Юлдағылар

Ғарипов Рәми. 2-се том. Көндәлектәр, хаттар, мәҡәләләр. Төҙөүсеһе Н.В. Ғарипова. – Өфө, Китап, 1998. – 592 бит.

Юлдағылар
Халҡыбыҙ мөғжизәләр тыуҙыра!
Ил эшендә хәҙер ғәләм киңлектәрен айҡаған ер юлдаштарының тиҙлеге бар. Ә хыял инде тағы ла алыҫҡарак – йондоҙҙарға ынтыла, ай серҙәрен ҡапшап ҡарай...
Кеше тормошто тағы ла матурыраҡ итеп күрергә тырыша. Сөнки ярата уны. Был яратыу һүрән генә һөйөү түгел. Был дәртле, ялҡынлы, эшсән мөхәббәт.
Поэзия бына шундай мөхәббәттән башланалыр ҙа.
Таҡташ Гейне фекерен ҡеүәтләп: «Мөхәббәт ул үҙе иҫке нәмә, ләкин һәр бер йөрәк уны яңырта», тигәйне. Шиғырҙа ла был шулай. Һәр бер шағир донъяны үҙенсә күрә, үҙенсә аңлай, үҙенсә аса. Шулай булмаһаң, шағир ҙа түгелһең! Яңы тормош яңы йыр һорай.
Йөрәктәрендә «шиғыр уты» булғандар бына шул әле асылмаған донъяға барыу юлына – яңылыҡ эҙләү, үҙҙәрен, үҙ тауыштарын эҙләү юлына сыҡҡандар.
Ауыр юл был! Был юлға кемдәр генә сыҡмаған да, кемдәр генә ятып ҡалмаған?!. (Әҙәбиәт тарихына ҡараһаң, был юл фажиғәләр менән тулы...)
Бына шуның өсөн дә беҙ, йәштәр, үҙ юлдаштарыбыҙ яҙмышына, үҙ ҡәләмдәштәребеҙҙең ижадына иғтибарлыраҡ, бөгөнгө уҡыусы кеүек талапсаныраҡ булырға, бер-беребеҙ хаҡында ысын күңелдән һөйләшергә тейешбеҙ. Ә һөйләшәһе, бәхәсләшәһе нәмәләр байтаҡ! Беребеҙ яңылышһа, икенсебеҙ төҙәтер: хәҡиҡәт бәхәстә тыуа!
Һүҙҙе Әнғәм Атнабаевтан башлау урынлыраҡ булыр. Беҙҙең бер тиҫтер ҡәләмдәштәр араһында ул байтаҡтан эшләп килә, һәм тәүге китабын сығарырға ла ваҡыт инде уға.
Әнғәм Атнабаевтың үҙ тауышы бармы һуң?
Минеңсә – бар! Һәм был үҙенсәлекле, Атнабаевтың үҙ төҫө, үҙ ҡылығы, үҙ тәбиғәтенә генә хас булған тауыш. Уның шиғырҙарына, хатта очерктарына ла иғтибарһыҙ ҡалып булмай. Унда ниндәйҙер дәртле, үҙе күреп тойғанды башҡаларға ла шундай яҡын итеп күрһәтә торған йылы бер көлөү – юмор бар. Был юмор ауылса ябай, халыҡсан һәм йәш күңелле. Шул уҡ ваҡытта уға йәнле һөйләшеү интонацияһы ла, лирик хикәйәләү алымы ла хас.
Атнабаевтың ысын үҙ тауышын мин бына шунда күрәм. Уның газетала сыҡҡан «Ярар, ҡарарбыҙ» тигән шиғри фельетоны, элекке йылғы «Йәш көстәр» альманахында баҫылған һалдат көндәлегенән шиғырҙар циклы һәм «Хикмәтле һыуҙан, тиҙәр» шиғыры авторҙың иң яҡшы әҫәрҙәренән. Тик бында йыйынтыҡтағы «Хат ташыусы ҡыҙға» тигән шиғырҙы ғына индереп булмай. Был шиғыр, ҡыҙыҡлы ғына эшләнһә лә, оригиналь түгел – «суҡтин-суҡ сәләмдәр» менән тулған шаблон хат кеүек.
Беҙҙә ғәжәп сәйер бер күренеш бар. Бына шундай хат ташыусыларҙан башҡа, һәр бер шағирға дежур булып тороусы официант ҡыҙҙар күбәйеп китте.
Мөхәббәтте – кешенең иң матур тойғоһон – бындай «ғишыҡ һата» торған дежурный ҡыҙҙарҙан ҡотҡарырға ваҡыттыр инде. Юҡһа, был артыҡ сөсө, артыҡ арзан бер әҙәби «стилягалар модаһына» әйләнеп бара.
Яратмайһың икән, яратыу тураһында яҙма!..
Әгәр ҙә традицион бер нәмәне алаһың икән, уны яңыса асырға, үҙеңсә күрһәтергә кәрәк. Бына «һалдат шинелен» дә беҙҙә Дауыт Юлтыйҙан башлап Шакир Бикҡоловҡа тиклем байтаҡ шағирҙар кейҙе. Был тәбиғиҙер ҙә. Тормош шинель кейергә, (погон тағырға) ҡушҡас, шул хаҡта бик күптәргә шиғыр яҙырға ла ҡуша. Ләкин бөтә шағирҙарға ла бер шинель кейергә тимәгән! Минеңсә, Атнабаев уны үҙенсә кейгән. Шулай уҡ уның «Усаҡ янындағы уйҙары» ла йылы, тормошсан.
