1963

Ғарипов Рәми. Әҫәрҙәр. Өс томда, I том. Шиғырҙар, поэмалар. Төҙ. Н.В. Ғарипова. – Өфө, 1996. – 448 бит.

Һынау
«Туҡта, туҡта, ни күрәм...»
«Яҙмыштың был әллә ҡарғышымы...»
«Күңелемдә күпме йондоҙҙар бар...»
Ғәҙәт
Үләндәр
Торналар
Тормош
Һатлыҡ йәнгә
«Һабантурғай, һабантурғай!..»
«Яңы йылым – яңы йырым...»
«Бүлмәм...»
Байлыҡ
Йыр һуҡмағы
«Арабыҙҙа күпме заман ята...»
«Шиғырҙы күпме яҙҙым...»
Ахилл үксәһе
Ҡандала
«Халҡым тел тыуҙырған...»
«Күпме көнөң мәғәнәһеҙ үтә...»
«Шулай ғүмер һөрҙөм...»
Һуңлаған ямғыр
«Иҫ киткес һеҙ, туған моңдар...»
«Булманы был тормош!..»
«Әллә ҡайҙа шиғыр эҙләйем...»
Алтын даға
Яҙылмаған шиғыр
«Хәтеремдә ул төн, хәтеремдә...»
«Зәңгәр күҙле бер әкиәт һин миңә...»
«Оса йылдар...»
«Бер йән инек, бергә көлгән инек...»
«Йылдар үткәс, онотолоп бөткәс...»
«Ниндәй төн был?..»
«Яттым бер көн туған Ҡаратауҙың...»
«Юҡ, яратма мине...»
«Бер ҡасан да шулай үҙ-үҙемә...»
«Бир һин миңә, һылыу, бир күҙеңде...»
Шағир штаты
«Юҡ, юҡ!» – тиһең дә һин йәнең менән...»
«Әйтерһең мин сикләйем...»
Ер улына
«Һүҙ – ул үҙе бер һылыу ҡыҙ...»
Өлгө
«Юлдар ситкә ҡайырғайны...»
«Байлығым һин, изге һәнәрем...»
Үлем
Гәрәбә
«Мин кешене һөйҙөм кескәй саҡтан...»
Сәсеүгә төшкәндә
«Көн дә иртән...»
«Ни ғәләмәт шашып йәшәйем мин...»
«Мипе һаман йәш-елкенсәк тарта...»
«Ниңә өндәшмәйһең?» – тиһең миңә...»
«Һау-сәләмәт үҙем, һис үпкәм юҡ...»
«Торам хәтәр юл сатында...»
Уяныу
«Уйҙарымды уйлап ята торғас...»
Шыршылар шатлығы
Иңкеш
«Йоммайса йәшел күҙҙәрен...»
«Ҡыҙыҡ ҡыҙыҡай һин, Ҡыҙыл ҡыҙы...»



ҺЫНАУ
Ни һуң миндә яҡты,
Изге уттар яҡты,
Ни һуң миңә иң-иң ҡәҙерле –
Һиңә бирәм, йырым,
Ал һин уны, ал, күҙ нурым,
Үҙең ала алған ҡәҙәрле...

Ә ҡалғаны?
Ҡый-ҡылғаны —
Үҙем менән
Бергә китер, бергә юғалыр.
Әрекмәндәр йәйрәр унда йәйен,
Аҡ ҡуяндар ҡышын юл һалыр.

Аҡ ҡайын да, бәлки, килмәҫ унда,
Башын эймәҫ,
Сәскәләнмәҫ, бәлки, гөлдәр ҙә...
Көйөҫ-көйөҫ, беләм, елдәр иҫер,
Туҡтап тормаҫ иҫерек елдәр ҙә...

Ятыр тәнем!..
Ә, шиғыр, һин – йәнем,
Йән һөйгәнем,
Үтә алһаң ваҡыт һынауын,
Һөйлә кешеләргә кеше хисен
Һәм йондоҙло заман һулауын...

Шул заманым минең —
Саф иманым.
Иламаным,
Ир булырға ул бит өйрәтте.
Замандаш, тип тамаҡ ярмаһам да,
Заман ярып үтте йөрәкте.

Тик алданма арзан
дан-шөһрәткә,
Осҡан саҡта ғүмер юлынан.
Йәшен балҡый тәүҙә,
Күк күкрәүе
Ишетелә бары һуңынан!..


Туҡта, туҡта, ни күрәм:
Был бит ялҡын һикерә!..

Ялҡын түгел, тейен ул,
Эҙләп йөрөй өйөн ул.

Ана тағы атылды —
Алып ҡасты ялҡынды.

Белмәй тейен балаһы
Йөрәгемә ҡабаһын!..


Яҙмыштың был әллә ҡарғышымы,
Келәүеме әллә мыҫҡыллап? —
Тауҙай итеп бирә ҡайғыларын,
Шатлыҡтарын бирә мыҫҡаллап.

Тау артылып, нәҡ зыңҡыта баҫып,
Әсәм тиһәң мыҫҡал шатлығын,
Бит ағыулап бирә уныһын да,
Уныһын да яҙмыш-һатлығың!..


Күңелемдә күпме йондоҙҙар бар, —
Күренмәйсә ята күмелеп.
Уларҙың бит бөртөк осҡонон да
Тотонмаған әле күңелем.

Былар барыһы һинең өсөн генә,
Һинең өсөн генә һаҡланған.
Эйә булыр бер көн уларға тик
Сабый йондоҙҙарға һоҡланған.

Йылдар буйы йыйып был йыһанды,
Үҙ-үҙемдән йәшереп йәшәнем.
Ал һин уны үҙеңдеке итеп,
Күкрәсе һин, мин бит йәшнәнем!..

ҒӘҘӘТ
Яратты ул түрәлекте,
Белде түрәлек тәмен.
Түрә булыуҙа күрҙе ул
Йәшәүҙең бөтә йәмен.

