Рауил Бикбаев. Шағир аманаты

Сверстники и собратья по перу

Кистәрен офоҡтар тағы зәңгәрләнеп, яҙҙың тәүге һулышы күңелдәрҙе елкендергән миҙгелдә, ярмаланған ҡарҙарҙы аҡтарып, ул сәскәләр эҙләргә ярата торғайны. Кескәй генә аҡһыл сәскәләрҙе ҡулында тотоп, шағир хазина тапҡандай ҡыуаныр ине. Ғүмере буйы Рәми Ғарипов шулай килер яҙҙарына ашҡынды, ҡарҙарҙы ҡулы менән аҡтарып, кешеләргә тиҙерәк сәскә бүләк итергә ашыҡты, кешеләрҙең күңелендә сәскәләр эҙләне. Бәлки, уның иң ҙур хазинаһы ла ҡарҙы тишеп сыҡҡан сәскә менән кешеләр күңеленән бөркөлгән яҡтылыҡ булғандыр.
Шағир Рәми Ғарипов менән аралашҡан кешеләр уның эш бүлмәһендә эленеп торған Башҡортостан картаһын хәтерләйҙер. Был карта әле лә һаҡлана. Республикала Рәми Ғарипов булған урындар унда шағирҙың үҙ ҡулы менән билдәләнгән. Был картала күпме ауылдан, күпме райондан Өфөгә килеп тоташҡан һыҙыҡтарға ҡарап, илгиҙәр шағирҙың ни тиклем тынғыһыҙ юламан булыуына һоҡланмай мөмкин түгел.
Рәми Ғарипов юл йөрөргә ярата торғайны. Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтында уҡыған йылдарҙа йәйге каникул ваҡытында ул йәйәүләп Башҡортостандың байтаҡ райондарын йөрөп сыға, сәсән олатайҙар, инәйҙәр менән осрашып, халыҡ ижад иткән һүҙ ынйыларын яҙып ала. Артабан журналист юлдары уны тағы ла бик күп кешеләр менән осраштыра. Алтмышынсы-етмешенсе йылдарҙа Рәми Ғарипов археологтар менән дә сәфәрҙәрҙә булып ҡайта. Археолог дуҫына арналған шиғырында уның ошондай һүҙҙәр бар: «Ҡатын-ҡыҙҙың ынйыларын эҙләп, эҙләйҙер ул Тыуған илкәйҙе». Ер ҡатламдарын ғына түгел, тарих ҡатламдарын да аҡтарып, Тыуған илеңде, тыуған халҡыңды мөмкин тиклем тулыраҡ аңларға ынтылыу – Рәми Ғариповты һәр саҡ юлға йөрәкһетеп торған сәбәптәрҙең береһе, бәлки, шундалыр.
Әлбиттә, кеше ғаләмдәрҙе яулаған бөгөнгө ғәләмәт тиҙлектәр заманында республика буйлап бындай сәйәхәттәр ғәҙәти хәл булып күренергә лә мөмкин. Ләкин Рәми Ғарипов өсөн тыуған ер буйлап үткән ҡыҫҡа ғына юл да оло ваҡиға, тәрән мәғәнәле ижад эше ине. Ул һәр бер күргәне хаҡында туҡтауһыҙ уйланыр, барыһын да йөрәге аша үткәрер, юлдан йә ҡыуанып, йә борсолоп ҡайтыр ине. Шағирҙың ғәжәп бай архивындағы төрлө йылдарҙағы сәфәрҙәрҙең иҫтәлеге булған тиҫтәләрсә блокноттар һаҡланып ҡалған. Уларҙа күпме тәьҫораттар, атҡарылған һәм атҡарылмай ҡалған уй-хыялдар...
Рәми Ғарипов тураһында уйлағанда уның менән бергә үткән юлдар үҙҙәренең онотолмаҫ иҫтәлектәре, бөгөнгөләй йәнле төҫ-ауаздары менән күҙ алдына баҫа. 1968 йылдың балҡып торған сыуаҡ көҙө. Беҙ икһеҙ-сикһеҙ Ырымбур далалары буйлап Туҡ-Соран яҡтарына китеп барабыҙ. Бараһы еребеҙгә төн уртаһына ғына килеп еттек. Рәми Ғариповты бында иң тәүҙә иң ныҡ һоҡландырғаны – баҙрап торған дала йондоҙҙары булды. Был йондоҙҙар шундай эре, шундай яҡын ине – үрелеп кенә алырлыҡ кеүек. Рәми Ғарипов менән ун көн эсендә беҙ утыҙҙан артыҡ ауылда булдыҡ. Дауыт Юлтый, Мөхәмәтша Буранғолов, Сәғит Агиш, Ғабдулла Амантай һ. б. эҙҙәрен һаҡлаған юлдар буйлап үттек, күктәге йондоҙҙарға ғына түгел, кешеләрҙең күңелендәге матурлыҡҡа һоҡландыҡ. Үҙемдең тыуған яҡтарымды мин Рәми Ғарипов менән яңынан астым, яҡынданыраҡ аңланым. Ысынлап та, уның менән күп нәмәләр яңыса күренә, кешеләр ҙә, ер-һыуҙар ҙа башҡасараҡ, тулыраҡ асыла ине. Белорет – Шишмә тимер юлы яңы төҙөлә башлаған ваҡытта Урал тауҙарына шағир менән бергә артылғанда ла, Федоровка, Илеш, Ишембай яҡтарында бергә йөрөгәндә лә мин быға күп тапҡырҙар шаһит булдым.
Рәми Ғариповҡа арналған ошо шиғырым да шул 1968 йылда яҙылған:

Был донъяның иркә улы булып,
Йәшәүҙәр юҡ беҙгә кинәнеп.
Һиндә – Салауаттың яралары,
Миндә – һыҙланыуы Кинйәнең.

Ҡайҙа барһам, әсе моңдай сыңлап,
Йөрәгемдә бергә килерҙәр
Шәһиттәрҙең ҡаны аҡҡан боҙҙар,
Зөбәйҙәрҙән ҡалған күмерҙәр.

Көнөн-төнөн көйрәп күңелдәрҙә
Атайҙарҙан ҡалған уй ята.
Донда ҡорбан булған Дим улдары
Ыңғырашып таңда уята.

Ете-ятҡа төшкән йот-ҡайғыға
Күҙебеҙҙән сыға йәш бәреп.
Ҡатын ҡосағында йәшәмәнек,
Халыҡ ҡосағында йәшәнек.

Һалайыҡсы иңгә донъя йөгөн,
Көтмәйенсә көсләп еккәнде.
Бәхет беҙҙең менән, халыҡ тыны
Ҡағып торһа ғына елкәнде.

Бергә йәшәгән, бергә ижад иткән йылдарҙы һағынып иҫкә алғанда Рәми Ғариповтың кешелек һәм шағирлыҡ тәбиғәтен иң тулы асыусы матур сифаттарҙың береһе хаҡында айырым әйтке килә. Рәми Ғарипов кешене тыңлап туймаҫ ине. Ваҡыты юҡ саҡта ла ул башҡалар өсөн ваҡыт таба алды, һәр саҡ иғтибарлы, хәстәрлекле булды. Шағир ғүмере буйы фекер уртаҡлашыуға, рухи аралашыуға сарсап йәшәне. Уның гел генә юлға ашҡыныуы ла кешеләргә ашҡыныуынан, халыҡ күңелен тулыраҡ күрергә ынтылыуынан килә ине.
Рәми Ғариповты күреп белгәндәрҙең күбеһендә, бөтәһенән элек, шағирҙың сабыр йылмайыуы хәтерҙә ҡалған, кешегә бөтә күңеле менән, эске нур менән йылмайып ҡул һуҙыр ине ул.
Әлбиттә, шағир һәр саҡ йылмайып ҡына йәшәй алмай. Рәми Ғарипов донъяға һоҡланып ҡына ҡалманы, уны һаҡлау өсөн уяулыҡҡа саҡырып оран һалды, шиғырҙарында тынғыһыҙ заман тураһында борсолоп, һыҙланып уйланды. «Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте», – тип яҙҙы шағир. Уға бәләкәстән үк ошо замандың байтаҡ һынауҙарын үтергә, ауырлыҡтарын үҙ иңендә күтәрергә тура килде.
Шағирҙың тәүге китабына ингән «Әсә ҡулдары» тигән шиғырҙы һоҡланмай хәтерләү мөмкин түгел. 1977 йылдың йәйендә миңә бер төркөм башҡорт шағирҙары менән бергә Йүрүҙән буйҙарында Салауат көндәренә арналған әҙәби осрашыуҙарҙа ҡатнашырға тура килгәйне. Малаяҙҙағы мәктәптә тыуған яҡты өйрәнеү музейы менән танышып йөрөгәндә күргән бер документ әле лә иҫтән сыҡмай. Рәми ағайҙың әсәһе Гөлмәрйәм апайҙың һуғыш йылдарындағы ҡаһарманлығы – районда иң уңған ураҡсы булыуы хаҡында һөйләй ине ул. Шул ваҡытта тағы ла «Әсә ҡулдары» исемле шиғыр, «ул саҡ, әсәй, белмәй инем әле алтын икәнлеген ҡулдарың!» тигән һүҙҙәре хәтергә килде. Буласаҡ шағир сабый саҡтарында әсә ҡулдарының алтын икәнлеген тулыһынса, бәлки, аңлап та бөтмәгәндер. Ләкин ошондай алтын ҡуллы әсәнең хеҙмәткә булған мөхәббәте улына ла күсә, тотонған эшен мөкиббән китеп башҡарыу, тынғы белмәй йәшәү уның ғүмерлек сифатына әйләнә.
Илленсе йылдарҙа әҙәбиәткә килгән үҙ быуыны араһында Рәми Ғарипов бик иртә асылды, үҙ тауышын тиҙ тапты, йәшләй генә ижади өлгөрҙө. Илленсе йылдарҙа уның ижады матбуғатта ла, уҡыусылар араһында ла һәйбәт баһа алды.
Алтмышынсы йылдар башында Рәми Ғарипов поэзияһының иң аҫыл биттәре асылды. Был осорҙа ул айырыуса илһамланып эшләне. Шағирҙың «Умырзая йыры» исемле китабында яҙылыу ваҡыты буйынса урынлаштырылған шиғырҙарҙы тағы ла бер ҡат күҙҙән үткәрегеҙ. Алтмыш икенсе йылда ғына ла, мәҫәлән, йөҙләгән шиғыр яҙылған! Уларҙың һанынан бигерәк сифаты, поэтик һүҙҙең һаман үткерләнә барыуы ҡыуандыра. «Һабантурғай йырҙары», «Осоу» исемле йыйынтыҡтарҙағы һәйбәт һыҙаттар артабан «Аманат», «Миләш-кәләш» исемле китаптарҙа үҫтерелде. Был әҫәрҙәр барыһы ла алтмышынсы-етмешенсе йылдарҙағы башҡорт шиғриәтенең үҫеш процесында Рәми Ғариповты иң үҙәк фигураларҙың береһе дәрәжәһенә күтәрҙе.
Ысын шағир хаҡында һүҙ барғанда уның поэзияға алып килгән яңылығы, новаторлыҡ сифаттары тураһында ла уйланмай мөмкин түгел. Рәми Ғарипов ҡабатланмаҫ шағир, үҙенсәлекле талант ине. Хеҙмәт кешеһенә иғтибар, халыҡ яҙмышы тураһында уйланыуҙар, ил-тел хаҡында хәстәрлек, шиғри һүҙгә юғары талап, образлылыҡтың артабан үҫеше, шиғырҙарҙағы ябайлыҡ һәм күңелдәрҙе арбай торған лирик моң, уй-кисерештәр гаммаһы һәм тормоштоң үҙе кеүек тәбиғилек – Рәми Ғарипов яулаған поэтик бейеклектәр хаҡында бына ошондай төрлө аспекттарҙа фекер йөрөтөп була. Уларҙың һәр береһе махсус тикшеренеүгә лайыҡ. Мәҫәлән, лирикаһында кеше менән тәбиғәт араһындағы бәйләнеш ни тиклем тулы сағыла, ниндәй көслө шиғри юлдарҙа асыла:

Мин ер инем, ергә баҫҡан саҡта,
Мин күк инем, күккә баҡҡанда,
Мин ут инем, дөрләп ут янғанда,
Мин һыу инем, йор һыу аҡҡанда...

Был һүҙҙәрҙе тәбиғәтте йәне-тәне менән һөйгән һәм аңлаған шағир ғына әйтә ала һәм ошондай юлдарҙың тыуыуы шиғриәттең бәхетен, уның киләсәген билдәләй.
Рәми Ғарипов тал менән тал, кескәй ҡошсоҡ менән ҡошсок булды, бәхетленең бәхетенән кинәнде, ҡайғылының ҡайғыһына көйөндө. Ул уҡыусыға үләндең, япраҡты шыптыр-шыптыр күтәреп, яҡтыға атылып сыҡҡанын ишеттерә белде. Донъялағы һәр ябай ғына әйберҙә лә кеше ғүмеренең аҫыллығын асыусы, тормоштоң бөйөклөгөн раҫлаусы тәрән мәғәнә күрҙе.

Ҡайҙа зәңгәр сәскә? Юҡ шул әле!..
Мә, алып тор һин тал бөрөһөн.
Тик бынан һуң тал да был донъяла
Зәңгәр сәскә булып йөрөһөн!