Һәм был уйҙар уның уҙған һуғышта һәләк булып ҡалған атаһының «Һуңғы хатына»ла бик тәбиғи барып тоташа:
Өсмөйөшлө ябай һалдат хаты.
Ул һаҡлана инде күптәнән,
Инде уның ҡай бер хәрефтәре
Танымаҫлыҡ булып бөткәндәр.
Хаттың һуңғы юлы ҡыҫҡа ғына,
«Ҡайтып күрешкәнсе» тиелгән,
Шул һүҙҙәргә минең әсәйемдең
Көмөшләнгән башы эйелгән...
...Һәм йәштәре тама хат өҫтөнә.
Тамамлана шулай йыш ҡына.
Ерҙә ҡайғы күптән бөтөр ине,
Бөтөрә алһа уны йәш кенә!..
Бер Атнабаевтың ғына түгел, беҙҙең бик күп әсәйҙәребеҙҙең яҙмышын хәтерләтә торған һәм күңелгә күпте әйтә торған «Һуңғы хат» был. Хәҙерге көндә иң мөһим булған тыныслыҡ темаһын да автор үҙенсә күтәргән һәм яңыса хәл иткән. Артабан да йәш шағирҙың тормош дөрөҫлөгөнә, тәбиғилеккә, фекер һәм тойғолар сафлығына тоғро булыуын күрге килә. Тик уға был юлда нәмә ҡамасаулай, уның үҙ тауышын нәмә ҡаплап, томалап тора һуң? – бына шул хаҡта ла ныҡлап һөйләшергә ине.
Әнғәм Атнабаев ижадына хас булған етди кәмселектәрҙе күреү өсөн, уның һуңғы ваҡытта «Әҙәби Башҡортостан» журналында (1957 йыл, № 8) баҫылған ике шиғырын алыу ҙа етә.
«Йөрәк менән һөйләшеү» тип атай ул бер шиғырын. Һүҙ, тимәк, бик мөһим нәмә хаҡында булырға тейеш. Кеше үҙенең выжданы менән тормошоноң ниндәйҙер хәл иткес ваҡыттарында, ниндәйҙер етди бер ҡарарға килгән мәлендә һөйләшә. Донъя поэзияһында ла, рус поэзияһында ла, үҙебеҙҙә лә йөрәк тураһында байтаҡ шиғырҙар бар. Ләкин эш бында түгел, ә ниндәй йөрәк булыуҙа һәм уның менән нисек итеп һөйләшеүҙә.
Ун ете йыл төрөк төрмәләрендә ғазап сиккән Назым Хиҡмәт ҡараңғы, еүеш зиндандарҙан үҙенең мөхәббәт һәм нәфрәт менән тулған, бөтә донъяны һыйҙырған ғорур йөрәген Данко һымаҡ күтәреп:
Йөрәгем, доктор,
иң алыҫ йондоҙ менән
тибә бер булып! –
тине. Ә Сергей Есенин үҙенең бөйөк йөрәген: «Глупое сердце, не бейся», – тип һәләк итте.
Йөрәк,
Ян һин, ян һин, йөрәк, –
Ҡан бирелгән һиңә янырға! –
тип янды Таҡташ. Әлбиттә, был юлдарҙы иптәш Атнабаев белә. Ләкин, белә тороп та, шағир йөрәген буш бер уйынсыҡҡа алыштырыуы бик сәйер. Уның «һөйләшеүендә» бер ниндәй ҙә яңы поэтик фекер юҡ, ә үрҙә әйтелгән шағирҙарҙы артыҡ ябайлаштырып, мәғәнәһеҙ ҡабатлау ғына бар. Был «һөйләшеүҙән» арзан бер пародия ғына килеп сыҡҡан:
Йөрәк иптәш, (?) һинең менән былай
Хәтһеҙ инде ғүмер ителде.
Татыу ғына йәшәмәнек буғай,
Ыҙғышҡан да саҡтар күп булды.
Һинең генә ихтыярҙы тотһам,
Аҡыл – башлыҡ, Таҡташ әйтмешләй,
Ай-вайына һис тә ҡарамайса,
Сабыуыма килеп йәбешә». (?)
Был – поза, әлбиттә! Көлдөрөргә тырышып ҡыланыу! Ниңә ирҫәкләнергә былай? Минеңсә, бындай юлдарҙы яҙмаҫ өсөн, шағирға баш та бик кәрәкле нәмә.
Ҡыҙҙар һөйҙөк. Мин береһе менән
Семья ҡорҙом тормош, йәм өсөн.
Ә һин, һаман (тиле тиәйемме?)
һағынаһың уның тәүгеһен.
Эҙләнәһең. Кемде һин, нимәне —
Үҙең миңә өҙөп әйтмәйһең...
