1955

Ғарипов Рәми. Әҫәрҙәр. Өс томда, I том. Шиғырҙар, поэмалар. Төҙ. Н.В. Ғарипова. – Өфө, 1996. – 448 бит.

Шаулай диңгеҙ
Мәскәүле һыбай
Юғалған эҙҙәр
«Хыялымда яңғыҙ елкән булып...»
Барһын!
«Иҫеңдәлер ул көн...»
Һуҡыр
«Күрмәһәм дә һине күпме йылдар...»
«Тормошоңдоң ҡыйын көндәрендә...»
«Ҡыш селләһе тәҙрәләргә...»
Аҡ төн
Ҡыш әкиәте
Ҡайтыу



ШАУЛАЙ ДИҢГЕҘ
Шаулай диңгеҙ...
Мәңгелектәй сикһеҙ.
Мәңге шулай йәйрәп ята ул,
Күҙ күреме етер яры ла юҡ,
Офоҡтарға барып бата ул.
Шаулай диңгеҙ...
Диңгеҙ икһеҙ-сикһеҙ!
Ғүмеремдә тәү ҡат күрәмен.
Мә, ҡос минең ҡара янған тәнде,
Һынап ҡара егет йөрәген!
Боҙҙай һалҡын,
Тоҙҙай әсе тулҡын
Күкрәгемә килеп һуғылды,
Бер ажғырып,
Борҙо үрә ҡарғып, —
Ғәйрәтенән йөрәк һығылды...
Тик ҡойолдо,
Әйткән һымаҡ булды:
— Тәүәккәл бул, егет, һин беҙҙә!
Диңгеҙ кеүек тәрән,
Диңгеҙҙәй киң
Йыр йырлағым килде диңгеҙҙә.
Шундай мауыҡтырғыс
Шауы уның!
Бер аҙ ҡурҡыныс та иң тәүҙә.
Тик шатлыҡлы еңеү ҡурҡынысты,
Йәшәү мәғәнәһе бит – еңеүҙә!

МӘСКӘҮЛЕ ҺЫБАЙ
Сабып ингән дә ул боронғонан,
Сапсындырып баҡыр толпарын,
Ҡарап тора Юрий Долгорукий
Күккә ашҡан Мәскәү йорттарын

Өҫтөнә ул тимер кейем кейгән
Һәм башына кейгән торҡаһын.
Ялбыр ялы ярһыу толпарының
Дауыл ҡуптарыр, тип ҡурҡаһың.

Тик ҡурҡыуын бушҡа. Һыбайлының
Ил ҡылысы ята ҡынында;
Тыныс илгә ҡылыс инһә генә —
Йыуылыр ул дошман ҡанында...

Һул ҡулында теҙген. Ә уң ҡулы
Күрһәтә тик Мәскәү нигеҙен:
Әйтерһең дә, ул быуаттар аша
Киләсәктең күрә тиңһеҙен...

Сабып ингән дә ул боронғонан,
Сапсындырып баҡыр толпарын,
Ҡарап тора ғорур ҡараш менән
Күккә ашҡан Мәскәү йорттарын.
Мәскәү

ЮҒАЛҒАН ЭҘҘӘР
Ниндәй көлкө хәҙер – хәтерләһәм
Балалыҡты, ғәмһеҙ ул саҡты!
Уйнай инек атай-әсәй булып,
Бала итеп йәнһеҙ ҡурсаҡты!

Бер ни белмәй тормош тураһында,
Гөрләштек беҙ көндәр буйына.
Уйнап туйрас, ҡайсаҡ йоҡламаныҡ
Әкиәтле төндәр буйына.

Иртән тағы ҡояш көлдө беҙгә,
Иркәләндек наҙлы нурҙарҙан.
Йылы ямғыр үткәс, ялан аяҡ
Йүгерештек батҡаҡ юлдарҙан.

Кескәй генә эҙҙәр ҡалды арттан,
Ә һуңынан – улар юғалды...
Мин ат эсергәндә, һыуға төшһәң,
Ниңәлер һин ҡастың, оялдың...

Ниндәй еңел булған ул саҡ миңә
Һинең менән бергә булыуы!
Тормош хәҙер үҙе килеп баҫҡас,
Юғалттым мин һине, һылыуым!..


Хыялымда яңғыҙ елҡән булып,
Сайҡалаһың йылдар буйына.
Йә һис юғалмайһың үҙең унан,
Йә бирмәйһең тынғы уйыма.