Был юлдарҙа тыуған ерҙең һәм тормоштоң һәр күҙәнәгенә ҡарата ни тиклем хәстәрлекле мөнәсәбәт. Илаһи йәйге кистәрҙең береһендә «Ә миң һаман ултырырмын кеүек тартай моңонан да иҫереп» тигән шағир тормоштағы һәм тәбиғәттәге һәр хәрәкәттән, һәр биҙәктән үҙенсә шулай йәм һәм мәғәнә таба белде, кеше күҙендәге һәм сәскә ҡарашындағы ихласлыҡҡа, матурлыҡҡа табынып йәшәне.
Шиғри тәбиғәтенең бар булмышы менән Рәми Ғарипов нескә тойғоло, философик мәғәнәле лирик шағир. Уның әҫәрҙәре шиғри көндәлекте хәтерләтә. Ләкин был көндәлек үтә интим донъяның ығы-зығыһын һөйләүгә әйләнмәй. Лирикаһының иң үҙенсәлекле яғы – шиғырҙарының ябайлығында һәм шағирҙың донъялағы иң ябай нәмәләрҙең, иң ғәҙәти хәлдәрҙең дә матурлығын күрә, шиғрилығын таба белеүендә.
Башҡорт поэзияһына Рәми Ғарипов нимә өҫтәне, тигән һорауға йыйып ҡына әйткәндә, Рәмиҙе өҫтәне, ҡабатланмаҫ поэтик шәхес, үҙе оло бер донъя булған Рәмиҙе Өҫтәне, тип әйтке килә. Әҙәбиәткә ул үҙе булып килде, үҙен бирҙе, үҙен фиҙа ҡылды. Фиҙаҡәрлек – Рәми үҙенең поэтик донъяһына һәр саҡ тоғро булып ҡалды һәм уның аша тормоштоң матурлығын аса алды.
Рәми Ғарипов илдең уҙғанына һәр саҡ иғтибарлы булды, халҡыбыҙҙың бөгөнгөһөн ҡәҙерләргә өйрәтте һәм яҡты киләсәккә саҡырҙы. Халыҡтың мәңгелек ижад дәртендә ул уҙғанды, бөгөнгөнө һәм киләсәкте бәйләүсе бөйөк көстө күрҙе. «Киләсәк» исемле шиғырында шағир былай тине:

Ошо ижад менән
мөғжизәләр яулай
Талмаҫ ҡулы шағир халҡымдың.
Ошо ижад менән
ул, беренсе булып,
Йондоҙҙарға саҡлым ҡалҡынды!..
Киләсәк ул – тотош ижад иле,
Киләсәк ул миңә – йыр, шиғыр.
Бына шуның өсөн
мин – коммунист,
революционер
һәм шағир!

Шағир әҫәрҙәрҙә төрлө формаларҙы оҫта ҡулланды, лирик уйланыуҙар мәлендә лә, диалогтарҙа ла, эс серҙәрен уртаҡлашып, башҡаларға өндәшкәндә лә, донъя алдында бер һауап, гонаһтарын асып һалған саҡтағы намыҫ һүҙендә лә, тәбиғәткә һоҡланғанда ла, замандың именлеген ҡурсалаусы гражданин һүҙен әйткәндә лә үҙе булып ҡалды.
Дөрөҫлөктө яҡлау, матурлыҡты яратыу – был кисерештәр абстракт һүҙҙәр түгел, шағир яҙмышында улар конкрет тетрәүҙәр аша кәүҙәләнә. Рәми Ғарипов лирикаһының поэтик үҙенсәлектәрен тикшереү, һис шикһеҙ, кәрәкле һәм мауыҡтырғыс эш. Ләкин уның шиғриәтен һәм тормош юлын йырылғыһыҙ берлектә, шағирҙың фажиғәләре һәм байрамдары аша өйрәнеү киләсәктәге бурыс булып ҡала.
Рәми Ғарипов бөгөнгө көн менән генә йәшәмәне, уҙғандың тәжрибәһе аша киләсәкте күрергә ынтылды. «Әллә ниндәй таш быуатҡа китеп, ваҡыт әрәм итеп ҡайтаһың» тигән нигеҙһеҙ ғәйепләүҙәргә ул: «Мин, үткәндәр менән байығып, киләсәккә ҡомһоҙ ҡарайым» тип яуап бирҙе.
Рәми Ғарипов башҡорт һүҙ сәнғәтен энәһенән ебенә тиклем ентекле өйрәнгән, донъя әҙәбиәте менән яҡшы таныш булған төплө әҙерлекле, киң ҡарашлы шағир ине. Башҡорт поэзияһындағы, йырҙарҙағы, ҡобайырҙарҙағы бай традицияларҙы уңышлы дауам итеү менән бергә, донъя лирикаһының һәм бөйөк рус шиғриәтенең аҫыл үрнәктәрен ентекләп өйрәнеп ижадҡа килде. Ул ғүмере буйы яһалмалылыҡты, һуҡыр эйәреүҙе, күңелдән кисерелмәгән буш стилизацияны күрә алманы.
Шағирҙың йәнле яҙмышына әйләнмәгән образдар хаҡында ул былай тип яҙҙы:

Яҙһағыҙ ҙа тәйән ат та ат тип,
Ҡайҙа һеҙҙең менгән атығыҙ?
Аттан бигерәк шиғырығыҙ артыҡ,
Бөгөнгөгә, дуҫтар, ҡайтығыҙ.
Ат туғарып егә белмәҫ әҙәм
Ат хаҡында шиғыр яҙғанда,
Мин, нишләйем, – тайҙар көтөүсеһе,
Аҡылымдан хатта яҙғандай.