Өҙөп кенә әйткәнде – был поэзия түгел, «һүҙ юҡта һүҙ булһын»... тип кенә һөйләшеү был! «Юморҙы аңламайҙар!» тиергә мөмкин автор. Ләкин юмор шаштырыу түгел. Саманы белергә кәрәк, бигерәк тә – поэзияла! Халыҡ, бөйөк юморист, һәр һүҙен ете үлсәп әйтә: уйнап һөйләшһәң дә, уйлап һөйләш! – ти. Сөнки ташҡа баҫылған һүҙ юйылмай.
Йөрәк иптәш, ҡайсаҡ әйткән дә бар:
Минең өсөн генә ян әле!
Тыңламайһың, йоҙороҡ хәтле ергә
һыйҙыраһың бөтә донъяны...
Юҡ, артабан инде авторға ышанып булмай – был уның үҙ образы түгел. Был хаҡта йәштәрҙән Марат Кәримов та яҙҙы, ә ололарҙан Ғәйнан Әмири инде уны һуғыш ваҡытында уҡ әйткәйне:
Күпме ғәйрәт, алһыныу, дәрт,
Күпме моң, йыр, уй, теләк,
Күпме мөхәббәт һәм нәфрәт
Һыйҙыра ала йөрәк!
Бер строфаға һыйған был фекерҙе ун өс йылдан һуң ун өс строфаға тартып һуҙыу бер ҙә мотлаҡ нәмә түгел, һәм быға мохтажлыҡ та юҡ шикелле?..
Ләкин Атнабаев бының менән генә ҡәнәғәтләнеп ҡалмай. Үҙ йөрәге менән уйнап туйғас, шунда уҡ ул дуҫының йөрәгенә тотона. Был уйын «Минән дуҫҡа ни етә!» тип атала һәм «Ҙур йөрәкле дуҫҡа ни етә?» тип тамамлана. Әйтелгән фекерҙәре, әлбиттә. Тик яҙ етһә, ҡар ирей тиеүҙән ни мәғәнә? Бәлки, автор үҙенең лирик геройын тағы ла тәрәнерәк, төрлө яҡлап асырға, үҙ йөрәген башҡа йөрәк аша күрһәтергә ниәт иткәндер? Дуҫ – дуҫтың көҙгөһө, тиҙәр бит! Ләкин был көҙгө лә бик тоноҡ күрһәтә. Автор нисек кенә дуҫын ҙур йөрәкле тип маҡтамаған, беҙгә уның ҙурлығы күренмәй, ә фараз итеп кенә ышаныу ҡыйыныраҡ. Сөнки дуҫының бөтә күркәмлеген ул тик шунда күрә:
Уның үҙ йорто юҡ, аҡсаһы ла...
Булған сағы була бик һирәк,
Ләкин...
Һаҡ булығыҙ – бында ниҙер бар! Автор тиккә генә ритмды ватмаған, хәҙер ул бына ахыр сиккәсә фокусник һымаҡ йәшереп килгән бөтә сирҙе – шиғырҙың бөтә мәғәнәһен аҡтарып һалған «поэтик бомбаһын» ырғытасаҡ – мәгеҙ, күрегеҙ минең дуҫтың кем икәнен:
Мине аңлай торған йөрәге бар,
Шунан артыҡ миңә ни кәрәк?!
Бәй, тик шуның өсөн генә шул тиклем «ҙур йөрәкле» булыу кәрәкме икән ни? Күрәһең, «аҡыл-башлыҡ» үҙ вазифаһынан мәхрүм ителгәс, бөтөнләй автор файҙаһына эшләмәй: йөрәк хаҡында ике шиғырҙың икеһе лә йөрәктән сыҡҡан йыр түгел, ә еңел ҡулдан ғына яҙылған.
Кешенең, беҙҙең заман кешеһенең, бөтә рухи байлығын, бөтә эске матурлығын, бөтә өҫтөнлөгөн шундай тар мещан донъяһына ғына ҡайтарып ҡалдырыу бик ҡыҙғаныс, әлбиттә!..
Атнабаев кеүек йәш, һәләтле һәм шиғырҙың нәмә икәнен белгән кешегә үҙ ижадын шулай ваҡлау, үҙенә талапһыҙ булыу, хатта үҙенең шағирлыҡ бурысын онотоп, ҡурсаҡ уйнатып ултырыу һис тә килешкән эш түгел.
Был хәлгә артыҡ туҡталмаҫҡа ла булыр ине, ләкин беҙҙең арала һүҙҙәр менән уйнау, төрлө биҙәктәр менән артыҡ мауығыу, төрлө тәтәй образдар артынан ҡыуыу кеүек формализм күренештәре бер Атнабаевтың ғына тауышын ҡаплап тормай. Был яман сир, былтырғы грипп кеүек, күптәрҙе ыҙалай беҙҙе. Хатта әҙәбиәттә инде ир уртаһы ир булған Карам Бакиров та айный алмай унан.
Юҡһа, Бакиров иптәштең яҙған бер шиғырын – нисек кенә булһа ла! – төрлө-төрлө биҙәкле эпитеттар, ялтырауыҡ сағыштырыуҙар, күҙе күргән теләһә ниндәй деталдәр һәм башы уйлап сығара алған теләһә ниндәй образдар менән тултырырға тырышыуын ҡалайыраҡ аңларға һуң?
