Шундай һалҡын, шундай сит ай

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Шундай һалҡын, шундай сит ай
Үгәйһетеп ҡарай был ергә.
Мин оҙатам һине һуңғы ҡабат,
Һуңғы ҡабат икәү беҙ бергә.

Һөйөү үтте.
Бөтәһе лә бөттө.
Әйтәһе һүҙ инде әйтелде.
Тик шәүләбеҙ килә артыбыҙҙан,
Ташҡа әйләндереп күңелде.

Алда – баҡса.
Бына өй алдығыҙ,
Бына мин ултыртҡан һыуһарҙар...
Аҡ сәскәләр түгел, сән(е)скеләр
Ни булғанын һинән һорарҙар.

Ә мин китәм!..
Туҡта, ни булды һуң? –
Гүйә, аяҡ ергә бәйләнде,
Гүйә, нурға сумды бөтә донъя,
Бөтә донъя йырға әйләнде! –

Шундай наҙлы, шундай моңло итеп
Һайрай ине таныш һандуғас.
Мәңге йәшәр иҫке ҡафиә кеүек,
Тағы ҡайтты һөйөү, таң тыуғас...