УРАЛ ЙӨРӘГЕ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
(Хикәйәт)

Урал күкрәгендә йөрәк кеүек
Башҡортостан – тыуған илкәйем.
Шул йөрәктең ҡан тамыры булып
Күкһелләнә Ағиҙелкәйем.

Шул йөрәктең ауыр моң-зарҙарын
Ҡойған саҡта еңел ҡурайы,
Яу юлдары буйлап мин халҡымдың
Үткәндәрен ҡайтып урайым.

Уралҡайым, һинең һәр ташыңа
Ҡанлы-данлы тарих яҙылған.
Илен ҡурсып үлгән ирҙәреңә
Күпме бында ҡәбер ҡаҙылған!..

Ҡәберҙәрҙә үҫкән аҡ ҡылғандар
Сал сәсеме әллә уларҙың?
Еңел ҡурай түккән ауыр моңдар
Ҡан-йәшеме әллә уларҙың?

Ирек һөйгән өсөн бығауланып
Ҡарт Уралдың ҡая ташына,
Ни генә һуң кисермәгән халҡым,
Ни үтмәгән уның башынан!

Тырнаҡтарын ҡаҙап күкрәгенә,
Ике башлы йыртҡыс ҡарағош
Быуат-быуат йөрәк ҡанын эскәс,
Нисек ҡойолмаһын зар-һағыш?

Нисек онотһон ул ил-ояның
Туҙҙырылып утта янғанын,
Ҡыҙған тимер менән Салауаттың
Маңлайына һуҡҡан тамғаны?..

Урман-һыуын, ерен тартып алып
Ҡан-йәш һеңгән аяҡ аҫтынан,
Аҡ батшалар ҡара ҡулдар менән
Муйынынан уның аҫтылар!

Аҫтылар ҙа, мыҫҡыл итеп уны,
Үлем юрап көлдө юраусы:
Имеш, һуңғы башҡорт ҡәберендә
Ҡурай уйнар һуңғы ҡурайсы!..

Юҡ, үлмәне халҡым! Ҡотҡарырға,
Ҡайтарырға ирек, ырыҫын,
Килде уға бер мәл Ленин атлы
Мәңге көткән батыр бер дуҫы.

Килде лә ул, ҡылыс бирҙе уға:
— Азат бул, тип, Урал тотҡоно!
Ҡарағоштоң ҡара ҡанатына
Сөйҙө үҙе ирек осҡонон.

Утлы дауыл ҡубып шул осҡондан
Күтәрелде Шәһит, Баһауҙар, –
Мәңгелеккә өҙөп ырғытылды
Ҡул-аяҡтан ҡанлы бығауҙар!..

Үткәндәрен ауыр бер моң итеп
Көйләгәндә еңел ҡурайы,
Шат йәшлеген күреп, мин халҡымдың
Сал тарихын ҡайтып урайым.

Монарланып ятҡан Урал тауҡай,
Дан күкрәтеп күккә ашҡанһың.
Алҡаланып аҡҡан Ағиҙелкәй,
Ҡайғы-шатлыҡ менән ташҡанһың.

Ҡаны менән яҙып данын халҡым,
Ҙур йөрәген илткән иреккә,
Шуға ла бит Ленин һыны уға
Ырыҫ-бәхет булып ереккән.

Йөрәгем, тим, изге төйәгемде, –
Хаҡ яҙмышым шунда ташланған,
Шунда минең бәхет таңым атҡан,
Шунда миңә Ватан башланған!