Рәми Ғариповтың шиғри тәржемәләре – уның ижадының интернациональ рухын тағы ла тулыраҡ асыусы ғәжәп бер күренеш ул. Башҡа халыҡтарҙың хазинаһына Рәми һәр саҡ оло ихтирам менән ҡараны, үҙенең һоҡланыуын башҡалар менән бүлешергә теләп, ошо хазиналарҙы башҡортса яңғыратырға ашыҡты.
Башҡорт поэзияһында ул иң күренекле тәржемәсе булып танылды. Рудаки, Ғүмәр Хәйәм, Байрон, Гейне, Пушкин, Лермонтов, Блок, Есенин, Твардовский, Рәсүл Ғамзатов, Дудин... Был шағирҙарҙың һүҙҙәрен Рәми Ғарипов башҡорт уҡыусыһына хуш еҫен, шиғри аһәңен юғалтмайынса еткерә алды.
Уның тәржемәһендә Есениндың билдәле бер шиғыры бына нисек башланып китә:

Йөрөмәм инде, иҙмәм ал ҡыуаҡты,
Эҙләһәм дә тапмам әҙеңде.
Төштә генә күрҙем мин ул саҡты:
Һоло сәс көлтәһен үҙеңдең.

Тәржемә эшенә шағир үҙ эшенә ҡараған кеүек (бәлки, унан да нығыраҡтыр) талапсан ҡараны. Ғүмәр Хәйәмдең робағиҙарын башҡортсаға әйләндереүгә һалған көс – бының асыҡ миҫалы. Һөҙөмтәлә, донъялағы иң билдәле тәржемәләр менән ярышырлыҡ поэтик гәүһәрҙәр тыуҙы.
Талантлы шағир, тәржемәсе, фольклорсы Рәми Ғариповтың публицистик мираҫы әлегә бөтөнләй тип әйтерлек өйрәнелмәгән. Өҫтәүенә, ул үткер күҙле, һиҙгер күңелле уҡытыусы ла ине. Бер генә көнлөк педагогик стажы булмаһа ла, алтмышынсы-етмешенсе йылдарҙа әҙәбиәткә килгән күпме йәштәр Рәми Ғариповтың аҡыллы кәңәштәрен, хәстәрлекле иғтибарын күңелендә һаҡлай. Ул – йәш быуын менән иң ныҡ бәйләнгән шағирҙарҙың береһе булды, әҙәбиәттә күренгән һәр яңы исемгә ихлас ҡыуанып йәшәр ине. Райондарҙа йөрөгәнендә ул иң элек йәш ҡәләмдәрҙе табырға, уларға ярҙам ҡулы һуҙырға ашыҡты. Ләкин бер кемде лә маҡтарға ҡабаланманы, Рәми Ғарипов менән ижади аралашыу һәр йәш шағир өсөн иң талапсан мәктәпкә әйләнде. Шағирҙың аяуһыҙ тәнҡитенән өркөп, унан ситләшкәндәр, уға ҡабат шиғыр уҡырға батырсылыҡ итмәгәндәр ҙә булманы түгел. Ләкин Рәми Ғариповтың йәштәр менән бәйләнеше бер ҡасан да һүрелмәне. Ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем шағир улар араһында булды.
Һуңғы минуттарҙа ла уның уйҙары, моғайын, йәштәргә төбәлгәндер. Шағир 1977 йылдың 20 февралендә ҡапыл вафат булды. Иртәгеһенә йәш ижад интеллигенцияһының республика конференцияһы асылды. Шағирҙы һуңғы юлға уның замандаштары, ҡәләмдәштәре менән бергә күп һанлы уҡыусылары ла оҙатып барҙы.
Ошондай оло юғалтыу уларҙың күңелендә онотолмаҫлыҡ яра ҡалдырҙы. Рәми Ғарипов менән мәңгелеккә хушлашҡанда уҡылған ошо шиғырым йоҡоһоҙ төндә күңелде ярып тыуғайны:

Бурап яуған февраль ҡарҙарында
Талпынды ла саңҡып бәрелде бит
Ғорур бөркөт ғорур ҡаяға.
Тоғроларҙан булды ул тоғрораҡ,
Саяларҙан булды саяраҡ.

