Яҙ елдәре тәнде иркәләһә

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Яҙ елдәре тәнде иркәләһә,
Яҙ гөлдәре йәнде иркәләй.
Ҡояш нуры, ҡоштар йыры менән
Үлеп тереләһең ошо иртәлә!..
Был донъяны ташлап китеү уйы
Башыңа ла хатта һыймаҫлыҡ.
Әй йәшәге килә, мең йәшәге –
Мең йәшәп тә йәшәп туймаҫлыҡ!
Ҡанаттарын еңел генә елпеп,
Иләҫләнеп йөрөй күбәләк.
Әйтерһең дә, нур ҡылдарын сиртеп,
Талғын ғына бейей сүгәләп.
Күҙ ҡамаша шишмә көмөшөнә,
Мең күҙе бар, гүйә, шишмәнең.
Мөлдөр-мөлдөр килгән ҡарашына
Иләҫләнмәй, күңел нишләһен?
Был мөхәббәт ҡарай бәғереңә,
Бәғереңдә – яуап ҡарашы.
Һин бер бөтөн. Ошо донъяң менән
Һәм мәңгелек һеңә ярашып!..