Булат Рафиҡов. Мәскәүгә яҙылған хат

Сверстники и собратья по перу

Илленсе йылдар уртаһында Башҡортостанда матбуғат биттәренән һүҙ әйтергә баҙнат иткән йәштәр күҙгә күренеп ишәйә башланы. Улар, башлыса, университет булырға йыйыныусы педагогия институты студенттары ине. Унда һуғышҡа тиклем үк ойошторолған әҙәби түңәрәк башҡорт әҙәбиәтенең төп көстәрен әҙерләүсе булараҡ дан ҡаҙанырға өлгөргәйне инде. Мин уҡыуға ингәндә, түңәрәктең абруйы шундай юғары ине, ағзалыҡҡа һинең шиғырға йә хикәйәгә бер аҙ һәләтең барлығына ышанғас ҡына ала торғайнылар. Мине, рус филологияһы бүлеге студентын, тыңлап ултырыусы ғына итеп бигерәк оҙаҡ тоттолар, шикелле.
Рус бүлегенә эләгеүем – үҙе бер мажара. Бишенсе класта татарса уҡырға тура килде. Алтынсы класты Айыусыла башҡортса арыу ғына тамамлағайным әле, әммә етенсе класҡа яңы йыл алдынан ғына барып индем. Шунан – Стәрлетамаҡ педучилищеһы, уҡыу шау русса. Ҡыҫҡаһы, туған тел һәм әҙәбиәтте йүнләп өйрәнә алманым. Шулай ҙа, институтҡа сират еткәс, документтарымды башҡорт бүлегенә бирҙем. Яҙма имтиханды Ғәли Ғәли улы Сәйетбатталов алды, минең ҡойто ғына белем менән уны урап үтеп ҡара! Иншам «өслө»гә генә тартҡан, тимәк, миңә стипендия тәтемәй. Уҡытыусы булып китергә йыйындым. Әммә ҡабул итеү комиссияһы секретары Раиса Байкова тигән мәрйә апай ашыҡмаҫҡа кәңәш итте.
— Ҡалған имтихандарыңды биреп бөтөр, – тине ул. – Аҙаҡ күҙ күрер.
Бүтән имтихандарҙан «бишле» эләкте. Ауылға ҡайттым. Бер көн саҡырыу килеп төшә: «Һеҙ рус бүлегенә алындығыҙ».
Ярай, киренән әҙәби түңәрәккә күсәйек. Үҙ-ара һәм бер-береңдең яҙмалары менән генә түгел, оло әҙәбиәт донъяһындағы өр-яңы хәбәрҙәр менән дә танышыу урыны ине ул беҙҙең өсөн. Кемдең китабы сыҡҡан йә сығасаҡ, академтеатрҙа ниндәй яңы пьеса ҡуйыласаҡ, Мостай Кәрим йәштәрҙән кемде маҡтап телгә алған, «Әҙәби Башҡортостан»да йә «Пионер»ҙа кемдең хикәйәһе йә шиғырҙары баҫыласаҡ – барыһын да белеп торабыҙ, тикшерәбеҙ. Шулай бер заман телгә (Рәми Ғарипов, Рафаэль Сафин, Рәйес Низамов һәм Шакир Янбаевтарҙың исемдәре килеп инде. Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтында уҡый ине улар, матбуғатта беҙҙекеләргә ҡарағанда йышыраҡ баҫылыуҙарын: «Мәскәү бит!» – тип кенә аңлата торғайныҡ. Рәмиҙең тәүге йыйынтығы – «Йүрүҙән» тигән йоҡа ғына китап һәр башҡорт студентына таныш булғандыр. Ул саҡта һәр яңы китап оло байрам була торғайны бит. Шағир менән танышыуым «Йүрүҙән»гә бәйле.
Мин 1954 – 1955 йылдарҙа Зөфәр Ғәбсәләмов һәм Ким Әхмәтйәнов менән бер фатирҙа торҙом. Һуңғы курста уҡый ине инде улар, әммә миңә баштан ук үҙҙәренең тиңе итеп ҡаранылар. Коммуна ҡороп йәшәнек, аҡса ла, ризыҡ та уртаҡ ине. Кимдең әле шиғыр яҙыу менән мауыҡҡан сағы. Зөфәр тәнҡитсе булырға әҙерләнә, уны инде Белинский тип йөрөтәләр ине. Бер көн беҙҙең Белинский «Әҙәби Башҡортостан» журналы редакцияһында булып ҡайтты ла:
— Рәмиҙең китабына рецензия яҙырға ҡуштылар бит әле, – тип хәбәр итте. – Әйҙә икәүләп яҙабыҙ, – тип ниңәлер Кимгә түгел, миңә өндәште.
— Әлләсе, – тинем, икеләнеп. – Рецензия яҙып ҡараған юҡ.
— Ҡасан да бер башларға кәрәк инде. – Быныһы Кимдең һүҙҙәре. – Ғәбсәләмдең тәжрибәһен өйрәнеп ҡал.
Үҙем дә белеп торам инде: Зөфәр минең ярҙамға мохтаж түгел, икәүләп мине журнал битенә алып сығырға аҙапланыуҙары. Күндерҙеләр. Эшкә тотондоҡ. Башҡа тәнҡитселәрҙе ҡабатламаҫҡа, рецензия жанрының өр-яңы формаһын индерергә булып, башта йыйынтыҡтың кәмселектәрен үҙебеҙсә анализланыҡ, шунан ыңғай яҡтарын баһалауға күстек. Редакцияла беҙҙең шул новаторлыҡ оҡшаны, һәм рецензия беҙ яҙғанса баҫылып сыҡты. («Йәш шағирҙың уңыштары һәм етешһеҙлектәре». «Әҙәби Башҡортостан», 1955, №9.) Берәүҙәр хупланы, икенселәр хурланы, әҙәби түңәрәктә бәхәс тә ҡубып алды. Журналдың шул һаны сыҡҡансы, Мәскәүҙә уҡыусылар, дипломдар алып, Өфөгә ҡайтҡайны, Рәми «Совет Башҡортостаны» гәзите редакцияһында эшләп йөрөй. Тәүге тапҡыр шунда осраштыҡ.
— Ә-ә, теге Булат һинме ни әле? – тип күрешергә ҡул һуҙҙы. – Һаумы, тәнҡитсе? Тағы бер рецензия килтерҙеңме?
— Юҡ, шиғырҙар әпкилдем.
— Йә шиғыр, йә тәнҡит яҙырға кәрәк! – Рәми ҡырт киҫте. – Мин Ғәбсәләм менән һөйләштем инде, – Зөфәр ул саҡта китап нәшриәтендә эшләй ине. – Асыуланма, тураһын әйтәм: тәнҡиттә оригиналь булып маташыу – маймылланыу ул. Рәми насар шағир, тип тоторға ла әйтергә ине.
— Ну, һин бит насар шағир түгел! – Мин аптыраңҡырап ҡалдым.
— Насар шағир булмаҫмын, уныһын беләм, – тип төҙәтте мине Рәми тыныс ҡына: – Ә Зөфәр менән һинең бүтәндәрҙән аҡыллы булып күренергә тырышыуығыҙ!.. Әҙәбиәттә иң тәүҙә матурлыҡты күрә белергә кәрәк. Рецензия шул логикаға буйһона.
— Тик һәр кем үҙ формаһын эҙләргә тейеш! – тип мин түңәрәк ултырыштарында йыш ҡабатлана торған һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрҙөм.
— Рәми, сығып һөйләшегеҙ! – тип ҡысҡырҙы кемдер. Ул бүлмәлә биш-алты кеше эшләп ултыра ине, уларға ҡамасаулағанбыҙҙыр ҙа, бәлки. Беҙ өсөнсө ҡаттан беренсе ҡатҡа төштөк, шунда аулаҡ мөйөштә, тәмәке көйрәтә-көйрәтә, тағы бер аҙ һөйләшеп торҙоҡ. Мин шиғыр йораттарын күрһәтергә лә оноттом. Ғөмүмән, ни сәбәплелер, оҙаҡ йылдар буйы «Совет Башҡортостаны» гәзитендә бер юл да баҫтырманым. Эш Рәмиҙең ҡыҫырыҡлығында түгел, ул тиҙҙән китап нәшриәтенә күсте. Ә ул гәзит редакцияһында хөкөм һөргән тәкәбберлек күптәрҙе өркөтә ине.
1956 йылдың йәйендә мин «Ленинец» гәзите редакцияһында эшләп алдым (пионер лагерында уҙа торған практиканы гәзит практикаһы менән алмаштырҙылар), шунан гәзиттең штаттан тыш хәбәрсеһе булып киттем. Шул сәбәпле, редакция эргәһендә әҙәби түңәрәк ойошторолғас, мине уның старостаһы иттеләр: йәнәһе, һин бында үҙ кеше, редакция менән түңәрәк араһында бәйләнеште һин тормошҡа ашыраһың. Мин эшкә ихлас тотондом, йәштәр ҙә түңәрәк ултырыштарына атылып торҙо. Гәзиттә иғлан баҫылып сығыу була, тәғәйенләнгән сәғәттә редакцияға башлап яҙыусылар – студенттар ҙа, эшсе йәштәр ҙә килеп тула. Шиғырҙар уҡыла, йыйынтыҡтар тикшерелә, сәйәси темаларға ҡыҙыу-ҡыҙыу фекер алышыуҙар уҙа. КПСС-тың XX съезы булып, шәхес культына ҡаты хөкөм ҡарары сығарылған йыл бит, ирек еле күңелдәрҙе елкендергән мәл. Беҙ үҙебеҙҙе ғәҙеллек, дөрөҫлөк өсөн тауҙар аҡтарырға әҙер итеп тоя торғайныҡ. Түңәрәктең абруйы үҫә барҙы. Шуғалыр ҙа инде, өлкән яҙыусылар ҙа унда тартыла ине. Ҡайһы бер ултырыштарҙа Яҙыусылар берлеге идараһы рәйесе Мостай Кәрим ҡатнашты. «Ярғанат» тигән повесы менән киң танылған Шакир Насировтың, Мәскәүҙән ниндәйҙер кәңәш менән ҡайтҡас, түңәрәк ағзалары менән оҙаҡ һөйләшеп ултырғаны иҫтә ҡалған.
Беҙҙең ижади фекер алышыуҙарҙа, сәйәси бәхәстәрҙә Зөфәр Ғәбсәләмов, Шакир Бикҡолов һәм Рәми Ғарипов өҫтөнлөк итә торғайны. Тәүге икәүһе – ҡыҙыу кешеләр, ярһып китәләр ҙә тамаҡ менән алдырырға тырыша башлайҙар. Һәлмәк һүҙле Рәми ҡабаланмай, фекерҙәрен нығыраҡ дәлилләп һөйләй. Беҙҙән ике-өс йәшкә генә өлкәнерәктәр, ә беҙ уларҙың ауыҙҙарына ҡарап ултырабыҙ. Бәхәсләшергә өйрәнәбеҙ. Әлбиттә, әле әйткәндәр бүтәндәргә һүҙ эләкмәүҙе аңлатмай – бөтәбеҙгә лә сират етә. Әммә теге өсәүҙән береһенең фекере үтә. Ҡай саҡ үпкәләшеп тә айырылышабыҙ.
1957 йылда, Октябрь революцияһының 40 йыллығына әҙерлек менән бергә, Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуының 400 йыллығы еткәнен иҫкә төшөрҙөләр. Был юбилейҙың июндә билдәләнәсәге, Мәскәүҙән оло кешеләр киләсәге мәғлүм булды. Тағы бер яңылыҡ: Сәйфи Ҡудашҡа Башҡортостандың халыҡ шағиры исемен бирмәкселәр икән. Быныһы инде беҙҙе ныҡ тулҡынландырҙы, сөнки ул ваҡытта 1937-1938 йылдарҙа ғәйепһеҙгә юҡ ителгән башҡорт яҙыусыларын реабилитациялау башланып, шуға бәйле ул ағай һәм тағы бер нисә кеше насар яҡтан йыш ҡына телгә алына ине. Рәсми телдә түгел, ә иҫбатлау талап ителгән хәбәр рәүешендә. Ғәҙеллекте, дөрөҫлөктө бөтә нәмәнән юғары ҡуйыусы йәштәрҙе тоҡандырыу өсөн шул да етә. Бигерәк тә беҙҙең «Белинский», Зөфәр, һис кенә лә тынғы тапманы, беҙгә лә тынғы бирмәне.
— Ундай мәсхәрәгә юл ҡуймаҫҡа тейешбеҙ! – Күҙҙәре яна, усы һауаны телә. – Өлкәндәр бер ни эшләмәйәсәк. Ҡурҡалар. Ә беҙгә нимәнән ҡурҡырға?..
— Нимә тәҡдим итәһең? – тип Әнүр Вахитов мәсьәләне ҡабырғаһы менән ҡуя.
— Мәскәүгә яҙырға, Шепиловҡа! – Уныһы КПСС Үҙәк Комитетының шул саҡтағы идеология буйынса секретары ине. – Шепилов барыһын да аңлар, сараһын күрер.
— Мәскәүгә төплө дәлилдәр кәрәк, ул ҡоро һүҙгә ышанмай, – ти Рәми уйсан ғына.
— Дәлилдәр бар!
— Башта шул дәлилдәрҙе күрәйек, танышайыҡ, шунан хат тураһында уйлашырбыҙ, – тип Рәми ныҡ тора. Беҙ ҙә уның тәҡдимен яҡлайбыҙ.
Оҙаҡламай дәлилдәр беҙҙең ҡулда ине. Материалдарҙың күпселеген Ғәйнан Әмири бирҙе (уныһын мин теге саҡта тоҫмаллап ҡына ҡалғайным, әммә Ғәйнан Әмири вафаты алдынан шул турала миңә үҙе берәмтекләп һөйләне), Мөслим Мораттан да ҡайһы бер мәғлүмәттәр алдыҡ. Уларҙы өс төркөмгә бүлергә мөмкин. Беренсе төркөмгә Сәйфи Ҡудаштың революцияға тиклем һәм граждандар һуғышы осоронда яҙылған шиғырҙары керә (ә әҫәрҙәренең 1-се томында бөтөнләй башҡа шиғырҙар баҫылған – улар, бәғзе берәү раҫлауынса, 30-сы йылдарҙа ғына революцион рухта ижад ителгән һәм теге йылдар менән билдәләнгән). Икенсе төркөмдә – 1937 – 1938 йылдарға ҡағылышлы ҡағыҙҙар, өсөнсөһөндә – Сәйфи Ҡудаштың атылған яҙыусыларҙы XX съездан һуң маҡтаған яҙмалары һ. б. Бер ыңғайҙан башҡорт әҙәбиәтендә һәм сәнғәтендә икенсе милләт вәкилдәре хакимлыҡ итеүе, башҡорттарға көн күрһәтмәүе хаҡында ла һүҙҙәр өҫтәлде. Һәр һөйләмде тикшереп, редакторлап, аҙаҡҡы нөктәне ҡуйҙыҡ. Хатты машинкала кем баҫҡанын хәтерләмәйем. Эш имзалар йыйыуға килеп етте, беҙҙең арала йәнә бәхәс ҡупты. Өлкәндәргә хатты күрһәтергәме, ҡул ҡуйыуҙарын һорарғамы? Кемдәргә ышанып була? Ғәбсәләм ныҡ тора: өлкәндәр ҡурҡасаҡ, уларға күрһәтмәҫкә!
— Студенттар хаты ғына булһа, тегендә ҡолаҡ һалмауҙары мөмкин, – ти Рәми.
— Ни эшләргә һуң?
— Эшсе, колхозсы йәштәр ҙә ҡул ҡуйырға тейеш.
— Уларҙы ҡайҙан табып бөтәйек?
— Эш барып сыҡһын тиһәк, табырбыҙ.
Уныһын да хәл иттек: дөйөм ятаҡтарҙа булдыҡ, баҙарға сығып, таныштарҙы эҙләнек. Яңылышмаһам, һикһәндән ашыу имза йыйылды. Беҙ ул саҡта тоталитаризм таяуҙарының береһенә – үҙеңсә фекер йөрөтөүҙе тыйған ҡанунға ҡул күтәреп маташҡаныбыҙҙы аңлап та еткермәгәнбеҙҙер, әммә үҙебеҙгә ниндәйҙер ҡурҡыныс янағанын һиҙә инек. Иң элек хаттың Мәскәүгә барып етмәүенән, Өфөлә үк тотоп ҡалыуҙарынан ҡурҡтыҡ. Бында ла беҙҙең «идеологтар», Рәми менән Зөфәрҙе әйтәм, әмәлен тапты: хатты тимер юл вокзалына алып барып, Мәскәүгә уҙып барған поездың почта вагоны кешеһенә биреп ебәрҙек.
Әйтергә онотҡанмын: хатты ғәҙәттәге бер анонимка тип уйламаһындар өсөн, ҡайһы адрестан ебәрелгәнен конвертта ла күрһәтергә булдыҡ. Әҙәби түңәрәк старостаһының ниндәй исем-фамилия йөрөткәнен дә яҙҙыҡ, ә ул кеше, өҫтә әйткәнемсә, мин инем. Ошо «батырлыҡ»тың оҙаҡламай муйыныма «антисоветчик», «милләтсе», «эскесе» һәм башҡа шундай яҙыуҙар булып тағыласағын башыма ла индереп сығарманым, шикелле. Ә бит арабыҙҙан, юҡ менән булашмағыҙ, тип иҫкәртеүселәр ҙә, ҡул ҡуйыуҙан ҡырҡа баш тартыусылар ҙа табылды. Уларҙы тыңламаныҡ.
Тарихтан имтиханда ултыра инем. Имтиханды декан Әминев ағай үҙе ала. Уның күпмелер ваҡыт лагерҙа ултырыуы һәм аҡланып ҡайтыуы хаҡында хәбәрҙәр байтаҡ йөрөнө. Ныҡ сатанлай ине, әммә ҡайҙа ғәрипләнеүен аныҡ ҡына белмәйем. Деканатта сәркәтип булып эшләүсе ҡыҙ инеп, тегенең ҡолағына ниҙер бышылданы. Декан ағарып китте, бер миңә, бер ишеккә ҡараны. Ә унда ҡара күн куртка кейгән ир баҫып тора ине.
— Рафиҡов, һине обкомға саҡыралар, Сайрановҡа. Йыйын! – тине Әминев ағай һәм алдындағы зачеткалар араһынан минекен табып, ҡалтыранған ҡулдары менән «отл.» тип яҙҙы ла миңә тотторҙо. Миңә теләктәшлек белдереүе ине шул «отл.».
Күн курткалы ир шофер булып сыҡты. Совет урамына елдереп барып еттек. Обком тигән хәтәр йортҡа (хәҙер унда музей) тәүге тапҡыр шулай барып индем. Кемдер мине постағы милиционер янынан үткәреп, икенсе ҡатҡа алып менде. Ҡабул итеү бүлмәһендә тиҫтәләп кеше тапана ине, барыһы ла миңә дошманлыҡ ҡатыш ҡыҙыҡһыныу менән ҡаранылар ҙа, буялырға ҡурҡҡандай, ситкәрәк китеп өйөлөштөләр. Ошо күренештән һәм ниңә саҡырғандарын тамам аңлауҙан күңелгә ҡурҡыу һарҡый башланы.