Уларҙы уҡый башлаһаң, ярып сыҡҡыһыҙ шиғри шырлыҡ араһында тороп ҡалаһың. Ә һүҙҙәрҙең бөтә мәғәнәһе, көсө һәм төҫө юғала, улар ниндәйҙер өндәр теҙмәһенә әйләнә башлай. Әйтерһең дә образ һәм һүҙҙәр уйлар өсөн түгел, ә уйнар өсөн!
Бакировты нахаҡ ғәйепләй тип яңылышмаһындар өсөн, бер шиғырын алып ҡарайыҡ. Бына уның «Ер йылыһы» исемле китабын асып ебәргән, авторҙың бөтә шиғырҙарына асҡыс булып торған шиғыры. Ул былай башлана:
Ағастарҙа япраҡ булып яра
Яҙғы ерҙең һәттәй һуттары.
Үҫ һин ҡанат булып йөрәктәргә,
Шиғырым, – һүнмәҫ дәртем уттары.
Күренеүенсә, дүрт юлдың дүртеһе лә дүртәр һүҙҙән тора тиерлек. Тик уларҙың береһе лә үҙ-ара кеше теленсә ябай ғына, асыҡ һәм теүәл мәғәнәле итеп бәйләнмәгән. Һәр юл һайын һүҙҙәргә абынаһың, һәр юлды «бөҙрә томан» ҡаплаған, һәр юлда ҡылансыҡ биҙәктәр!.. Кем генә башҡортса «япраҡ булып яра» тип һөйләшә икән? Етмәһә – «ерҙең һәттәй һуттары»!.. Һәм был образдың ниндәйҙер «ҡанат булып йөрәктәргә» үҫергә тейеш булған «һүнмәҫ дәрт уттарына» (йәғни шиғырҙарына!) ниндәй бәйләнеше бар һуң? Әгәр ҙә был образды яһамағанда, шиғырға зыян килер инеме? Юҡ, әлбиттә, бер аҙ томан ғына асыла төшөр ине. Был йомаҡты ҡойғанда автор уны үҙе лә сисеп бөтмәгән, күрәһең. Сөнки артабан уның бар булыуы ла онотола, ә автор инде шиғырының үҙе өсөн нәмә икәнлеген һынарға керешеп китә. Ул уның «һүнмәҫ дәрт уттары» ғына түгел, ә «тәүге мөхәббәте» лә, «мәңге алыштырмаҫ серҙәше» лә, «ҡайғыларҙан түгел» (юҡ, зинһар, уйлай күрмәгеҙ!), «тик шатлыҡтан тамған күҙ йәше» лә, «йоҡламаған йоҡолары» ла, хатта ниндәйҙер «кисерештәр төйөнө» лә һәм иң ахырҙа инде ул авторҙың «бер яндырып, берсә көйөндөрөп, гел тынғыһыҙ тотҡан» һөйөүе лә икән!..
Бер-береһен ҡабатлаған һәм икенсеһе беренсеһен юҡҡа сығарған төшөнсәләрҙе рифмалап сыҡҡандан һуң, был исемлеккә ул саманан тыш ҡыйыу бурыс йөкмәтә:
Баҡсаларға ҡайтҡан һандуғастай,
Күңелдәргә ҡун һин, шиғырым,
Халҡым ижад иткән йыр шикелле,
Уят иң татлыһын тойғоноң»...
Ҡыйыу әйтелгән! Тик нисек ҡыйып әйтелгәндер! Пушкин, мәҫәлән, үҙенә «ҡулдан килмәҫлек һәйкәл» һалып та, бындай ҡыйыулыҡҡа тик үлер алдынан ғына ирешкән. Ә беҙҙең Карамға диңгеҙ тубыҡтан: Пушкинды ул тыумаған ҡолонға атланып та уҙып китә!..
Шиғырыңдың «халыҡ ижад иткән йыр шикелле» булыуын теләү насар теләк түгел, әлбиттә. Ләкин шундай йыр тыуҙырыу өсөн хатта иң, иң яҡшы теләктәр ҙә аҙ. Теләгең ҡабул булһын өсөн, суртан әмере генә етмәй – ең һыҙғанып эшләргә лә, халҡыңдың бөйөк ҡомартҡыларынан ғүмер буйы өйрәнергә лә кәрәк. Ә халыҡ йырының йыртығы булмай. Әгәр ҙә ул образ ҡуллана икән, уны иҫ киткес итеп ҡуллана ла белә:
Ай, Уралым, һинән ҡырҡып алһам
Ат ҡыуырҙай яңғыҙ (ҙа) талдарың,
Тамып та ғына ҡала ҡырҡҡан саҡта
Яуҙа үлгән батыр (ҙа) ҡандары.
Шундай ябай бер образға бөтөн бер тарих, башҡорт халҡының бөтә яҙмышы, барлыҡ фажиғәләре һыйған дөрөҫлөктөң үҙе кеүек үк бөйөк ябайлыҡ был! Ә ялған һәр саҡ ҡатмарлы, һәр саҡ буталсыҡ, ул тик тыштан ғына ялтырап тора.
Тимәк, образдың бөтә матурлығы дөрөҫлөктә, ябайлыҡта һәм үҙ урынында тороуҙа. Сөнки образ шиғырҙың бөтә тәбиғәтенә ярашлы булғанда ғына ҡиммәт. Ә образ өсөн генә образ менән ҡыҙығыу күбәләктең сәскә тип утҡа ҡуныуы менән бер!..
Ҡыҫҡаһы, уҡты – сәпкә, сараны маҡсатҡа әйләндерергә ярамай. Был поэзия юлы түгел, ә поэзиялағы формалистар юлы. Билдәле булыуынса, формализм әйтер һүҙҙәре булмаған кешеләргә үҙҙәренең «фекер фәҡирлеген» һәм «күңел бушлығын» ҡаплап ҡалдырыу өсөн генә кәрәк. Тик ысын, ҙур юл ғына һәр саҡ тормошҡа, халыҡ араһына илтә, ә фокусниктар йөрөй торған ҡыл арҡандай тар ғына һуҡмаҡтар ярып сыҡҡыһыҙ шырлыҡҡа, убып ала торған һаҙлыҡтарға илтеп олаҡтыра...
Өсөнсө бер ҡәләмдәшебеҙ Миәссәр Басыров бына шул хәҡиҡәтте аңланы булһа кәрәк. Хәҙер ул үҙен бик ныҡ йонсотҡан был шырлыҡтан ҡотолоп, ысын юлға сығып килә: эҙләнә, үҙ һүҙен әйтергә һәм шул һүҙгә яңы формалар табырға тырыша. Был тәңгәлдә уға тәржемәләр өҫтөндә эшләү ҙә ярҙам итәлер. Ә тәржемә ғәжәп ҙур культура һәм ижади оҫталыҡ мәктәбе бит! Басыровтың был эшкә ихлас тотоноуын теләргә кәрәк. Һуңғы ваҡытта ул Петефиҙан, Мицкевичтан һәм хәҙерге прогрессив донъя шағирҙарынан уңышлы ғына тәржемәләр бирҙе. Бында уның айырыуса «Дуҫтар йыры» тигән циклын күрһәтке килә.
Ләкин сит ил шағирҙарын үҙләштереү ижади төҫтә булһын ине. Юҡһа, Миәссәр Басыров үҙ шиғырҙарында ла уларҙың формаһы менән мауыға. Был бигерәк тә уның «Елдәр иҫһә» тигән шиғырында ныҡ һиҙелә. Николас Гильен формаһын Куба ере тыуҙырған, һәм уны механик рәүештә ҡабул итеү, әле үҙ ерендә лә ныҡ тормаған көйө, ҡурҡынысыраҡ. Ҡапыл башҡа климатҡа күсеүҙән башыңа эҫе ҡабырға ла мөмкин. Ә яңы форманы яңы эстәлек үҙе үк талап итеп тора. Тик Басыров шиғырҙарында хәҙергә был күренмәй әле.
Был хаҡта айырыуса баҫым яһап әйтке килә. Сөнки күптән түгел генә тәжрибәле оло яҙыусыбыҙ Баязит Бикбай үҙенең «Шатлыҡлы тауыштар» тигән мәҡәләһендә әҙәбиәт юлына баҫҡан байтаҡ ҡына ҡәләмдәштәребеҙгә, шул иҫәптән Миәссәр Басыровҡа ла, киң күңелдән фатихаһын биреп, маҡтау грамоталары өләшеп сыҡты. Ләкин, боронғо гректар «Платонды беҙ яратабыҙ, тик хәҡиҡәтте – нығыраҡ» тигәндәй, дөрөҫөн әйтергә кәрәк: Баязит ағай маҡтауға бик бай, ә талапҡа бик һай килгән, минеңсә: һәм уҡытыусыбыҙҙың ҡайһы бер фекерҙәре менән килешеү ауыр.
Мәҫәлән, әҙәбиәткә яңы ғына аяҡ баҫҡан йәштәрҙе ул, ғәҙәтенсә, бәләкәс балаларға оҡшата ла, күҙ асып күҙ йомғансы, өлгөргән яҙыусыларға әйләндереп ебәрә. Уныңса «айырым шағирҙар, прозаиктар инде ниндәйҙер өлгөргәнлек тойғоһо уяталар, уларға бары тағы уңышлыраҡ эшләүҙәрен теләйһе генә ҡала». Был теләк шиғыр яҙыусыларҙан Әнүр һәм Йәғфәр Вахитовтарға, Нур Хәбиров, Әхмәт Ғайсин, Ихсан Әхтәмйәнов, Миәссәр Басыров, Әфғән Ғиззәтов, Файыҡ Мөхәмәтйәнов һәм Булат Рафиҡов иптәштәргә ҡарата теләнә. «Яҡшы!..» Был ғына ла түгел әле – «уларҙың һәр ҡайһының үҙ тауышы, мәсьәләгә үҙенсә яҡын килеүе бар. Был яҡтан инде уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ урынында».
