Был юлдарҙы инде күпме үттем

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Был юлдарҙы инде күпме үттем,
Һәр саҡ яңы миңә был яҡтар,
Шундай яңы миңә аҡ ҡайындар,
Үләндәге һәр бер ҡыяҡтар.

Яңы миңә йәшел һөңгөләрен
Күккә ҡаҙап торған шыршылар,
Таштан ташҡа уйнап, һикереп төшөп,
Гел яңыса шаулай шаршылар.

Изге Будда ҡорамдары һымаҡ
Баҫҡан Әшә, Минйәр тауҙары.
Шул тауҙарҙың күкрәктәрен ырып,
Тарих яҙған һәр бер яуҙары.
Яңы миңә тау артынан төшкән
Көйәнтәле ҡорос бағана.
Тимер сымдар көйәнтәләп, улар
Ут ташыйҙар тыуған яғыма.

Аҡ ҡайындың ап-аҡ һынып һыйпап,
Шиғыр яҙғым килә туҙына.
Шул сафлыҡтан яңы һүҙҙәр алып
Әйткем килә һәр бер ҡыҙына.

Бына Ярал. Тиҙҙән төшөп ҡалам,
Һиҙмәй ҡалдым ҡайтып еткәнде.
Бер шиғырҙы яҙып өлгөргәнсе,
Хәтерләйһең бөтә үткәнде...