1966

Ғарипов Рәми. Әҫәрҙәр. Өс томда, I том. Шиғырҙар, поэмалар. Төҙ. Н.В. Ғарипова. – Өфө, 1996. – 448 бит.

«Имеш, ҡояшлы бер яҙ иртәһе...»
«Нур ҡалмаһа күҙеңдә...»
Үлән тауышы
Тауға үрләүсегә
«Бына инде мин дә үлдем бит...»
«Нихәл генә, яҙғы аҡ ҡайын!..»
«Мин төшөмдә үлгәнмен дә, имеш...»
Миләш-кәләш
«Мин – генерал түгел, беләм...»
«Матурлыҡ ул яңғыҙ булмай...»
«Мин дә булмам бер көн, дуҫҡайҙары
«Мин бер тауыш була алһам ине...»
«Минең күңелем яҙғы урман булһа...»
«Кеше ғүмере һуң күпме генә?..»
Ҡарағай
Ҡарлуғас
«Күпме ышанып мин...»
Ҡан менән дан
Көҙгө
«Ҡош телендәй генә хат көткәйнем...
«Күҙ алдымда һинең һүрәтең...»
Көнбағыш
Атай алтыны
«Яҙһағыҙ ҙа тәйән ат та ат тип...»
«Ни бар һинең өндәшмәүеңдән дә...»
«Эй һылыуҙар, һылыуҙар...»
«Ауыр уй иҙә башты...»
«Осоп үттем һинең баш осоңдан...»
Оҡшамаҫ һүҙ
«Һандуғас һайраған була...»
Йәншишмә
Йыуаса
Йондоҙҙар
«Таң һарғайған һайын һағышлыраҡ...»
«Торған һайын тормош ҡатмарлыраҡ...»
«Туған телем тыуған еремдә...»
«Ташлап китеү ауыр үткәнде...»
«Тоҙ(е)рәңдән ҡарап ҡалдың...»
Тормошсан әҙип
Хөкөм
«Хаттарым ул йөрәк аһтарым...»
Бал-бала
«Бәхетһеҙ итеп берәүҙе...»
«Беләм: һине һөйөү – ул хыянат...»
«Бәхет – һәр саҡ һуңлап килер ҡунаҡ...»
Башҡортостан
«Бер баҡсала, көнгә бағып...»
Шүлгән-йылға
Пушкин
Ос һин, ҡошсоҡ
Шөшлө
«Ғүмер бөтөп, тупраҡ ситкә яҙып...»
Ялбыр тирәк
Сал ҡунғас
«Ямғыр тынған. Ерҙән томан ҡалҡа...»
Ырғыҙ буйы
Хәйерле иртә!
Юлдар
«Заманында ғәмһеҙ йөрәгемде...»
Уйҙарым
«Үтелгәндәр, дуҫҡай, хата булған...»
«Ун йыл үткәс, ҡапыл осраштыҡ беҙ...»
«Ниндәй соғолло был саған...»
Һүҙем бар
«Һалҡын ҡараш – һалҡын был аш...»
Һөтлөгәндәр
«Ергә ятып бер илайһы ине...»
Аҡҡош йыры
Алма еҫе
Аҡ сәпсек
«Ергә бөгөн шундай моңһоу ҡарай...»
«Әллә ҡайҙарға ашҡынам...»
«Үпкәләмә, һылыуҡай...»
«Һәр бер үҫкән һиҙгер яңыға...»
«Бүлмәңдәге һәр нәмәгә сәләм...»
«Бәлки, минән аҡыллыраҡтыр һин...»
Өс көй
«Оҙон-оҙон юлға сыҡһаң ине...»




Имеш, ҡояшлы бер яҙ иртәһе,
Беҙ таң ҡалып ошо донъяға,
Етәкләшеп алғанбыҙ ҙа шулай
Үрмәләйбеҙ бейек ҡаяға.
Менеү ауыр, ләкин шундай сәмле,
Шундай йәмле бөтә тирә-яҡ.
Аҫта упҡын, хәтәр тәрән упҡын,
Яҙа ғына баҫһаң һин аяҡ,
Төштөң – киттең, бөттөң!..
Ә беҙ һаман
Тик менәбеҙ икәү юғары.
Менгән һайын юл юғала бара,
Тар һуҡмаҡ та хатта юҡ ары.
Ә беҙ һаман сая ҡомар менән
Үрмәләйбеҙ ҡая башына.
Әйтерһең дә, барыһы хәл ителә,
Менеп баҫһаҡ уның ташына.
Күҙҙең яуын алып таш өҫтөндә
Умырзая сәскә атҡанын
Күрҙем дә мин бүләк итмәк булдым,
Тик аҫтында йылан ятҡанын
Күрмәгәнмен!.. Уң ҡулымда сәскә,
Ә һулынан ҡулың ысҡынды...
Тауҙар менән иңрәп тороп ҡалдың
Күреп минең оҙаҡ осҡанды.
Ташлы сәскә генә баш осомда
Иҫән ҡалған, имеш, көй табып.
Һәм уҡыйһың, имеш, ирең менән
Ҡанға туҙған «Осоу» китабын...


Нур ҡалмаһа күҙендә,
Йыр ҡалмаһа үҙендә,
Ни ҡыҙығы донъяның —
Ҡошсоғо юҡ ояның?...

ҮЛӘН ТАУЫШЫ
Үлмәм әле,
Үлмәм!
Мин – Үлән.
Сыҡ әле,
Сыҡ,
Һин – Ысыҡ!

ТАУҒА ҮРЛӘҮСЕГӘ
Ҡымшанмай ҙа мәғрүр тора тауҙар,
Кире ҡағып заман яуҙарын.
Бер-береһен күккә сөйгән улар,
Иңдәренә болот ауҙарып.

Боҙҙарҙы ла иңдәренә һалған
Тере һыуҙың йәнен ерләүсе,
Тик был тынлыҡ мәңге түгел – ялған!
Иҫеңдә тот, тауға үрләүсем!

Ҡуҙғат тауҙың тик бер ташын ғына,
Шына ҡағып ҡая йөҙөнә,
Күк күкрәр боҙҙар ташҡынынан
Дәжжәл ҡалҡып сығыр әҙенән.

Ул ҡоторған һыбай, башын баҫып,
Осоп үтер упҡын-аранан.
Юлындағы һәр терене баҫып,
Йорт-ҡуранан яһар хараба.

Һис эҙе лә ҡалмай, юҡҡа сығыр
Быуаттарҙың гүзәл емеше.
Тауға ынтылһаң һин, булсы сабыр,
Артҡа ла баҡ ҡайсаҡ һин, кешем.


Бына инде мин дә үлдем бит,
Төшөп китте ҡулдан ҡәләмем.
Башҡа йәштәр ҡулға тотоп алды
Минең йәшлегемдең әләмен.


Нихәл генә, яҙғы аҡ ҡайын!
Килдем һиңә, килдем, дуҫҡайым.
Һағынып килдем һине күрергә,
Һорап хәлкәйеңде белергә.

Туң да икән әле тупрағың,
Шауламай ҙа икән япрағың.
Яңы ғына аҡ ҡар асылғас,
Һының әле һинең яланғас...

Икенсе бер һиңә килгәндә,
Һинең менән уйнап көлгәндә,
Умырзая беҙҙән көнләшер,
Көлмәгеҙсе, тиеп өндәшер.

Тик ҡағылмам умырзаяға,
Былай ҙа бит ғүмере – заяға!..
Ана инде көн дә байыны,
Хуш бул инде, хуш бул, ҡайыным!


Мин төшөмдә үлгәнмен дә, имеш,
Һин өҫтөмә тупраҡ ташлайһың.
Яратыуҙан янып һүнгәнемде
Шунда ғына аңлай башлайһың.

