1970

Ғарипов Рәми. Әҫәрҙәр. Өс томда, I том. Шиғырҙар, поэмалар. Төҙ. Н.В. Ғарипова. – Өфө, 1996. – 448 бит.

Ҡалҡаным
«Яңы дуҫтар артҡан һайын...»
Заман һәм мин
«Бирсе түҙем, хоҙай, үҙең...»
«Үҙ ҡолағым минең үҙемә таң...»
X. Туфанға
Һағыш
«Йәнем һөймәй кешеләргә...»
Йөрәгем
Тәгәрмәс
«Юҡ, бәхетем мине аяманы...»
«Тыңлап таңға ҡалған тел...»
«Илебеҙ бер изге имән икән...»
«Йәшәр кәрәк, тиһең, йәш ваҡытта...»
«Кемделер бик яратаһы килә...»
Түгел!
Иҫтәлектәр утрауы
Ҡыш



ҠАЛҠАНЫМ
Көн менән Төн мәңге алышалар,
Алһыу ҡанға буяп күк йөҙөн.
Айбалтаһын тотоп, Төн һелтәнһә,
Ҡояш менән ҡаплай Көн үҙен.

Айбалтаһын тотоп, баш осомда
Үлем йөрөй йәнде һағалап.
Тик йәнемде йырҙарыма төрөп,
Мин үлемде алам яғалап.


Яңы дуҫтар артҡан һайын
Иҫкеләре кәмей бара.
Ҡайһын ҡайын үҙ аҫтына ала,
Ҡайһыһынан йырағая ара.

Ит изгелек, көт яуызлыҡ,
Тигән һүҙ ҙә дөрөҫ икән —
Арҡау ебен буйға туҡыр
Йөрәк кенә көрөҫ икән.

Әкрен-әкрен үҙ киндерен
Һиҙҙермәйсә туҡый икән.
Яҡшынан да, ямандан да
Ғүмер буйы уҡы икән!..

ЗАМАН ҺӘМ МИН
«Мин», тиеп һин бик күп шиғыр яҙҙың,
Ҡайҙа замандашың? – тиерҙәр.
Ысынлап та, ҡайҙа замандашым,
Таш түгелме «мин»ең бөйөрҙә?
Ә һуң үҙем ошо замандаштың
Замандашы әллә түгелме?
Улай булһа, ниңә йырҙар таша,
Ҡулдарым һуң ниңә һөйәлле?
Көнөн эшләп, төнөн йыр яҙғанда,
Тик үҙемде генә һөйәмме?
Аҙ ҡысҡырып күберәк эш эшләһәм,
Түгелме мин улы осорҙоң?
Мин заманым тиеп ҡысҡырманым,
Йөрәгемдә заман ҡысҡырҙы...


Бирсе түҙем, хоҙай, үҙең
Кеше йәнле кешегә:
Кешеләрҙән алданып ул,
Күңеле күпме өшөгән!..

Биҙҙе инде күпме дуҫтан,
Дуҫынан күп дошманы.
Йән дуҫым тип йөрөнө ул
Күпме донъя ҡуштанын!..

Ауыр һөйәк, сабыр йөрәк
Биргәнһең, ярай, үҙең.
Ауыҙы тулы ҡан булһа ла,
Төкөрмәй ҡала түҙеп...


Үҙ ҡолағым минең үҙемә таң:
Һиҙеп торам ул ни әйтерен.
Ярғанаттай урап осоп үтәм
Был донъяның теймәҫ әйберен.

Үҙ күҙҙәрем минең үҙемә шаһ:
Күрәм бары иркем сиктәрен.
Ҡарамай ҙа күрәм дуҫ күңелен —
Ете яттай күрәм ситтәрен.

Үҙ телемә үҙем оло тәңре:
Ни теләһәм, шуны әйтә алам.
Ҡыйыш ултырһам да, тура һүҙҙе
Атайыңдан ишет һин, балам.

X. ТУФАНҒА
«Аманат» китабын ебәргәндә
Хәсән ағай Туфанға —
Шағирҙарҙың шаһына,
Йыш ҡайтһын тип Уфаға,
Башҡорт моңо-аһына;
Ныҡ тотһон тип ҡулында
Шиғриәттең әләмен
Етмешенсе йылында
Был яңы йыл сәләмен
Күндерәмен үҙенә!..
Күҙлек кейеп күҙенә,
Хатҡа ҡаршы яҙһын хат,
Шул хат булыр Аманат!..

ҺАҒЫШ
Мин диңгеҙҙең оло зәңгәр шауын,
Ҡар тауҙарҙың ап-аҡ тынлығын
Яратһам да, ниҙер етмәй миңә,
Йәнем тоя ниҙер юҡлығын...

