«БЕЛӘҘЕК»КӘ (НЕФЕРТИТИ)

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

«БЕЛӘҘЕК»КӘ* (НЕФЕРТИТИ)
Аһтарымдан мине аралауға
Бер иҫтәлек булһын беләҙек.
Беләгеңә һинең бик килешә (боронғоса),
Ҡара ҡашҡа,
Ҡара сәскә,
Ҡара күҙгә
Килешкәндәй бил нәҙек.
Бил нәҙектән бигерәк
Күңелкәйең һинең бик нәҙек.
Бүләкме һуң ҡиммәт?
Йөрәк ҡиммәт!..
Беләгеңә оҡшап торһа торһон,
Йөрәгеңде ҡоршап тормаһын.
Ирекле бул бөтә түбәнлектән,
Йөрәкле бул бөтә ирҙәрҙән,
Ҡайғыларым уртаҡ ҡайғы булһа,
Мин ҡайтырмын бер көн гүрҙәрҙән...

*Хәйәмдең Нефертити төшкән беләҙеге.