Рәйлә һәм Динис Бүләковтар. Йыр булып йәшәне

Сверстники и собратья по перу

Тормошта шундай ваҡиғалар осрай: йылдар үтеп, аралар алыҫлашҡан һайын, улар беҙгә тағы ла әһәмиәтлерәк, торған һайын ҡәҙерлерәк була бара. Әйтерһең дә, улар, ошо ваҡиғалар, ер ҡуйынында мең йыл ятып та үҙенең гәүһәрлеген юғалтмаған, бәлки, киреһенсә, яңынан-яңы сағыу ҡырҙары менән тағы ла балҡыбыраҡ ҡына киткән аҫыл таштар инде – күңелдәрҙә һоҡланыу артынан һоҡланыу ғына тыуҙыралар. Минең өсөн шундай оло ваҡиға – Рәми Ғарипов ижады. Ул ғына ла түгел, ағайҙарса яҡын күреп, тәү ҡарашта уҡ күҙҙәреңдә ниндәй һағыш-моң ятҡанын, ниндәй шатлыҡ-ҡыуаныстар һине тетрәткәнен һиҙеп, белеп торған Рәми ағай үҙе булды.
Бынан байтаҡ йылдар элек, һалдат сумаҙаны күтәреп, ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына Өфөгә ҡайтып төшөүсе егетте – мине лә үҙенең үтә ихлас, алсаҡ. йылмайыуы менән таң ҡалдырған, беренселәрҙән булып ышаныслы итеп ҡулымды ҡыҫҡан, хатта:
― Кинйәләр нәҫеленән берәү ҡайтты! – тип осондороп та ебәргән кеше – ул ине. Юғиһә Өфөлә әҙәбиәттән башҡа яҡыным юҡ ине. Хәҙер ағайлы ла булдым.
Рәми ағайҙы ихтирам итмәү мөмкин түгел ине. Үтә лә тыйнаҡ, сабыр, шул уҡ ваҡытта үҙендә әллә күпме йылылыҡ һаҡлаған, хатта хаталанған саҡтарҙа ла һөйкөмлө итеп шелтәләй белгән изге күҙҙәре менән ул һәр саҡ намыҫыбыҙ булып күңелдәребеҙҙә йәшәй. Бөгөн инде йәштәре ҡырҡ һанына тәңгәлләшкән, хатта уны ла уҙып киткән байтаҡ әҙиптәр Рәми Ғариповты уҡытыусылары күреп хөрмәтләп иҫкә ала икән, был һис тә ғәжәп түгел. Беҙгә, сабыйлыҡ офоҡтары һуғыш һөрөмөнә ҡапланып, фашизм килтергән ҡайғы-хәсрәттән ҡанаты ҡайырылған, етемлекте күреп үҫкән быуынға, ул йәлләмәйенсә үҙенең йөрәк йылыһын бирҙе. Бик тә ағайлы булғыбыҙ килде шул. Һәм булдыҡ та. Һис юғында әҙәбиәткә тәүге аҙымдар яһағанда беҙ етемлек кисермәнек.
Дөрөҫ, Рәми ағайҙың беҙҙе артыҡ яратыуынан файҙаланып, сығынсылаған саҡтарыбыҙ ҙа булғыланы. Нихәл итәһең, донъя унһыҙ ҙа булмай. Ләкин улары беҙҙең саялыҡтан килгәндер. Ижадта, бигерәк тә тәүге осорҙа, был да кәрәк бит. Әммә ошо быуындың күпселеге бөгөн мисәүгә тағылып түгел, төпкә егелеп әҙәбиәтебеҙ йөгөн тарта икән – бик тә ҡыуаныслы!
Киң күңелле, оло йөрәкле, үтә лә талапсан, үҙен һағыныуҙан тәндәр зымбырлап ҡуйған, ҡабатланмаҫ бер кеше булды Рәми ағай – беҙҙең кәңәшсебеҙ, дуҫыбыҙ, ағайыбыҙ.
Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә етер, тиҙәр халыҡта. Ә Рәми ағайҙың шиғыр-поэмалары бөгөн күптәрҙең, бик күптәрҙең йөрәгендә йәшәй. Тимәк, ҙур шағир юҡҡа ғына дөрләп янмаған. Ә иң мөһиме – уның ижады яңынан-яңы быуын йәштәре күңелендә торған һайын нығыраҡ урын ала. Шулай итеп, шағир беҙҙең менән бергә киләсәккә атлай.
Рәми Ғарипов шиғырҙарына хәҙер йырҙар сығарыла, көйҙәр ижад ителә. Хәйер, ул үҙе лә йыр булып йәшәне һәм йәшәй. Умырзая йыры булып...

