Азамат Ғарипов. Үҙ тормошо – ҙур тәрбиә

Родственники и воспитатели

Рәми Ғариповтың улы Азамат – рәссам. Өфөләге 2-се һанлы сәнғәт мәктәбендә эшләй. Уның матур-матур һүрәттәрен бәләкәстәр «Аҡбуҙат» журналының һәр һанында тиерлек күреп тора.
Рәми ағай ниндәй атай булған? Балалары уны нисек хәтерендә ҡалдырған? Азамат Ғариповҡа беҙ ана шундай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.
— Ул беҙгә бер ваҡытта ла тауышын күтәрмәне. Йомшаҡ күңелле ине. Бик күп әкиәттәр һөйләй торғайны.
Мин 4-се класта уҡығанда «Боронғо гректарҙың легендалары һәм мифтары» тигән китап алып ҡайтты. Атайым бер ҡасан да беҙгә: «Шуны уҡығыҙ, быны уҡығыҙ!» – тимәне. Әлеге китапты ла өҫтәлдең ситенә генә һалып ҡуйҙы. Ул өлкәндәргә тәғәйенләнеп, етди итеп яҙылғайны. Шулай булһа ла, мин уны ҡат-ҡат уҡый торғас шул әлкәлә хатта белгес булып киттем, тиергә мөмкин.
Атайымдың беҙгә бала саҡта һөйләгән әкиәте хәтеремә ныҡ һеңеп ҡалған... Өс бер туған егет, дөрөҫлөк эҙләп, алыҫ юлға сыға. Көндәр, айҙар, йылдар буйына бара улар. Кейемдәре туҙып, йыртылып бөтә. Аяҡтарына кейгән нәмәләре лә тишелеп, яланғас табандарынан ҡандар һарҡый.
Бына алыҫта зәңгәрләнеп ятҡан күл күренә. Өлкән ағайҙары хәлдән тайып шунда барып йығыла ла, ял итеп, һыуһынын ҡандырғас, артабан сәфәрен дауам итмәй тороп ҡала. Уртансылары ла, ауырлыҡҡа сыҙай алмай, өлкән ағаһының миҫалына эйәрә. Бары тик төпсөктәре генә ыҙалы юлдан атларға үҙендә көс таба һәм маҡсатына ирешә.
Күптән түгел был әкиәтте яңынан табып уҡыным. Ул Назим Хикмәттең китабында «Улыма өгөт-нәсихәт» тигән яҙмала ине.
Атайым беҙгә: «Шулай итегеҙ, былай итегеҙ!» – тип өгөт-нәсихәт уҡыманы. Ошо әкиәтте һөйләп кенә лә күпме тәрбиә биргән, тип уйлайым хәҙер.
Төндә йомош менән торған саҡта шәйләйбеҙ: атайҙың эш бүлмәһендә ут яна. Өҫтәл артына ултырған да ниҙер яҙа. Аҡ ҡағыҙ өҫтөнә эйелгән арҡаһы ғына күренә. Көн дә шул уҡ хәл. Кәйефе булмаһа ла, ауырып торһа ла, төн – уныҡы, барыһы ла ятып бөткәс, тынлыҡ урынлашҡас, эшләргә ултыра.
Бына ошо бала саҡта хәтерҙә ҡалған атай арҡаһы теләһә ниндәй өгөт-нәсихәт һүҙҙәренән дә нығыраҡ тәьҫир итә ине беҙгә: кеше бер нәмәгә лә ҡарамай, һәр ваҡыт эшләргә тейеш! Шул саҡта ғына ул маҡсатына ирешәсәк. Атайымдың тормошо – быға асыҡ миҫал.

Азамат Ғарипов
2002 йыл, февраль
Зөһрә Мәһәҙиева яҙып алды.