Тыуҙы ошо февраль ҡуйынында,
Ауҙы ошо февраль көртөнә.
Йүрүҙәне ҡалтыранып сатнай,
Янғантауы янып көрһөнә.

Боҫоп йәшәр күпме төлкөнө ул
Күләгәһе менән өркөттө.
Ниңә бынау февраль буранында
Ҡанаттары янды бөркөттөң?

Ҡанаттары янды,
Йөрәккәйен
Баҫманымы ошо боҙ һауа?
Боҙ һауанан янған йөрәгенә
Тик тоҙ тама,
Тик тоҙ, тоҙ тама.

Түшәп китте ерҙең яраһына
Февраль еле йылы ҡарҙарҙы.
Февраль үҙе ниңә яҙға тартып,
Үҙе күрә алмай яҙҙарҙы?

Өрмәк булһа ла бит бөгөнгө көн
Биттәремә гүрҙең һалҡынын,
Ишетәм бөгөн гөрләүектәр шауын,
Тоям барыбер бөгөн яҙ тынын.

Бөрө кеүек ҡапыл асылдың һин,
Тамсы булып ҡапыл иренең.
Яҙ көнө ул һәр кем яҙҙы маҡтай,
Һин ҡыштарын күрҙең бөрөнө.

Был донъянан һинең китеүҙәрең
Йөрәгемде йөҙгә тураны.
Ҡәбереңә май сәскәһе һибеп,
Илай бөгөн февраль бураны.

Рәми Ғарипов беҙҙең аранаң артыҡ иртә – ни бары ҡырҡ биш йәшендә китте. Ләкин ул башҡорт шиғриәтенә юйылмаҫ биҙәк, онотолмаҫ моң өҫтәп китте.
Шағирҙың эш бүлмәһендә эленеп торған Башҡортостан картаһы тағы күҙ алдына килә. Унда Рәми Ғарипов булмаған ҡала йәки район ғына түгел, хатта ауыл юҡ тиерлек. Ә бит сағыштырып уйлап ҡараһаң, шағирҙың йөрәк һүҙе лә нисәмә меңдәрсә кешеләрҙең йөрәгендә йәшәй, халҡыбыҙҙың рухи хазинаһында ҡәҙерләп һаҡлана.
Шағирҙың яҙылып бөтмәгән бер поэмаһы «Яндырылған хаттар» тип атала. Уның үҙенең яҙмышы ла йырланып бөтмәгән йыр кеүек өҙөлдө.

Бер аяғың баҫһа бөгөнгөгә,
Иртәгәгә баҫһын береһе, –

шағирҙың ошо һүҙҙәрен онотоу мөмкин түгел.
Рәми Ғарипов шиғриәте лә бөгөнгөнән киләсәккә ҡыйыу үтәсәк, һәр саҡ яҡтылыҡҡа, ғәҙеллеккә, матурлыҡҡа, кешеләрҙең һәм халыҡтарҙың дуҫлығына саҡырыусы шағирҙың аманаты уның ижадын тыуыр йылдарға еткерәсәк.
Ҡатмарлы тормош юлдарында был талантлы шағирҙың ҡайһы бер миҙгелдәрҙә шатлығына ҡарағанда һағыштары, көндәренә ҡарағанда төндәре күберәк булғандыр. Хәҙер уның төндәре бөттө, кешеләр күңелендә шиғри нур булып йәшәр көндәре генә ҡалды. Башҡорт халҡының киләсәктә күпме көнө, күпме быуаты булһа, Рәми Ғарипов ижадының да шунса ғүмере буласаҡ.