Бында ишек төбөндә баҫып торһам да, кабинетта Сайрановтың өҫтәле янына уҡ алып барып ултырттылар. Башҡалар стена буйындағы ултырғыстарға урынлашты. Сайрановтың күҙлеген тик Сайрановса йылтырата белеүен тәүге тапҡыр шунда күрҙем. Ул үҙенең шул айырмалыҡ билдәһен (башҡаларҙан тағы бер айырмалығы булды – буйға бик тәпәш ине) миңә йылтыратты ла ярандарына өндәште:
— Рафиҡов тигән герой ошо үҙе буламы инде? – Хихылдаштылар, баш ҡаҡтылар. Сайранов уларҙы уҫал ҡараш менән тымыҙҙы ла һүҙен дауам итте: – Иптәштәр, бик тә күңелһеҙ хәл килеп сыҡты. Бер төркөм ҡағыҙ бысратыусы Мәскәүгә беҙҙең өҫтән әшәке хат яҙған, – тип алдында ятҡан ҡағыҙ биттәрен күтәреп күрһәтте. Унда мин ҡыҙыл ҡәләм менән һалынған эре хәрефле резолюцияны – «Разобраться. Доложить» тигән һүҙҙәрҙе уҡырға, имзаның «Ш» хәрефе менән башлауын абайларға өлгөрҙөм. – Үҙәк комитет барыһын да тикшереп, яуап биреүҙе талап итә.
— Кемдәр яҙышты һиңә был хатты? – тип һораны берәү.
— Унда һәр ҡайһыбыҙҙың фамилияһы күрһәтелгән, – тинем.
— Ҡара һин уны, ниндәй важный!.. – Һорау биреүсе мине ныҡлап туҙҙырмаҡсы ине, әммә Сайранов уны бүлдерҙе лә үҙе һораны:
— Өлкән яҙыусыларҙан кем ҡатнашты?
— Юҡ, йәштәр генә...
— Алдашаһың. Беҙ һеҙҙе кем ҡотортҡанын да, кем материал табып биргәнен дә яҡшы беләбеҙ, әле һинең партияға тоғролоңдо ғына тикшерәбеҙ. – Ҡыҙып китте. – Әйтеп ҡара инде, һеҙ, һөтимәрҙәр, бынау факттарҙы ҡайҙан белер инегеҙ, өлкәндәр ярҙамлашмаһа! – тип хаттың ҡайһы бер урындарына бармағы менән төрткөләп алды. Һөйләшеү һорау алыуға әүерелә барҙы, кабинет хужаһы бер һорауға ғына яуап алырға теләне: өлкәндәрҙән кем? Фамилиялар ҙа һаналды: Мөслим Маратмы? Әмир Чанышмы? Жан Локманмы? Ҡадир Даянмы? Бикбаймы? Әмириме? Мин иң еңел юлды һайланым: белмәйем. Шул һүҙҙе әйтәм дә башты эйеп тик ултырам.
— Һайыҫҡан! Нисек яуап бирергә өйрәткәндәр үҙеңде! Бесән ваҡыты еткән, ә һеҙ!.. – тип Сайранов өҫтәлгә шапылдатып һуҡты.
— Бәй, беҙҙең хатта бесән сабыуға ҡаршы саҡырған һүҙҙәр юҡ та инде! – тип ғәжәпләндем мин.
— Бантыңды иҫәргә һалаһың ғынамы, ысынлап иҫәрһеңме? Етмәһә – отличник, Сталин стипендиаты! – Сайранов минең турала алдан мәғлүмәттәр алдырғайны, күрәһең. – Йә, был егетте нишләтәбеҙ? – тип һораны ул һөйләшеүҙә ҡатнашыусыларҙан.
һелкенештеләр. Өндәшмәнеләр. Бер кеше генә кәңәш бирергә баҙнат итте:
— Ҡайтарып ебәрәбеҙ ҙә, имтихандарын тапшырһын.
Миҙхәт Ғәйнуллин ағай булып сыҡты ул. Яҙыусылар берлегендә эшләгән сағы инеме икән, обкомға күскәйнеме – уныһын белмәйем. Сайранов мине ипкә килтереү кәрәклеге хаҡында һүҙҙәр әйтеп, кабинеттан сығырға ҡушты. Ҡурҡа-ҡурҡа ғына коридор буйлап атлайым, әммә берәү ҙә, хатта постағы милиционер ҙа туҡтатманы. Оло түрәнең «Ты свободен!» тип ҡул һелтәүен тура мәғәнәһендә аңлап, урамға атылдым, артҡа боролоп та ҡарамай, Матросов паркына ҡарай һуҡтырҙым. Фрунзе урамында Марат Минһажетдинов менән Рәшит Әхтәров ҡыуып етте. Студенттар араһында мине ҡулға алыуҙары хаҡында хәбәр таралған да, былар юллап килгән. Байтаҡ һөйләшеп йөрөнөк. Ҡайҙалыр араҡы ла эстек, шикелле.