1982 йыл


Рәми ағай үтә лә ҡатмарлы холоҡло, ваҡыты-ваҡыты эстә янған уй-хәсрәттәре менән ауыҙы тулы ҡан булһа ла, төкөрмәҫ, ә ҡайһы саҡ аптыратырлыҡ бер ҡатлы, эскерһеҙ, балаларса алсаҡ бер шәхес ине. Уны аңлау өсөн үҙенсә бер әҙерлек, уның ижадын белеү мотлаҡ булды. Ә инде шиғырҙарын уҡымаған кешегә уның менән аралашыуы ауыр ҙа булғандыр, сөнки уның бар тормошо, һәр эшләгән эше ижадының башы ла, дауамы ла ине, һис айырып алғыһыҙ.
Динис Рәми ағай тураһында иҫтәлек кенә түгел, ҙур ғына әҫәр яҙырға хыяллана ине. Ә иҫтәлеккә инде ул ҡат-ҡат тотондо, ләкин барыбер яҙып бөтә алмай китте (әлеге мәҡәләһе ағайҙың 50 йәшлек юбилейына яҙылған). Урыҡ-һурыҡ башланған иҫтәлек ҡараламаһында Динис ағайҙың ғүмеренең һуңғы ун көнөндә яҙған яҙмаларын, үҙенең уйланыуҙарын теркәгән, уларҙы стенографик хәлдә биргәндә Динистең нисек Рәми ағайҙың күңел төпкөлдәренә тура ҡарап, дөрөҫөн әйтергә тырышыуын тойоп була. Әлбиттә, дөрөҫөн яҙам, тип, бөтәһен дә асып һалырға ла була, ләкин ваҡытһыҙ итәк асҡандай булмаһын, ти ине ул. Был яҙмаларҙың бер-ике генә өҙөгө: «үҙе кәрәк саҡта бөтәһе лә...», «прозала ла шиғыр теле менән яҙып була...», «уның бер ниндәй ҙә званиелары булманы...», «мин, прозаик, нишләп йөрөгәнмендер, әлегә тиклем минең бер генә әйберемде лә уҡымаған дуҫтар бар, Рәми уҡый ине...» Ләкин иң аяныслыһы ағайҙың яҙмаһы: «Мин кешеләр өсөн йәшәнем – кешеләр мине аңламаны. Хәҙер мин үҙем генә, үҙем өсөн генә йәшәргә тырышам. Ләкин бының ни кәрәге бар?! Бәлки, бөтөнләй яңы, икенсе ҡиәфәттә кешеләргә кире ҡайтыр өсөндөр?.. 9.02.77»

«Был донъяла булыр барыһы ла,
Һинең менән бары мин булмам.
Бына ниндәй үкенестәр бар бит –
Ҡалай үлмәк кәрәк, күҙ алмам...
Түҙалмам мин, ләкин түҙалмам...
10.02.77»

«Ышанмағыҙ февраль буранына,
Бер яуыз уй юҡтыр уйында...
Күпме генә шашып дуламаһын,
Яҙ һылыуы уның ҡуйынында...
19.02.77»

Ағай тиклем ағай тураһында ҡыйып һүҙ ҡыҫтырыуыма үҙем дә аптырайым, әлеге Динистең әйтеп бөтөрә алмаған, ағайҙың үҙе һәм ижады менән һоҡланыу хистәре сәбәпсе инде уға.