Рәми Ғарипов үҙ ғүмерендә алҡыштарҙы аҙ яуламаны, нахаҡҡа рәнйетелеүҙәр менән бергә халҡының оло мөхәббәтен дә, шағир данын да татыны. Әммә 1989 йылдың февралендә «Аҡ тирмә» клубында Рәми Ғарипов ижадына арнап уҙғарылған кисә кеүек ихлас байрамдар һирәк була торғандыр. Был онотолмаҫ тантанала нисәмә дәүерҙәр буйына баштарҙы ҡатырған, кеше аралашыуға кәртә булған официаллектең, штамп һүҙҙәр һөйләүҙең тамсыһы ла булманы. Шағирҙың оло ҡәләмдәштәре лә, шәкерттәре лә, бергә аралашҡан замандаштары ла, шиғырҙарын телдән төшөрмәүсе уҡыусылары ла һәр береһе йөрәгендә йөрөткән ҡыуаныс һәм әрнеү һүҙҙәрен әйтте. Нефтселәр һарайының халыҡ менән шығырым тулған ҙур залында Рәми Ғарипов шиғырҙарын, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы һәр кем йотлоғоп тыңланы. Ә инде шағирҙың ҡатыны Надежда Васильевна Рәмиҙең хаттарын уҡығанда был кисәлә, моғайын, тетрәнмәй ҡалмаған кеше булмағандыр. Шиғриәт байрамы, Рәми Ғарипов ижадының тағы нығыраҡ тамырланыуын раҫлау булды был кисә. Миңә ошо кисәлә ҡатнашыу, уны асыу бәхете тейҙе. Шунда әйткән инеш телмәрем менән һүҙемде йомғаҡлайым.
Халҡыбыҙҙың яратҡан шағиры Рәми Ғариповтың бөгөнгө ижад кисәһе «Аҡ тирмә»гә йыйылған бынау хәтлем халыҡ араһында кемдәр күберәктер, әйтеүе ҡыйын: шағир менән уның тере сағында аралашҡан, уны күреп-ишетеп белгән кешеләрме, йәғни уның замандаштарымы, әллә шағирҙы бары шиғырҙары буйынса ғына белеүсе яңы быуын, өр-яңы йәш быуынмы?
Ошо кисәгә килгән һәм шулай уҡ бында ҡатнаша алмаған меңдәрсә уҡыусыларыбыҙ, әҙәбиәт һөйөүселәребеҙ тураһында уйланғанда тағы ла бер һорау тыуа. Шағир Рәми Ғарипов тураһында кемебеҙ күберәк белә? Шағир тере саҡта уҡ уның һәр яңы китабын уҡып барған алтмышынсы-етмешенсе йылдарҙағы уҡыусылармы? Әллә Рәми Ғариповтың шиғриәт донъяһын үҙҙәре өсөн һикһәненсе йылдарҙа асҡан бынау йәштәрме?
Әлбиттә, етмешенсе йылдар аҙағынан алып бөгөнгө көнгә тиклемге ун йыллыҡта Рәми Ғарипов шиғриәте өр-яңыса асылды. Был йылдарҙа уның «Йондоҙло уйҙар», «Умырзая йыры» исемле китаптарында, «Ағиҙел» журналында, гәзиттәрҙә быға тиклем донъя күрә алмаған йөҙҙәрсә шиғырҙары, поэмалары баҫылды, Мәскәүҙә русса китабы сыҡты. Рәми Ғарипов ижады Салауат Юлаев премияһына лайыҡ булды. Шағир хаҡында байтаҡ мәҡәләләр яҙылды. Ҙур-ҙур ижад кисәләре шаулап үтте.
Эйе, шағирҙың әҙәби мираҫын уҡыусыларға тулыраҡ еткереү, уның ижад юлын тулыраҡ асыу дауам итә. Рәми Ғариповтың шиғри әҫәрҙәренең тулы баҫмаһын сығарыу күҙ уңында тотола. Уның хаҡында иҫтәлектәр әҙерләнә. Тимәк, Рәми Ғарипов тураһында яңы быуын күберәк беләсәк.
Ләкин шул хаҡта ла оноторға ярамай. Рәми Ғариповтың электән билдәле булған әҫәрҙәрен дә бөгөнгө үҙгәртеп ҡороу заманы яңыса аса. Уның шиғри аманатының ни тиклем ҡыйыу булғанлығын беҙ йылдан-йыл нығыраҡ аңлай барабыҙ. Тимәк, был яҡтан да киләсәк быуын Рәми Ғариповҡа яҡыныраҡ буласаҡ.
Рәми Ғарипов үҙе ҡыҫҡа ғүмерле булһа ла, оҙон ғүмерле ижад ҡалдырҙы. Рәмиҙең шиғриәте уның үҙенә ҡарағанда күпкә бәхетлерәк булды. Тере сағында ҡағылып-һуғылған шағирҙың шиғриәте хәҙер үҙенең тейешле баһаһын ала бара, уның ысын ҡәҙере арта бара.
Тағы ла шуны әйтергә кәрәк, Рәми Ғариповты әле өйрәнәһе лә өйрәнәһе... Уҡыусылар иғтибар итмәй ҡалмайҙар: йыл һайын матбуғатта уның быға тиклем баҫылмаған шиғырҙары донъя күрә. Быйыл «Совет Башҡортостаны»нда шағирҙың тыуған көнөндә бик тос бер шәлкем баҫылып сыҡты. Хәҙер мин һеҙгә шағирҙың әле бер ҡайҙа ла баҫылмаған бер шиғырын уҡып ишеттерәм.

Был кешелек ҡайҙа бара һуң ул?
Белһә әгәр ҡайҙа барғанын,
Тарихи бер бәхет һанар ине
Ярты юлда туҡтап ҡалғанын.

Белмәй һаман: үҙен-үҙе алдай,
Арта ялған, арта вәхшилек.
Аҡыл эшләй аҡылһыҙлыҡ өсөн,
Һәләкәтен даулай кешелек.

Ер әйләнә шартлап ярылырға...
Килһә икән әҙәм ҡулынан,
Ул арҡыры сығып ятыр ине
Туҡтатырға уны юлынан...
Аһ, әйләнәм бер шик ҡолона!

Шиғыр 1964 йылдың 24 апрелендә яҙылған. Әле донъялар сағыштырмаса һил саҡта, кешелек алдына һәләкәт бөгөнгө кеүек үк ҡот осҡос хәлендә килеп баҫмаған саҡта уҡ Рәми Ғарипов бына ниндәй борсоулы уйҙар менән йәшәгән!
Беҙ шағирҙың нахаҡҡа күргән ауырлыҡтары, уға ғәҙелһеҙ ғәйептәрҙең өйөлгәнлеге тураһында урынлы хәтерләйбеҙ. Ләкин беҙ шуны ла онотмайыҡ: шағир һәр саҡ үҙ-үҙенә аяуһыҙ булды, ялған менән бер ваҡытта ла килешмәне, бары дөрөҫлөккә табынды. Уға йәшәүе бер ваҡытта ла еңел булманы, сөнки ул еңел-елпе уйҙар менән, ваҡ маҡсаттар менән йәшәмәне, юҡ-бар менән ҡәнәғәт булып, вайымһыҙлыҡҡа бирелмәне.
Шағирҙар, ғөмүмән, еңел яҙмышлы булмай. Уйлап ҡараһаң, ысынында бит улар фажиғәле, трагик яҙмышлы шәхестәр. Шағир һәр ваҡыт үҙ заманы менән бәхәсләшеп, кеше күңеленә янаусы, тормоштоң именлегенә янаусы ҡурҡыныстарҙы алдан зирәк күреп йәшәй. Шуға ла ул һәр саҡ һыҙлана, шуға ла ул тыныс яҙмышлы, ғәҙәттәгесә бәхетле була алмай.
Рәми Ғариповтың әлегә тиклем баҫылмаған шиғырҙарынан – 1963 йылдың 27 декабрендә яҙылған бер шиғырынан ошо юлдарҙы килтерәм:

Мин кешене һөйҙөм кескәй саҡтан,
Мин кешегә сикһеҙ ышандым.
Шуға ла мин йәнем-тәнем менән
Күрә алмайым төрлө мещанды.

Ул ағыулай һулар һауамды ла,
Ул йәберләй минең телемде.
Ул хәшәрәт бысраҡ ҡулы менән
Сәскәләрен өҙә илемдең.

Ниңә күптәр шул саҡта уҡ, хатта унан һуң да һөйләр телебеҙ, һулар һауабыҙ тураһында шағир борсолған кеүек йәне әсеп борсолманы? Был һорауҙы ниндәйҙер түрәләргә, дәү ағайҙарға биреүе еңел. Был һорауҙы илен, халҡын һөйгән һәр кем дөрөҫлөктөң күҙенә аяуһыҙ ҡарап үҙенә-үҙе бирергә тейеш. Бөгөн бигерәк тә.
Аманат уҙғандар өсөн әйтелмәй. Аманат киләсәк өсөн әйтелә. Рәми Ғарипов тарихтағы шағир ғына түгел, ул хәҙерге көрәштең иң алғы сафындағы бөгөнгө көн шағиры, ул барыһынан элек киләсәк шағиры, киләсәк быуындың кәңәшсеһе. Рәми Ғарипов васыяттар әйтер йәшкә тиклем йәшәй алманы.
Әммә ул үҙенең шиғырын-антын, аманатын халыҡ күңеленә уйылырлыҡ итеп әйтеп ҡалдырҙы.
Рәми Ғарипов аманатына тоғро булыу – үҙ-үҙебеҙгә талапсан булыу, халыҡҡа тоғро булыу, ғәҙел булыу ул. Ҡайһы берәүҙәр һымаҡ, шағирҙың китабын тотоп та ҡарамайынса, бер юллыҡ шиғырын да уҡымайынса, уның исеме менән һөрән һалыу түгел, халҡы өсөн боғаҙ ярып буш һүҙ һөйләү түгел – баш күтәрмәй эш эшләү ул, эштә янып йәшәү, һыҙланып йәшәү ул.
Рәми Ғарипов аманатына шулай ғына тоғро булып була.

Рауил Бикбаев,
Башҡортостандың халыҡ шағиры,
Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты,
Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты