1960

Ғарипов Рәми. Әҫәрҙәр. Өс томда, I том. Шиғырҙар, поэмалар. Төҙ. Н.В. Ғарипова. – Өфө, 1996. – 448 бит.

Буранда
«Юлымдағы шиңмәҫ гөлсәсәккә...»
«Бөрөләрҙе йыуып, ямғыр яуа...»
«Шиғырым, һин әрем тәме әйткән...»
«Тал-сыбыҡтай һомғол буй-һыныңды...»
Ут хаҡында йыр
«...Ләкин минең, яңғыҙ ҡалғанда ла...»
Тимер юл
«Көмөш елдәр ҡайындарҙың...»
Йырҙарыма ҡайтам
«Әгәр миңә ышанаһың икән...»
«Әллә ҡалай балҡып китте донъя...»
Ер шауы
Бына минең тыуған ер был
Шофер
«Шул тиклем дә һөйә алыр икән...»
Хазина
«Ниндәй бай был кеше эсенән...»
«Ниңә шулай бер юҡ ҡына нәмә...»
«Бушҡа йөрөп ҡайттым, тип...»



БУРАНДА
Ел – арыҫлан, сал ялдарын сайҡап,
Ҡотороноп өҫкә ташлана.
Тын быуыла, алға барып булмай,
Кем кемде, тип, алыш башлана.

Ул, ажғырып, боҙло теше менән
Боғаҙыңа килеп йәбешә.
Асырғанып, тибеп осорғас та,
Салҡан барып ергә ул төшә.

Аҡ юл һыҙып ҡара төн эсендә,
Атылаһың тағы саңғыңда.
Бит был төндә берәү ҡыл өҫтөндә —
Йондоҙо бул ҡәрәк сағында!..

Ҡайҙалыр бит – сүлдә, тайгаларҙа
Башҡалар ҙа шулай алыша,
Шулай яулай йәшлек киләсәкте,
Киләсәкте шулай һалыша!..


Юлымдағы шиңмәҫ гөлсәсәккә
Берәй бөртөк туҙан-саң төшһә,
Ул ҡунған саң – һинең ышанмауың,
Күңелеңә килгән шик-шөбһә...

Ниндәй ауыр уның бөртөгө лә
Саф, сәләмәт, баҙыҡ сәскәгә.
Әгәр уны һыпырып ташламаһам,
Мин әйләнер инем хәстәгә.

Юҡ, мин саф күңелем сәскәһенә
Үрмәләтмәм ҡара йыланды.
Һөйәм һине. Ләкин нығыраҡ һөйәм
Мин Кешене, ерҙе, Йыһанды.


Бөрөләрҙе йыуып, ямғыр яуа,
Тәүге генә ямғыр икән ул.
Бөрөләрҙе йыуып шифалы һыу
«Һә» тигәнсә япраҡ итә шул,
Япраҡтарҙы яҙҙар көтә шул.
Ә мин шаян,
Йәш бер бөрө һымаҡ,
Ялан баштан тороп тамсыла
Көтөп торам:
Ҡасан мин бөрөнө,
Япраҡ итеп, тормош ҡамсылар,
Йәм бирһен тип тирәк-халҡыма!


Шиғырым, һин әрем тәме әйткән,
Көйөп бешкән арыш икмәге.
Мамыҡтай аҡ,
Йомшаҡ ҡалас һымаҡ,
Юҡ шәрбәтең һинең,
Юҡ мәгең!..
Үҙем кеүек, көл-күмергә буяп,
Аунатҡан бит ауыл мейесе...
Ниңә һуң мин яҙам әле һине,
Кем өсөн һуң?
Әйтсе, ни өсөн?
Белмәйем дә ҡайсаҡ,
Ләкин яҙам.
Яҙам һине, үҙең яҙылғас.
Ауырлы мин көн-төн һинең менән:
Еңелерәк миңә һин тыуғас...