Дәрестәр бөтөүгә аудиториялар буйлап яңылыҡ таралды: яҙыусылар килгән. Ашауҙы ла онотоп, училищеға кире саптыҡ. Бер сәғәткә генә икән. Йүгерешеп килеп инеүгә бөтәһенең дә иғтибарын мөлдөрәп торған ҡара күҙле, һомғол кәүҙәле, йылмайып ҡаршы алған һыу һөлөгөндәй матур егет йәлеп итте. Ә инде уртаса буйлы, аҫҡараҡ ҡарап ниҙер эҙләпме, уҡыпмы арттараҡ ултырған икенсеһенә әллә ни иғтибар иткән кеше лә булманы, ахыры. Ә матур егет шул арала шиғырҙарын әртистәрсә юғары пафос менән уҡый ҙа башланы. Беҙҙең дәррәү ҡул сабыуҙарға әүрәп, әллә күпмеһен уҡып ташланы үҙе, аҙаҡтан көтмәгәндә «Сирень сәскәләре» йырын йырлап ебәрҙе. Матур ине тауышы, иҫ киткес. Тағы бер нисә шиғыр уҡыны. Бер тында уҡылған был хәтле күп шиғыр, етмәһә йыры ла булғас, бер ыңғай күңелгә һыймай башланы кеүек, хатта нишләптер шиғырҙары буйынса һорау бирә алмай аптыраныҡ.
Шиғыр күберәк була башлағас та, мин арттараҡ ултырған егеткә иғтибар иттем. Ул теге матур кеүек артыҡ ыҫпай ҙа түгел, ултырыуы ла ябай ғына, тик ваҡыт-ваҡыт тоҡанып янып киткән күҙҙәре, тулҡын-тулҡын бөҙрә сәстәре уның ябай кеше түгеллеген күрһәтеп тора. Мин үҙем дә һиҙмәҫтән уны күҙәтергә тотондом, уҡый башлауын көтөп алалмай аптыраным. Ҡыҙҙар гөрләтеп ҡул сабыуға матур егет тағы йырларға ла булғайны, тик беҙҙең башҡорт теле уҡытыусыһы Әҡлимә Ғиләжевна егеттәрҙең икенсеһенә өндәште:
— Ниһайәт, һеҙгә һүҙ бирәйек, юғиһә ваҡыт аҙ ҡала бит.
Егеттең күкрәктән сыҡҡанға, ахыры, ҡоңғорлап торған, бер үк ваҡытта ҡатыңҡы ла, йомшаҡ та яңғыраған тауышы серле лә ине, саҡ ҡына туҡтап тороп, беҙҙең иғтибарҙы тамсыһына тиклем бер нөктәгә йыя ла әйтәһе һүҙенең бәҫен белеп кенә һөйләй башлай. Шиғырҙары ла ялҡытҡыс оҙон түгел, өс-дүрт куплеттан артмай, шиғыр кинәт кенә бөткәс, аудиторияла бушлыҡ пәйҙә була. Шағир һүҙен дауам итер кеүек хатта, йәиһә үҙең булһа ла өҫтәп ниҙер әйткең килә, тик уйлаһаң, әйтәһе – әйтелгән, өҫтәү түгел, фекерҙең кинәт шартлап өҙөлөүе асыҡ яра һымаҡ, уға тейеүе лә, яҡын килеүе лә ҡурҡыныс. Һаңғырауыраҡ тойолған был тауыш әле лә ҡолаҡ төбөндә яңғырай, сөнки шиғырҙы ул үҙе бер спектакль һымаҡ уҡый, тауышының саҡ-саҡ һиҙелгән әллә нисәмә яңғырашы бар, хатта тынды ла төрлөсә ала ала, уға төрлөсә мәғәнә һала.
Ошоғаса шиғыр уҡыһам да, уның был хәтле лә сихри әйбер икәнен күҙ алдыма ла килтермәгәнмен икән. Ә шиғырҙы, уның һымаҡ һәр тыңлаусының үҙенә генә төбәп, күңеленә ярып һала алырлыҡ итеп, тик шундай тауыш менән генә уҡырға кәрәк икәненә бөгөн дә иманым камил.
Егеттең һәр шиғырынан һуң ҡул сабырға ла онотоп, үҙебеҙҙе үҙебеҙ аңлай алмай әллә күпме тын ултырабыҙ, шунан кинәт уянып киткәндәй булабыҙ, һуңлап аңлағаныбыҙға ғәфү үтенгәндәй, шашынып ҡул саба башлайбыҙ. Шунан тойғоларыбыҙҙы артыҡ ныҡ белдергәнгә оялып, кинәт туҡтайбыҙ, туҡтайбыҙ ҙа онотолоп тағы көтәбеҙ. Әллә ни күп уҡыманы шул ул, йырламаны ла. Ашығалар ҙа ине. Хушлаштыҡ. Уҡытыусыбыҙ китап бүләк иткән булды.
Ошоғаса шиғырҙың ни икәнен белһәк тә, аңлап еткермәгән шиғриәт донъяһына сумған үҫмер ҡыҙсыҡтар күңелендә уянған тойғолар бураны һәр беребеҙҙе үҙенсә ҡосағына алды, минең иһә бер кем менән дә һөйләшкем дә, аралашҡым да килмәй ине. Әллә күпме урамда йөрөп ятаҡҡа ҡайтҡас та, һөйләшеп китә алмай аҙапландым. Ә ҡыҙҙар бөтәһе лә тиерлек теге матурға ғашиҡ булғандар, һөйләп һүҙҙәре бөтмәй, ул күҙе, ул ҡашы, ул йыры, ул буй-һыны...
Ә икенсеһенә – беҙҙең арала иң өлкәне булған Клара ла мин.
Егеттәрҙең матуры Рафаэль Сафин, ә икенсеһе – миңә шиғриәттең серле ишеген тәүләп асыусы кеше – Рәми ағай ине.