Һин ташлаған бер ус дымлы тупраҡ
Утлы сәскә булып атһа ла,
Йөрәгеңдән сыҡҡан күҙ йәштәрең
Һуғарырға уны аҡһа ла —

Тик һуң инде, бик һуңланың, һылыу:
Һыу биреүсе кәрәк – һыуһағас,
Ут йотҡанда кәрәк – мөхәббәтең,
Нәфрәтең дә етә – һуңлағас.

МИЛӘШ-КӘЛӘШ
...Ләкин ҡалһын минең устарымда
Төҫ ташламаҫ миләш ялҡыны...
(Хатыңдан)

Баҫымсаҡ көҙ тәрән уйға сумған,
Һағыш менән тулған уйҙары.
Һағыштары һары ҡарғыш һымаҡ,
Ялмап алған урман буйҙарын.

Хатта имән, ғорур йәнле имән,
Башын эйгән – уйы ауырға.
Ни ҡалған һуң баҡыр йәштәренә
Ал ямғырҙар булып яуырға?

Әллә инде утлы ҡуҙы менән
Яндырамы уны миләше?
Ә бит тоғро аҡ ҡайыны барҙа,
Булмаҫ миләш уның кәләше?

Эй, йәш миләш, утлы күҙ йәш-тәлгәш,
Ниңә шулай көҙләп балҡының?
Ҡалһын, ҡалһын үҙ усыңда ғына
Тик берәүгә изге ялҡының!..


Мин – генерал түгел, беләм,
Мин – шиғырҙың ябай һалдаты.
Тик һалдатһыҙ булмай генералдар,
Юҡ, һуғышта булмай алдатып.

Мин башҡалар кеүек сафта киләм,
Дан да алмаҫ мине алдатып.
Үлгәндә лә мин үлермен
Билдәһеҙ һалдат һымаҡ
алда – тып...
һалдатың...
Аҡмам һалда тын...


Матурлыҡ ул яңғыҙ булмай,
Яңғыҙлыҡтар ят уға.
Һәр саҡ уның һаҡсыһы бар —
Көтөп тора ҡайтыуға.

Матурлыҡ ул яңғыҙ булмай,
Яңғыҙлыҡты аңламай:
Һоҡландырып йәшәгәндә,
Һәр бер айы уның – май!

Тик шуныһы бар донъяла:
Һәр ни үтеп китә шул.
Матурҙы ла, тоғро булып,
Тик ҡартлығы көтә шул...


Мин дә булмам бер көн, дуҫҡайҙарым,
Йәнем китер осоп күктәргә.
Һеҙгә бары йырым ғына ҡалыр,
Серем ҡалыр, бәлки, күптәргә.

Мин ер инем, ергә баҫҡан саҡта,
Мин күк инем, күккә баҡҡанда,
Мин ут инем, дөрләп ут янғанда,
Мин һыу инем, йор һыу аҡҡанда.

Мин үткән дә, киләсәк тә булдым,
Бөгөнгө лә – булдым бөтәһе!
Тик бөтәһен нисек ҡалдырырға,
Бөтәһенән нисек китәһе?..


Мин бер тауыш була алһам ине,
Була алһам ине хуш еҫе,
Сәсән бер тел була алһам ине,
Була алһам ине ер төҫө, —

Һеҙ, бармай ҙа, күрер инегеҙ
Бөтә күркен башҡорт иленең,
Бар байлығын халҡым күңеленең,
Бар хикмәтен әсәм теленең.

Күрер, белер, тойор инегеҙ һеҙ
Бөйөклөгөн кескәй халҡымдың
Әле, дуҫтар, һеҙҙең алдығыҙҙа
Шуны әйтер өсөн ҡалҡындым...


Минең күңелем яҙғы урман булһа,
Һин ундағы яңғыҙ ҡоралай.
Аҡландағы сабый сәскәләрен
Тояҡтарың ғына яралай.

Яралаһын, әйҙә! Иркен йөрө.
Яралар ул таңға уңалыр.
Йомшаҡ булһын бары тояғыңа,
Ҡышын бит ул өшөй, туңалыр.

Бар аҙымды, бар наҙымды бирәм,
Бар шауымды бирәм үҙеңә.
Берүк ҡош-ҡорт ҡына тап булмаһын,
Шом һалмаһын һинең күҙеңә!


Әнүргә
Кеше ғүмере һуң күпме генә? —
Бөркөттөң бер ҡанат ҡағыуы!
Шул күҙ асып йомған арала ла
Күпме эсә хәсрәт ағыуын:
Әле йотлоҡ,
Әле һуғыштары,
Әле яла,
Әле ялғаны,
Ғәҙелһеҙлек,
Донъя ваҡлыҡтары... —
Сикһеҙ ептәй киткән ялғанып!..

Ә ҡасан һуң кеше үҙ ғүмерен
Үҙ тигәнсә йәшәр, тамамлар?
Кешеләргә ҡаты ҡағылмайыҡ, —
Ҡәҙергә лә хаҡлы бит улар!..

ҠАРАҒАЙ
Ай-һай, хәтәр шаулай ҡарт ҡарағай,
Тынмай-ҡуймай төнө буйына.
Ни һуң уйлай был ҡарағай,
Кем шом һалған уның уйына?

Әйтерһең дә, шулай донъя шаулай,
Шаулай йылдар, шаулай быуаттар.
Тау йылғаһы ташып килһә шулай,
Быуа йырылыр бит, быуа тар...

Яҙғы шарлауыҡтай, ниҙер даулай, —
Йоҡоһоҙ был көҙҙөң төнөндә.
Юҡ, болоҡһоп шулай күңел дулай,
Һине уйлай үкһеҙ өңөндә...

ҠАРЛУҒАС
Баязит Бикбайға
Ҡарлуғасҡай ҡара,
Муйындары ала,
Болоттарға инеп юғала...
(«Ҡарлуғас» йырынан)
Ҡарлуғасҡай, сабый хыялыма
Индең дә һин Туҡай йырылай,
Бикбай «Ҡарлуғас»ы булып остоң...
Һине һағынып инде ир илай.
Хәтеремдә тәүге тамашалар,
Хәтеремдә тәүге күҙ йәшем.
Балалыҡта осҡан ҡарлуғастың,
Шатмораттың тапмам тиңдәшен.
Аҫылынып клуб тәҙрәһенә,
Ҡарлуғастың йырын тыңлауға
Инде хәҙер күпме йылдар уҙған! —
Әле булһа ул йыр сыңлауға
Мин һиҫкәнеп китәм...
Күҙ алдыма
Килеп баҫа тәүге «әртистәр».
Ауыл буйлап улар йыр һуҙғанда,
Йөрәкһенер инем һәр кистә...
Тик ул йылды ысын яу башланды,
Ысын яуға китте Шатморат.
Ә Ҡарлуғас уны көтә-көтә,
Һабан һөрҙө, егеп шағыр ат.
Ураҡ урҙы, урман киҫте ҡышын,
Ҡарлуғастай осоп йөрөнө.
Һағыштарын баҫыр өсөн әллә
Эшкә бирҙе йәнен – ир ине!..
Юҡ, үҙенә хәнйәр ҡаҙаманы,
Баҙаманы ғәйбәт теленән.
Сәстәренә ҡырау төшһә төштө,
Төшөртмәне йәшлек гөлөнә.
Иламаны, ҡара хәбәр килгәс,
Һаман көттө уҙаҡ әртисен.
Тик аттарын эсергәндә генә
Йәшлек йырын һуҙҙы һәр кисен...

Хәтеремдә бары: һуғыштан һуң,
Йәш Шатморат сыҡҡас сәхнәгә,
Яулыҡ осо менән күҙен ҡаплап,
Сығып китте залдан сәхрәгә...
Барғандыр ул унда ҡушҡайынға,
Йырлағандыр зарын туйғансы.
Тик менмәне бүтән ул сәхнәгә,
Яу йөгөнән донъя ҡуйғансы...
Тормош сәхнә түгел. Ә шулай ҙа
Бик күп тарих һыя сәхнәгә.
Ҡарлуғастың һаман йыры килә,
Сыҡһам әгәр, ҡайтып, сәхрәгә.