Тал-сыбыҡтай һомғол буй-һыныңды,
Күҙҙәреңдең моңһоу ялҡынын —
Нисек күрмәҫкә һуң, күҙем булып?
Әйтсе, һылыу, етмәй аҡылым!

Юҡ, бәхет тә һинән һорамайым,
Юҡ, наҙлау ҙа һинән көтмәйем.
Үҙем наҙлап, үҙем һөйөр инем, –
Юҡ, быға ла баҙнат итмәйем.

Тик һоҡланғым килә оҙаҡ-оҙаҡ,
Ситтән генә һине күҙәтеп:
Ниндәй килешә һиңә сәскә йыйыу,
Эйелеүең сәскә өҙәм тип!..

Һин үҙең дә умырзая мәллә —
Умырзая тулы аҡланда?
Ҡағылырға хатта ҡулым бармай,
Кит, күңелем, кит һин, һоҡлан да!..

УТ ХАҠЫНДА ЙЫР
Ниндәй ҡәҙерле һуң был ут миңә!
Тағы шәмде һелкеп ҡарайым.
Дым сайпылған ошо шәм янғанда,
Ҡояшым бар минең, бар айым!..

Сайпылыуы әле һәлмәк кенә —
Тимәк, мин йәшәйем, мин тере!
Был сайпылыу еңеләйгән һайын
Арта бара уның ҡәҙере...

Яҙам-яҙам!.. Хыялланам һаман,
Янам-янам бергә шәм менән.
Көндөҙ атта эйәр ҡырған тәнде
Яҙылдырам ошо йәм менән.

Тик боҙмаһын һис кем был шатлыҡты,
Йырҙарымды сайып түкмәһен,
Ут тирәләй йөрөгән күбәләгем —
Илһам ҡошом осоп китмәһен!

Йөрәгемде, утлы йөрәгемде
Һурып алһам бына күкрәктән,
Бөтә донъя балҡып китер ине
Тик ут йыйған минең йөрәктән!..
1960


...Ләкин минең, яңғыҙ ҡалғанда ла, –
Онотһа ла мине дуҫтарым,
Ташлап киткәндә лә мөхәббәтем,
Һүнгәндә лә яҡҡан уттарым, —
Бер ҡасан да әле был донъяла
Өмөт өҙөп иң ҙур хаҡлыҡтан,
Өмөт өҙөп иң ҙур ғәҙеллектән,
Һәм баҫылып төрлө ваҡлыҡтан, —
Яңғыҙ ҡалғаным юҡ! Минең менән
Бергә булды һәр саҡ киләсәк,
Бергә булды һәр саҡ ышанысым —
Юлымдағы шиңмәҫ гөлсәсәк!

ТИМЕР ЮЛ
Еләм, еләм! Илгә ҡайтып киләм,
Тәҙрәләрҙән күҙ ҙә алмайым.
Туған тауҙар менән күрешмәйсә,
Һөйләшмәйсә түҙә алмайым, –
Һыуға төшмәй, йөҙә алмайым.

Тыҡ-тыҡ килә суйын тәгәрмәстәр,
Тып-тып тибә ярһып йөрәгем:
Бер ҡыҙ ҡарап ҡалды; яра һалды
Йөрәгемә кәйлә-көрәге...
Нимәгә һуң бының кәрәге?

Тимер юлдар буйлап күпме үтһәм,
Шул юлдарҙың ташын, ҡомдарын
Һаман аҡтара бит ошо ҡыҙҙар,
Ҡулдарына тотоп ломдарын...
Һыҙламаймы икән ҡулдары?

Айға ҡул һуҙабыҙ! Ә ерҙәге
Бына шул эштәргә кешенең
Ниңә әле һаман ҡулы етмәй?
Был эш хәҙер ҡыҙҙар эшеме?
Һорауымдан күңел өшөнө...