Йәйҙең майҙай йомшаҡ йылы кисе. Ағай беҙгә, Ағиҙел ярындағы ағас йортҡа, ҡунаҡҡа килгәйне. Дөрөҫөрәге, беҙҙе үҙҙәренә саҡырырға ине, ахыры, уның теләге. Шулай булһа ла ул артыҡ ашығып барманы, Динис менән оҙаҡ һөйләшеп ултырҙылар. Мин ҡәйнәмдән өйрәнгән бәрәңге ҡыҫтыбыйы менән һыйлаған булдым, артығы булмағандыр инде, шулай ҙа мине күккә сөйөп маҡтанылар.
Кинәт ағай дәртләнеп китте, ашыға башланы:
— Әйҙәгеҙ, тиҙ генә, Надя беляши бешерергә тейеш. Ә мин һеҙҙе бер кеше менән таныштырам әле, – үҙе серле итеп йылмая.
Ашыҡһаҡ та, юл ыңғай Сафуан менән Фәрҙиәләргә кереп йөрөнөк, улар өйҙә булмай сыҡты. Мин шыпырт ҡына Динистән теге кеше кем икәнен белергә тырышһам да, ул әллә белмәй, әллә әйтергә ярамай микән, ҡулбаштарын ғына һикертте. Ағай бар транспорттан трамвайҙы ярата торғайны, әле лә трамвайҙа бөтә проспектты үтеп тигәндәй, «Строительная» тирәһендә көн кисләүгә генә төшөп ҡалдыҡ.
Ниһайәт, ағай кем менән таныштырасағы тураһында һөйләй башланы: кем ул, ҡайҙан, шөғөлө ниндәй.
— Танауығыҙ еҫ һиҙһә, уның ниндәй кеше икәнен тойомларһығыҙ әле. Беҙҙең яҡ кешеһе ул.
Кәрәкле йортҡа етмәҫ борон, ағастары ҡуйырған ҡараңғыраҡ подъезд алдында беҙҙе туҡтатты ла:
— Давай, тегеләргә ем булып, күренеп йөрөмәгеҙ, әлегә, Динис, һинең исем бысранмаған. Ошонда ултырып тороғоҙ, – тип беҙҙе ҡалдырып китте.
— Бик ҙур ғалим, халыҡ дошманы, милләтсе кеше икән, – тип шомландырҙы Динис мине. Һүҙһеҙ генә оҙаҡ көттөк. Эңер төштө. Көтөп арығас икәс, кинәт ағай күренде, ул юл ыңғай хәбәрен һөйләй-һөйләй оло бер кешене беҙгә табан әйҙәне. Йылы булыуына ҡарамаҫтан, оҙон плащмы, пальтомы кейгән, башын түбән баҫҡан, күңелһеҙ ҡиәфәтле был кешенең алдына сыға биреп, ғәҙәттә өндәшмәҫ ағайҙың өҙлөкһөҙ ниҙер һөйләүенә мин аптырабыраҡ ҡалдым. Сөнки ағай үҙе күбеһенсә өндәшмәй, гел кемделер тыңлай торғайны. «Был кешенең күңелен күрергә итә, ахыры...» – тип уйлап алдым. Ағай кемдәрҙелер эттән алып, эткә һалып әрләй, хатта һүгә ине.
— Ярар, һин уларҙы юҡ икән, тип уйла, кәйефеңде шуларға ҡарап ҡырма, киреһенсә, беҙ йәшәйбеҙ әле, беҙ бар тип, иҫтәренә төшөрөп торор кәрәк.
— Кәрәк тә ул, тик башың өҫтөндә аҫылынған таштай торһалар, бик рәхәт түгел шул, – тип күңелһеҙ генә мығырланы теге кеше. Беҙгә артыҡ иғтибар биреп торманы, башын баҫып, ашыҡмай ғына атлауын белде. Минең был кешенең хәлен бик белгем килһә лә, өндәшмәнем, үҙем Динискә ҡарайым, ул да шымып ҡалған. Ә ағай теге кешене нисек тә әүрәтергә тырыша, ниндәйҙер Хәсән тигән әҙәмде тиргәй. Уның һүҙҙәренән, ниһайәт, был кешене өйөнән сығып йөрөмәҫкә яҙыу алғандарын, Рәми ағай уны саҡ-саҡ, нимәгәлер ҡул ҡуйып алып сыға алыуын аңланыҡ. Былай ҙа шомло күңелгә ауыр булып китте. Ә Динис ағайҙар һүҙенә ҡушылып, ниҙер һораша, нимәнелер аңлатып маташҡан була.
