Зәйнәб Биишева. Ижади мираҫы үлемһеҙ

Сверстники и собратья по перу

Арабыҙҙан бик йәшләй китһә лә, үлемһеҙ әҙәби мираҫ ҡалдырырға өлгөргән оло йөрәкле, ҙур рухлы, яҡты талант эйәһе шағир Рәми Ғариповты Салауат Юлаев премияһына тәҡдим итеү тураһында белдереүҙе бөтә йөрәктән шатланып ҡабул иттем. Ул беҙҙең арала был хөрмәтле премияға иң лайыҡлыларҙың береһе.
Рәми Ғарипов үҙенең бөтә булмышын үҙе хаҡында түгел, ә иле, халҡы өсөн янып-ярһып йәшәүгә, илен, халҡын ҙурлауға бирҙе. Үҙе хаҡында түгел, иң элек һөйгән халҡы, уның йыры, моңо, теле хаҡында ҡайғыртты. Башҡорт совет шиғриәтен «Туған тел», «Табыныу» кеүек үлемһеҙ әҫәрҙәре менән байытты.

Мин халҡымдың сәскә күңеленән
Бал ҡортондай, ынйы йыямын,
Йыямын да – йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.

Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем кәм түгел –
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер тик уны кәм күңел!..

Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле, –
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!

Әсәм теле миңә – сәсән теле, –
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ! –

тип яҙҙы ул «Туған тел» тигән шиғырында. Шиғыр 1957 йылда яҙылған. Ә бит тап бөгөнгө халыҡ һүҙе, яңырыш, үҙгәреш, демократия заманында тыуған әҫәр булып яңғырай!
Эйе, алыҫтан күрә торған шәхес, хаҡлыҡ, ғәҙеллек тантана итәһен алдан тойоп белгән оло йөрәкле шағир ул. Уның бөтә ижад юлы ана шул үлемһеҙ хаҡлыҡ өсөн көрәшеүгә арналған ысын батырлыҡ булды. Уның ижади мираҫы үлемһеҙ, сөнки ул халыҡ күңелендә урынлашып ҡалды.
Рәми Ғариповҡа Салауат Юлаев исемендәге премияны биреү – башҡорт әҙәбиәтенең иң яҡты тантанаһы булды.

Зәйнәб Биишева,
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы,
Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты