яры менән ҡапланған.
Тик атаның хыялында инде –
Улы хәҙер атҡа атланған!..
Илай сабый – ҡыҙғаныс та шундай,
Һәм көлкө лә уның илауы...
Шундай кескәй тырнаҡҡыналары,
Шундай кескәй уның бармағы.
Тик тырпайып торған һәр быуыны
Шундай ныҡ – хәс балыҡ ҡармағы...
Илайыммы әллә көләйемме
Тигән кеүек ҡарай был бала.
Тик илай ҙа һәм көлә лә белмәй,
Тик имергә белә донъяла!
Шул белеме сикһеҙ һөйөндөрә –
Иң ҙур шатлыҡ ата-әсәгә!
Нур йомғағы булып йоҡлағанда,
Тиккә оҡшатмайҙар сәскәгә.
Бишек – әле уға Тыуған иле,
Юлы – бары ҡулы атаның.
Һәм әсәнең йылы күкрәге –
Әлегә тик уның Ватаны...
Еңел генә итеп көрһөнә лә
Тала тағы тәрән йоҡоға.
Йоҡоһонда әсә күҙҙәренең
Наҙын ғына тойоп иҙрәй...
Үҫер...
Әсә һөтө менән һеңер уға
Тыуған ерҙең йылы яҡтыһы,
Йөрәк көлә, уны күреү менән,
Хистең тыуа иң-иң татлыһы.
Килер бер көн... Бишегенән төшөп,
Баҫыр ул да тәүге аҙымын.
Ер шары ла уға бик тар булыр,
Аҡбуҙатын тотоп бәйләр өсөн
Эҙләп китер Тимер ҡаҙығын...