Рәми ағайҙарҙың өй алдында улар бик оҙаҡ һөйләшеп торҙолар, теге ағай ҙа тынысланды, тауышы күңелһеҙ генә булһа ла, һәүетемсә һөйләшә, һирәк-һаяҡ йылмая ла башланы.
— Ниндәй матур кис...
Динис Рәми ағайҙың шиғырын иҫләне:
— Ниндәй айлы төн был!
Үлгем килә хатта был саҡта...
— Юҡ, үлем уйын түгел, юҡ, үлге килмәй...
Аҙаҡтан беҙҙең менән ныҡлап танышҡас, ҡайҙарҙа уҡыуыбыҙҙы, ҡайһы яҡтарҙан булыуыбыҙҙы һорашты.
— Ҡара әле, Рәми, беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары ла үҙебеҙҙең егеттәргә торошло була башлаған, әтеү гел сит-ятҡа... Шәп бит был.
Бигерәк тә минең яҡташы икәнен белгәс, арҡамдан тупылдатып һөйөп, әллә күпме кәңәштәр бирҙе.
— Уҡырға, бигерәк тә әҙәбиәтте өйрәнергә кәрәк, белмәһәң, был егеткә һинең менән күңелһеҙ булыр бит... – тигәне бигерәк иҫтә ҡалды.
Ул кисте халыҡ, тел тураһындағы һүҙҙәр, ағай уҡыған шиғырҙар, аҡыллы кәңәштәр аҡ ҡағыҙ битендәй саф күңелдәргә һеңеп, эҙе ярылып ҡалғандай булды, аҙаҡ, оҙаҡ йылдар үткәс тә, иҫләп, яуап таба алмай, аптырай торғайныҡ. Үҙебеҙҙең ниндәй бер ҡатлы булыуыбыҙға, күп нәмәне бөтөнләй белмәүебеҙгә, ғәмһеҙлегебеҙгә һиҫкәнеп ҡалдыҡ. Ҡайткас, Динис шуға ҡат-ҡат аптырап, үҙен әрләне, алһыу төҫтәге әлеге тормоштоң күпме ҡараңғы яҡтары булыуына асынды, теге кешене нисек тә көндәге актив эшкә йәлеп итеү юлдарын эҙләгән булды. Уныһы инде аҙаҡ.
Динисте лә, мине лә шаңғытҡан әллә күпме яңылыҡтар араһында ҡолаҡҡа сит яңғыраған «Әбүс» тигән исем иҫкә алынды. Әллә исеме ят булғанғамы, иҫтә ҡалған. Теге кеше Рәми ағайҙан ҡат-ҡат шул Әбүс тураһында һорашты, «әле һаман кеше күмеп тамаҡ туйҙырамы?» – тип әсенеп ултырҙы, хатта Ҡазандағы бер артисткаға арнап яҙған мәҙхиәһен яттан һөйләп ишеттерҙе. «Бөтә Ҡазанды шаулатҡайны ул, кит, тинем бит мин уға, кит, тинем, Ҡазанға, бәлки, унда уны аңларҙар ине, ул татарса ла апаруҡ бит инде». Ошо һүҙҙәре лә онотолмай: «Мөһөр баҫылған, ҡан менән дә йыуып төшөрә алмаҫһың...»
Үҙе лә илендә аңлау таба алмаған, ҙур ғалим, философ, фажиғәле яҙмышлы шәхес – Таһир ағай Баишев ине ул теге кеше тигәнем.
Ә ағайҙың эсе тулы гөрләп янған уйҙары, халҡым, телем тип көйөнөүҙәре ниндәй усаҡтарҙан тоҡанғаны билгеле инде. Бер ни барҙан юҡ, юҡтан бар булмай...

Рәйлә һәм Динис Бүләковтар