Ҡарлуғасҡай, сабый хыялыма
Индең дә һин Туҡай йырылай,
Бикбай ҡарлуғасы булып остоң,
Һине һағынып инде ир илай.


Күпме ышанып мин,
Күпме алдандым!..
Өҙөлгән өмөттәр
Тағы ялғанды.
Дуҫым тип йөрөгән
Булды дошманым.
Тик яңғыҙ ҡалырға
Яҙмыш ҡушманы.
Һөйөү ул юҡ, – тинем, —
Бар тик ир тәне.
Ә мөхәббәт мине
Утта үртәне...
Үҙемдән ҡасырға
Бер мәл тырыштым,
Тик тере зиһене
Еңде тормоштоң!..

ҠАН МЕНӘН ДАН
Ҡолаҡ остарыңдан, ай, һыҙғырып,
Елеп үтә, елдәй, замандар!..
Маңлайына улар мең һыҙырып,
Ҡанлы-данлы эҙҙәр һалғандар.

Күҙҙәреңә, эйе, ҡан-йәш һаумай,
Ҡан-йәш йотмай дан да килмәйҙер.
Тик дан үҙе ҡанға һис һыуһамай,
Ҡан ҡойоуҙы ла ул һөймәйҙер.

Ниңә килгәнбеҙ һуң был донъяға:
Ҡанға буярғамы донъяны?
Күмергәме әллә уны данға? —
Уйла, Кешем, һәр көн уянып!..

КӨҘГӨ
Ингән саҡта иртән мин бүлмәңә,
Моңһоу ҡарай инең көҙгөгә.
Йолҡа тарай инең толомоңдо,
Йәмһеҙ күрендеме йөҙ генәң?

Керпегеңә һөрмә тартмаһаң да,
Яҡмаһаң да кершән йөҙөңә,
Һылыуҙарҙан-һылыу инең бит һин,
Ниңә ышандың һуң көҙгөңә?

Ҡараһаңсы шул саҡ күҙҙәремә,
Ҡарағансы шулай көҙгөнән:
Ҡабатланмаҫ бер мәлеңә һинең
Көҙгө булыр ине күҙ генәм!..


Ҡош телендәй генә хат көткәйнем,
Тик килмәне хатың, ҡәҙерлем.
Юҡ, үпкә лә һиңә һаҡламайым,
Күңелем дә түгел йәберле.

Ҡош телендәй хатың килмәһә лә,
Шишмә булып керҙең төшөмә,
Сылтыр-сылтыр көлгән алыҫ шишмә
Мине, имеш, аңлай, төшөнә...

Тик уянып китһәм, шишмәм тигән —
Күҙҙәремдән тамған йәш икән,
Айыҡ аҡыл менән өнгә баҡһам,
Сәсемдә – сал, ә һин йәш икән!..


Күҙ алдымда һинең һүрәтең:
Күҙең моңһоу, йөҙөң болоҡһоу;
Маңлайыңдан һулға сайпылған
Сәс толомоң хәс тә тулҡын һыу;

Һыу ситләтеп, тулҡын тейҙермәй,
Һыҙылып киткән ҡара ҡашыңа
Ҡарлуғас, тим, ҡаға ҡанатын,
Тыуып килгән көндө ҡаршылап.

Ни вәғәҙә был көн, тип,
Наҙ түгергә тора иренең.
Шундай таңда, таңғы ел булып,
Ебәк толомоңдо үр ине!..

КӨНБАҒЫШ
Көнбағыштар алтын табаҡтарын
Баҡса аша миңә һоналар.
Бер үрелеп ҡулым һуҙыу була,
Һабаҡтары шартлап һыналар.

Сырт-сырт итеп, шулай һанап барам
Шул табаҡтан йәйҙең һәр көнөн:
Ҡабыҡтарын алып ситкә атам,
Ҡалдырып тик көмөш бөртөгөн.

Үҙ баҡсамдай күргәс мин тормошто,
Йыймайым гел ҡайғы, моң-һағыш.
Йөҙөң ниңә көләс, тиһәң миңә,
Сәбәпсе тик быға көнбағыш!..

АТАЙ АЛТЫНЫ
Йөрәк баштарына ҡан һауҙырған,
Йөрәк ярып сыҡҡан бала икән...
(«Ғайса» йырынан)
Балаларым – күҙем ҡаралары,
Балаларым – йөрәк яралары,
Ҡалай һеҙҙе ташлап китәйем,
Ҡалай һеҙһеҙ ғүмер итәйем?

Яҙҙырһам мин ашар ашығыҙҙан,
һыйпамаһам ғәзиз башығыҙҙан,
Тамағыма ниндәй аш барыр,
Ҡара ғына сәсем ағарыр!..

Етемлекте үҙем күп татыным,
Мираҫ булып ҡалмаҫ ул алтыным,
Булһам да мин үҙем көл-күмер,
Башығыҙҙан һыйпау – бер ғүмер!..


Яҙһағыҙ ҙа тәйән ат та ат тип,
Ҡайҙа һеҙҙең менгән атығыҙ?
Аттан бигерәк шиғырығыҙ артыҡ,
Бөгөнгөгә дуҫтар, ҡайтығыҙ.

Ат туғарып егә белмәҫ әҙәм
Ат хаҡында шиғыр яҙғанда,
Мин, нишләйем, тайҙар көтөүсеһе.
Аҡылымдан хатта яҙғандай.

Ат ҡараусы Таһир ағайымдан
Ҡалған миңә атты яратыу.
Һәр ат миңә Зөһрә булып ҡалған
Һәр бер бәйге – миңә ҡарға туй.

Ҡарға туйҙа булһын бисә-сәсә,
Ир-ат унда һуҙмаҫ муйынын.
Ат хаҡында яҙған һәр йырығыҙ
Хәтерләтә ҡыҙҙар уйынын.

Ир-ат булғас икән ат бағығыҙ,
Йырығыҙҙан артһын атығыҙ.
Бөгөнгөгә ҡайтыу ауыр икән,
Һис юғында аңға ҡайтығыҙ!..


Ни бар һинең өндәшмәүеңдән дә
Мәғәнәһеҙерәк, вағыраҡ?..
Әйтер һүҙҙе ярып әйтер инем,
Тик көтөргә булам аҙыраҡ.
Ауыр уйҙар башты иҙгәндә лә
Тик атымды ғына ҡыуамын.
Өйҙә ҡайғым көтөп торғанда ла
Мин, ниңәлер, ҡайтам ҡыуанып...
Ни ҙә булһа тороп ҡалыр минән,
Мин кешегә сикһеҙ ышанам.
Шул ышаныс мине көслө итә,
Шатлығым да бына ошонан...


Эй һылыуҙар, һылыуҙар,
Күҙҙәрегеҙ – йылыуҙар,
Йылыуҙарға бер батһам,
Сыға алмай йыл уҙар...

Үҙегеҙҙең ҡайһығыҙҙы
Һылыуым тип атайым?
Күҙегеҙҙең ҡайһыһына
Йылыуым тип батайым?

Юҡ, батмайым, батмайым,
Лутсы өйгә ҡайтайым.
Өйгә ҡайтып еңгәгеҙгә
Арҡа терәп ятайым!..


Ауыр уй иҙә башты,
Ауыр уй хәттән ашты;
Бикләнгән барыр юлым,
Бәйләнгән ике ҡулым.

Ир иткән дә ҡатын шул,
Ер иткән дә ҡатын шул;
Ҡыуаныс тик төш кенә,
Йыуаныс тик эш кенә.

Ер булмаҫ та түгел мин,
Ир булмаҫ та түгел мин:
Ике күҙҙәй ике балам бар,
Йөрәгемдә ике ярам бар!..


Осоп үттем һинең баш осоңдан,
Осоп үттем, ә һин күрмәнең.
Күрмәһәң дә үҙең, бәғеремде
Һурып алдың, кире бирмәнең.

Нишләргә һуң миңә? Телем бармай
Сихырсы тип һине атарға.
Ҡайтарһаң һин ҡайтар йөрәгемде,
Үҙеңдеке менән ҡатарлап.

Ниңә кәрәк инде һиңә минең
Яраланып бөткән йөрәгем?
Аһ, мин үҙем осоп төшөр инем,
Булһаң икән тотор терәгем!..

Стәрле

ОҠШАМАҪ ҺҮҘ
Ҡомһоҙом, – ти миңә шишмәм,
Ҡанатлым, – ти миңә күк,
Егәрлем, – ти миңә ерем,
Дошманым, – ти миңә ек;

Серҙәшем, – ти һандуғасым,
Иреклем, – ти елгенәм,
Телһөйәр, – ти туған телем,
Илһөйәр, – ти илгенәм;

Яңғыҙым, – ти миңә айым,
Хыялый, – ти йондоҙҙар...
Бер һүҙҙе тик оҡшатмайым:
Ҡартһың шул, – ти йәш ҡыҙҙар...


Һандуғас һайраған була,
Тешен ҡайраған була,
Талдар араһына боҫоп,
Ниҙер ҡараған була.

Яр буйында күк кәмәлә
Икәү ултырған була.
Икәүһе лә юҡ-бар һүҙҙәр
Түккән-тултырған була.

Һүҙе бөткәс, егет ҡыҙҙы
Суп та суп үпкән була.
Кит, һантый, тип ҡыҙ тағы ла
Күҙ йомоп көткән була.

Тасай баш ай, башын сайҡап,
Һыуҙан ҡараған була.
Ә һандуғас, бер йыр отоп,
Сут-сут һайраған була!

ЙӘНШИШМӘ
Тойҙом һинең ҡайнар һулышыңды,
Һин тойғандай минең һулышты.
Әйтерһең дә шул саҡ был донъяла
Үлем менән йәшәү һуғышты.

Һәм беҙ еңдек! Еңдек ҡарт үлемде,
Йәншишмәнең таптыҡ үҙен беҙ.
Мин үлемһеҙ иткән кеүек һине,
Һин дә иттең мине үлемһеҙ.

Үлем үлде! Беҙҙән һуң да ерҙә
Үҫер, емеш бирер гөлөбөҙ.
Йәншишмәкәй ул. Мөхәббәт икән,
Йәншишмәнән эскән – Үлемһеҙ.

ЙЫУАСА
Эй йыуаса, йыуаса,
Ниңә әле бығаса
Иҫләмәнем һине бик?
Һай, бик тәмле инең бит!

Эй йыуаса, йыуаса,
Күстәнәс, тип ҡоҙаса
Төйнәп килтерер ине,
Ауыҙҙа ирер ине...

Эй йыуаса, йыуаса,
Ҡоҙаса күңел аса:
Мин ат һуғарыр инем,
Ул һыуға барыр ине...

Эй йыуаса, йыуаса,
Ҡайҙа бергә булған саҡ?
Ҡайтһам, оялып ҡаса
Йыуасаһыҙ ҡоҙаса!..

ЙОНДОҘҘАР
Хушлашам да буғай йәшлек менән,
Утыҙҙарға инде етелгән!..
Йәшлегемдең көмөш йәшен эсер
Алтын сүмесеңдән, Етегән!

Йә һаратың, йә Буҙатың менеп,
Сабайымсы, Тимер Ҡаҙығым.
Яҡты йондоҙ миңә юлдаш булһын,
Ай-ҡыйырсыҡ булһын аҙығым.

Сергетешле күн эйәрем булһын,
Йә ыңғырсаҡ булһын Алғырсаҡ,
Йә еләйем һыбай, йә егәйем, —
Үтеп бара алғыр, йылтыр саҡ.

Аҡҡош юлы буйлап уҙайымсы,
Булһа ла ул ҡыйын, бик оҙон.
Өлкәр һымаҡ өлкәнәйгәс, башҡа
Он иләр бит Иләк йондоҙом.

Табайымсы Сулпан йондоҙомдо,
Күк ҡапҡаһын минме ҡаҡмамын?
«Таң һарғайыу түгел, ҡояш сыҡһын,
Танһыҡтарым ҡанмай ҡайтмамын!»


Таң һарғайған һайын һағышлыраҡ,
Һуңғы йондоҙ – Сулпан яҡтыраҡ.
Муйыныңа һуңғы һарылғандың,
Ышанысы һаман татлыраҡ...

Йәшнәп, ямғыр түгел,
Таш яуһа ла,
Тәү осраған атҡа атланып,
Үҙ тышауын
Үҙенә нуҡта итеп,
Һиңә сабам,
Һиңә, шатланып!..

Ел дә үтмәҫ яҡын арабыҙға
Үтмәһен һис аҡыл хәйләһе.
Таң шәфәғе һымаҡ моңһоу-моңһоу,
Алһыу нурҙар ғына бәйләһен!..


Торған һайын тормош
ҡатмарлыраҡ,
Торған һайын донъя
хәүефле.
Торған һайын шағир
яуаплыраҡ,
Була алмай еңел
кәйефле.


Туған телем тыуған еремдә
Яңғыраһа мәңге йыр булып,
Һис үкенмәҫ инем, гүремдә
Ятҡанда ла ҡара ер булып.


Ташлап китеү ауыр үткәнде,
Тик сыҡмай ҙа булмай ишектән.
Тыуған икән яҡты донъяға,
Мәңге ятмай бала бишектә.

Уҡытыусың инде уҡытмай,
Һаман уҡыу унан – балалыҡ.
Тәүге хис тә инде йылытмай,
Ә мәлендә була ниндәй ныҡ!

Бөтәһен дә йылдар үҙгәртә,
Ниндәй генә һыуҙар кисмәйһең,
Шул уҡ кисеү билен бирһә лә,
Шул уҡ һыуҙы инде эсмәйһең.


Тәҙ(е)рәңдән ҡарап ҡалдың
Миңә... Әллә башҡаға?
Ә мин, йүләр, был ҡарашың
Миңәлер тип баш ҡағам.

Миңә булһа был иғтибар,
Ниҙәр уйланың икән?
Әллә мин уҙған юлдарҙы
Һин дә буйланың микән?

Көттөм һине, һин килмәнең,
Көлөп ҡалды тәҙ(е)рәң.
Күңелемә шул көлөү ҙә
Ял булғандай әҙерәк...

ТОРМОШСАН ӘҘИП
Өйрәнәйем, тиеп, тормошто,
Айырылмайым, тиеп, халҡымдан,
Бер яҙыусы көн дә урамға
Ҡарап тора, сығып балкондан.

ХӨКӨМ
Хөкөм итмә улай үҙ-үҙеңде,
Былай ҙа бит яҙмыш аяуһыҙ.
Яҙғы сауҡалыҡтай күңелең яҡты,
Ҡайын туҙындай саф, буяуһыҙ.

Ул таң өсөн бары мин ғәйепле,
Мин бәхетле ул таң килгәнгә.
Ғүмер буйы ошо таңды көттөм,
Һөйөүемдән яҙмыш көлгәнгә.

Түҙгән йөрәк кенә шулай ярһый,
Йәшәй алмай мәңге бәй-епле.
Ауыҙлығын сәйнәп өҙгән өсөн
Аҫау ҙамы инде ғәйепле?!


Хаттарым – ул йөрәк аһтарым,
Хаттарым – ул йөрәк анттарым.
Аһыма – аһ, антыма ант булып
Килһен һинең яуап хаттарың.

