1957

Ғарипов Рәми. Әҫәрҙәр. Өс томда, I том. Шиғырҙар, поэмалар. Төҙ. Н.В. Ғарипова. – Өфө, 1996. – 448 бит.

Туған тел
Ялан сәскәләре
Тәүге сәскә
Күстәнәс
«Әйҙә, күбәләк булып ос...»
Ер менән күк
«Баҡсаларҙа яңғыҙ йөрөйөм дә...»
«Ауыр булыр һиңә минең менән...»
Яңы йыл йыры
«Һин күрмәҫһең, иркәм...»
Сыйырсыҡ
Ҡолонсаҡ
Һуңғы осрашыу
«Үҙ-үҙеңде алдама һин...»



ТУҒАН ТЕЛ

И туған тел, и матур тел,
атам-әсәмдең теле!..
Туҡай

Мин халҡымдың сәскә күңеленән
Бал ҡортондай ынйы йыямын,
Йыямын да – йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.

Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем кәм түгел —
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер тик уны кәм күңел!..

Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле, —
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!

Әсәм теле миңә – сәсән теле, —
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!

ЯЛАН СӘСКӘЛӘРЕ
Мин яратам ҡала сәскәләрен,
Яратҡандай бала күҙҙәрен, —
Баҡсасылар, сабый һымаҡ итеп,
Наҙлап үҫтерә бит үҙҙәрен!

Иртән тороп эшкә ашыҡҡанда,
Арып ҡайтҡан саҡта кистәрен,
Сәскәләргә ҡарап ҡыуанам мин —
Сәскә атҡан төҫлө хистәрем!

Тик ҡайғырһам ғына мин уларҙың
Тоя тороп хуш еҫ сәскәнен,
Әллә ниңә ҡапыл һағынып китәм
Ябай ғына ялан сәскәһен.

Әллә ямғыр менән йыуынып гел,
Һөртөнгәнгә улар ел менән,
Әллә инде мин үҙем дә шулай
Тиң үҫкәнгә әрһеҙ гөл менән, –

Әсе тирем тамған сәскәләрҙе
Мин нығыраҡ һөйәм шикелле.
Донъялағы бөтә гөлдәрҙән дә
Шул сәскәләр миңә һөйкөмлө!

ТӘҮГЕ СӘСКӘ
Ярмаланған еүеш ҡар еҫтәрен —
Ярһып килгән яҙҙың һулышын
Бөрөләр ҙә тоя,
Бәрәләр ҙә саф һут йыя,
Һоро тамсы һымаҡ тулышып.
Ҡояш
Нур ҡулдары менән
Ерҙең
Бөркәнсеген аса өҫтөнән.
Ҡояш
Торған һайын яғымлыраҡ
Һәм йылыраҡ шат бер төҫ менән
Һөйөп ҡарай ергә...
Ә ер уға
Йәшлегенең тәүге сәскәһен
Бүләк итер тиҙҙән!..
Донъя ғәжәп! —
Тыуыр баламдың бит әсәһен
Мин дә шулай һөйәм...
Һәм һаҡ ҡына
Изге йөрәк аҫтына
Ҡулым менән тейеп ҡуямын:
Йөрәк аҫтында бер кескәй генә
Йөрәк типкәнлеген тоямын!..

КҮСТӘНӘС
Оло байрамдыр ул алыҫ ерҙә
Ауылыңдан алыу күстәнәс,
Һәм, етмәһә, әсәң үҙе яҙып,
Ҡош телендәй хат та өҫтәгәс.

Астым күстәнәсте – ни генә юҡ:
Ҡаҙ, бауырһаҡ, йүкә балдары!..
Тик күгәрсен һөтөн генә тапмай
Бала өсөн әсә ҡулдары!

Бына бит ул бейәләй ҙә һалған
Йәш бәрәндең мамыҡ йөнөнән.
Май төрөлгән «район гәзите»нең
Һәр бер хәрефенә һөйөнәм!

Кескәй генә ошо бер ҡумтаға
Һыйған һымаҡ бөтә Уралым.
Гүйә, шул мәл елдәй арғымаҡта
Тыуған ергә етеп ураным...

Әйҙә, дуҫтар, ауыҙ итәйек бер
Минең әсәй ҡойған ҡаҡтарҙы!
Уның ҡулы йыйып алып килгән
Еҫен-тәмен тыуған яҡтарҙың...


Әйҙә, күбәләк булып ос,
Нескә ҡанатлы күңел, —
Сәскәләрҙең хуш еҫенә,
Яҙҙың шауына күмел!

Әйҙә, һабан турғайылай,
Күккә күтәрел, күңел, —
Зәңгәр бейеклектән ергә
Көмөш моң булып түгел!

Әйҙә, ысыҡ тамсыһылай,
Сафлыҡ менән тул, күңел, —
Тул һин ҡояш нуры менән,
Яҡтырып кит, бул еңел!

ЕР МЕНӘН КҮК
Әле бала сағымда
Зәңгәр күк ҡосағында
Ел ҡосорға,
Ҡоштай осорға
Ҡанатландым,
Күккә талпындым.
Көнләштереп күптәрҙе,
Күрҙем иркен күктәрҙе,
Тик күктәрҙә
Мәңгелектә
Мин ҡалманым,
Йәмен тапманым.
Ерҙең бөтә шатлығын,
Ерҙең бөтә ваҡлығын
Бик һағынып,
Ҡанат ҡағынып,
Ергә ҡайттым —
Ерҙе яраттым!..


Баҡсаларҙа яңғыҙ йөрөйөм дә
Төшөп китәм Иҙел буйына.
Иркенлеге уның, тыныслығы
Ял булғандай була уйыма.

Юҡһа һинһеҙ шаулы урамдарҙа
Йәме бөткән кеүек Өфөмдөң.
Күрмәһендәр, тимен, дуҫ-иштәрем
Бойоҡлоғон, ғәмен төҫөмдөң.

Ә Иҙелдә – унда әллә нисек —
Яңғыҙлыҡ та күркәм тойола.
Шат тауыштар, ҡыҙҙар көлөшөүе
Матур бер моң булып ҡойола.

Ҡыҙҙар, тигәс, һин шикләнеп ҡуйма,
Ул уйҙан мин инде төңөлгән.
Күпме ҡыҙҙар бында һыу инәләр,
Береһе-бер иммәй күңелгә.

Тик һин генә, шул Ағиҙел кеүек,
Күңел ярҙарымдан аҡҡан һыу.
Алыҫ тулҡындарың ҡаҡҡан һайын,
Ауыр миңә яңғыҙ, яманһыу...


Надяға
Ауыр булыр һиңә минең менән
Уртаҡ яҙмыш бүлеп йәшәүе, –
Юлымда бар тау-таш, боролмалар,
Күк күкрәүе, йәшен йәшнәүе...

Ауыр булыр һиңә минең менән,
Зарланырһың бөтмәҫ эшемдән.
Яратмай тип, бәлки, шикләнерһең
Ғүмергә дуҫ, яҡын кешеңдән.

Ауыр булыр һиңә минең менән...
Тик булмаҫ һис һиңә күңелһеҙ:
Һинең менән мин сабый ҙа булам
Һәм таба ла беләм көлкө һүҙ...

ЯҢЫ ЙЫЛ ЙЫРЫ
Яңы яуған ҡарға баҫып
Тағы яңы йыл килә!
Сыҡһам уны ҡаршыларға —
Иә моңаям, йә көләм.

Ябалаҡлап яуа ҡарҙар,
Битемә ҡунып ирей.
Иҫке йылдан яңы йылға
Улар ҙа күсеп йөрөй!..

Әллә нисек сәйер миңә
Үткәндәрҙе оҙатыу.
Мөмкинме һуң был ғүмерҙе
Тик бер аҙға оҙайтыу?..

Ябалаҡлап яуа ҡарҙар,
Үтте тағы бер йылым.
Эшләнмәгән күпме эш бар,
Ә ҡыҫҡа ғүмер юлым.

Ҡар һырыған аҡ ботаҡтар,
Әйтерһең, сабый ҡулы!
Юҡ, моңайма, шатлан, тиеп
Ҡул һуҙа һымаҡ улым...


Һин күрмәҫһең, иркәм,
Бер ҡасан да
Ҡайғырғанда минең йәшемде.
Мин ҡайғымды
Тештәремә ҡыҫып,
Дауам иттерермен эшемде.

Бына шул мәлдә һин
һүҙһеҙ генә
Аңлап ал да күҙҙән күңелемде,
Наҙлы ҡулың менән
Был ҡайғымды
Күкрәгеңә ҡыҫ һин үҙеңдең.

Башҡа миңә
Бер ни ҡәрәк түгел,
Ауыр саҡта миңә шул етә.
Һәм, минеңсә,
Тик шул биҙәй һине,
Тик шул ғына ирҙе ир итә.

СЫЙЫРСЫҠ
Сыйырсыҡ, сыйырсыҡ!
Ояңдан осоп сыҡ!
Оҡшаһа был өйөң,
Түгелһен моң-көйөң!..

Ҡошсоғом сыҡты ла,
Ҡанатын ҡаҡты ла,
Һоҡланды ояға,
Таң ҡалды донъяға.

Йәм-йәшел болонда
Бер ғәмһеҙ ҡолондай,
Ул кешнәп ебәрҙе, —
Кәйефен күтәрҙе.

Инә ҡаҙ артынан
Сылбырҙай тартылған
Бәпкәләр шикелле,
Субырҙай күңелле.

Ул һайрай мең телдә,
Булғанға күп илдә.
Дәртләнә, һөйөнә
Ҡайтҡанға өйөнә!..

ҠОЛОНСАҠ
Сабып килә ҡолоном,
Текә һуғып тояғын.
Томбойоҡтай еҙ шөңгөрө
Йәмгә күмә ян-яғын.
Янып торған сылт ҡара ул,
Ял-ҡойроғо ялтырай.
Күгәүендәр ҡунған булһа,
Түшкенәһе ҡалтырай.
Һай, ҡарасман, ҡалай һомғол,
Юртҡан була бит әле!
Ауыҙлыҡлап атланырмын,
Арҡаң нығып ет әле!
Аҫау булып ажғырырһың,
Сапсынырһың, ҡолоном.
Йырлап ҡына эсерермен,
Ашап туйғас һолоно.
Күкрәк ҡағып юрғаларһың,
Ялың һыйпап һөйөрмөн.
Ҡарасманым, ҡолонсағым,
Бала сағым, тиермен.

ҺУҢҒЫ ОСРАШЫУ
Юлдар буйлап, уйҙар уйлап,
Алыҫ китеп барғанда,
Көтмәгәндә осраштыҡ беҙ,
Йылдар уҙғас, бер танда.

Күрешмәнек, һөйләшмәнек —
Поезд ҡуҙғалып китте.
Тик йөрәккә яҡын тауыш
Утлы ҡуҙ һалып китте!..

Мәңге ҡайтмаҫ, ҡабатланмаҫ
Тауышың ғына ҡалды.
Ғүмергә мин онотмамын,
Һағынырмын был таңды.

Хуш бул инде, хуш, һөйөклөм,
Хуш бул, минең бәхетем,
Хуш, хыялым, хуш, өмөтөм,
Хуш, тәүге мөхәббәтем!..


Үҙ-үҙеңде алдама һин
Ғашиҡмын тип ул ҡыҙға.
Үрелһәң дә, буйың етмәҫ
Күктә янған йондоҙға.

Һүҙ тейҙермә бер егеттең
Ғүмерлек һөйгәненә, –
Яратылырға хаҡлы тик
Ярата белгән генә.