Мин яратҡан йырҙы иҫеректәр...

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Мин яратҡан йырҙы иҫеректәр
Боҙоп китһә үкереп урамда,
Минең өсөн ул йыр үлеп ҡала,
Үлеп ҡала туңып буранда.

Яҙмаһасы
Иҫеректәр боҙор,
Иҫеректәр иңрәр йырымды!
Йырлай алмай улар ысын йырҙы –
Тик йырсылар ғына һуҙырҙы.