Хәсән Туфан. Барыһынан да элек мин һине ишетермен

Сверстники и собратья по перу

Мәғәнәүи, ижади туғаным Рәми!
Был – былай ғына, уйламай ғына әйтелгән өндәшеү түгел. Һинең шиғырҙарыңды күҙәтеп барыуҙарҙан, уйланыуҙан тыуған күптәнге хистәрҙең ысын сағылышы булған өндәшеү был.
Үҙ халыҡтарыбыҙҙың үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһындағы уйлайыуҙарыбыҙ, тынғыһыҙлыҡтарыбыҙ менән туғандаштар беҙ. Беҙҙең йөрәктәр, үҙҙәренең аҫыл үҙенсәлектәре менән, халыҡтарыбыҙҙың күңел тулҡындарын ҡабул итә торған радиоалғыстар кеүек булыуҙары менән бер-береһенә яҡындар. Беҙҙең ижади йүнәлештәр – параллель юл менән баралар, улар бер-береһе менән киҫешмәйҙәр. Бына шундай сифаттарың өсөндөр, һине ҡәҙерле бер ҡустым итеп һанайым.

Ҡәҙерле миңә, и Рәми,
Кем һөйә Илен, Динен!
«Тик көнөм өсөн» тигәндәр
Мөнафиҡ улар, энем.

Кәңәш кәрәккәндә, таяныс кәрәккәндә, һис тә икеләнмәйенсә миңә таянырға тулы хоҡуғың барлығын, Ҡазанда һиңә һәр ваҡытта туғанлыҡ ҡулдарын һуҙыусы барлығын иҫтә тот.
Тормошта оран ғына түгел, һөрән һалырға тура килгән саҡтар ҙа була. Кәрәк була ҡалһа, хаттарың аша миңә ҡысҡыр: барыһынан да элек мин һине ишетермен.


Мин – ижади накал менән йәшәргә күнеккән шағир кешемен. Тимәк, ғәҙәти эштәрҙә бер аҙ тарҡау зат мин, Рәми: китергә бер сәғәт ҡалғанда ғына юлға йыйына башланым. Иң кәрәк нәмәләрҙе генә алырға тейеш инем. Өҫтәлдә хаос эсенән кәрәктәремде һайлап алған инем. Ләкин, телефондың: «Ниңә сыҡмайһығыҙ, һеҙҙе такси көтә бит!» – тигән ашыҡтырыуын ишетеп, иң ҡәҙерле ҡағыҙҙарымды, уларға фекерҙәш булған «Аманат»ты сумаҙанға һалырға нисектер онотҡанмын икән.
Юлыма юлдаш булған яҙмаларым араһында һинең «Табыныу» килгән. Бына хәҙер ошоно тағын бер ҡат күҙҙән кисереп ултырам. Был әҫәр юғары накал менән, ҡайнар илһам менән, яна-яна ижад ителгән. Строфаларҙың күбеһе күңелгә шиғри ут һирпеп, көйрәп торалар: ябай рәүештә генә түгел, ә шиғри һүрәтләнеп әйтелгән фекерҙәр – контраст фекерҙәр инҡар итеп булмай торған дәлилгә әүереләләр:

Бер ҡараһаң, – утыҙ етелә
Ҡотоптарға осоп етелә;
Бер ҡараһаң, – утыҙ етелә
Ҡоштар осоп етмәҫ ерҙәргә
Аҫыл ирҙәр алып кителә...
...«Тымыҡ Дон»дар ижад ителә;
...«Тәрән тамырҙар» юҡ ителә...

«Табыныу»ҙың III бүлегендә лә төп уйҙар бик һәйбәт деталдәр аша, тулҡынландырырлыҡ итеп әйтелгәндәр:

Сабый күңелемде, йәйғор һымаҡ,
Биҙәп торған тәүге йондоҙҙар –
Илтеүселәр еңеү байраҡтарын –
Ниңә минең кескәй бармаҡтарым,
Күҙегеҙҙе соҡоп, юйҙылар?

...Тәү ятлаған шағир дуҫҡайҙарым –
Хөр халҡымдың тәүге Туҡайҙары –
Улармы һуң дошман инеләр?