Тыҡ-тыҡ килә суйын тәгәрмәстәр,
Тып-тып тибә ярһып йөрәгем.
Шәлкем сәскә сөйөп ҡалды ул ҡыҙ,
Һөйгәне лә юҡтыр, күрәһең, —
Суйын иҙеп үтте бүләген!..

Бәлки, шулай ғәзиз һөйөүен дә
Туп иҙгәндер һуғыш ҡырында?
Ҡулын болғай-болғай көлгән булды,
Үкһеп-үкһеп илар урында.
Ҡалһын был ҡыҙ минең йырымда.

Күпме улар илдә! Йәрһеҙ ҡалып,
Йәшлектәре янды ҡуҙ булып!
Булмағанға һөйөр егеттәре,
Күҙ йәштәре тамды тоҙ булып...
Ниңә тыуған улар ҡыҙ булып?

Күп күрерһең әле һин уларҙы,
Ҡыш – фермала, йәйен – йәйләүҙә...
— Ҡайҙа атайың? – тип балаһынан
Һорай күрмә, белмәй иң тәүҙә,
Һүҙ алтыны – уйлап һөйләүҙә.

Ҡуҙғатма һин әсә йәрәхәтен,
Болартма һин бала йөрәген!..
Һуғыш үткән, һуғыш күптән бөткән,
Тик эҙҙәрен һаман күрәһең, —
Күмә алмай кәйлә-көрәгең!..

Ҡаршы килгән һылыу ҡайындарҙы
Юҡ, был юлы, гүйә, күрмәнем:
Ҡайҙа ғына булма, илгә ҡайтҡас,
Юлдарыңдың ошо бер мәлен
Онотма, тип тибә йөрәгем...
Онотмайыҡ илдең күргәнен!


Көмөш елдәр ҡайындарҙың
Тарай алтын толомон.
Шуға ла мин бурандарҙың
Берәҙәк бер ҡоломон.

Улар менән бергә тыуҙым,
Бергә, ахыры, үлермен.
Юҡ был уйҙы баштан ҡыуҙым —
Йәшел тәңкә үрермен...

Әллә яңғыҙ ҡайындарҙың
Елдән тыуған улымын.
Ни булһа ла булған,
Мин уларҙың
Мәңге ғашиҡ ҡоломон!..

ЙЫРҘАРЫМА ҠАЙТАМ
Ҡайтам! Ҡайтам!
Йырҙарыма ҡайтам!
Ҡалып тор һин, гүзәл баш ҡалам.
Минһеҙ ҙә бит бер ни булмаҫ һиңә,
Һин шауларһың минән башҡа ла!
Ә мин?
Юҡ, башҡаса булмай!
Мин тупраҡтан,
ерҙән яралған,
ерҙә тыуып үҫеп,
ерҙә аунап,
ерҙән йыйып
йәнем йыр алған!
Бөркөт – күктә, суртан һыуҙа тере,
Ир ҙә тере, илгә ҡушылһа...
Нимә өсөн йәшәй ерҙә кеше,
йөҙмәҫ балыҡ,
осмаҫ ҡош булһа?
Һинең бәхетең һуң кемгә кәрәк,
Үҙ ояңды ғына ҡайғыртһаң?
Ҡайғың да бит бәхет,
ваҡ бәхетте —
бәдбәхетте алып ырғытһаң!..
Ил бәхете менән бәхетле бул,
Ил ҡайғыһы менән – ҡайғылы.
Иң ҙур бәхетһеҙлек булыр ине
Шул ҡайғынан һиңә айырылыу...


Әгәр миңә ышанаһың икән,
Бер ҡасан да минең турала
Теләһә ниндәй үткенсенән һорап,
Яҙмышымды хата юрама.

Бел һин: мин үҙемә үҙем хаким,
Бер ҡасан да ғорур иркемде
Йәберһетер өсөн башҡаларҙан
Ҡулдарына бирмәм бер кемдең!