БАЛ-БАЛА
Балдан татлы бала әсәгә,
Гөлдән наҙлы бала әсәгә;
Ауыҙ һыуҡайы ла бал икән, —
Йөрәк ярып сыҡҡан бала икән...

Туптай ғына сабый был бала,
Туп ярылһа, унан ни ҡала?
Ярылыр туптың юҡ һис кәрәге, —
Ярылмаһын әсә йөрәге!..


Бәхетһеҙ итеп берәүҙе,
Бәхетле итһәм һине,
Ниндәй яҙмыш көткәнлеген,
Аһ, һылыу, белһәң ине!

Ниңә тормош ағасының
Мәңге әсе емеше? —
Бәхетһеҙ итеп берәүҙе,
Бәхетле булмай кеше!


Беләм: һине һөйөү – ул хыянат,
Ул хыянат башҡа алдында,
Ул һыу төйөү суйын килеләрҙә,
Ул уттарға сумыу ялҡындан!..

Булһын! Күҙҙе йомамын да сумам,
Ярға атып айыҡ аҡылды.
Уйламайым ҡалай сығарҙы ла,
Осҡоноңа бирәм ялҡынды.

Тик уйлама был мауығыу тиеп,
Һөйөүендә, тиеп, уғыры.
Мин хыянат иттем тоғролоҡҡа,
Хыянатым ләкин тоғ(о)ро!..


Бәхет – һәр саҡ һуңлап килер ҡунаҡ,
Килеп инә табын таралғас!..
Тик көтәһең, көтөп арығас та,
Бәхет өсөн генә яралғас.

Көтә белгәндәргә һуң түгел дә,
Йәшлек кенә көтөп тормай шул.
Юҡ шул уның туҡтар туҡталҡаһы,
Йә үткәнгә юлын бормай шул.

Ҡала миңә бары йылдар буйы
Йырҙар менән күңел йыуатыу.
Бар ғүмерем минең – һине эҙләү,
Бар ғүмерем – һине юғалтыу...

БАШҠОРТОСТАН
(Сит илдән ҡайтышлай)
Башҡортостан сиген үтеү менән,
Тыуып үҫкән ергә етеү менән,
Нур тулғандай була күңелдә,
Йыр тыуғандай була күңелдә.

Йәшел бәрхәт төҫлө еркәй генәм,
Ҡыҙҙар ҡулы төҫлө елкәй генәм.
Иркәләй бит талған күҙемде,
Иркәләй бит арыған йөҙөмдө.

Йүгереп сығыу менән ҡайындарым,
Онотолдо барлыҡ ҡайғыларым.
Күреү менән күген Уралдың,
Күҙҙәремә йәштәр уралды...

Уйнаҡлашып саба, ана, тайҙар...
Уйға килә яугир олатайҙар —
Илен улар тиккә һөймәгән,
Илем, тиеп тиккә көймәгән!

Башҡортостан – беҙҙең Бөркөтостан,
Иркең ҡурсып, күпме бөркөт осҡан!..
Башҡортостан – йөрәк ҡағышым,
Ерһенмәһәм, төшһөн ҡарғышың!

Һинһеҙ күңелем ҡалай йәшәһен,
һинһеҙ зиһенем ҡалай йәшнәһен?
Башҡа ерҙә ашым ейелмәҫ,
Башҡа ергә башым эйелмәҫ...

Юҡ, кәрәкмәй миңә аһ-ваһтарың,
Ары торһон йәннәт – ожмахтарың,
Башҡортостан – тыуған төйәгем,
Һиндә ятһын, ятһа, һөйәгем!..

Бер баҡсала, көнгә бағып,
Аҡ алмалар аллана.
Алмаларға күҙем атһам,
Ирендәрем баллана.

Баҡсасы ҡыҙ алма һона,
Алмаһам, ағай, тимәҫ;
Алмаһын ул алырмын да,
Күңелем иләҫ-миләҫ...

Кемгә икән бешеп килгән
Ике алма ғынаһы?
Шуларға бит күҙем төштө,
Кисер, алла, гонаһым!..

ШҮЛГӘН-ЙЫЛҒА
Шүлгән-йылға ағып килә торғас,
Ер аҫтына сумып юғала.
Юғала ла, ергә һеңгән төҫлө,
Тау-таш ярып, тағы юл ала.

Шул уҡ йылға, ләкин икенсерәк,
Икенсерәк хатта йәме лә:
Ерҙең тоҙон, һутын һеңдергән ул,
Икенсерәк уның тәме лә.

Байыған ул, баҙығайған тағы,
Яңы йырҙа һалған ағышы.
Ошо йылға ише түгелме һуң
Ут-һыу кискән ирҙең яҙмышы?

ПУШКИН
Шиғыр һөймәүсе берәүгә
Дантес ҡулы менән атты батша
Быуаттарҙың бөйөк йырсыһын.
Тик быуаттар ҡеүәтләне генә,
Ҡеүәтләне көмөш йыр сыңын.

Ә бер әҙәм һаман шиғыр һөймәй,
Маҙаһыҙлай уны йыр сыңы.
Әгәр ҡулдарынан килһә, ул да,
Ул да атыр ине йырсыны!..

Имеш, шиғыр заманаһы үтте,
Уҡый уны бары балалар...
Ә ололар космос осоронда
Шиғырһыҙ ҙа йәшәй алалар.

Шул шиғырһыҙ һөйрәлгәнгәлер ҙә
Күңеле бит уның көм(ө)рө:
Ул юрарға хатта өлгөрмәне,
Ер улының шиғри ғүмере.

Алып китте йырҙы йондоҙҙарға,
Ҡаршы алды йыһан Пушкинды,
Ҡаршы алды ла ул, әйтте уға:
— Әйҙә түрҙән, шағир, хуш килдең!..

Эйе, беҙ балалар, ер улдары,
Күтәрәбеҙ йырҙы күктәргә.
Бит кешене тәүҙә йондоҙҙарға
Ҡанатлы йыр – хыял күтәргән!

ОС ҺИН, ҠОШСОҠ
Ос һин, ҡошсоҡ, ос, иреклем,
Нишләһәң дә – мәйелең;
Теләһәң – ос, күккә ашып
Теләһәң – ос, кәйелеп.

Ос һин, ҡошсоҡ, ос, иреклем,
Һин бит шағир илендә.
Тотҡон булма күңелемдә,
Күңелемдә-гөлөмдә.

Ос һин, ҡошсоҡ, ос, иреклем,
Гөлөмдө лә иҙеп кит.
Ләкин ниндәй утлы гөлдө
Иҙгәнеңде һиҙеп кит!..


Ай-һай, хәтәр шаулай ҡарт ҡарағай,
Тынмай-ҡуймай төнө буйына.
Ни һуң уйлай шулай был ҡарағай,
Кем шом һалған уның уйына?

Әйтерһең дә шулай донъя шаулай,
Шаулай йылдар, шаулай быуаттар.
Тау йылғаһы ташып килһә шулай,
Быуа йырылыр бит, быуа тар...

Яҙғы шарлауыҡтай, ниҙер даулай —
Йоҡоһоҙ был көҙҙөң төнөндә.
Юҡ, йоҡоһоҙ шулай күңел дулай,
Һине уйлап, үкһеҙ өңөндә...

ШӨШЛӨ
Инәй, минең шөшлө ҡайҙа икән?
Ебәрһәнә табып шөшлөнө!
Иыр сыҡмаһа, сабаталар үреп,
Үткәрермен, бәлки, эш көнөн.

Шиғыр юлы йүкә түгел дә бит,
Шиғыр юлы иҫкә төштөмө,
Ниңәлер гел, ҡәләм тыңламаһа,
Фәһем итәм беҙҙең шөшлөнө.

Атай-олатайҙар Ҡаратауҙа,
Ҡурыс һыҙырғастын йүкәгә
Оҙон ҡыштар буйы, көйләй-көйләй,
Тотмағандыр уны тикмәгә.