Әллә һин аҙашып индең уға,
Әллә индең мәңге ҡалырға?
Ниңә шулай онотмайым һине?
Ниңә шулай һаман янырға?

Әрнеүле лә миңә һәм татлы ла
Тәүге хистәремде ҡуҙғатыу.
Ҡурҡыныс та миңә һине уйлау,
Ҡыҙғаныс та һине юғалтыу...

БАРҺЫҢ!..
Ҡайҙалыр һин, бына минең кеүек,
Хыялланып ҡайтып киләһең.
Күрәм һине, күрәм күңелем менән:
Йә йырлайһың, йә һин көләһең.

Ғәжәп бер моң һинең тауышында,
Ә күҙеңдән ялҡын һирпелә!..
Белһәмсе мин ни килгәнен хәҙер
Татлы уйҙарыңдың иркенә.

Әллә йәшәлмәгән көндәребеҙ
Күҙ алдыңдан һинең уҙамы?
Әллә тәүге малайыбыҙ беҙҙең
Кескәй ҡулын һиңә һуҙамы?

һуҙһын әйҙә, һуҙһын кескәй ҡулын,
Ул миңә лә һуҙған береһен.
Ул һиңә лә әле башланмаған
Уртаҡ бәхет булып йөрөһөн!..

Тик белмәйем, ҡасан ҡауышырбыҙ?
Бәлки, һин бөтөнләй юҡтырһың?
Ә мин бик ышанам барлығыңа...
Барһың! Аҡыллыһың! Матурһың!


Иҫеңдәлер ул көн:
Мин киттем.
Хушлашҡанда һурып
Бер үптем.
Моңһоу күҙҙәреңдән
Йәш сыҡты —
Сафлығылай таңғы
Ысыҡтың.
Йөрәгемә минең
Ул тамды.
Тамған ерен уның
Ут алды.
Беҙ күрешмәй оҙаҡ
Йөрөһәк тә
Һаман яныр ул ут
Йөрәктә.

ҺУҠЫР
(Берәүҙең яҙмышынан)
Килмәнеңме?
Килмә!
Инде көтмәм.
Бер ҡасан да инде кетмәмен.
Бынан һуң да
Мине һөйөрһөң тип,
Бер ҡасан да өмөт итмәмен.
Тик мин һиңә
Артыҡ ышанғайным,
Артыҡ һөйгәнгәлер, ахыры...

Көттөм һинең:
«Нихәл?» – тиереңде,
Ләкин
«Һуҡырайған, бахырың...»
Тигән һүҙҙе генә
Көтмәгәйнем...

Юғалтыуы ауыр күҙемде.
Ә шулай ҙа
Мең ҡат ауырыраҡ
Ишетеүе шундай һүҙеңде.

Һүҙҙәр генә бәйләнеме беҙҙе?
Һүҙҙәр генә ҡиммәт инеме?
Бәхет йондоҙо бит инең миңә!..
Шулай уҡ ул тиҙ үк һүндеме?..

Шулай уҡ мин
Ҡурҡынысмы бөгөн?
Түбәнлекме бер ҡат күрешеү?
Бит йәшәүҙән
Мин һис туҡтаманым —
Мин һаман да ғорур бер кеше!

Мин ышанам:
Мине ҡотҡарырҙар,
Мин күрермен-тағы ҡояшты,
Зәңгәр күкте,
Балаларҙың күҙен,
Үләндәрҙе,
Һыуҙы һәм ташты!..

Тик мин, иркәм,
Һине ҡыҙғанамын —
Күңел күҙе һүнгән кешене.
Кем ҡул һуҙыр һиңә?
Кем ҡотҡарыр
Тома һуҡыр һинең ишене?!


Күрмәһәм дә һине күпме йылдар,
Әле һаман һаҡлай йөрәгем,
Ләкин мин бит йәшлек хыялында
Иң ҡәҙерлең булып йөрөмәнем, —
Мин генә тик алыҫ балалыҡтан
Әллә ниңә һине һағынам,
Гүйә, һаман да һин, әбәк әйтеп,
Әйҙәйһең гел тыуған яғыма!..


Тормошоңдоң ҡыйын көндәрендә,
Ҡайғыларың баштан ашҡанда,
Иә йоҡоһоҙ үткән төндәреңдә,
Йә шатлығың һинең ташҡанда —
Бөтә хистәреңде бүлешерлек
Юлдаш булһын ине йырҙарым.
Улар минең зиһенем ғазаптары,
Улар минең күңел нурҙарым!..


Ҡыш селләһе тәҙрәләргә
Сихри сәскәләр һона.
Ә уларға, күбәләктәй,
Аҡ ҡар бөртөгө ҡуна.

Ләкин һалҡын был сәскәләр,
Улар бәҫкә күмелгән.
һоҡланһам да мин уларға,
Ниҙер етмәй күңелгә.

Һин ултыртҡан гөл генә тик
Уны йылытып тора.
Ул ғына тик йылмайып гел
Сәскә атып ултыра...

АҠ ТӨН
Гранит ярға баҫып ҡарап торам
Нева йылғаһының аҡҡанын,
Аҡ күгәрсен булып ап-аҡ төндөң
Тулҡындарға ҡанат ҡаҡҡанын.

Тыныс ҡына йоҡлай аҡ бәллеүҙә
Һыбай-һәйкәлдәргә бай ҡала.
Һөйләп уның сыҙам батырлығын,
Йоҡламай тик Нева, сайҡала.

Утлы ҡоршау менән ҡамап алып,
Аслыҡ быуған саҡта ҡаланы,
Сасҡау һыуыҡтарҙа икмәк һорап,
Күҙ йәштәре туңды баланың...

Бар ил торҙо ҡотҡарырға уны
Туғыҙ йөҙ көн күргән ыҙанан.
Йәшәү юлын һалып килде еңеү
Ладоганың ҡыҙыл боҙонан.

Был яуҙа ла башҡорт ҡаһармандың
Иле өсөн ҡойған ҡаны бар.
Шәһит кеүек батыр ирҙәренең
Быуаттарға ҡалған даны бар.

Шуғалыр ҙа, бәлки, был төн миңә
Артыҡ күркәм булып күренде.
Мин бит бына Нева ярында ла
Килеп таптым тыуған еремде.

ҠЫШ ӘКИӘТЕ
Сал ҡыш миңә ниҙер һөйләй
Мин шыуған һайын.
Ә саңғыһыҙ шыуа күктән
Нур ҡойған айым.

Әкиәттәге кеүек урман!..
Күгелйем төҫлө.
Ҡарға сумған ҡарағайҙар
Шундай хуш еҫле!

Гүйә, күктән ҡайындарға
Яуған йондоҙҙар —
Ем-ем килеп емелдәшә
Елбәҙәк ҡарҙар.

Ә хыял-ҡыҙ, йәш боландай,
Алдымдан елә.
Ҡыуып етеп, көрткә үҙен
Күмәһем килә.

Алһыу алма һымаҡ янған
Уның биттәре,
Бәҫ һырыған сәс толомон,
Күҙ керпектәрен...

Тыйылғыһыҙ шатлыҡ менән
Ҡыуам да ҡыуам.
Юҡ, мин һине тапмайынса
һис тә туҡтамам!..

Тик һин төштә булһа ла күр
Янғыҙ әҙемде,
«Яратам», тип ҡарға яҙған
Ҡайнар һүҙемде!..

ҠАЙТЫУ
Төнгә ҡалып баҫыу юлынан мин
Ашығамын тыуған ауылға.
Таш яуһа ла өҫкә, туҡтайһым юҡ,
Ҡарайһым юҡ елгә, дауылға.

Ләкин тынлыҡ. Тиҡ бер ай урағы
Еткән бойҙай менән серләшә.
Йондоҙ һымаҡ башаҡтарҙы үҙе
Комбайндан, ахыры, көнләшә.

Эйелешеп тора тос башаҡтар
Быйыл күтәрелгән сиҙәмдә.
Үҙҙәренән яңы һауған һөттөң
Хуш еҫтәре аңҡый тирәмдә.

Ауыҙ итәм ыуып туҡ бойҙайҙы, —
Нәҡ күгәрсен күҙе – бөртөгө!
Маһайышып торған һымаҡ миңә
Алтын мыйыҡтарҙың һәр төгө.

Күр һин, егет, яҡташтарың һинең
Бына ҡалай беҙҙе үҫтерә!
Ә һин бушҡа ашамайһың микән,
Әллә ҡайҙа ғүмер өҫтөрәп?

Юҡ, тип әйтәм, мин выжданым менән,
Был ер мине эштә үҫтерҙе.
Йөрәгемдә бына йыр килтерәм,
Зая үткәрмәйем ғүмерҙе!..