Мөсәллиә Хәйруллина. Уҡыусым

Родственники и воспитатели

Рәми – беҙҙең үткәнебеҙҙең йондоҙо. Ул ябай, тәрән хисле, аҙ һүҙле, илһамлы, һөйкөмлө, йомшаҡ ҡына матур итеп йылмая торған булып күҙ алдыма килә.
Рәмиҙең йәшлеге, шәхес булып өлгөрөүе минең күҙ алдымда үтте. Миңә 1945–1950 йылдарҙа Өфөлә 9-сы һанлы башҡорт урта мәктәбендә 8–10-сы кластарҙа рус телен һәм әҙәбиәтен уҡытырға тура килде. Ә Рәми Мәскәүҙә Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡығанда, мин аспирантурала уҡыным. Шуға күрә беҙ Мәскәүҙә лә осраша инек.
Рәми ғәжәп үҙенсәлекле уҡыусы булып сыҡты. Уға хас булған сифаттар: белем алыуға ынтылыу, яҡшы уҡырға тырышыу, минутын да әрәм итмәй файҙаланыу, сабыр, тәртипле, намыҫлы, оялсан. Ошондай гүзәл сифаттары менән иптәштәренән айырыла һәм уларға өлгө булып тора ине. Ул иҫ киткес күп уҡый торғайны, һәр саҡ китап менән мауығып, йотлоғоп, анализ яһап, оҡшаған урындарын күсереп алып, үҙ фекерен әйтер ине. Китапты ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡыу мәктәп йылдарында ғәҙәтенә әйләнгән була, ә Мәскәүҙә бөтә булған тойғоларын көндәлеккә яҙып, теркәй бара. Китап – Рәмиҙең иң яҡын дуҫы, юлдашы, белем сығанағы, кәңәшсеһе. Ул төндәр буйына уҡый, белем алыуҙың ҡәҙерен белә. Имтихандарға әҙерләнгәндә өҫтән-мөҫтән генә ҡараштырырға яратмай. Һәр фәнде төплө уҡыуҙан, яңы белем алыуҙан ләззәт таба. Мәктәптә саҡта рус телен һәм әҙәбиәтен яратты. Ысынлап та, Рәмиҙе ижади кеше итеп формалаштырыуҙа уның рус телен һәм әҙәбиәтен ҡыҙыҡһынып уҡыуы бик ҙур урын тотто. Ул А. С. Пушкиндың, Н. В. Гоголдең, И. С. Тургеневтың, А. Н. Островскийҙың, Н. Г. Чернышевскийҙың, А. М. Горькийҙың, В. В. Маяков-скийҙың, А. А. Блоктың, А. П. Чеховтың һәм башҡа һүҙ оҫталарының китаптарын йотлоғоп уҡыр ине. Был яҙыусыларҙың әҫәрҙәре Рәмигә ныҡ тәьҫир иткәндер, күрәһең.
Мин уҡыусыларға йыш ҡына инша яҙырға төрлө темалар бирә торғайным. Рәми беренсе булып оҙон итеп, үҙенсә анализ яһап, әҫәрҙең художество һәм тел үҙенсәлектәрен яҡшы аңлап, үҙ фекерен әйтеп, тәрән һөҙөмтә яһап яҙып бирә ине. А. Н. Островскийҙың «Йәшен» драмаһы буйынса Катерина образына, Н. Г. Чернышевскийҙың «Нимә эшләргә?» романы буйынса Рахметов образына, А. Н. Островскийҙың «Ҡорос нисек сыныҡты» әҫәре буйынса, Павел Корчагин тураһында яҙған иншаларын әле булһа хәтерләйем. Ул Рахметов кеүек физик яҡтан сынығырға тырыша. Иптәштәре Рахметов тип тә йөрөтә уны.
Мәктәптә башланған ижади эш Рәмиҙең бөтә тормошоноң маҡсатына әйләнә, ул үҙен ҙур ижади шәхес булырға әҙерләй.
Мәктәптә уҡығанда Рәми инициативаһы менән ҡулъяҙма әҙәби альманах сығарыла торғайны. Был эшкә йән биреүсе, мәҡәлә яҙыусы, редакторлыҡ эшен башҡарыусы, биҙәүсе Рәми булды. Ул эпиграммалар, фельетондар яҙа, иптәштәренең шиғырҙарын да төҙәтә. Үҙе үк әҙәби түңәрәктең «Туған тел» гәзитен сығара. Ҡулъяҙма журналды «Сигнал» тип атанылар. Рәмиҙе һәм уның һабаҡташтарын был журнал дәртләндерҙе, үҙ көстәрен, һәләттәрен һынарға мөмкинлек бирҙе.