Юҡ, мин түгел, иркәм, ундайҙарҙан.
Ул меҫкенлек – ҡолдар өлөшө.
Мин үҙ яҙмышыма үҙем хужа,
Бөтәһенән элек, мин – Кеше!

Бөтә әҙәм минән боролһа ла,
Танымайса ғорур хисемде,
Мин яңғыҙ ҙа алға атлар инем,
Байраҡ итеп ошо исемде...


Әллә ҡалай балҡып китте донъя,
Йәйғор менән тулды йөрәгем.
Күңелемде көн-төн баҫып торған
Болоттарҙы ҡыуып ебәрҙем...

Күк көмбәҙе шундай зәңгәр, бейек,
Тирә-яғым иркен йәшеллек.
Мин тағы ла һөйәм һәм һөйөләм,
Мин тағы ла сикһеҙ йәш кеүек.

Был шатлыҡты үҙем берәйһенә
Әйтергә лә хатта оялам.
Ләкин яҡшы шиғыр уҡыуы ла
Ысын бәхет икән донъяла!

ЕР ШАУЫ
Ебәрҙем дә атты күк үләнгә,
Еләк тирәм үҙем сүгәләп.
Тирә-яғым тулы гөл-сәскәләр,
Тирә-яғым тулы күбәләк.

Сиңерткәләр, һанһыҙ сиңерткәләр,
Сың-сың килә күҙгә күренмәй.
Бер өҙлөкһөҙ салғыларын янып,
Нисек улар шулай иренмәй?

Нисек арымай һуң бал ҡорттары
Сәскәләргә ҡунып көн буйы?
Улар йыйған һары балды эсеп,
Шаулар икән көҙөн кем туйы?

Башың сайҡай-сайҡай моңланырға,
Ҡайынҡайым, һиңә ни булды?
Әллә берәй елғыуарға тарып,
Өмөттәрең микән алданды?..

Мең-мең һорау биреп, һәр үләндең,
Һәр бер йәйҙең хәлен һорашам,
Һәр сәскәгә туҡтап сәләм бирәм,
Һәр бер ҡошто ҡылам тамаша...

Бер ҡат ғашиҡ булған моң-йырҙарға
Ҡат-ҡат ғашиҡ булған шикелле,
Тыуған ерҙең мәңге шауын тыңлау,
Күпме тыңлаһаң да, күңелле...

Ә туратым аңлай белә мине,
Хужаһының боҙмай бойороғон, —
Үлән утлап һаман йөрөй бирә,
Һелтәй-һелтәй көлтә ҡойроғон.

БЫНА МИНЕҢ ТЫУҒАН ЕР БЫЛ...
Бына минең тыуған ер был —
Ҡарт Ҡаратау, йүгерек Йүрүҙән...
Тыуып үҫкән, һыуып эскән
Ерем минең! Һине күреүҙән —

Күм-күк үләнеңә ятып,
Туйғансы бер килә илағым.
Ҡая таштарыңа менеп,
Бер ҡысҡырып килә йырлағым.

Бына был тышаулы аттың
Һалдырып та алып тышауын,
Һыбай ярып үткем килә
Ҡайындарҙың йәшел ҡоршауын.

Ҡайтмай оҙаҡ йөрөгәнгә,
Ботаҡтары биткә һыҙырһын,
һыҙырһын да, йәш япраҡтай,
Был донъяға яңынан тыуҙырһын!..

ШОФЕР
(Юл йыры)
Эй, һеҙ, юлдар, икһеҙ-сикһеҙ юлдар,
Һеҙ шаһиты ауыр хеҙмәттең:
Күпме юлдар беҙҙе ҡыуандырҙы,
Күпме юлдар беҙҙе йөҙәтте.
Килә шофер, елә шофер!..
Руле төшмәй ҡулдарҙан.
Үтә ғүмер, оса ғүмер
Илкәй буйлап юлдарҙа.
Киләсәкте – гөлсәсәкте —
Ташый алыҫ йылдарҙан.
Күҙең йоҡлай, үҙең генә уяу:
Һәр тауышҡа һиҙгер ҡолағың.
Аяҡ-ҡулың һанап бара юлдың
Һәр бер ташын, һәр бер юлағын.
Килә шофер, елә шофер!..
Төш ҡүрәһең: шаян малайыңдың
Һин һыйпайһың, имеш, башынан.
Күҙҙе асһаң – ҡулда рулең генә...
Тертләп китәң һуйырташынан.
Килә шофер, елә шофер!..
Эй, һеҙ, юлдар, икһеҙ-сикһеҙ юлдар,
Илтмәйһегеҙ ҡайҙан ҡайҙарға!
Беҙҙең үткән юлды бергә йыйһаң,
Беҙ еткәнбеҙ күптән айҙарға!
Килә шофер, елә шофер!..
Руле төшмәй ҡулдарҙан.
Үтә ғүмер, оса ғүмер
Илкәй буйлап юлдарҙа.
Киләсәкте – гөлсәсәкте —
Ташый алыҫ йылдарҙан.


Шул тиклем дә һөйә алыр икән
Кеше шулай башҡа кешене...
Һине уйлап инде нисәнсе йыл
Берсә яндым, берсә өшөнөм.

Еңел саҡта онотормон һине,
Ауыр саҡта үкереп иларға
Мин ҡайтырмын бары һиңә генә,
Һиңә генә – түгел уларға...

Һеңлем булһаң да, һин әсәм булып
Йыуат мине шундай саҡтарҙа,
Арала һин изге ҡулың менән
Ҡара сәстәремде аҡтарҙан...

ХАЗИНА
Геолог ҡыҙ, көн дә кискә ҡалып,
Палаткаңа арып ҡайтҡанда,
Рюкзагыңда ниндәй таштар улар,
Ауыр түгелме һуң арҡанда?

Көн оҙоно тау-таш айҡап шулай,
Сүкеш менән ни һуң ҡаҙынаң?
Йөрәгемә баҡһаң, сүкешһеҙ ҙә,
Табыр инең берәй хазина!..


Ниндәй бай был кеше эсенән,
Донъя тере уның хисенән!..
Ниндәй матурлыҡ бар донъяла,
Бөтәһе лә уға һыя ала!..

Ярлы, тимә уны һин, наҙан,
Кешене тик тәүге һынауҙан.
Йәшәй икән кеше донъяла,
Ғүмер буйы кеше һынала!..

Тик мөһим бик тәүге эше лә...
Яңылышмаҫ өсөн кешелә.
Ә ҡалған бар бөтә һынауға
Ышанып бар бергә һин яуға...


Ниңә шулай бер юҡ ҡына нәмә
Бөйөк шатлыҡ бирә күңелгә?
Ниңә шулай кеше йөрәгенә
Бөтмәҫ һағыш, моңдар күмелгән?

Ҡайһы саҡта ҡурҡып уянам да,
Үҙ-үҙемде аңлай алмайым:
Кем мин? Нисек? Ни өсөн мин? –
Һорауҙарҙан һыҙлай маңлайым.

Төпһөҙ упҡындарға осам төштә,
Бер таш кеүек осам, биллаһи!
Әллә мин уйҙарым менән ахмаҡ,
Ахмаҡлыҡтан әллә мин даһи?..


Бушҡа йөрөп ҡайттым, тип
Буш кеше менән
Юлға сыҡҡаның өсөн
Үкенмә бер ҙә.
Үҙең буш булмаһаң бит
Юлың буш булмаҫ.
Һис булмаһа бушлыҡ хаҡында
Бер йөк фекер тейәп ҡайтырһың.

Бер михнәттең, тиҙәр,
Бар бер хикмәте...
Юлда бул әйҙә...