Алдашмаған улар йырҙарында,
Алданһа ла мәңге үҙҙәре,
Хаҡ-нахаҡтың юлын-юлға юллап,
Иүкә һымаҡ теҙгән һүҙҙәрен.

Минең дә бит тәүге йыр-моңдарым
Сабаталар туҡып яралды.
Ебәрһәнә, инәй, шул шөшлөнө —
Олатайҙар тотҡан ҡоралды!..


Ғүмер бөтөп, тупраҡ ситкә яҙып,
Әгәр мине үлем ауҙарһа,
Мин һандуғас кеүек үлһәм ине,
Һәм күмелһәм ине тауҙарға —
Туған Ҡаратауға!.. Ә эргәмдә
Ағып ятһын ине Йүрүҙән.
Бәлки, кире, тороп йырлар инем,
Тыуған тауҙарымды күреүҙән.
Күмһен ине дуҫтар, яҡташтарым
Мин ут яҡҡан үркәс башына.
«Был донъяға ғашиҡ шағир», – тиел
Яҙыу яҙһын ине ташына.
Тупрағыма тубырсыҡтар яуһа,
Мин донъяға тағы ҡайтырмын,
Мәңге йәшел бейек ҡарағайҙың
Тамырҙарын тотоп ятырмын.

ЯЛБЫР ТИРӘК
Бөгөлә тирәккәйем,
Һығыла тирәккәйем;
Ул бөгөлһә, ул һығылһа,
Һыҙыла йөрәккәйем.

Ҡуҙлана йөрәккәйем,
Боҙлана йөрәккәйем;
Мин янғанда, мин туңғанда,
Нишләһен тирәккәйем!

Ул тик үҙен генә белә,
Шаулай ҙа тора ғына.
Миндә мең яра булғанда,
Унда бер яра ғына.

Балта сапһа кемдер уға,
Балта эҙе уңалыр.
Уны күргән йөрәк кенә
Яналыр ҙа туңалыр...

САЛ ҠУНҒАС...
Болоттарҙы ярған йәшен һымаҡ,
Сикәмдә сал киткәс ялтырап,
Тәүге ҡабат күңелем күкрәгәнен
Тыңлап торҙом, көлөп, аптырап.

Үтте ләме йәшен-йәшлек беҙҙән,
Бөттө ләме йырың, һандуғас?
Алыҫтамы шулай яҙғы күкрәү,
Сәстәреңә инде сал ҡунғас?

Иртә өлгөрҙөк шул, артыҡ иртә,
Артыҡ иртә төштө ҡырауҙар.
Үткәненә илдең бағығыҙ ҙа,
Һеҙ бирмәгеҙ, йәштәр, һорауҙар.


Ямғыр тынған. Ерҙән томан ҡалҡа.
Ҡайын, ҡарағайҙар ойоған.
Тик ҡайҙалыр һандуғасҡай ярһый,
Тик ҡайҙалыр кәкүк бойоға.

Тик йоҡоһо ҡасҡан алабайҙар
Абалайҙар алыҫ-алыҫта...
Ә йәш үлән, шыптыр-шыптыр килеп,
Атылып сыға ҡаулан-балаҫтан.

Зәһәр шарапмы ни хуш еҫтәре!
Бындай таңда ҡалай йоҡларға?
Бындай таңда йәшлек ҡайтмаһа ла,
Иҫтәлеген кәрәк һаҡларға!..
Переделкино

ЫРҒЫҘ БУЙЫ
Зәлифәкәйгә
Ырғыҙ буйы – алты ауыл,
Алтыһы ла алтындан.
Алыҫтарҙан дала моңо
Алды быуып алҡымдан.

Ырғыҙ буйы – алты ауыл,
Алтыһы ла алтындан.
Әйтерһең дә балсыҡ өйҙәр
Яратылған ялҡындан.

Ҡанса быуат Ырғыҙ шулай
Алыҫтарға алҡынған,
Ҡанса быуат бөркөттәре
Дала иңләп талпынған!..

Ир ҡыҙ булып алышҡан ул
Салауат яуҙарында,
Бүгәсәү тигән исеме
Һүнмәгән дауҙарында.

Ҡанса быуат Ырғыҙ шулай
Ялманғандыр ялҡындан, —
Заманалар әйткән уға:
Ҡылысыңды ал ҡындан!

Ҡылысҡайын асырғанып
Һурып алған ул ҡындан.
Батҡан дала данға ла ул,
Ҡанға ла ул алҡымдан.

Алты ауылға ҡалһа ла,
Алты ҡәлғәләй тора.
Ҡалғандары ғына моңһоу —
Башын сайҡап ултыра.

Моң-һағыштан салланғанмы
Ырғыҙ сәсе – ҡылғандар?
Ниңә улар моңайышып,
Һағайышып ҡалғандар?

Ҡайҙа беҙҙең Айбулаттар,
Ниңә тыумай Ниғмәти,
Ниңә китте һәҙиәләр,
Ҡайҙа беҙҙең Ғөбәй? – ти.

Ҡайтты «Ырғыҙ», ҡайтты ир ҡыҙ,
Ҡайғырмағыҙ, ҡылғандар.
Ниғмәтиҙәр тыумаһа ла,
Тыуыр илдә ҡалғандар!..

Ырғыҙ буйы – алты ауыл,
Алтыһы ла алтындан.
Алтын улар аҡ күңелле,
Ныҡ күңелле халҡымдан!

ХӘЙЕРЛЕ ИРТӘ!
(Есениндан)

Күҙен йомдо быҙ-быҙ йондоҙҡайҙар,
Ҡалтыранды йылға көҙгөһө.
Таң ҡыйылды алыҫ, әллә ҡайҙан,
Алландырып бөтә күк йөҙөн.

Уяндылар ап-аҡ ҡайыйдары,
Балҡып китте көмөш олоно.
Шыптырлатып йәшел сулпыларын,
Елберләште ебәк толомо.

Ситән эргәһендә ҡуйы кесерткәндәр
Мәрүәт-селтәр күлдәк кейгәндәй.
Бышылдашып улар баш эйгәндәр
Һәм: «Хәйерле иртә!» тигәндәй...

ЮЛДАР
Журналист-ҡәләмдәштәргә
Эй, газетам, ғазабым һин минең,
Ҡайҙан килеп һиңә эләктем:
Ярты ғүмер һиндә үтеп бара,
һураһың да, ай-һай, електе!

Көнө-төнө һиндә, орсоҡ һымаҡ,
Зыр әйләнеп үтә ғүмерҙәр,
Эшең өсөн бында маҡтамаҫтар,
Эшең өсөн бары һүгерҙәр.

Арып ҡайтҡас, ҡулға ҡәләм бармай,
Төшөп китә китап ҡулыңдан.
Ҡурғаш һымаҡ ҡайнай-ҡайнай торғас,
Ҡатам мәллә хәреф юлындай?

Юлдар, юлдар – сикһеҙ ил юлдары,
Юлдар, юлдар – хәреф юлдары,
Шул юлдарҙы буйлап,
Көн-төн уйлап,
Үтте ләме йәшлек йылдарым?

Ә шулай ҙа
Юлһыҙ йәшәү миңә,
һыуһыҙ йәшәү һымаҡ балыҡҡа.
Ярай, тиһең,
Минең хеҙмәтем дә
Кәрәк әле, тиһең, халыҡҡа.

Был эштең дә бар үҙ шиғриәте,
Һис кем татымаған шатлығы.
Ҡулдарыңа яңы һанды тотоп,
Ҡайтҡан саҡта төнөн атлығып,

Шундай татлы һиңә,
Шундай яҡын
Ҡурғаш, буяу, ҡағыҙ еҫтәре:
Уларҙа бар заман һулышы ла,
Уларҙа бар илең төҫтәре.

