1975

Ғарипов Рәми. Әҫәрҙәр. Өс томда, I том. Шиғырҙар, поэмалар. Төҙ. Н.В. Ғарипова. – Өфө, 1996. – 448 бит.

«Ләйләһен һис күрмәйенсә...»
«Болоттар болара...»
«Был юлдарҙы инде күпме үттем...»
«Ниндәй ваҡ беҙ, ҡот осҡос ваҡ...»
Алтын ит!
Акробат-шофер
Иҫәпһеҙ иҫәпсе
Исемен әйтмәйенсә
Ҡулды ҡул йыуһа...
Ялҡау
Бригадир төшө
Ҡыҙ урлау
Нуҡталы ҡатын
Шәғәли вә Шәрғиә
Яңы Янғантау
Ветврач
Ишәй менән Ҡушай
Сая сәпсек
Ремонттан һуң
Беҙҙең клуб
Ҡаймаҡ
Парткомда
Күҙ буяусы
Ғариза
Меҫкен
Кәзә-егет
Спирттин-Хөснөтдин
Тимер ҡаҙыҡ
«Күрмәгәнде күрҙем инде...»
Дүртәү бәйете
Ҡуян һиҙиәт
Сатирик рейд
Тәнҡит һөйөүсе
Нәүбәт
Әрәмтамаҡ
Ут булһын!
Хажи әфәнде... һөйләнә
Тартай теленән




Ләйләһен һис күрмәйенсә,
Ләйләһеҙ
Интегә бер Мәжнүн – меҫкен,
Хәйләһеҙ.
Рәхәтләнеп бер күрергә
Ләйләһен,
Аҡыл бирсе, әйтсе, Ләйлә,
Хәйләһен.
Ғашиҡ булып йөрөмәһен
Ләйләгә,
Аҡыл – алтын, өйрәт алтын
Хәйләгә!..


Болоттар болара, —
Бер үк шул болоттар.
Йәшене ялтырай —
Бер үк шул был уттар.
Урмандар шаулайҙар,
Йылғалар ағалар.
Ерҙәге бар халыҡ
Тик теләй бер хаҡлыҡ.
Башҡалар кеүек беҙ
Был яҡты донъяла.
Ҡырҡты артылдыҡ —
Ә һаман беҙ бала!..
Айға ла кешеләр
Менерҙәр, төшөрҙәр.
Мыж килер донъябыҙ,
Тик беҙ генә булмабыҙ...


Был юлдарҙы инде күпме үттем,
Һәр саҡ яңы миңә был яҡтар,
Шундай яңы миңә аҡ ҡайындар,
Үләндәге һәр бер ҡыяҡтар.

Яңы миңә йәшел һөңгөләрен
Күккә ҡаҙап торған шыршылар,
Таштан ташҡа уйнап, һикереп төшөп,
Гел яңыса шаулай шаршылар.

Изге Будда храмдары һымаҡ
Баҫҡан Әшә, Минйәр тауҙары.
Шул тауҙарҙың күкрәктәрен ырып,
Тарих яҙған һәр бер яуҙары.

Яңы миңә тау артынан төшкән
Көйәнтәле ҡорос бағана.
Тимер сымдар көйәнтәләп, улар
Ут ташыйҙар тыуған яғыма.

Аҡ ҡайындың ап-аҡ һынын һыйпап,
Шиғыр яҙғым килә туҙына.
Шул сафлыҡтан яңы һүҙҙәр алып
Әйткем килә һәр бер ҡыҙына.

Бына Ярал. Тиҙҙән төшөп ҡалам,
Һиҙмәй ҡалдым ҡайтып еткәнде.
Бер шиғырҙы яҙып өлгөргәнсе,
Хәтерләйһең бөтә үткәнде...


Ниндәй ваҡ беҙ, ҡот осҡос ваҡ,
хәтәр бай һымаҡ,
Йәшәй бирәбеҙ шул
Болот асҡан,
Болот баҫҡан ай һымаҡ.
Ә айға һуң кем һуң нурын бирһен,
Ер нурланһын өсөн яҡтыраҡ?
Уйламайбыҙ,
Һис тә ҡайғырмайбыҙ,
Беребеҙҙән-беребеҙ ярлыраҡ.
Ә халҡыбыҙ ниндәй оло йәнле —
Бер йырҙары ғына ни тора!
Көткән була, ғәзиз әсә һымаҡ,
Һәр бер һүҙҙе, йәне ҡалтырап...