Мостай Кәрим. Моң ҡалдырып китте

Сверстники и собратья по перу

Үҙеңдән кеселәрҙе мәңгегә оҙатыу бигерәк ауыр. Тәҡдир йәш менән иҫәпләшмәй шул. Үҙемә эне тейешле байтаҡ яҡындарым, дуҫтарым, ҡәләмдәштәрем менән иртә бәхилләшеп, ғазаптар кисерҙем. Әммә донъя ҡуйған кесе замандаштарымдың береһе тураһында ла быға тиклем иҫтәлек яҙа алманым. Теләк килгәндә лә, ҡулға ихтыяр көсөм етмәне. Бик ауыр, сөнки ул тәбиғәттең айышына ҡаршы нәмә. Өлкәндәр китеп, кеселәр хәтирә һаҡлаһа, быныһы ғәҙел булыр ине. Нисек инде – һин йәшәйһең, ә улар күптән «тегендә»? Шағир Сергей Орловты ерләгән саҡта инде ҡартайып килгән Алексей Сурков шулай әйтә һалды: «Опять недолет. Косит молодых». Йәғни, әжәл тубы уға килеп етмәй... Мин уның әсенеүен йылдар үткән һайын нығыраҡ төшөнә барам. Сәбәптәр ишәйгәндән-ишәйә...
...Мин ҡышты Мәскәү янындағы Переделкино ижад йортонда үткәрҙем. Өсөнсө ҡаттағы бүлмәмдең тәҙрәһе ошо уҡ кәртәләге ике ҡатлы йәшел ағас йортҡа ҡарай. Унда ла ситтән килгән яҙыусылар йәшәй. Күбеһе – йәш-елкенсәк. Ҡарар күҙгә бындай күркәм өйҙәр бер нисә. Тәҙрәм ҡаршыһындағыһы бүтәндәрҙән айырылмағас, иғтибарҙы әллә ни тартманы. Тик шуныһы күҙгә ташланды: өҫкө ҡаттағы бүлмәнең тәҙрә төбөндә тулы һыра шешәләре берсә теҙелеп тора, берсә юҡ була. Ул бүлмәгә илһам миҙгел килә, миҙгел китә, күрәһең.
Бер көн Өфөнән Рафаэль Сафин килеп төштө. Миңә ингәс тә, тәҙрә аша әлеге өйгә күҙ ташланы. Былай ҙа түңәрәк күҙҙәре шарҙай булды:
— Бә-әй! – тине. – Рәми менән беҙ торған йорт та баһа был. Юғарынан ҡалай мөләйем күренә. Әүәл заманда ул ҡайһылыр яҙыусының дачаһы булған. Һуңынан Литинститутҡа биргәндәр.
Ошо минуттан алып был бина минең өсөн бөтөнләй яңы мәғәнәгә эйә булды, гүйә бер тере затҡа әйләнде. Төндәрен унан төшкән яҡтылыҡ тура минең төйәгемә ағылып инде. Иртәләрен уның ишеге асылған һайын, унан студент Рәми Ғарипов килеп сығыр төҫлө. Һуңға табан эргәһенән уҙғанда йорт менән хатта баш ҡағып иҫәнләшер булдым. Унда бит йәнемә яҡын йән эйәһе йәшәгән. Йәнә шуныһы күңелде болоҡһота ла, йыуата ла: ошонда торған сағында Рәми миңә күп кенә хаттар яҙҙы; һуңынан белеүемсә, шул замандағы көндәлектәрендә миңә ҡағылышлы яҡшы һүҙҙәр әйтеп ҡалдырған, яңғыҙы ултырып, араларҙы ара тимәй, минең менән һөйләшкән, серләшкән. Үҙемә әйтергә өлгөрмәгән йәки әйтергә тартынған һүҙҙәрен ҡағыҙға теркәгән.
Рәми тиҙ үк сиселеп китә торғандарҙан түгел, тойғоларын ысын ирҙәрсә ҡыҫып ҡына сығара ине. Ә ғәҙеллекте яҡлап, нахаҡты фашлап әйтер һүҙен, урынын белеп, еренә еткереп әйтә ине. Күренекле бер прозаик шулай шиғыр менән мауыға башлағас, бер ижади һөйләшеү ваҡытында уға туп-тура әйтте лә һалды: «Һеҙ шиғыр менән маташмай, проза ғына яҙһағыҙ, бөтәбеҙ ҙә отор инек...» Әйткән һүҙе сәпкә тейҙе. Урынын белмәй әйтелгән һүҙ, дөрөҫ булһа ла, тоҫҡамай атылған уҡтан ары китмәй, ә урынлыһы...
Әлеге йәшел йорт аҙналар буйы миңә Рәми Ғарипов тураһында ылғый хәтерләтеп торҙо. Төрлө-төрлө тойғолар кисерҙем. Һоҡланыу ҙа, һағыныу ҙа, ҡыҙғаныу ҙа, үкенеү ҙә... Уйлай китһәң, һәр береһенең ерлеге бар. Шул иҫәптән үкенеүҙәрҙең дә. Һуңғыраҡ йылдарҙа (иң һуңғылары түгел) мин уға үҙемде аҙыраҡ бағышланым шикелле, ул тартынған йәки ылыҡмайыраҡ йөрөгән мәлдәрҙә мин уға тартылырға тейеш инем. Һәр саҡта ла улай ғына килеп сыҡманы. Шуға үкендерә. Ләкин ике аралағы ғүмерлек ихтирамды иҫбат итеп тораһы юҡ. Үҙендәгеһен, ышанам, ул алып киткәндер. Үҙемдәгеһен мин һаҡлап йәшәйем. Рәми яратҡан һәм таланттарын таныған кесерәк быуын шағирҙарына булған мөхәббәтемдең бер өлөшө Рәми иҫтәлеге менән дә аралаша.
Хаталанмаһам, Рәми тураһында тәү тапҡыр Ғәйнан Әмириҙән ишеттем, буғай. Йәш таланттарға уның күңеле һиҙгер, күҙе үткер ине, һәм ошоноң менән аҙыраҡ маһая ла торғайны: «Мин тегене таптым, мин быны астым», – тиер ине һәм әйткәне раҫҡа ла сыҡты.
1948 йылдың йәй башында минең шиғырҙар китабымды тәржемә итеү өсөн Ленинградтан Михаил Дудин килде. Өфөләге 9-сы башҡорт мәктәбенә (артабан 1-се мәктәпинтернат) беҙҙең икебеҙҙе осрашыуға саҡырҙылар. Ул сағында әле йәш уҡытыусылар Сажиҙә Зайлалова менән Мәрйәм. Ғималова, шиғырҙарын уҡытып, беҙҙе «мәктәп шағирҙары» менән таныштырҙылар. Әмириҙән ишетеп ҡалған Рәми Ғарипов тигән исем ошо мәлдән алып минең хәтеремә һеңде, тормошома инде. Тыштан йәйәүле кеше, ә эсендә эйәрле-йүгәнле ат йөрөтәсәк егет менән артабанғы ике йылда һирәк-һаяҡ осраша торғайныҡ. Был йылдарҙа әле ул «ҡулъяҙма» ғына шағир ине. Шулай ҙа 1950 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзы уны Мәскәүгә Әҙәбиәт институтына ебәрергә лайыҡлы тапты. Һәм хаталанманы. Алдағы йылдың йәйендә Рәми беренсе курсты, ахырыһы, алданыраҡ тамамлап ҡайтты. Был әле июнь айы ғына ине. Ошо саҡ беҙгә йәнә Дудин килде. Мин Свердлов урамындағы барак тибындағы йортта тора инем. Михаил Александрович миңә туҡталды. Уның менән күрешеү, күмәкләп осрашыу өсөн Рәми менән Рафаэль беҙгә ике-өс тапҡыр килде. Өй аулаҡ. Рауза яңы ғына донъяға килгән ҡыҙыбыҙ менән бала табыу йортонан ҡайтмаған. Был осрашыуҙар ваҡытында төшкән һүрәтебеҙ ҙә бар. Ихатала оҙон эскәмйәлә теҙелешеп ултырғанбыҙ. Рәмиҙеңме, әллә Рафаэлдеңме иптәше – бер студент – төшөргәйне.
Уҡыу йылының тамамланыу кисәһенә был юлы ла беҙҙе 9-сы мәктәпкә саҡырҙылар. Рәми инде унда «мәктәп шағиры» булып түгел, баш ҡаланан ҡайтҡан ҡунаҡ шағир булып ҡатнашты. Ул заман кимәле өсөн һәйбәт шиғырҙар уҡыны. Бер нисәһен һүҙмә-һүҙ тәржемә итеп, Дудинға ишеттерҙек, уларҙы оҡшатты, сабыр хәрәкәтле, инсафлы егеттең үҙен дә яратты. Байтаҡ йылдар үткәс, ихтирамға ихтирам күрһәтеп, Рәми Ғарипов үҙенең «Гәрәбә» исемле гүзәл шиғырын Михаил Дудинға арнаны. Быны белгәс, өлкән шағир ифрат ҡыуанды.
1952 йылда Әҙәбиәт институтына беҙҙән бер юлы йәнә өс йәш яҙыусы уҡырға инде: Рафаэль Сафин, Рәйес Низамов, Шакир Янбаев, – Рәми менән дүртәү булдылар. Мәскәүгә юл төшкән саҡтарҙа мин йә институтҡа барып, йә үҙемә саҡырып, уларҙың хәлдәрен белгеләп торҙом. Беренсенән, Башҡортостан Яҙыусылар союзының рәйесе булараҡ, ижади алмаш тураһында хәлдән килгәнсә хәстәрлек итеүҙе, иғтибар күрһәтеүҙе үҙемдең вазифам тип иҫәпләнем. Икенсенән, дүртәүе лә рухыма яҡын заттар, талантлы һәм зиһенле егеттәр ине.
Илле өсөнсөнән ҡышы булыр, мин йәшәгән ҡунаҡханаға был юлы Рәми үҙе генә һуғылды.
— Аулаҡта ғына шиғыр уҡығым килде, – тине ул.
Байтаҡ шиғыр уҡыны. Мин кинәнеп тыңланым. Уларҙың күбеһе тиҙ арала «Йүрүҙән» исемле зәңгәр ҡатырға тышлы китапта баҫылып сыҡты. Нисек кенә ҡәһәрләмәһендәр ул замандарҙы, әммә шиғырға хөрмәт бар ине. Хатта йәш авторҙарҙың йоҡа ғына тәүге йыйынтыҡтарын да, ҡәҙер күрһәтеп, ҡаты тышлыҡ менән, әҙәм рәтле итеп сығара торғайнылар.
Был күрешеүҙә нимәләр һөйләшеүебеҙҙе бәйнә-бәйнә хәтерләмәйем. Йәш айырмаһы ла, тормош тәжрибәләребеҙҙең төрлөлөгө лә, әҙәбиәттәге урындарыбыҙҙың да бер самала булмауы ла, күрәһең, ҡамасаулағандыр. Мин дә ул саҡ, кеселәргә өгөт-нәсихәт биреү осорон үтеп, йәштәрҙең фекерен тыңлап, фәһем алыу йәшенә етмәгәйнем. Моғайын, үҙем күберәк аҡыл өйрәткәнмендер. Өҫтәүенә, Рәми тыңлай белә ине. Ишеткәнен ҡабул итәме-юҡмы, әммә тыңлай ине. Шулай ҙа уның кәйеф күтәренкелеге, Мәскәү рухының ыңғай тәьҫиренән риза булыуы иҫемдә ҡалған. Ошондайыраҡ фекерҙәр ҙә әйтте:
— Бында минең тыным иркенәйҙе, йыһандың сиктәре киңәйҙе. Донъяның бөйөк ижади ҡаҙаныштарына ҡағылыуҙан аҡылым байығыуын, күңелем алғасыуын һиҙәм. Күп әйберҙе яңынан баһалайым, йәнем ығы-зығыларҙан ҡотола килә. Тарлыҡтарҙан киңлектәргә сығам. Аңым ҡайһы бер кәртәләрҙе һикерә төҫлө.
Һүҙмә-һүҙ булмаһа ла, һөйләгәндәренең мәғәнәһе ошо ине. Ысынлап та, нәҡ шул йылдарҙа Рәми үҙенең аҡыл һәм илһам ҡанаттарын киң йәйеп, ашҡынып ҡаға башланы.
Һүҙен әйтергә ҡыйыр-ҡыймаҫыраҡ йыбанғанда, йөҙөнә сыға торған уның бер йылмайыуы бар. Әле лә шул йылмайыу сағылып ҡалды. Тимәк, һүҙе тел осонда ғына тора. Бына ысҡынды ла:
— Һеҙ Союзға рәйес итеп һайланғас, мин бошонғайным. Мәшәҡәттәргә сумып, Һеҙ йәштәрҙән ситләшерһегеҙ, беҙ һеҙҙән ятһынырбыҙ, һыуынырбыҙ, тип хафаландым.
— Нисек булып сыҡты һуң ғәмәлдә?
— Әллә тағы. Бер ҡараһаң, әүәлгесә, бер ҡараһаң, шик тә бар. Түргә ултыртһаң, түмәр ҙә маһайыр, ти...
Мин аҡланманым да, вәғәҙәләр ҙә бирмәнем. Рәмиҙең шиген иҫкәртеү итеп эсемә һалып ҡуйҙым. Бәлки, файҙаһы ла булғандыр.
Рәмиҙең күп ҡыллы ҡылыҡтарын, аяҙлы-болотло уй-фиғелдәрен мин тамам белеп еткерә алманым, уның ҡатмарлы тәбиғәтенең бөтә нескәлектәре минең өсөн асылып бөтмәне (шиғырҙарынан тыш, әлбиттә). Уның өсөн, үрҙә әйткәнемсә, шартлы нәмәләрҙән тамам азат ҡорҙаштар, быуындаштар, көнкүрештәш әшнәләр булыу кәрәк, даулашырға, бәхәсләшергә, боҙолошорға, унан, һағынышып, дуҫлыҡ яңыртырға кәрәк. Беҙ тынысыраҡ, тигеҙерәк мөнәсәбәттә булдыҡ. Әммә мин уның төп асылын ярайһы ғына төҫмөрләйем.
Көнкүреш мәшәҡәттәренән ул азат уҡ булмаһа ла, шуларҙан өҫтөнөрәк торҙо, шикелле. Донъяларын һәр йәһәттән көйлө, теүәл алып барыусы, малдың хәләлен дә, харамын да өлгөр табыусы әҙәмдәр Рәми ишеләрҙе вайымһыҙға, булдыҡһыҙға сығара. Дөрөҫ, донъя көтөү йәһәтенән ул егәрлеләрҙән түгел ине. Шулай ҙа төрлө ерҙә хеҙмәт итеп йөрөгәндә лә, ҡуштандарға ҡуштан булып, өтәлән күндәмдәрҙән һаналманы, ахырыһы. Исеме ҡыҙыл таҡталарҙа балҡып торманы. Әммә ул эшлекһеҙ булманы, ифрат эшһөйәр, һөйгән эшен мөкиббән китеп, зауыҡланып, ярһып башҡарыр кеше ине. Үҙе йәшәгән йондоҙло йыһаны – әҙәбиәт, башҡарған мөҡәддәс хеҙмәте – шиғыр булды. Дәрүишерәк тәбиғәтле ине ул Рәми. Татарҙарҙың бөйөк Туфаны, йәғни Рәми Ғариповты, энекәшем тип яратып, юғары баһалаған Хәсән Туфан, балҡарҙарҙың бөйөк сабыйы Ҡайсын Кулиев ана шундай ойотҡонан, шундай тоҡомдан ине. Улар өсөн донъя – фани, шиғриәт – мәңгелек.
Уның утыҙ йылға яҡын ғүмере минең ҡаршымда тиерлек уҙҙы. Беҙҙе юлдаштар иткән юлдар ҙа, йырҙаштар иткән йырҙар ҙа, табындаштар иткән табындар ҙа булды. Ә хәтер уларҙы, юйылмаҫлыҡ итеп, берәм-берәм теркәй алмаған. Шуға күрә мин шағир тормошондағы төрлө ваҡиғаларҙы өҙөп-йолҡоп ҡына иҫкә төшөрөргә баҙнат итмәнем. Мин уның ғәзиз һынын, рухи йөҙөн, ут һәм йыр бөркөп торған йөрәген күҙ алдына килтерергә тырыштым. Ошо йөрәк еребеҙгә һәм халҡыбыҙға күпме нур, күпме моң ҡалдырып китте. Ижады уның васыятҡа әйләнде. Был инде – оло шағирҙарҙың ғына яҙмышы.

1990 йыл


Я в свой адрес... слышу много упреков: тебя народ поднимал, тебя народ... Я пришел с войны с двумя дырками в легких. Когда я поднимался в гору от вокзала до угла улиц Достоевского и Карла Маркса, восемнадцать раз останавливался, чтобы отдышаться. Жена посчитала. И тогда народ меня не поднимал...
Только вот года два как оставили меня в покое. Почему это Мустай Карим Герой Социалистического Труда? Почему лауреат Ленинской премии? Почему не другой? На собраниях говорили в открытую, письма писали... Меня клевали, но я махнул на это рукой. Хотя, конечно, слушать все это весьма неприятно...
Меня часто упрекали: Мустай Карим потому так поднялся, что топтал тех, кто вокруг него, топтал молодых. Это несправедливо. Особенности моей литературной жизни в том, что мне некого и незачем было топтать. К 30-ти годам я был уже признанный поэт. Мне никто не мешал. Новую поэтическую волну молодых поэтов составили имена Рафаэля Сафина, Ангама Атнабаева, Марата Каримова... Все они таланты. Но даже среди таких талантов выделялся Рами Гарипов, впоследствии народный поэт. И когда я слышу такие обвинения в свой адрес, я достаю его книги и читаю: «Учителю моему Мустаю Кариму. 15 ноября 1958 года». «Моему учителю Мустафе-агаю, любимому Поэту, Человеку от всего сердца. Рами. 21.05.65 г.»

Мостай Кәрим,
Башҡортостандың халыҡ шағиры, СССР-ҙың дәүләт,
Ленин премиялары лауреаты,
Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты,
Социалистик Хеҙмәт Геройы