«Табыныу»ҙа бына шундай шиғри табыш булған урындар аҙ түгел. Ләкин бүлектән әҫәрҙең аҫыл объектив йүнәлеше үҙгәрә: киң иҙелдән – төп ағымдан айырылып киткән йылға һымағыраҡ тар ағым ала; тарихи, ижтимағи, фәлсәфи ысынлығы, тимәк, ижади сифаты ла тарая. (Мин быларҙы хөкөм рәүешендә түгел, яҡын дуҫыма кәңәш төҫөндә әйтәм, Рәми.) Ҡыҫҡаһы: әҫәр ғөмүмиҙән хосусиға күсә.
В. И. Лениндың васыятын – «Съезға хат» тигән һуңғы һүҙҙәрен иҫкә алырға кәрәктер.
Беҙ төрмәләрҙә барлыҡ республикаларҙың вәкилдәре менән осрашып, серләштек. Шәхес культы һәр республикала алдан әҙерләнгән, төҙөлгән бер дөйөм метод менән эш иткәнлеген белдек. Дәүләт күләмендә үҙәкләштерелеп башҡарылған хәлдең – бәләнең сәбәптәрен айырым винтиктарҙан эҙләү – художество дөрөҫлөгөнән ситкә китеүгә илтә.
Һин, Рәми, «Овидий Назон»дағы «һөрҙө уны император Август...» тигән юлдарҙы хәтерләйһеңдер. Һәм «Ә ер барыбер әйләнә»ләге: «О, күрҙек беҙ һинең кем икәнде» тиелгән юлдарҙағы ишаралар – айырым винтиктар, судьялар тураһында түгел, ә «Император» тураһында, «инквизитор»ҙың үҙе тураһында бит.

Халыҡ инде тотоп аҫты Уны,
Улдарыңды упҡан «Дейеү»ҙе, –

кеүек юлдар ҙа «әпкәләйҙәр», «ҡолойҙар» – винтиктар тураһында ғына түгел бит: әгәр ҙә мең әпкәләй «балта һабы» булыуҙан ҡаса алһа ла, «Император» барыбер үҙенең илдәр баҫыу планын үтәүҙә мең дә беренсе әпкәләйҙе табасаҡ бит.
Тимәк, үҙеңдең бик дөрөҫ һүҙҙәрең менән әйткәндә:

Хурламайыҡ уға ышанғанды,
Тарих төҙәлмәй ул өс көндән.

Уйлап ҡараһаҡ, тарих бер генә миҫал бирмәне: Маркстарҙы тыуҙырған оло, культуралы герман халҡы Гитлер осоронда нишләне?.. Хәҙерге Мао осоронда бөйөк ҡытай халҡы нишләй?..
«Табыныу»ҙың VI, VII бүлектәре ҡайнар, утлы. Был бүлектәрҙе лә, әгәр мин әйткән кәңәштәр урынлы булһа, яңынан бер ҡат күҙҙән кисереүең яҡшыраҡ булыр ине.
Был әҫәр, бәлки, донъяға сыға алмаҫ әле (алдағы XXIV съезд, XX съезд һауаһына яңынан ҡайтмаҫтыр бит). Ләкин тарихи бер әҫәр булараҡ әҙер хәлдә запаста торһон.
Ил башынан үткән бәлә булған шәхес культын заман-тарих бер ҡасан да аҡламаясаҡ бит.


«Аманат»ты яратып, тулҡынланып өс-дүрт ҡат уҡып сыҡтым, Рәми. Һәр шиғырҙың, тиерлек, ситенә һоҡланыуҙарымды, «хәйер доға»ларымды яҙа барҙым. Һәм кәңәш рәүешендәге теләктәремде лә. Уларҙы бында килгәс иркенләп үҙеңә яҙырмын тип уйлаған инем. Ләкин «Аманат» бында килмәгән булып сыҡты.
Ғилемдар һинең съезға киләсәгеңде әйтте. Тимәк, Мәскәүҙә күрешәсәкбеҙ әле.
Беҙ Ғүмәр Бәшир менән Малеевкала булдыҡ. Ҡайтып йөрөмәҫ өсөн, съезға тиклем Мәскәүҙә ҡалыуҙы яҡшы табып, 5 мартта Переделкиноға күстек. 23 мартҡа ҡәҙәр шунда булабыҙ.


«Шиғыр байрамы» ның быныһын 70-се йылдарҙың беренсе йылы букеты итеп бирергә уйлайбыҙ. Һинең дә бер
нисә шиғыр менән ҡатнашыуыңды көтәбеҙ, тигән һүҙ был. Тимәк, ошоно ла иҫтә тот.

Туғанлыҡ сәләме менән Хәсән (Туфан) ағайың.
Переделкино. 1970 йыл, 9 март