Әгәр ҙә уларҙың барыһы ла ысынлап та шулай булһа, әгәр ҙә был артыҡ хуш күңелле бер идиллия ғына булмаһа, әҙәбиәттең киләсәге өсөн борсолмаҫҡа ла мөмкин, әлбиттә. Ләкин... иртәрәк өлгөрөү түгелме был? Элегерәк, мәҫәлән, шағир М. Хәй биш-алты шиғыр яҙып түгел, ә биш-алты китап сығарып, уларҙың да иң һуңғыһын ғына «өлгөрөү» тип атағайны... Хәҙер, күрәһең, шағирҙар тиҙ өлгөрә! Баязит ағай быға ышандырыу өсөн «тормошта һәр йәш кеше һөйә» тип, «мөхәббәт мәсьәләһен» ала, һәм миҫалға Нур Хәбиров менән Әфғән Ғиззәтов шиғырҙарын килтерә. Тик ике шиғыр ҙа әле уларҙың өлгөргәнлеген, үҙ тауыштарын билдәләй торған әҫәрҙәрҙән түгел. Ә Ғиззәтов иптәш оригиналь булырға тырышһа ла, көсәнеберәк яҙған кеүек. Хәҙергә уны маҡтамай ҙа түҙеп булыр ине. Ләкин ағайҙың кәйефе шул яҡҡа ғына йылмайып торғас, ни хәл итәһең инде: «Әнүр Вахитов та «шул уҡ теманы... үтә үҙенсәлекле хәл итә... Ә Миәссәр Басыров инде шул уҡ теманы «Иҫһен елдәр» шиғырында тағы ла үҙенсәрәк, талантлыраҡ хәл итә. Ул хатта фекерен уҡыусыға еткереү өсөн яңыраҡ поэтик форма ла тапҡан...»
Поэзияла, шулай уҡ тәнҡиттә лә, бындай форманың эстәлек өсөн файҙаһы аҙ һымаҡ. Ниндәй генә матур протез булмаһын, ул тупаҫ ҡына бер ысын ҡулға етмәй! Ә тәнҡитсебеҙ артабан Басыровҡа тағы бер әйләнеп килеп, хатта «Йырламаҫы» тигән шиғырҙа авторҙың «ашығыслыҡ күрһәтеүен» йомшаҡ ҡына шелтәләп алыу өсөн дә, – «Ялт итеп торор», «Елдәр иҫһә» кеүек матур шиғырҙар биргән М. Басыров бик актив эшләй башлаған шағир...» тип әйтмәйенсә булдыра алмай. Басыровтың башы әйләнеп китмәүен генә теләргә ҡала. Сөнки уға ысындан да матур шиғырҙар бирергә, ысындан да бик актив эшләй башларға ваҡыт инде...
Ихсан Әхмәтйәнов тураһында ла шундай фекерҙе әйтергә кәрәк. Юҡһа, ул да, ни өсөндөр, ғәжәп бер меценатлыҡ аҫтында тороп ҡала. Имеш, «Йәш көстәр» йыйынтығына «Яҙғы бер таң» һәм «Һин һорайһың» шиғырҙарын алмағанда, «уның уңышлыраҡ шиғырҙарын һайлап индерергә артыҡ мәшәҡәт күрмәгән булһалар кәрәк...» Ләкин – булмағанды ҡайҙан алаһың? Бары менән байрам! Шағирҙы былай арҡаһынан ҡағып ҡына үҫтереп булмайҙыр? Ярай ҙа – ҡаҡҡан һайын бер шиғыр сығып торһа!.. Ләкин әҙәбиәттә бындай тылсымдың булғаны юҡ әле.
Әлбиттә, Ихсан Әхтәмйәнов иптәште яҙмай тип булмай, газета-журнал биттәрендә ул күптән яҙышып килә. Шыма ғына яҙа ла белә ул, шиғыр техникаһы ла, жанрҙар төрлөлөгө лә, фекер ҙә бар унда. Ләкин иптәшкә ниҙер етешмәй – шәүләһе бар, ә үҙе юҡ. Хатта Баязит ағай ҙа уны асыҡ төҫмөрләй алмаған, бары тик «матур ғына үҫеп килгән шағир» тип «ашығыслыҡ күрһәткән» генә. Сөнки ҡыҫҡа яҙыу ғына әле берҙән-бер талант үлсәүе була алмай. Донъяла сама үлсәүе лә бар: боронғо гректар һәм Чехов та «ҡыҫҡалыҡ – таланттың һеңлеһе» тигәндәр икән, был «алтын хәҡиҡәт» уның Әхтәмйәнов ҡустыһына ла, Йәғфәр Вахитовҡа ла тура килеп кенә тора тигән һүҙ түгел әле. Ҡыҫҡалыҡ фекер байлығынан да, фекер һайлығынан да булырға мөмкин. Тәүгеһе уның олораҡ шағирҙарға хас.
Ә Йәғфәр Вахитов кеүек бик йәш иптәшкә хәҙерҙән үк Пришвинса һөйләшеү тәбиғи түгел. Үҙенең «Лирик парсаларында – уның тамсыла ла донъяны күрергә, хатта дегәнәк сәскәһендә лә тыуған яҡ йәмен тойорға тырышыуы яҡшы, әлбиттә. Ләкин тормошто микроскоп аша ғына күҙәтеп ултырыу йәш кешенең тойғо иркенлеген, күҙ күремен ҡыҫыуға, яһалма аҡыл һатыуға, ә үҙен ҡайнап торған ҙур тормош диңгеҙенән ситкә сығарып ташларға мөмкин. Диңгеҙ һыуы стаканда ла тоҙло, ләкин диңгеҙҙе стаканда ғына күреү тоҙһоҙ була башлай.
Бына шул яҡтан Әхмәт Ғайсин дөрөҫөрәк юлда. Тәбиғәт уға пейзаж ғына түгел, ә лирик персонаж да. Тәбиғәт фонында ул бөгөнгө кешене, бөгөнгө ваҡиғаларҙы күрә белә. Тик Ғайсин әле кешенең эске донъяһына инергә баҙнат итмәйерәк тора. Ләкин ынтылыш бар. Шундай уҡ ынтылыш Ғәлим Дәүләтовҡа ла хас. Баязит ағай уны юҡҡа ғына үгәйһетә. Ул әле балаларсараҡ уйлаһа ла, күпте күрергә тырыша, һәм киләсәктә ул үҙ һүҙен әйтәсәк. Бының өсөн уға ныҡышмалыҡ кәрәк.
Бик күптән яҙыша башлаған Файыҡ Мөхәмәтйәнов һуңғы йылдарҙа бына шул дәртле ныҡышмалығы, өҙлөкһөҙ эшләүе менән үҙенең йәшлеген яулап алды. Кешенең әҙәбиәткә шундай мөхәббәтен күреү бик шатлыҡлы. Яҙмайынса булдыра алмай икән, ул, әлбиттә, яҙасаҡ. Тик уға, тәүәккәллек итеп, киңерәк пландағы эпик әҫәрҙәрҙә лә үҙ көсөн һынап ҡарарға кәрәк ине. Ауыр һуғыш юлын үткән һалдатҡа һәм бай тормош тәжрибәһе булған Себер шахтерына күмер ҡатламдарын ғына түгел, ғүмер ҡатламдарын асып, кеше характерҙарын бирерлек мөмкинлек тә бар. Юҡһа ҡыҫҡалыҡҡа ғына ҡыҙығыу уның ижадын сикләп, киңерәк ҡолас йәйеп эшләргә ирек бирмәй торған һымаҡ. Ә шағирҙы артабан тик уның үҙ геройҙары ғына үҫтерәсәк.
Р. Зәйни иптәштең дә хәрби ҡәләме һис шикһеҙ шул уҡ хикәйәләү алымын талап итеп тора. Баязит ағай уны «поэтик яҡтан эҙләнмәй» тиһә лә, ул үҙенең «Офицер»ы менән дә, «Һалдат үксәһе» менән дә эҙләнә, «Яҙ...» кеүек матур ҡыҙҙы ла күрә белә, «Көнләшмәйем» тип шаяра ла, «Ҡоро тора дарыбыҙ» тип етди фекерләй ҙә белә, тик былар әле поэтик разведка ғына. Әгәр ҙә ул, ваҡытты ысҡындырмайынса, лирик позициянан эпик һөжүмгә күсһә, еңеү уның яғында, һәм ул күп һүҙлелектән дә ҡотоласаҡ. Һөжүм алдынан Бородино ҡырында ла һүҙ күп булған...
Шул уҡ хәрби темаға «Яҡташтың үлеме» һәм «Иркәмдең теләге» кеүек йылы ғына шиғырҙар яҙған Шакир Бикҡолға ла һалдат йыйнаҡлығы, һалдат ныҡлығы етеңкерәмәй. Шунлыҡтан уның «Имәне» лә, «Ике ярҙағы ике тирәге» лә башҡалар үҫтергән ағастарҙы хәтерләтә, кейгән «шинеле» лә оригиналь түгел, туҙған шинель. Ә һалдат, ҡырҡтартмасы кеүек, артыҡ йөк артмаҡлап йөрөргә тейеш түгел. Бикҡоловҡа ырамлыраҡ атларға ине. Юҡһа ул, «Ленинсы» газетаһында шиғырын яҡлап йөрөп тә, артҡа ҡала. Шағирҙы шиғыры яҡларға тейеш.
Ә йәштәр газетаһы, йәштәргә ярҙам итеү урынына, бының киреһен эшләй. Газета эшселәренә ижади талапсанлыҡ, принципиаллек етешмәйерәк. Мәҫәлән, бик тәбиғи генә үҫеп килгән йәш шағир Әнүр Вахитовтың иң йомшаҡ шиғырҙарын ҡысҡырып торған баш һүҙ аҫтында баҫып сығарыу бик күңелле күренеш түгел. Авторҙың «Йырҙар яҙам» һәм «Тауҙарҙағы яҡтылыҡ» шиғырҙарында яңылыҡ тойолмай, ә «Күкрәк» һәм «Хаттар» тигән шиғырҙары Атнабаевтың «Йөрәк менән һөйләшеүенә» һәм «Һуңғы хатына» уңышһыҙ бер вариация ғына булып сыҡҡан. Бының менән ул үҙ тауышын боҙа һәм хатта үҙенең баҫалҡы холҡо менән дә иҫәпләшмәй. Ә Вахитовтың ысын тауышы быға ҡапма-ҡаршы бит! Ул нескә хисле һәм наҙлы тәбиғәт моңдары менән бергә ҡушылып үҫкән лирик. Уның лирикаһы кешелекле, сабыр һәм уйсан. Әнүргә үҙ ҡәләмдәштәрен ҡабатламаҫ өсөн, тормошто киңерәк күрергә һәм шиғырҙары өҫтөндә күберәк эшләргә кәрәк ине. Тик ул һаман да өй артында үҫкән «Тополь» тирәһендәрәк ураңҡылай һәм бала саҡтағы етемлеге өсөн егет булғас та күберәк йәш ҡоя...
Булат Рафиҡовтың бына шул сентименталлеккә ят булыуы ҡыуандыра. Ул ололар өсөн дә, балалар өсөн дә көр күңелле шиғырҙар яҙа һәм уларҙа беҙҙең көн пафосы яңғырай. Әгәр ҙә ул ҡоро риторикаға бирелеп китмәгәндә һәм шиғыр теленә иғтибарлыраҡ булғанда, Ғ. Сәләм позаһына тормайынса ла, баҙыҡ тауышлы шиғырҙар яҙырлыҡ ҡыйыу ғына ҡәләме бар. Ә иң мөһиме – уның үҙ быуынына һәм тормошҡа ҡарата актив мөнәсәбәттә булыуы!
Тормош, тормош!
Түгел танса залы
Бейек үксәләрҙә үтергә!..
Был, әлбиттә, фекерҙе үҙенсә әйтергә тырышыу. Булат шиғри хикәйәләүҙе, тапҡыр фекерҙе ярата. Бына шундай эҙләнеүсән, яңы фекер әйтергә теләүсе йәштәрҙән Рәшит Әхтәровты ла күрмәй үтеү мөмкин түгел. Айырыуса уның «Иренсәк менән Күңелсәк» тигән әкиәт-поэмаһы ҡыуандыра. Әхтәров башҡорт халҡының бөтмәҫ-төкәнмәҫ ижад хазинаһына мөрәжәғәт итеп бик яҡшы эшләй. Киләсәктә лә уның балалар өсөн шундай яратып уҡырлыҡ талантлы әкиәт һәм легендалар бүләк итеүен күрге килә. Тик уға туранан-тура халыҡ ижадына стилизация яһауҙан һаҡланырға кәрәк.
Поэзия юлындағыларҙың иң йәше булыуға ҡарамаҫтан, иң үҙенсәлекле ҡәләмдәштәрҙең береһе – Нур Хәбиров. Тик уның үҙенсәлеге ниҙә һуң? Баязит ағай әйткәнсә, уның «бәхетле», «өмөтлө», «тәрән фекерле» һәм шиғырҙарының «һығылмалы» булыуында йәки «беҙ бығаса күнегеп бөткән нормаларҙы» боҙоуҙа ғынамы? Юҡ, был үҙенсәлек уның кешелек сифаттары шиғырҙарынан айырылғыһыҙ, үҙе менән һүҙенең бер бөтөн һәм тәбиғи булыуында. Унан һуң был үҙенсәлек Нур Хәбиров шиғырҙарының милли ерлектә тыуыуында: ул башҡортса уйлай, башҡортса тоя һәм саф башҡорт телендә һөйләшә. Нур үҙ еренең уйсан моңон һеңдергән күңеленә. Был моң уның «Тыуған илемә» тигән шиғырында, тик үҙенә генә хас яғымлы бер көй булып, ҡурайҙан сыҡҡан кеүек, урғылып сыға:
Тыуған илем, һине һөймәһәм,
Һинең өсөн янып-көймәһәм,
Һинең өсөн йәлләп йөрәкте,
һыҙғанмаһам эшкә беләкте, –
Ни ҡыйыулыҡ менән арыным тип,
Үләнеңә килеп ятырмын?
Ниндәй выждан менән һыуһаным тип,
Һыуҙарыңдың тәмен татырмын?..
Нур һүҙҙең урынын, ҡәҙерен белә торған, һүҙҙең көсөн тоя торған шағир.
Ә шағир һүҙгә йән кертә, һүҙгә үҙенең әүәлге сафлығын ҡайтара, һәм һүҙ үҙенең ысын мәғәнәһен алып, терелә, йәшәй, көрәшә башлай. Шул саҡта ғына шиғыр уйландыра, тойғо уята һәм тормошоңа юлдаш булып китә. Шағирҙың бурысы ла, бәхете лә шунда.
Мин дә бәхетлемен, әгәр йырым
Йыр тыуҙырһа башҡа күңелдә, –
тип Нур үҙ бурысын дөрөҫ аңлай. Тик бының өсөн уға үҙ-үҙен ҡабатлауҙан ҡурҡырға, маҡтауға ышанмаҫҡа һәм өҙлөкһөҙ эшләргә кәрәк.
Ләкин аҙ эшләйбеҙ, аҙ күрәбеҙ, аҙ беләбеҙ. Тормош етмәй беҙгә! Шуның өсөн дә геройҙарыбыҙ вағыраҡ, яһалмараҡ, төҫһөҙөрәк. Үҙ йөрәктәребеҙҙе генә йырлайбыҙ, бышылдап ҡына һөйләшәбеҙ... Юҡ, бындай заманда халҡыбыҙға, партиябыҙға былай ғына ярҙам итеп булмаҫ. Поэзия юлындағыларҙы тормош геройҙары үҙҙәренә, ең һыҙғанып эшләргә саҡыралар. Ә беҙгә тик улар менән генә үҫергә мөмкин. Эш өҫтөндә үҫә кешеләр!
22 февраль, 1958 йыл,
«Совет Башҡортостаны».