Аҙашҡан бер бойоҡ ҡолон һымаҡ,
Баҫып торам диңгеҙ ярында.
Тауға бағам: ниндәйҙер бер бушлыҡ
Был мәңгелек тауҙар ҡарында.

Кипаристар елдән һығылғанда,
Ҡыштырлашҡан саҡта банандар,
Күҙ алдымда аҡ ҡайындар шаулай,
Тәлгәштәрен һуҙа баландар...

Етмәй миңә бында умырзая,
Мәтрүш сәскәһенең хуш еҫе,
Тулҡынланған арыш баҫыуҙары,
Ысын йәйе, ысын ҡыш төҫө.

Мин уларҙың моңон, һүҙен беләм,
Үҙ телемдә улар һөйләшә.
Иҫ киткес һеҙ, ҡунаҡ булған ерҙәр,
Тик, тыуған ер, әйҙә, мең йәшә!..

Йәнем һөймәй кешеләргә
Ышанмаған кешене.
Күңеле тар әҙәмдәргә
Һыймай кеше күңеле.

Үҙе нисек булһа кеше,
Шулай уға башҡалар,
Башҡалар ҙа үҙе кеүек
Ғәмһеҙ булып баш ҡаға.

Миңә ҡалһа, тик ышаныс
Тыуҙыра йырҙарымды.
Шуға беләм йырҙарымды
Башҡа берәү йырларын...

Йыр тыуа тик ышаныстан,
Ышанмаҫтай мәлдә лә,
Шуға йырға ышаналыр
Ышанмаҫтай бәндә лә.

Тик ышаныс матурлай бит
Бар күңелен кешенең.
Ышанмаһа, күңеле буш,
Мәғәнәһе юҡ эшенең.

Ныҡ ышанам кешегә мин,
Беләм йомшаҡ яғын да.
Шуға ла бит баҫып торам
Шул ышаныс һағында...

ЙӨРӘГЕМ
Йөрәгем —
ҡәберлек минең,
Унда үткәндәр илай.
Йөрәгем —
сәңгелдәк минең,
Унда киләсәк дулай!..

ТӘГӘРМӘС
Бер нәмә лә юҡтан бар булмаған,
Юҡҡа сыҡмағандай бар булған.
Батырҙарҙан ерҙә батыр тыуған,
Ғаҡылһыҙҙар, тыуғас, зар булған.

Ә ғаҡыллы,
Төп-төҙ таяҡ алып,
Тоташтырған осон осона
Һәм ерҙәге яңы алға китеш
Башланған, тип була, ошонан...

Тәүге тәгәрмәсте бөккән кеше
Тарихтымы шулай бар ҡылған?
Әммә тәү дуғаны яһаған ҡул
Ерҙә тәүге бөйөк ҡул булған.


Юҡ, бәхетем мине аяманы,
Мин аяған һымаҡ бәхетте.
Мин бәхеткә алтын тәхет ҡойҙом,
Ул ҡалдырҙы миңә ләхетте.


Тыңлап таңға ҡалған тел,
Йәнгә рәхәт алған тел,
Яулап-ҡурсып ҡалған тел,
Ҡан-йәш түгеп алған тел, —
Күреп ирек емеше,
Күреп бәхет өлөшө,
Һаҡлар һине һәр кеше,
Яҡлар һине һәр кеше!..
Телһеҙ инек – тел алдыҡ,
Илһеҙ инек – ил алдыҡ,
Һинең менән тәйән беҙ
Яҡты таңға ҡуҙғалдыҡ,
Үткәнгә – үрт, ҡуҙ һалдыҡ!..


Илебеҙ бер изге имән икән,
Һәр бер халыҡ – уның ботағы.
Мең тамырҙан сыҡҡан олон ғына
Мең йыл йәшәй ала ул тағы.

Һәр ботаҡта уның киләсәге,
Һәр ботағы уның ҡәҙерле.
Бер ботағы уның ҡороһа ла,
Яҡынайыр уртаҡ ҡәберлек.

Һәр ботаҡтың тамыры бар,
Ҡайһы тура – шуныһы баш тамыр.
Ҡайһы уның юлда таштар табып,
Урап үткән һайын баш ҡағыр...


Йәшәр кәрәк, тиһең, йәш ваҡытта,
Яныр кәрәк, тиһең, йәш саҡта.
Ике килмәй ғүмер бер кешегә,
Былай ҙа ул, тиһең, бик ҡыҫҡа.
Ә һин әллә ниндәй иҫке-моҫҡо
Китаптарға сумып батаһың.
Әллә ниндәй таш быуатҡа китеп,
Ваҡыт әрәм итеп ҡайтаһың.
Үлек донъя менән йәшәгәнсе,
Ҡарасы һин бынау ҡыҙҙарға:
Күҙҙәрендә ниндәй тере ялҡын,
Бит алмаһы ниндәй ҡыҙарған!..
Ә һин әллә ниндәй Венера, тип,
Иҫең китеп тора таш һынға.
Етмәһә бит, шул аллаңдың һинең
Йә ҡулы юҡ, башы йә һынған...
Һәм көләһең минән, йүләр, тиеп,
Ашығаһың матур ҡыҙҙарға.
Ваҡытың юҡ һинең һәр ваҡытта
Ҡарарға ла йондоҙ-айҙарға...
Ә китапта күпме ваҡыт ҡайнай,
Күпме ваҡыт – бынау йорттарҙа,
Күпме ваҡыт – бынау музыкала,
Күпме ваҡыт – бынау уттарҙа.
Бөтәһе лә улар кешенеке.
Кеше ҡулы, кеше аҡылы
Килеп еткән беҙгә ваҡыт булып,
Үтеп мең-мең быуат арҡылы.
Шул ваҡытҡа ваҡыт ҡалмағанда,
Ҡалһын һиңә нисек ваҡытың?..
Таш быуатҡа үҙең әйләнәһең,
һөйләнәһең бушты, ялҡытып,
Ә бит мин үҙем дә – тере ваҡыт,
Замандарға заман ялғанған —
Минең күңелемдә дөрөҫлөгөм
Көрәш алып бара ялғанға.
Мин, үткәндәр менән байығып,
Киләсәккә ҡомһоҙ ҡарайым.
Шуға күрә мин – заманым менән,
Заманыма әле ярайым.
Минең менән йөрөй Урал батыр,
Дон-Кихот та китә ҡултыҡлап.
Осоп килә миңә дауыл ҡошо,
Ғафури ҙа килә һылтыҡлап.
Күңелемдә минең «Урал» моңо
«Ел, ерәнем!» менән ярыша.
Ә «Полонез» мине ярһытҡанда,
Осһоҙ көйгә күңел ҡарыша.
Ваҡыт һис тә генә яратмай ул
Өс-дүрт атҡа менеп сапҡанды.
Бер атты мен, ләкин – берәгәйлене,
Ялҡын йотоп, осҡон атҡанды.
Ваҡыт атын иректерер кәрәк,
Эйәләшһен һиңә үҙ булып.
Ваҡыт яратмай ул ашыҡҡанды,
Ваҡыт хөкөмөнә ҡалдыра.
Ҡабаланды ижад һис үҙһенмәй,
Ваҡытынан элек яндыра.
Һин ваҡытты байытмаған хәлдә,
Ваҡыт етмәҫ һиңә бер ҡасан.
Уны үҙләштереү – тарҡалмау ул,
Саҡ аңланым шуны, Хорасан!


Кемделер бик яратаһы килә,
Юҡһына күңел,
Юҡһына ул, мәңге һағына ул,
Тик һине түгел!..
Хаҡ та нахаҡ рыя һүҙҙәреңдән
Төңөлгән күңел.
Һин ҡалдырған яра йөрәгемдә
Бөтәһе түгел!..
Аҡтыҡ тамсы ҡан ҡалғансы тәндә,
Ҡанғансы күңел,
Кемделер бик яратаһы килә,
Тик һине түгел!..

ТҮГЕЛ!
һөйәһе лә, һөйөләһе лә килгән
Аңлайышһыҙ, сәйер мәл етте...
Эй был сәйер, йәмле яҙ сыуағы
Терелтерлек хатта мәйетте!

Ниңә шулай йәшлек, күкрәп үткәс,
Һәр яҙ һайын тағы киләһең?
Киләһең дә, эҫе йәштәр һығып,
Кешеләрҙән уҫал көләһең?

Көтөү менән тулы күк эңерҙәр,
Ниҙер көтә һәр ни талсығып...
Был көтөүҙән өҙөлөп төшөр ине,
Ярай әле, йөрәк тал сыбыҡ
түгел!..

ИҪТӘЛЕКТӘР УТРАУЫ
Беҙ шундай йәш, ғәмһеҙ инек,
Шундай йәшел ине утрау.
Ат аҫтында ошо тирәклектә
Усаҡ яғып йәшлек ултыра.

Тормош йылғаһында ул төндәрем
Ваҡ-ваҡ утрау булып ҡалғандыр.
Һәм һайыға барған һайын йылға
Ул утрауҙар ҡалҡа баралыр.

Шул утрауҙа үҫкән сәскәләрҙең
Хуш еҫтәре һаман иҫертә...
Тормошто бит Фалес тиккә генә
Һыуҙан башламаған, күрәһең.
Мәңге аға, мәңге тынмай һыу.

...Бөтә ғүмер тик бер төш кеүек
Килеп баҫты башым осона.

ҠЫШ
Гөлнараға
Ҡыш булғас,
Ҡар яуғас,
Бар ағас,
Яланғас!..

Ҡыш үтер,
Ҡар бөтөр,
Бөтә ер
Кейенер!..