Көн һайын ул кешеләргә
Әмер яҙҙы ҡоромдан:
Береһен алды, береһен ҡуйҙы
Алыштырып урындан.

Бер көн килеп ул үҙе лә
Төшөрөлдө түбәнгә.
Тик ғәҙәте тороп ҡалды,
Нишләһен һуң – өйрәнгән!..

Бүлмәһендә яңғыҙ ҡалһа,
Әмер яҙа ҡоромдан:
Ултырғыстарын булһа ла
Алыштыра урындан!

ҮЛӘНДӘР
Ниҙер үлә миндә, ниҙер тыуа,
Көн һайын мин үлеп тереләм.
Күпме донъя үлә, донъя тыуа,
Ә бит ерҙә мин тик бер үлән!..
Минән башҡа күпме үләндәр бар,
Улар ҙа бит үлеп терелә.
Яңырғанға шулай, мәңге улар
Ҡояш нурҙарына үрелә...
Үлгәне бар яңғыҙ тереләрҙең,
Һаман тере бергә үлгәндәр...
Шул берлектә йәне бөрөләрҙең:
Үлән менән тере үләндәр!..
Яңғыҙ булһа улар, йәшәү яулап,
Ҡаплай алмаҫ ине ер шарын,
Атлай алмаҫ ине донъя буйлап,
Йондоҙҙарға сөйөп баштарын...

ТОРНАЛАР
Йәй ҙә үтеп китте, ахыры,
Һауалай бит торналар.
Болоттарҙы аша сығып,
Торройҡлай был торналар.

Йомарт ерҙең емен тибеп,
Тояҡланғас торналар,
Лапаҫ-келәт баштарына
Менде салғы-тырмалар.

Торройҡ-торройҡ, тиһәләр ҙә,
Тормаҫ инде торналар,
Алыҫ юлға сығыр өсөн
Күктә кәңәш ҡоралар.

Ер үлсәгән таяҡ булып,
Теҙелешкән торналар.
Бригадирҙың шул таяғын
Алып китмәк булалар...

Алып китһә, килтерерҙәр
Тағы таяҡ-тырмалар.
Афәт кенә килтермәгеҙ,
Һау булығыҙ, торналар!..

ТОРМОШ
Тормош беҙҙе артыҡ шаяртманы:
Балалыҡты, урлап, һындырҙы...
Ҡайһы саҡта күҙҙән ут сығарып,
Уңлы-һуллы биткә һыҙырҙы.

Булды шундай көндәр —
Теште ҡыҫып:
— Их һин, тормош! – тинек, әсенеп, —
Кем генә һуң уйлап тапҡан һине,
Китмәйһең дә шунда сәнселеп!..
Барыһын да —
Ҡайғы, шатлығын да
Артыҡ яҡын алдыҡ күңелгә.
Шуғалыр ҙа
Уҙған йылдар эҙе
Маңлай һыры булып күмелгән.

Юҡ! Һыпырып ҡына ташлап булмай
Йөҙөңдәге тәрән һырҙарҙы, —
Бик йыш ҡына улар баҫып ҡала
Күҙеңдәге йәп-йәш нурҙарҙы...

Ә шулай ҙа
Шәп нәмә һин, тормош!
Беҙҙең ҡул да һине төҙөшкән.
Шундай бөйөк заман бәхете бит
Төшкән бына беҙҙең өлөшкә!

Ҡыйын да һин,
Ҡыҙыҡ та һин, тормош —
Күтәрелеү кеүек ҡаяға...
Ниндәй үкенесле булыр ине,
Тыумай ҡалған булһаҡ донъяға!..

ҺАТЛЫҠ ЙӘНГӘ
Әй һин, илен-телен һатҡан бәндә,
Дер ҡалтырап ятҡан мәлеңдә,
Һинән хатта ҡәбер тарһынырлыҡ,
Үлем сирҡанырлыҡ йәнеңдән.

Харам һиңә йылы күкрәк һөтө,
Харам һиңә бишек йырҙары.
Харам һиңә һөйөү, күҙ йәштәре,
Ҡош һайрауы, ҡояш нурҙары...


Һабантурғай, һабантурғай!
Оса йырын яуҙырып.
Дуҫтарыма – йөрәгем ул,
Дошманыма – йоҙороҡ.

Йомолоп бер ергә төшһә,
Күренмәй ҙә ул күҙгә.
Тик еренән күккә менә,
Йырын алып, ул һеҙгә.

Тик осонда һайрай торған
Берҙән-бер ҡош – был ҡошом.
Яҙмышына ошо ҡоштоң
Оҡшаш мәллә булмышым?


Яңы йылым—яңы йырым,
Яңы йылым – яңылыҡ.
Һулар һауам яңы минең,
Ышанысым – яңы, ныҡ!..


Бүлмәм
ҡояшлы, йылы,
ҡояшлы, йылы —
шиғырым юлы...

Белмәм
мин нурҙан туя,
моң-йырҙан туя —
ғәжәп был донъя!

Тышта
төрөнөп бәҫкә,
сумып хуш еҫкә,
атҡан ҡыш сәскә.
Ҡышта
мин яҙҙы тоям!..
тик ҡурҡып ҡуям,
шиңер, тип, донъям...

БАЙЛЫҠ
Артыҡ бай булыу ҙа ауыр икән:
Йоҡоң – йоҡо,
Ашың аш түгел...
Төрлө хистәр,
Төрлө уйҙар ҡайнай,
Йөрәк – йөрәк,
Башың – баш түгел.

Шулай итеп,
Һин секретарь хәҙер —
Ауыл йәштәренең башлығы!..
Һинең ҡулда
Көтөү-көтөү малдар,
Яландарҙың тау-тау ашлығы.
Бына атың.
Бүлмә.
Тынғы белмә:
Эшлә йәй-көҙ,
Эшлә яҙ-ҡышын.
Эҙлә,
Тап һин
Һәм ғәмәлгә ашыр –
Һинең ҡулда кеше яҙмышы!..
Көтөп ятма,
Ҡарға балаһылай,
Юғарынан әҙер емеңде.
Һин етәксе икән,
Һин шағир бул,
Һәм һыҙғанып эшлә еңеңде.

ЙЫР ҺУҠМАҒЫ
Йөрәгеңде ус. төбөндә тотоп,
Ҡырлас ҡаяларҙың аҫтынан
Һыбай үтеү – үҙе бер ғүмер бит:
Елеп осҡан ҡошто яҫҡыған
Еңел түгел?..
Көтмә еңелде!..
Бөркөт һымаҡ той ҙа һин үҙеңде,
Боҫобораҡ эйәр ҡашына,
Ҡыҫыбыраҡ тотоп теҙгенеңде,
Яҙа баҫмай ҡая ташына, —
Ҡотороноп, шаулап, өйөрөлөп
Сыйҙым киткән йылға өҫтөнән, —
Ҡыл күперҙән сығам тиһәң дә, —
Бер ҙә ҡурҡмаған төҫ менән
Сыҡ та кит һин, әйҙә, тын да алмай!.. —
Серен асыр шунда Ҡутҡантау,
Ҡатлау-ҡатлау ташы боронғо бер
Серле китап булып ятҡан тау;
Серен асыр шунда ҡарт ҡарағай:
Ни һуң уны шулай ир иткән,
Ел-дауылға нисек бирешмәйсә,
Тамырҙары ташҡа ереккән?..
Таш та телгә килер – тап әҫтәтен,
Тел шишмәһен асыр ул тағы,
Юҡ, һайлама таҡыр юлдарҙы һин,
Йырға илтер тик үҙ һуҡмағың!..


Арабыҙҙа күпме заман ята,
Ниндәй алыҫ беҙҙең арабыҙ,
Мин уйлаған уйҙы ул да уйлай,
Тик һаман да бергә барабыҙ.

Ул да ғазапланған, яңылышҡан,
Һәм моңайған айлы кистәрҙә.
Ниндәй генә алыҫ булмаһын ул
Уртаҡлыҡ бар беҙҙең хистәрҙә.

Дөрөҫлөктө янып, талап эҙләп,
Уның да бит сиккән ғәйрәте.
Өмөтләнеп тағы алға баҡһа,
Ваҡ тойолған донъя ғәйбәте...


Шиғырҙы күпме яҙҙым,
Юҡ бит, юҡ шиғырҙарым!
Һайыҫҡан кеүек, ахыры,
Ғүмергә шығырларым...

Улай тиһәң, тимерсе лә
Йәлсемәй бит бысаҡҡа.
Урмансының утыны юҡ
Ут яғырға усаҡҡа.

Игенсе лә, иген игеп,
Игендән юҡ туйғаны...
Бер мин генә түгел әле
Шулай донъя ҡуйғаны!

АХИЛЛ ҮКСӘҺЕ
(Мәҫәл)
Баҫҡан саҡта
Ахил үксәһен,
Һәр кем белеп,
үҙе үлсәһен:
Һәр кемдең бар
йомшаҡ яҡтары,
Айҙың да бар
ҡара таптары.
Кемдән кемдең
ҡото осҡанды,
Фил дә белә,
күрһә сысҡанды.

ҠАНДАЛА
(Мәҫәл)
Ҡанһыҙ,
Ҡомһоҙ,
Ҡурҡаҡ ҡандала,
Төнө етһә,
Тәнде талай,
Йәнде ала!..
Ваҡытында донъяла
Көслө икән ҡандала!


Халҡым тел тыуҙырған.
Бөйөк бер тел!
Теле үлмәҫ, үҙе үлмәһә...
Үҙе үлмәҫ, күрер киләсәкте,
Үҙен-үҙе әгәр күммәһә...
Тик ниңә һуң ҡай бер ул-ҡыҙҙары
Ғәмһеҙ ҡарай уның юлына?
Шул ғәмһеҙлек
күҙгә күренмәгән
Кәрәк тотмағанмы ҡулына?


Күпме көнөң мәғәнәһеҙ үтә
Һәр сәғәтең изге булғанда.
Сәғәт кенә түгел, ғүмер үтә,
Бер ғүмергә кеше тыуғанда...

Иҫем китә ҡайһы берәүҙәргә:
Юҡ артынан ҡыуып йөрөйҙәр;
Их, был ҡарҙар, ҡарҙар, тимен,
Ергә төшмәҫ элек ирейҙәр.

Мин йәлләйем ошо ваҡыттарҙы,
Был ваҡыттар миңә булһасы.
Ниңә миңә?..


Шулай ғүмер һөрҙөм:
һөрҙөм ерҙе,
Бесән саптым,
саптым аттарҙа.
Атҡанда таң,
таң ҡалдым мин ергә.
Шиғыр яҙҙым,
яҙҙым аҡылдан.
Кистем йылға,
йылға йыл өҫтәп,
Ғүмер үтте...

ҺУҢЛАҒАН ЯМҒЫР
Яуа ямғыр, ҡоя ямғыр,
Көн-төн яуа өҙлөкһөҙ.
Эй ямғырҙар, ниңә шулай
Яуманығыҙ элек һеҙ?

Ҡуш ҡул менән, дүрт күҙ менән
Көттөк һеҙҙе аяҙҙа.
һыуһап көттөк, сарсап көттөк,
Ялбарҙыҡ ҡыуан яҙҙа.

Мин дә тәүге күкрәү менән
Көттөм һеҙҙе, болоттар.
Көйөп яндым, һөйөп яндым,
Инде һүнде был уттар...

Хәҙер яуа, өҫкә ауа,
Файҙанан күп зыяны.
Үтер, бәлки, китер, бәлки,
Баҫалмайса донъяны.

Ваҡытында яуһа, күпме
Булыр ине емеше.
Һөйөүеңде ҡыҫыр ямғыр
Итмә шулай, эй, кеше!


Иҫ киткес һеҙ, туған моңдар,
Иҫерткес тә һеҙ, йырҙар!..
Йыр-моң юҡта ай-йондоҙҙар
Ҡайҙан еткерһен нурҙар?
Ярай әле йырҙар тыуған,
Был донъяға йәм биреп,
Дәртһеҙҙәрҙе дәртләндереп,
Ғәмһеҙҙәргә ғәм биреп.
Бәрхәт моңло, ебәк телле,
Халҡыбыҙ бай йырсыға.
Алдыбыҙға көндәй балҡып,
Инде бер йырсы сыға.
Ҡарағаттай – ҡара күҙҙәр,
Ирендәр – бешкән сейә...
Ҡалған яғын йыры һөйләр,
Йырласы бер, Шәмсиә!..


Булманы был тормош!
Булды бары
Ниндәйҙер бер тормош йораты...
Ярай әле, тиҙерәк китер өсөн
Ярһып тора тышта туратым.
Өҙәңгегә аяҡ тейеү була,
Өҙгән кеүек беҙҙең араны,
Осҡон сәскән тояҡ аҫтарынан
Борҡоп ҡала туҙан бураны...
Ҡалайыраҡ ауыҙламаҡ була,
Ҡалай тотмаҡ була теҙгенде...
Мә, тот!
Ос, турыҡай!
Ос, әйҙә, ос!.. —
Үткәрербеҙ ҡырҙа беҙ төндө...
Туҡта!
(Йөрәкһегән. Саҡ туҡтаттым
Аҡ күбеккә батҡан туратты.)
Ғәфү ит һин мине,
Турыҡайым! —
Ниңә һуң мин уны яраттым?..


Әллә ҡайҙа шиғыр эҙләйем,
Тирә-яғым шиғыр булғанда.
Һәр бер япраҡ шиғыр түгелме,
Бөрөһөнән морнап тыуғанда?

Һәр бер ботағында ағастың
Йүгереп йөрөй йәм-йәш япраҡтар.
Шундай тере, шундай уяуҙар...

Ҡойолорҙар бер көн улар ҙа,
Мәңге түгел улар ғүмере.
Ләкин үҫер фекер ағасы,
Шул япраҡтар менән ул тере.

АЛТЫН ДАҒА
Сәмиғуллаға

Дағалаттым туратымды
Алтын даға-сөй менән.
Йыр сығарып киләм әле
Шуға көмөш көй менән...

Һай, туратым, туратым да,
Тып-тып килә дағаһы,
Әллә сыҡты ҡанаты ла,
Дағалағас ағаһы...

Ул ағайың кем һуң? – тиһәң,
Сәмиғулла – ул оҫта.
Бөкһә дағаны бөгөрлөк
Ҡеүәт икән был дуҫта!

Күк тимерҙе бешерҙе лә,
Һалҡын һыуға төшөрҙө,
Ҡаҡты-һуҡты, көйҙөрҙө лә,
Алтын даға кейҙерҙе...

Бейеп китте, һай, турыҡай,
Йәне икән дағала!
Кисеүҙе лә кисеү тимәй,
Таш-тауҙы ла яғалай.

Тилбер атлап уҙһа юрғам,
Көнләшеп ҡала ҡыҙҙар,
Сапһа, саң болото борҡоп,
Сәсрәп ҡала йондоҙҙар...

Һай, туратым, туратым да,
Алтын икән дағаһы,
Алтын даға булмаҫ ине, —
Алтын икән ағаһы!

ЯҘЫЛМАҒАН ШИҒЫР
Был һылыуға күҙ төшмәһә,
Рәнйер, тинем, матурлыҡ.
Әллә ҡайҙан килде шунда
Тәүәккәллек, батырлыҡ.
Һүҙ ҡуштым мин һылыуыма:
«Ҡыҙыҡмы? – тип, – был китап».
(Ә үҙем бит был китапты
Күптән бөткәнмен ятлап.)
Йылмая ҡыҙ. Әйтерһең дә,
Минең һүҙ ҡыҙыҡлыраҡ.
Тик үҙе янда булһа ла,
Аралар әле йыраҡ.
Ә шулай ҙа һиҙеп торам
Инде ҡалмаған йыраҡ...
Яҙылмаған, шиғыр, ахыры,
Яҙғандан ҡыҙыҡлыраҡ.


Хәтеремдә ул төн, хәтеремдә,
Йыйнаҡ бүлмәң, тыйнаҡ өҫтәлең,
Белмәй нисек ҡәҙер итергә лә,
Шарабыма шарап өҫтәнең.
Хәтеремдә ул төн, хәтеремдә:
Таңын аттырғанда ул төндөң,
Ни өсөндөр, күҙ йәштәрең менән
Кәрәкһеҙгә ғәфү үтендең...

Хәтеремдә ул төн, хәтеремдә:
Һулҡып һыҙлай ине йөрәгем.
Аймылышҡас йәшлек таңдарыбыҙ,
Бар инеме бының кәрәге?

Хәтеремдә ул төн, хәтеремдә,
Булмаһаҡ та башҡа беҙ бергә,
Аҡ ҡар яуған аҡ ҡанатлы төндө
Онотаһым түгел ғүмергә!..


Зәңгәр күҙле бер әкиәт һин миңә,
Ә мин бик үҙ һүҙле бер бала:
Мең-мең ҡабат һине тыңламайса,
Тынысланмам, ахыры, донъяла.

Бер генә кис, серле ай һымаҡ һин,
Һирпенең дә сағыу нурыңды,
Болоттарға сумып, күҙҙән яҙҙың,
Ҡалдырып тор көмөш йырыңды.

Күҙ алдымдан китмәй ай таптары —
Йөҙөңдәге ваҡ-ваҡ һипкелдәр.
Ҡайҙа юғалдың һин, нур йомғағым?
Сыҡ тиҙерәк, ергә һип гөлдәр!..


Оса йылдар,
Оса юлдар,
Ғәләм караптарылай!..
Йәшәй кеше,
Эшләй эшен,
Ғазаплана – арымай.
Йәшәүенә,
Эшләүенә,
Инде нисә йыл тула!..
Ә йөрәге,
Бар теләге
Тик йәшлеккә ынтыла.
Бер табылған,
Гел табынған
Аллаһынан да көлә.
Һүҙ белмәгән,
Күҙ күрмәгән
Көндәр күрәһе килә!..


Бер йән инек, бергә көлгән инек,
Хәҙер инде бына беҙ – ике...
Беҙ икебеҙ инде – ике яҙмыш,
Тик үткәндәр, бел һин, минеке!

Минеке – был уйҙар, ай-йондоҙҙар,
Минеке – был моңһоу тоноҡ һыу,
Минеке – был таныш яҡты һағыш,
Минеке – был ярһыу, болоҡһоу...

Үкенмәйем һине осратҡанға,
Булмағандан яҡшы – булғаны:
Һин минеке булып тыумаһаң да,
Һин минеке иттең донъяны!..


Йылдар үткәс, онотолоп бөткәс,
Һис бер көтөлмәгән шылтырау
Йәшен һуҡҡан һымаҡ тетрәтә лә
Ҡолағыңда сыңлап гел тора...
Алыҫ хыял, өҙгән өмөттәрең
Алҡымыңа килеп тығыла,
Алҡымыңа килеп тығыла ла
Тереләһең үлеп тағы ла...
Күҙҙәренең зәһәр зәңгәрлеге,
Ҡосоп ҡыҫылмаған буй-һыны,
Һурып үбелмәгән ирендәре:
«Мин – һинеке» ти, буйһоноп.
Тик һуң инде,
Тик һуң инде!
Ниңә шулай бәхет
Һуңлап килә икән кешегә?
Йөрәгеңдә инде ут ҡалмағас,
Бараһыңмы һорап күршегә?


Ниндәй төн был?
Ниндәй айлы төн был!
Үлгем килә хатта был саҡта.
Үлгем килә...
Тик мәңгегә түгел,
Бер минутҡа – һинең ҡосаҡта!..


Яттым бер көн туған Ҡаратауҙың
Үркәсенә һалып башымды.
Сатырҙарын сайҡап ҡарағайҙың,
Ләүкен-ләүкен усаҡ шашыуы.
Ай аҫтында ятты Йүрүҙәнкәй,
Салауаттың, гүйә, ҡылысы!..
Һәм үрелеп тауға ул тыңланы
Салауаттың йырын – был ысын.
Ҡаратауҙың партизаны...
Ултырғанда усаҡ янында...
Аҡ ҡайындар араһынан сығып,
Ап-аҡ сәскә тотоп ҡулыңа
Һин килгәйнең...
Ул сәскәне йылдар йөрәгемдән,
Йөрәгемдән өҙә алманы!..


Юҡ, яратма мине,
Тик һөй генә.
Мин тип ҡайғырма ла,
Тик көй генә!..


Бер ҡасан да шулай үҙ-үҙемә
Сикһеҙ йәл булғаным юҡ ине.
— Һаҡламаным һиңә мин үҙемде, —
Тип әйтмәйсә, миңә һуҡ ине!..
Һаҡлағанға һиңә мин үҙемде,
Ут сығарып күҙҙән һуҡ инде!
Үҙ-үҙемә шулай бер ҡасан да
Сикһеҙ йәл булғаным юҡ ине...


Бир һин миңә, һылыу, бир күҙеңде,
Ә үҙеңде һаҡла иреңә.
Мин тик әсәм утлы иренеңде,
Ҡомһоҙланып, белмәй иренә.

Бир һин миңә, һылыу, бир йәнеңде,
Ә тәнеңде һаҡла иреңә.
Ҡалһын әйҙә уға ҡабыҡтары,
Ә һутыңды бир тик йәреңә.

Бир һин миңә, һылыу, бир уйыңды,
Ә буйыңды һаҡла иреңә.
Ул гүреңә әле өлгөрөрһөң,
Бәхетһеңдер күңел түренә.

ШАҒИР ШТАТЫ
...Әле беҙҙә шағир штаты юҡ —
Ни һуң тартты һине ҡайтырға?
Ҡайҙан тотоп һиңә эш башларға,
Ҡайһы йөктө һиңә тартырға?
Бына ошо хаҡта райкомда
Беҙ секретарь менән һөйләштек.
Тынып ҡалдыҡ оҙаҡ,
Һәм ул аҙаҡ
Бирҙе миңә шундай кәңәште:
— Ер һөрөүе яҡшы, маҡтаулы эш,
Насары юҡ һис тә эштәрҙең.
Ләкин бына... нисегерәк булыр,
Һин башлығы булһаң йәштәрҙең?

Бына ҡайҙа сиҙәм! – Көн-төн күтәр,
Ҙурырағын ал, дуҫ, эш-йөктөң.
Сәүкә-ҡарға эйәрткәнсе, әйҙә,
Һин артыңдан эйәрт йәшлекте!..

Эйәрт, ти бит!..
Әйтеү генә анһат! —
Ҡайҙа минең уттай йәшлегем?
Тик партиям миңә үҙе ҡушҡас,
Мин, йәш булмаһам да,
йәш бөгөн!..


«Юҡ, юҡ!» – тиһәң дә һин йәнең менән,
Тәнең менән, хәлһеҙ буйһоноп,
һыйынаһың үҙең, әйтерһең дә
Һарылып үҫкән миңә буй-һының.

«Юҡ, юҡ!» – тиһәң дә һин йәнең менән
Йәнең алдай, тәнең алдамай.
Үҙең булғас, һүҙең нимә миңә?..


Әйтерһең, мин сикләйем
Һинең иректе,-
Әйтерһең, мин бикләйем
Һинең йөрәкте.
Ниндәй көлкө был һүҙең,
Ул ысын булһа...
Бул ирекле: йөрәгеңдә
Мөхәббәт булһа!

Матурыраҡ булыр инең,
Һәм бәхетлерәк.
Мин дә һоҡланыр инем
Ут, тип, был йөрәк...

ЕР УЛЫНА
Мин белмәйем ниндәй сағыштырыу,
Ниндәй һүҙҙәр генә оҡшарын.
Һин, турниктә әйләнгәндәй, бына,
Зыр әйләнеп сыҡтың ер шарын!..
Һинең хаҡта
иң-иң көслө һүҙҙе
әйткем килә...
Булмай!
Юҡ һүҙем.
Батырлығың —
иң ҙур матурлыҡ ул,
иң көслө йыр
Бөгөн һин – үҙең!..


Һүҙ – ул үҙе бер һылыу ҡыҙ,
Ә мәғәнәһе – егете.
Бер-береһенән айырылмаҫ,
Тотһаң Хафиз егетен.

ӨЛГӨ
— Күк көмбәҙе күм-күк быяла,
Ниндәй оҫта уны ҡыя ала!
Ҡыйып, ҡайҙа өлгө ҡуя ала?
Ҡуя алһаң, ҡайҙа алмасың?
Ҡуй йондоҙға әйҙә юл асып. —
Тик етерме уға ҡоласың?..

— Талмаҫ ҡанат ҡуйып илһамға,
Тәҙрә астыҡ инде йыһанға, –
Һанамайбыҙ уны беҙ һанға.
Уҙа алыр икән кем беҙҙе?..
Күрәһеңме күктә аҡ эҙҙе? —
Алмас һымаҡ ҡыя көмбәҙҙе?..
Юлдан ситкә ҡайырғайны
Атҡайым башын,
Атың йүнһеҙ ат икән, ти
Миңә юлдашым...

Йүнһеҙ, имеш!.. Ни белә ул
Атым хаҡында?
Ат йөрөткән белә атты, —
Артыҡ алтындай!

Ни бар икән аттан яҡшы,
Үҙ юлын белгән? —
Аҡыллымдың ни бары тик
Әсәһе килгән!..
Байлығым һин, изге һәнәрем,
Тик һин һүнгәс, мин дә һүнәрем.
Арыһам мин, елкәм талһа,
Һуңғы яҙыр юлым ҡалһа,
Тик иренде генә тешләйем,
Йөк ташыусы кеүек эшләйем...
Аптырайым мин аҙаҡтан —
Күпме ләззәт был ғазапта.

ҮЛЕМ
Үлем!
Үлем тере,
Үлем йөрөй,
Үлем ята аяҡ аҫтында.
Күрергә лә уны өлгөрмәйһең,
Ә һин уға инде баҫтың да,
Киттең был донъянан,
Мәңгелеккә,
Ғүмерлеккә —
Кире ҡайтмаҫҡа,
Һис бер йырламаҫҡа,
Иламаҫҡа,
Һөймәҫкә һәм сәскә атмаҫҡа.
Үлем!
Мәкерле бер ҡара йылан,
Һәр кемгә лә етә ҡаяуы,
Бер кемгә лә
Яҙмыштан юҡ уҙмыш,
Бер кемгә юҡ уның аяуы.
Ләкин
Үлемдә лә матурлыҡ бар,
Илем, тиеп үлһәң яуҙарҙа.
Матур – кеше,
Эшләп оло эшен,
Эш өҫтөндә үлем ауҙарһа...
Янды Бруно
Майҙан уртаһында,
Уттарында урта быуаттың.
Ләкин ниндәй
ялҡын ҡабыҙҙы ул,
Ниндәй хаҡлыҡ
уны йыуатты!
Уйҙарыңдан кире ҡайт! —
тип үлем
Кеше фекеренә бәйләнде.
— Ә шулай ҙа
Ер әйләнә, – тиеп,
Сал Галилей
фәнгә әйләнде.
Кешелектең
пәйғәмбәре булған
Хатта Марксты ла
тәбиғәт
Аяманы – алды!
Ләкин ҡалды
Үлемһеҙ бер бөйөк тәғлимәт...
Ильич һүнде
төҙәп яңы илде,
Хыял илен
төҙөп донъяла.
Кемде
харап иттем, тиеп һаман
Үҙ эшенән үлем ояла.

ГӘРӘБӘ
Михаил Дудинға
Ниндәй мөғжизә һуң был гәрәбә!..
Күрҙем унда мин бер серәкәй.
Бынан бик күп, мең-мең йылдар элек,
Бер ниндәй ҙә оло сер әйтмәй,
Тик сайырға сумып ҡалған да ул
Килеп еткән беҙҙең заманға...
Мин көнләштем хатта шул мәхлүктән,
Ул мәңгегә тороп ҡалғанға.
Эйе, мин – мәңгелек тигәндәй ул,
Өлөшөнә төшкәс йәрәбә.
Серәкәйҙе түгел, йөрәккәйҙе
Һаҡлап ҡалһа икән гәрәбә!..


Мин кешене һөйҙөм кескәй саҡтан,
Мин кешегә сикһеҙ ышандым.
Шуға ла мин йәнем-тәнем менән
Күрә алмайым төрлө мещанды.

Ул ағыулай һулар һауамды ла,
Ул йәберләй минең телемде,
Ул хәшәрәт бысраҡ ҡулы менән
Сәскәләрен өҙә илемдең.
Ҡулдарымдан килһә, мин уларҙы
Аҫып ҡуйыр инем сәсенән.
Тик ҡулымдан килмәй!
Улар күптәр, —
Шуға әрнеп, шуға әсенәм...

Шуға ла мин васыят итеп әйтәм
Кешеләргә, эшсән халҡыма:
Таҙартһындар ерҙе шул дошмандан
Матурлыҡ һәм хаҡлыҡ хаҡына!

СӘСЕҮГӘ ТӨШКӘНДӘ
Йоҡлай алмайым мин, йоҡо алмай,
Бураҙнаға орлоҡ төшкәндә.
Ятҡан ерҙән тағы ырғып торам,
Тәмәкемдән тәнем бешкәндәй.
Болоҡһота бынау ҡыйырсыҡ-ай
Ҡош юлы ла ҡырға саҡыра:
Әйтерһең дә, кемдер түгеп киткән
Алтын бойҙай ята баҙырап!..
Тире лә бит ҡатып өлгөрмәгән
Турыҡайҙың сисеп тышауын,
Эйәрләй ҙа тағы ҡырға сабам
Ҡаршыларға яҙғы таң шауын.
Ҡаршы елә ҡылдай бураҙналар,
Ҡаршы елә ялан уттары.
Боҫрап ятҡан дымлы ер еҫенән
Икмәк тултырғандай урттарым.
Өҙәңгенән бәрхәт бураҙнаға
Һикереп төшөп, батып торғанда
Сихри ҡулдар миңә уйнай һымаҡ
Мөһәбәт бер көйҙө органда.
Шул моңдарҙан бына үҙ-үҙемә
Бер Бетховен булып күрендем.
Ҡолаҡ менән түгел, йөрәк менән
Мин күкрәүен йоттом еремдең.
Тик минһеҙ ҙә тулы был тантана,
Киләм, ләкин, киләм мин ҡырға:
Бәлки, был саҡ унда егеттәрҙең
Тәмәкеһе юҡтыр тартырға?..


Көн дә иртән,
көн тыуғанда тороп,
Сығып баҫам диңгеҙ ярына;
Һәр тулҡыны уның
моң килтерә,
Һүҙ килтерә минең йырыма.
Зәңгәр тулҡындарҙан
күҙҙе алып,
Ҡарап торһам тауҙар ҡарына:
Һәр бер ташы,
һәр таштағы гөлдәр
Һүҙ ырғыта минең йырыма.
Баҡсаларға инһәм,
һәр бер япраҡ,
Сумып йылы ҡояш нурына,
Һүҙ яуҙыра минең йырыма.
Диңгеҙ нисә быуат буйы
Шымартҡан был
алмас һүҙҙәрен.


Ни ғәләмәт шашып йәшәйем мин,
Көнөм – эштә, эштә – төндәрем.
Йоҡо мине бик үҙһенеп етмәй,
Таштан ҡаты, ятһам мендәрем.
Ғүмер ҡыҫҡа!.. Донъя шундай матур,
Артҡан һайын арта ҡәҙере.
Барыһын да биреп ҡалыр кәрәк,
Алмаҫ элек мине ҡәберем.
Тоям инде: ул көн килеп етер,
Үтмәйенсә бушҡа ғүмерең:
һөйһәң, һөй һин үкенмәҫлек итеп,
Эшләһәң һин эшлә емереп!
Күр дуҫыңдың бергә ҡыуанғанын,
Дошманыңдың йәне туңғанын.
Һәр сәскәлә һинең күҙең ҡалһың,
Һәр бер ҡошсоҡ булһын туғаның.


Мине һаман йәш-елкенсәк тарта,
Йылдар сәсемә сал һалғанда.
Ғүмер үтә. Ә үҙемә минең
Ун туғыҙ йәш һымаҡ һаман да.

Тик белмәйем: нишләргә һуң миңә —
Иларғамы әллә көлөргә?
Ун туғыҙҙар теләмәйҙәр мине
Йәштәштәре итеп күрергә.

Әсе хәҡиҡәт тә юҡ уларға,
Үтмәгәндәр әле был юлды.
Болоҡһоған һул яҡ күкрәгемә,
Ут баҫҡандай, һалам уң ҡулды.


«Ниңә өндәшмәйһең?» – тиһең миңә,
Өндәшәм бит, ишетмәйһеңме?
Сәләм әйттем, ана, таң еленә —
Уны әллә иш итмәйһеңме?

Шыбыр-шыбыр килә япраҡтар ҙа,
Көн дә тыуа минең яғымда.
Ағиҙел дә аға минең яҡтан...
Мин – япраҡта, нурҙа, ағымда.

Ә һин, өндәшмәйһең, тиһең миңә,
Өндәшәм бит, ишетмәйһеңме?
Йөрәгем дә тибә һин тип кенә,
Уны ла һин иш итмәйһеңме?..


Һау-сәләмәт үҙем, һис үпкәм юҡ.
Биргән хоҙай ләкин бер сирҙе:
Һәр бер кеше миңә оло сер ул,
Мин йәшәйем сисеп шул серҙе.
1983

Мин һағынам һәр саҡ кешеләрҙе,
Кешеләрҙән туя алмайым.
Был ауырыу инде төҙәлмәҫ, тип,
Ҡулды һелтәп ҡуя алмайым.

«Ниҙән шулай, ниңә ауырыу?» тип,
Сәбәптәрен һорай элек сир.
Унан янам мин яуаптар эҙләп,
Шул яныуҙан табам элексир.


Торам хәтәр юл сатында,
Белмәй ҡайҙа китергә.
Сабырлығым етмәй минең,
Ҡалай сабыр итергә?

Ниндәй тупаҫ яңғыҙлыҡ был,
Юҡ йыуаныр йондоҙом.
Мин арыным инде буғай,
Арыным бик яңғыҙым.

Көт, сабыр ит, тиҙәр миңә,
Ваҡыт, тиҙәр, һүҙ әйтер.
Ләкин күңел ул үткәнде
Нисек тыныс күҙәтер?..

УЯНЫУ
(«Замана елдәре» циклынан)

1
Африка – донъяның
Ҡанлы бер күҙ йәше,
Ҡанлылыҡта уның
Юҡтыр, юҡ тиңдәше.

Был донъя йөҙөндә,
Уның күк күҙендә,
Күрсе, күр һин, кешем,
Ошо ҙур күҙ йәшен.

Диңгеҙ бит ҡыҙарған
Был ҡанлы күҙ йәштән,
Диңгеҙ бит тоҙланған
Был тоҙло күҙ йәштән.

Тик заман елдәре
Илтә үҙ көндәрен,
Донъяның ҡолдары
Сисә үҙ ҡулдарын.

Уларҙың күҙҙәрен
Яҡтырта ут-йәшен,
Замана елдәре
Һөртә был күҙ йәшен.

2
Африка – донъяның
Һап-һары япрағы.
Унан да һарыраҡ,
Ҡарараҡ – ни тағы?

Һағыштан һарғайған,
Ҡайғынан ҡарайған
Африканың йөҙө,
Африканың күҙе.

Томалап аҡылын,
Алғандар алтынын.
Һарғайып, ҡарайып,
Ул көткән ал таңын.

Уның бар көткәне —
Үҙенең үткәнен
Өҙгәләп ырғытыу,
Сөйөп бер яңы тыу.

Замана елдәре
Илтә үҙ көндәрен:
Өҙөлөр ул япраҡ,
Сөйөлөр ал байраҡ.

Африка – донъяның
Бер оло йөрәге,
Алданған, хурланған
Отелло йөрәге.

Отелло йөрәге —
Ул түҙмәҫ йәбергә,
Ул үҙен йәберҙең
Бер тығыр ҡәбергә.

Ул тибә, ул яна,
Йәшәүгә уяна,
Уяна ул йөрәк,
Уйлана ул йөрәк.

Донъя бит – ҡуласа,
Хаҡлыҡҡа юл аса:
Иҙгәндәр ирекле
Булмаҫтар һис ҡасан!

Донъяла һәр йөрәк
Тик теләй бер теләк;
Иҫтә тот, заман, ныҡ:
Ул теләк – Азатлыҡ!
Азатлыҡ! Азатлыҡ!


Уйҙарымды уйлап ята торғас,
Тын алырға хатта онотам.
Унан ҡапыл, ҡотом осоп бына,
Йөрәгемде ҡапшап мин тотам.

Тибә, тибә әле, тибә йөрәк!
Ҡараңғыла шуға йылмаям.
Аҙаҡ, ут ҡабыҙып, ҡәләм алам,
Һәм төтөнөм быҫҡый (донъяла).

Әле минең запас папирос бар,
Башҡа бер ниҙең юҡ кәрәге.
Бит донъяла, оло был донъяла
Минең дә бит тибә йөрәгем!

ШЫРШЫЛАР ШАТЛЫҒЫ
Ҡустым Уралға

Һөйгән ҡыҙын күргән кеүек ҡайта,
Арыһа ла егет эшенән.
Эстән генә уға һөйөнәм дә,
Көнләшәм дә ошо кешенән.

Ылыҫ еҫе аңҡый кейеменән,
Ҡыҫһа, ҡулы ҡулға йәбешә:
Көнө буйы күпме бағанаға
Бер менә лә ул бит бер төшә!

Тимер ырғаҡ кейеп аяғына,
Менеп китә, йылғыр тейендәй.
Күп тә үтмәй, шыршы ҡолағында
Аҡыҡ алҡа көнгә емелдәй.

Һырғый был шыршылар, көйәнтәләп
Һыу ташыған уңған килендәй,
Иңдәренә ҡорос сымдар аҫып,
Ут ташыйҙар көн-төн илемдә.

Ут ҡынамы? Бит киләсәк килә,
Ҡустым, һинең һуҙған сымыңдан!
Шул шатлыҡтан, ахыры, шыршыларҙың
Сайырлы күҙ йәше йымылдай?..

ИҢКЕШ
Һары, ҡара, аҡ буй төҫлө, йөнтәҫ
Иңкеш килеп инде бүлмәмә.
Килеп инде лә ул хужа булды.
Геүләй!..
Етер, тимен, геүләмә!
Әллә ниндәй эшем эйәһеме,
Уранғылап йөрөй һәр ҡайҙа.
Үрле-түрле йөрөп,
Һаман геүләй!..
Геүләүенән, ләкин, ни файҙа?
Ә шулай ҙа геүләй.
Тына белмәй,
Ни тиһәң дә, ҡәһәр уға аҙ.
Түгелме был, әҙер балды йыйып,
Күкрәк һуғып йөрөр буш боғаҙ?..


Йоммайса йәшел күҙҙәрен,
Серем итә һил урам.
Баш осонда – ай-мендәре,
Ҡош Юлы уға – юрған.

Баҙлауыҡ баҙлай үләндә,
Һәр аҙым баҫҡан һайын.
Иҙергә ҡурҡып еләген,
Ойоп тора аҡ ҡайын.

Өкө лә ҡуя ухылдап,
Юраған һымаҡ юҡты.
Ай ауып төшкәс шыршынан,
Нығыраҡ ҡыҫам мылтыҡты.


Ҡыҙыҡ ҡыҙыҡай һин, Ҡыҙыл ҡыҙы.
Түгел тал да, түгел ҡайын да.
Һин, моғайын, нәҡ Ҡыҙылдың үҙе,
Эйе, үҙе – ташҡын айында!..

Күҙҙәреңдә һинең барыһы ла бар:
Яҙ наҙы ла, ҡара упҡын да,
Тыйылғыһыҙ дәрт тә, ҡайғы ла бар,
Шом да, моң да, сая тулҡын да...

Кәкүк һағышы ла бар уларҙа,
Бар уларҙа нәфрәт йәшене,
Бар дәһшәтле тәүәккәллек,
Сабыйлыҡ та илай, йәшенеп...

Ҡуй, илама, ҡыҙый, һин ҡурҡҡан,
Һин ҡырҡҡан Ҡырҡты тауың бар.
Таш ҡулдарын мамыҡ тулҡын итеп,
Үткәнеңде йыуыр таңың бар...