Рәми мәктәптә башҡа эштәр ҙә башҡара торғайны. Балалар йортонда балалар советы председателе, бүлмәлә – староста, класта – комсорг, «Йәш гвардия» мәктәп гәзитенең редакторы, әҙәбиәт түңәрәгенең председателе. Етмәһә, 9-сы класта уҡығанда аэроклубҡа йөрөнө.
Рәми мәктәп йылдарында уҡ халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһына торғайны. Ул айырым дәфтәргә рус халыҡ мәҡәлдәрен, әйтемдәрен, йомаҡтарын йыйып, яҙып бара ине. Был мауығыу артабан тағы ла көсәйә. Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтында уҡығанда, ул йәйге каникулдар ваҡытында райондар буйынса йөрөп халыҡ ижадын йыя ине. Был эштең маҡсаты – тел һәм халыҡ ижадын, тормошон өйрәнеү, тәбиғәт менән танышыу, халыҡтың һөйләү телен өйрәнеү.
1952 йылдың июль һәм август айҙарында Рәми Баймаҡ районында булып, оло йәштәге бабайҙарҙың һөйләүе буйынса Салауат тураһында, унан «Брагин ташы» тигән әкиәттәрҙе, Бөрйән районында «Күсәк бей» эпосын яҙып ала.
Халыҡ ижадын йыйыуға туғандарын, таныштарын йәлеп итә. Уларға халыҡ ижадының тәрбиәүи йоғонтоһон аңлата, был эшкә уҡыусыларҙы ылыҡтырырға димләй. Фольклорҙы белеү – халыҡты белеү, тигән һүҙ. Халыҡ үҙенең тапҡыр, үткер теле менән быуаттар буйы дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек, бәхет өсөн көрәшкән. Халыҡ ижады – ул халыҡтың аҡылы. Быны Рәми бик яҡшы аңлай, шуға күрә лә был байлыҡ уның шиғырҙарына һалына. Халыҡ теле уның телен байыта, туған теленең ул бөтә нескәлектәрен аңлай.
Рәмиҙең үҙ телен байытыуының икенсе сығанағы – һүҙлек өҫтөндә эшләү. Был сифаты уның мәктәптә үк асыҡ күренә ине. Дәрестә аңламаған һүҙен гел генә һорай торғайны. Ул саҡта хәҙерге кеүек һүҙлектәр ҙә юҡ ине, шуға ла ул үҙенең кеҫә һүҙлеген булдырғайны. Даль һәм Ушаков һүҙлектәре менән танышып, институтта уҡығанда йыш ҡына һүҙлектәр уҡый ине.
Рәми саф, инсафлы, олоно оло итеп ҙур ихтирам күрһәтер, кеселәргә ярҙам ҡулын һуҙыр, уларға кешелекле булыр, ағай булып кәңәш итә белер, ас ваҡытында туйҙырыр ине. Үҙе III курста уҡығанда I курска килгән иптәштәренә ысын күңелдән ярҙамлаша, уларҙың ижади үҫеше менән ҡыҙыҡһына, кесе дуҫтары ярамағаныраҡ эш эшләһә, шелтәләй, аҡылға ултырта.
Рәми үҙенән оло яҙыусыларҙан өйрәнергә ынтыла, кәңәштәрен иғтибар менән тыңлай. Рәшит Ниғмәтиҙе, Мостай Кәримде бик ҙурлай, хөрмәт күрһәтә. Мәҫәлән, Әнүәр Бикчәнтәевте ололап, бик асыҡ, йылы, ябай кеше тип ҡарай. Мостай Кәримгә, һәр саҡ яратып, оло итеп «Мостафа ағай» тип өндәшә. Үҙенең «Йүрүҙән» китабын – «ул минең үҙ балам», мин уны бөтәһенән дә яҡыныраҡ күрәм, ти торғайны. Был китапты нисек ҡаршыларҙар инде, тип борсола, Мостай Кәримдең рецензия яҙыуын бик теләй ине.
1953 йылда – Рәми инде күп кенә шиғырҙарының авторы (күбеһе ҡулъяҙма). Оло, тәжрибәле яҙыусылар уға шиғырҙарының тематикаһын киңәйтеү яғын уйларға, нығыраҡ эшләргә кәрәк, тип кәңәш бирәләр.
Мәскәүҙән Өфөгә ҡайтҡан арала Яҙыусылар союзына инеп, Мостай Кәрим менән оҙаҡ ҡына һөйләшә, «Салауат батыр»ын уҡый. Мостай Кәримгә был әйбер оҡшап етмәй, мәгәр теле һәйбәтлеген әйтә. Яңынан тәрән итеп уйларға ҡуша, шиғырҙарҙың тематикаһы тар булыуын белдерә. Рәмиҙең үҙенә оҡшағандарын һайлап алып, гәзиткә ҡалдырып китергә кәңәш бирә. Рәми, «Совет Башҡортостаны» редакцияһына инеп, үҙенең тәүге очергын – Зоя Космодемьянская тураһындағы «Үлемһеҙ ҡыҙ»ҙы уҡый. Редактор алып ҡала. Икенсе көндә йәш авторға корректураһын уҡыталар һәм ул ташҡа баҫылып сыға. Рәми гәзитте күп һанда һатып алып, балалар йортондағы, интернаттағы таныштарына, иптәштәренә, тәрбиәселәренә тарата.
Рәми Мостафа ағайҙың тәнҡитен ишеткәс, үҙ алдына тағы ла ҙурыраҡ бурыстар ҡуя – уҡырға, уҡырға, ныҡ уҡырға, шиғыр ғына яҙмаҫҡа, төрлө яҡтан үҙеңде нығытырға...
Рәми – ябай, шул уҡ ваҡытта, тәрән хисле, нескә күңелле, тәбиғәттең һәр күренешенә сикһеҙ һоҡланыусан, үҙенә генә хас матурлығын күрә белгән кеше ине. Был йәһәттән уға И. С. Тургенев ижады ныҡ йоғонто яһай.
Рәмиҙең дуҫтары күп, улар менән, шул иҫәптән, ҡыҙҙар менән дә, хат яҙышырға ярата, уның хаттары эстәлекле, унда ниндәй ҙә булһа берәй проблема ҡуйыла, шуны ашыҡмай, яйлап, кәңәш итеү формаһында аса. Шағир үҙенең ҡыҫҡа ғүмерендә бер кемде лә рәнйетмәгәндер. Ул асыҡ күңелле, тәртипле, тәүфиҡлы, бик матур итеп ояла белә ине. Мин уны Өфөлә ике-өс тапҡыр ҡулында тәмәке менән осратҡылағайным. Ул ҡыҙҙар шикелле оялып, минән уңайһыҙланып, тәмәкеһен күрһәтмәҫкә тырышҡан була, йәшерә ине. Бындай осраҡта мин һүҙҙе ҡыҫҡа тотоп, тиҙ арала хушлашып китеү яғын ҡарай торғайным. Бер генә тапҡыр уға: «Рәми, кеҫәңде яндырма», – тинем.
Мин Мәскәүҙә аспирантурала уҡығанда яҡташтар һәм үҙемдең уҡыусыларым менән, шул иҫәптән Рәми Ғарипов, Әсғәт Әшрәпов, Әкрәм Закиров, Ғайса Хөсәйенов, шулай уҡ Ҡазандан килгән башҡа иптәштәр менән осраша торғайным.
Үҙебеҙҙең башҡорт мәктәбен уҡып бөтөп, Мәскәүҙә Ленин исемендәге педагогия институтында уҡыған Рәғиҙәнең туйында булдым. Унда Рәми ҙә бар ине. Рәми һәм Флүрә Хәмитова мине оҙатып ҡуйҙылар. Мин туйҙан бик ҡәнәғәт булып ҡайттым. Рәми миңә: «Бына инде уҡыусыларығыҙҙың да туйҙары башланды», – тине. Мин уға: «Инде сират һинеке, Рәми», – тинем. Өсәүләп рәхәтләнеп көлөштөк.
Рәми менән үҙебеҙҙең уҡыу тураһында, ғилми һәм ижади эштең барышы тураһында һөйләшә торғайныҡ. Бына бер-ике эпизод.
1952 йыл, декабрь. Рәми мин торған ятаҡҡа килгәйне – тыуған көнөм менән ҡотларға. Бик шәп итеп баллап сәй эстек. Унан Рәми йәй райондарҙан йыйған фольклор материалдары тураһында һөйләне: мәҡәл, әйтемдәр, «Брагин ташы» легендаһы, «Күсәк бей» эпосы тураһында. «Орсоҡ», «Ғүмәров», «Йәтим ҡыҙ меҫкен Хәтирә», «Шаһибәрәк» йырҙарының текстарын илһамланып уҡыны. Мин Рәмиҙең иҫ киткес матур уҡыуына, тел байлығына һоҡланып, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланым. Һиңә проза яҙырға кәрәк, тинем. Беҙҙең был осрашыуҙы Рәми үҙенең көндәлегенә лә теркәгән: «Ниндәй ҡыҙыҡ тормош: әле генә мин уның дәрестәрен тыңлап ултыра инем. Ярата һәм бер аҙ ҡурҡа ла инем. Ә бөгөн апай менән ҡусты кеүек беҙ».
1953 йыл осрашҡанда күберәк минең диссертация тураһында һүҙ барҙы. Мин Рәмиҙән башҡорт телендәге ҡайһы бер текстарҙы руссаға тәржемә итеүен һорай инем. «Азамат» тигән халыҡ йырынан бер өҙөктө тиҙ үк эшләп тә бирҙе.
1967 йылдың 15 декабрендә миңә бергә эшләгән хеҙмәттәштәр, дуҫтар һәм ҡайһы бер уҡыусыларым килгәйне. Рәми менән Надя бик матур булып килгәндәр, күңелле ултырҙылар. Рәми үҙенең күп кенә шиғырҙарын уҡыны. Надя университет доценты Нинель Васильевна менән күп тапҡыр рус һәм украин йырҙарын башҡарҙы. Башҡа иптәштәр ҙә күп шаян һүҙҙәр һөйләне, йырланы, бейене...
Шағирҙың үҙемә яҙып бүләк иткән китаптарын күҙ нурымдай һаҡлайым. Бына улар: «Ҡәҙерле уҡытыусым Мөсәллиә Ғәлиевнаға мәңгелек рәхмәт менән: Рәми.
31/1–1959». (Таш сәскә. Лирика. Өфө, 1958.) «Мөсәллиә апама, иң ҡаты, иң ҡурҡҡан уҡытыусыма, оло шиғриәткә иң оло мөхәббәт тәрбиәләгән кешемә – иң кескәй генә бер иҫтәлек булһын. Онотмам, апам, беҙ, етемдәргә ышаныс, өмөт, көс биргәнеңде. Улың Рәми». (Һабантурғай йырҙары. Шиғырҙар. Өфө, 1964.)
Ул уҡыу йылдарында бик өлгөлө, алдынғы булды. Юғары исемдәге стипендия алды. Ул китап яратты, аҡсаһын ашамайынса китапҡа бөтөрә ине. Алған гонорарын да китапҡа, иптәштәрен туйҙырыуға, хатта өҫ-баштарына алырға тотондо. Шуға күрә Рәмигә Мәскәүҙә уҡыған сағында матди яҡтан ауыр булды.
Рәмиҙең сәләмәтлеген Өфөләге 60-70-се йылдар осоро бик бөтөрҙө. Ул тура һүҙле, ирекле шағир. Башҡорт халҡы өсөн, уның теле өсөн көрәште, туған теле менән ғорурланды. Түрәләр шағирға «милләтсе» тигән исем таҡты, уның ижадына ҡаршы йоҙроҡ төйҙө, әҫәрҙәрен, тәржемә яһалған әйберҙәрен баҫманылар, ә һуңынан бөтөнләй эшһеҙ ҡалдырҙылар. Миңә Рәмиҙең ошо ауыр йылдарында уға ярҙам итеү йөҙөнән обкомға барырға, Хәким Ғиләжевкә, Рафаэль Сафинға мөрәжәғәт итергә тура килде, әммә һүҙем, һорауым яуапһыҙ ҡалды.
«Башҡортостан ҡыҙы» журналында эшләгәнендә Рәми уның сифатын күтәреүҙә, телен яҡшыртыуҙа, биҙәлешен матурлауҙа йәнен-тәнен биреп эшләне. Быларҙы күрмәнеләр, йәки күрмәмешкә һалыштылар, киреһенсә, уға төрлө ялалар яғырға тырыштылар. Журналдың редакторына бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итеүем һөҙөмтәһеҙ ҡалды. Ә Рәми һаман уҡыны, эҙләнде, яҙҙы, дөрөҫлөккә ынтылды һәм ошо юлда янды. Иртә китте ул тормоштан. Ә бит ул ниндәй һөйә ине яҡты донъяны; илем, телем, халҡым, тип үҙен аямай көнө-төнө эшләне. Үҙенең яҙған, оҫта тәржемә ҡылған ижад һөҙөмтәләрен үҙе тәртипкә килтереп, том-том мираҫ ҡалдырҙы. Рәми үҙенең данға күтәрелеүен күрмәне. Уны халыҡ күтәрҙе. Үлгәндән һуң тиҫтә йылдар үткәс кенә ижады тулыһы менән халыҡҡа барып етә алды. Халыҡ, шиғриәт донъяһы, шиғыр һөйөүселәр талабы менән Рәми ижады Салауат Юлаев исемендәге бүләккә лайыҡ булды, үҙенә Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән юғары исем бирелде.

Мөсәллиә Хәйруллина, профессор
1991 йыл, 4 июль