Тик шуныһы:
Тиҙ туҙабыҙ, буғай,
Бар һәнәрҙән ауыр һүҙ эше:
Өнөңдә лә һүҙҙәр тынғы бирмәй,
Төшөңдә лә сыға һөҙөшөп...

Ләкин беҙ бит
Бөтә кешеләрҙән
Тотош бер көн алда йәшәйбеҙ.
Беҙ —
Үҙ хәбәрсеһе
Киләсәктең!
Күңелебеҙ шуға йәш әле...


Заманында ғәмһеҙ йөрәгемде
Өтөп алғандарың бар ине.
Тик ул саҡта ғорур күңелеңдә
Минең өсөн урын тар ине.

Хәҙер инде минең йөрәгем дә
Өтөп алыуҙарға күнеккән.
Эҫеһен дә, һыуығын да күргән,
Иҫе китеп бармай күбеккә.

Һин дә инде һин түгелһең хәҙер,
Башҡа ҡылыҡ, башҡа төҫ кергән...
Тик мин үҙем хәҙер малайыңды
Өтөп алыр бер ҡыҙ үҫтерәм!..

УЙҘАРЫМ
(Ҡобайыр)
Ярты төндә уянып,
Йоҡлай алмай уйланып,
Уйлап ятҡан уйҙарҙы —
Таралышҡан ҡуйҙарҙы —
Ҡалай итеп йыяйым,
Ҡалай итеп тыяйым?
Далалағы ҡамғаҡтай,
Әкиәттәге йомғаҡтай,
Тотоп тыйып булмаҫтай,
Ташлап ҡуйып булмаҫтай,
Ағым мәллә уйҙарым,
Һағым мәллә уйҙарым?
Заманаһы – заманға,
Яҡшылығы – яманға,
Дөрөҫлөгө – ялғанға —
Барыһы бергә ялғанған!..
Ҡалай итеп һүтәйем
Был сыуалған йомғаҡты?
Ҡалай ҡыуып етәйем
Дауыл ҡыуған ҡамғаҡты?
Йөрәгемдең ҡағышы,
Йөрәгемдең һағышы —
Етмеш ете яу күргән,
Етмеш ете дау күргән
Халҡым ғына шул минең,
Ялҡын ғынам шул минең!
Аҡҡан ғына ҡандары —
Иҙел түгел, даръя шул,
Сыҡҡан ғына дандары —
Иле түгел, донъя шул;
Ир күңелендә ил булһа,
Уйҙы тартҡан улъя шул!..
Бөгөнгөһөн уйлайым,
Иртәгәһен буйлайым,
Иртәгәһе – ишәккә, тип,
Ҡулым һелтәп ҡуймайым,
Ҡулын һелтәп ҡуйыр ирҙе
Ишәктер тип уйлайым.
Ай, Уралым, Уралым —
Ил һаҡлаған ҡоралым!
Ятып ҡалған төнөң бар,
Балҡып янған көнөң бар,
Мең йыл йәйгән түлең бар,
Түл йәйҙергән телең бар,
Телде һаҡлар халҡың бар,
Илде туплар хаҡың бар!..
Һалып илдең оранын,
Ырғыҙ, Сәҙе, Сораным,
Ҡаҫмарт, Миәс, һаҡмарым,
Курган, Кама яҡтарым,
Хәлегеҙҙе һораным...
Тик яҡшыға юраным.
Ил яҙмышы ирҙә икән,
Ил иртәһен уйлаһын,
Ил иртәһе – ишәккә, тип,
Ҡулын һелтәп ҡуймаһын;
Ҡарҙың башын ҡар ашап,
Туҙҙырмаһын улъяһын!
Туйған ерҙә йөрөгән дә
Тыуған ерҙән туймаһын!
Айҡап сығам, байҡап сығам,
Иҙел, Урал буйҙарын,

Иҙел, Урал буйҙарын,
Ярты төндә уянһам да,
Ниҙе генә уйлаһам да, –
Илем, һиндә уйҙарым,
Иртәгәңдә уйҙарым!..


Диҡҡәткә
Үтелгәндәр, дуҫҡай, хата булған,
Ауыр аңлай кеше хатаһын,
Һуңлап килә бәхет!.. Тик үкенмә:
Бала аңлар ысын атаһын.

Ә баҙлауыҡ балҡып йондоҙ булмаҫ,
Ысын йондоҙ ул тик – Мәрйәмең.
Уртаҡлағыҙ бергә ғүмер юлын,
Был донъяның татып һәр йәмен.

Типһәк әле тимер өҙөр саҡ бит, –
Ҡотло булһын яңы юл башы.
Ижад, дуҫлыҡ һәм мөхәббәт кенә
Өйөгөҙҙөң булһын юлдашы!


Ун йыл үткәс, ҡапыл осраштыҡ беҙ
Урамында ят бер ҡаланың.
Ят бер тауыш ниҙер һөйләһә лә,
Мин үткәндә тороп ҡаламын;
...Аға ине томан Йүрүҙәндә,
Аҡ толомон айҙан таратып.
Беҙ ултырҙыҡ ярҙа таң атҡансы,
Әллә былай, әллә яратып?..
Әле иҫтә тулҡын сайпылыуы,
Әрем еҫе иҫтә ҡулыңдың.
Зәңгәрлеге иҫтә күҙҙәреңдең,
Йомшаҡлығы етен толомдоң...
Ун йыл үткәс тағы осраштыҡ беҙ
Урамында ят бер ҡаланың.
Ҡойолһа ла тирәк япраҡтары,
Мин үткәндә тороп ҡаламын...


Ниндәй соғолло был саған,
Мин аптырап уға бағам:
Япраҡтарын ҡойоп бөтһә лә
Емештәре елгә өлгөрә.

Емештәрен, бешеп етмәй,
Һис тә бит ул ергә түкмәй,
Һаҡлай емен яҙға ҡәҙәр,
Ҡайтҡанғаса ҡантүшкәйҙәр

Ә беҙ ниңә ашығабыҙ,
Күрһәтергә ашҡынабыҙ
Сейле-бешле емештәрҙе,
Бөтмәйенсә күп эштәрҙе?

ҺҮҘЕМ БАР
Елдәр булып иҫәм – иҫкәндә,
Гөлдәр булып үҫәм – үҫкәндә,
Һыуҙар булып ағам – аҡҡанда,
Тауҙар булып баҫам – баҫҡанда.

Әйтер һүҙем – иҫкән елдәрҙә,
Күрер күҙем – үҫкән гөлдәрҙә,
Яҡты уйым – ағыр һыуҙарҙа,
Мыҡты буйым – ғорур тауҙарҙа.

Ал ҡанымда ҡояш нуры бар,
Йөрәгемдә ерҙең йыры бар,
Күҙҙәремдә халҡым күҙе бар,
Шуға минең әйтер һүҙем бар!..


Һалҡын ҡараш – һалҡын был аш —
Туйҙырҙы бик, туйҙырҙы!
Төҙәтәм тип, ахыры, ҡаш,
Күҙ сығарып ҡуйҙырҙың?

Көнөң һыуыҡ, төнөң һыуыҡ,
Күңелеңдә ел илай.
Әйтерһең, ул яҡтыһы юҡ
Болот ҡыҫҡан яңғыҙ ай.

Таралырмы был болоттар,
Ай табырмы йондоҙон,
Һүнерме һуң һуңғы уттар?..
Аһ, ниңә был төн оҙон?..

ҺӨТЛӨГӘНДӘР
Атайым иҫтәлегенә

Һөтлөгәндәр, һары һөтлөгәндәр
Ерҙе ҡаплап сәскә атҡандар.
Ә ниңә һуң, сәскә атҡан көйө,
Башын эйеп, уйға батҡандар?

Хәтерләйме хәтәр һуғыш мәлен,
Сабыйҙарға ризыҡ булғанын,
Мең-мең еңгәләрҙең, апайҙарҙың
Сәскә атҡан килеш һулығанын?

Хәтерләйме, башын ергә эйеп,
Атайҙарҙың өнһөҙ ятҡанын,
Еңеп илгә ҡайтҡан ирҙәрҙең дә,
Яраһынан ҡаны аҡҡанын?

Һөтлөгәндәр, һары һөтлөгәндәр,
Йыйып алып һеҙҙе күңелдән,
Мин дә башты аҫҡа эйеп кенә
Байрам итәм Еңеү көнөндә...


Ергә ятып бер илайһы ине,
Бер илайһы ине туйғансы,
Сабый саҡтағылай, үкһеүеңде
Иң изге йән килеп тыйғансы.

Юҡ, хәҙер һин үкһеп илаһаң да,
Һис кем килеп инде йыуатмаҫ,
Һиҙгер ҡулы менән сәсең һыйпап,
Сеү, балам, тип инде һүҙ ҡатмаҫ.

Ә шулай ҙа бер илайһы ине,
Аңлар ине, бәлки, Ер-әсә.
Тик күҙеңдә инде йәш ҡалмаған,
Ир күҙе тик ҡорос нур сәсә...

АҠҠОШ ЙЫРЫ
Йөрәк әгәр ярһыу толпар булһа,
Ауыҙлыҡта алтын аҡыл бар.
Ә елергә инде ирек ҡуйғас,
Ары торһон алтын аҡылдар!

Ары торһон көмөш йүгәндәрең,
Ары торһон ебәк теҙгенең.
Был донъяла аҡҡош йыры барҙа
Яҙ итә бел, әйҙә, көҙ көнөн.

Ҡабатланмай һис ни был донъяла,
Был донъяла барыһы үтәсәк.
Хәтерләргә тик иҫтәлек ҡалһын,
Ахыр сиктә тик шул көтәсәк.

АЛМА ЕҪЕ
Алма ашап бара ине бер ҡыҙ
Автобуста, минең эргәмдә.
Аптыраттым үҙен, уға ҡарап,
Бына һиңә, тиҙер, бер бәндә!..

Алма еҫе ҡапыл күңелемдә
Атай төҫөн алға баҫтырҙы.
Алыҫ ҡалған етем балалығым
Көнө буйы арттан баҫтырҙы.

Атай бер мәл, яуға китер алдан,
Алма алып ҡайтты Өфөнән...
Ахыры, шуға күрәм ғүмер буйы
Атай төҫөн алма еҫенән?

АҠ СӘПСЕК
Аҡ сәпсеккәй осоп килде лә шул,
Аҡ ҡойроғо менән боҙ ярыр;
Аҡ ҡойроғо менән боҙ ярыр ҙа, —
Аҡ күперкәй ярҙан ҡуҙғалыр.

Аҡ сәпсеккәй осоп килде лә шул,
Аҡтарылып, шаулап боҙ китер;
Аҡтарып та алып йөрәгемде,
Артҡайынан туйлап ҡыҙ китер.

Аҡ сәпсеккәй осоп килде лә шул,
Аһ, нишләйем, күпер ҡуҙғалыр;
Аһтарымды белмәй, күңелемә
Аҡ сәпсеккәй утлы ҡуҙ һалыр!..


Ергә бөгөн шундай моңһоу ҡарай
Ҡара болоттарҙың тотҡоно – ай.
Көн ҡыуанлап, ҡойон ҡотора,
Күңел болоҡһотоп тик тора.

Шахтер тәмәкеһен тешләһәм дә,
Көнө буйы ярһып эшләһәм дә,
Һис ҡәнәғәт түгел үҙемдән,
Толҡа юҡ был, ахыры, түҙемдән.

Өндәшмәйһең икән, һеңлем, ниңә?
Һин етмәйһең, ахыры, күңелемә, —
Таратыр ҙа инең болотто,
Һүндерер ҙә инең был утты...


Әллә ҡайҙарға ашҡынам,
Әллә нишләрҙәй булам.
Упҡын кеүек күҙҙәреңә
Осоп төшөрҙәй булам.

Әллә ҡайҙарға ашҡынам,
Әллә нишләрҙәй булам.
Сейә кеүек иренеңде
Өҙә тешләрҙәй булам.

Әллә ҡайҙарға ашҡынам,
Әллә нишләрҙәй булам.
Толомоңдо муйыныма
Үреп ишерҙәй булам!..


Үпкәләмә, һылыуҡай,
Үпкәләмә – үпмәһәм.
Тик бел шуны: донъя ни,
Һине күреп үтмәһәм?

Барлығың да – байлығым,
Шул байлыҡ та бик еткән.
Үбер инем илатып,
Үртле көндәрем үткән.

Үпкәләмә, һылыуҡай,
Үпкәләмә – үпмәһәм.
Тик бел шуны: нишләрһең,
Үпмәйенсә үтмәһәм?!.


Һәр бер үҫкән һиҙгер яңыға.
Һәр бер үҫкән һиҙгер тарихҡа.
Һәр бер үҫкән әҙер тотоп алыр өсөн
Һәр бер фекергә ул килер өсөн...

Ньютон да асҡан бик яңыны,
Бик, бик ябай ғына фекерҙән.
Алма өҙөлөп төшкән —
Шул алманы алған ул ерҙән.

Шул алманы алған да ул ерҙән,
Ергә төштө тигән, ер тарта...
Һәр бер яңы фекер шулай
тик тормоштан тыуа... бик ябай.


Бүлмәңдәге һәр нәмәгә сәләм:
Сәйнүгеңә сәләм, көҙгөңә...
Бөтәһенә минең ҡул ҡағылған,
Бөтәһенә төшкән күҙгенәм.

Бары бер нәмәгә сәләмем юҡ —
Тәҙрәң төбөндәге сәскәгә.
Ете ят ул ергә – ҡағыҙ сәскә,
Ергә уны елдәр сәсмәгән!..

Әгәр ҙә һин мине хаҡлы тиһәң
Хәтерләүгә йәки ҡәҙергә,
Һалма ла һин ҡағыҙ сәскәләрҙе
Хатта минең өнһөҙ ҡәбергә!..


Бәлки, минән аҡыллыраҡтыр һин,
Тик был аҡыл миңә күңелһеҙ.
Үҙем нисек, шулай булғым килә,
Ә ҡалғаны, сүптәй, еңел һүҙ.

Кеше тыуған саҡта уйламаған
Нисек итеп хәйлә ҡорорға,
Мәжбүр булған тик башҡалар менән
Үҙ-үҙенә ек-ят булырға.

Шундамы һуң уның тантанаһы,
Бәхет сиген шунда тойғанмы?
Юҡ, ул бары үҙен алдаған тик
Һәм алдаған яҡты донъяны!..

ӨС КӨЙ
Күҙ алдыма һының баҫыу була,
Көйләй башлай күңел өс көйҙө:
Йә маскарад вальсы үкһей унда,
Йә һағышы – Огинскийҙың.

Йә хушлашам мәңге һинең менән,
Ватерлоо тигән күперҙә.
Тик үткәндәр йәйғор күпер булып
Тороп ҡала яңғыҙ үтергә.

Күҙ алдыма һының баҫҡан һайын,
Баҡҡан һайып һәр бер хатыңа,
Өҙгөләнә өс көй, үкһей миндә
Өс сабыйҙың бәхете хаҡына...


Оҙон-оҙон юлға сыҡһаң ине,
Шундай юлға – ғүмер еткәнсә!
Тик ул юлда һин дә булһаң ине,
Һин дә булһаң ине!..

Был ғәжәйеп әкиәт булыр ине,
Шундай әкиәт – «мең дә бер кисә».
Тын да алмай тыңлар инем уны
Әкиәтсеһе булһаң!..

Ләкин тормош тормош булып ҡала,
Хыялдарға төрмә һин нисә,
Тик хыял да уртаҡ хыял булһа,
Бер йыуаныс беҙгә!..