Иртәгеһен кискә табан мине китапханала Рәми менән Зөфәр эҙләп тапты. Рәмиҙе лә обкомға саҡыртҡандар икән. Сайранов шул уҡ һорауҙарҙы биргән, хатта бесән ваҡыты еткәнен дә әйтергә онотмаған. Рәми беҙҙең бесән сабыуға ҡаршы булмауыбыҙ тураһында әйткәс, ҡара, былар нисек һүҙ беркеткәндәр, яуаптары һүҙмә-һүҙ тап килә, тигән асыш яһаған. Рәхәтләнеп көлөштөк. Артабан үҙебеҙҙе нисек тотоу кәрәклеге хаҡында ентекле һөйләштек. Тегендә саҡыртылған һәр кеше беҙҙең шикелле яуап бирергә тейеш, тип табып, Зөфәр ошо турала иптәштәр менән һөйләшеп сығырға булды.
Әммә бүтәндәрҙе әлегә саҡырманылар, бер-ике көн уҙғас, ғөмүмән, был эш беҙҙең өсөн шулай шыма ғына үтеп китер һымаҡ тойола башланы. Көтмәгәндә КПСС Үҙәк комитетының сәйер июнь пленумы булды, Маленковты, Молотовты, Кагановичты һәм «уларға ҡушылған Шепилов»ты етәкселектән сығарып ташланылар. Өфөлә «антипартийный» төркөм менән беҙҙең арала ниндәй бәйләнеш барлығын асыҡлау башланды. Мине тағы туп-тура имтихандан алып киттеләр. Был юлы – икенсе учреждениеға, ысын һорау алырға. Был саҡта яуап таптырыу тәртиптәре йомшара төшкәйне, ләкин һуғып ебәреүҙән тартынмайҙар ине әле. Бер үк ваҡытта Рәмиҙән һәм хатҡа ҡул ҡуйған эшсе егеттән (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, исем-фамилияһын онотҡанмын, ниңә эшселәр синыфына тап төшөрәһең, тиҙәр, тип һөйләгәне хәтерҙә) һорау алғандар. Иртәгеһен Зөфәр Ғәбсәләмовты, Йәдкәр Наймановты, тағы кемдәрҙелер саҡырғандар. Күптәр менән эшләгән йә уҡыған урындарына барып әңгәмә үткәргәндәр.
Пединституттың элекке директоры Мәрүән ағай Йәнгиров ул саҡта КПСС-тың Өфө ҡала комитетының беренсе секретары, обкомда бюро ағзаһы ине, бер үк ваҡытта беҙҙә марксизм-ленинизмдан практик дәрестәр алып барҙы. Ниңәлер мине яҡын күрҙе. Бер нисә йылдан пенсияға сыҡҡас, иҫтәлектәр китабы яҙырға тотондо ла кәңәшләшергә редакцияға минең янға йөрөр булды. 1937 йылда Ждановтың Өфөгә килеүе, обком пленумында Быкин менән нисек әйтешеүе, пленум ағзаларын нисек залда уҡ ҡулға алып төрмәгә оҙатыуҙары хаҡында мин унан ишетеп беләм. Бер мәл 1957 йылға төшөп киттек тә, мин үҙебеҙҙең хатҡа бәйле ниҙәр булғанын һораштым.
— Шау-шыу ҙур булды. Семен Денисович (КПСС өлкә комитетының беренсе секретары Игнатьев – Б. Р.) тетмәбеҙҙе тетте, ниңә Сәйфи Ҡудашты көсләп халыҡ шағиры яһарға уйланығыҙ, ти ҙә яуап таптыра. Яҙыусылар союзының милли составы хаҡында белешмә әҙерләргә ҡушты. Миңә лә эләкте. 400 йыллыҡҡа арналған тантаналы кисәнең президиумы исемлегендә Сәйфи Ҡудашты күреп ҡалған да, нимә, студенттарҙы ысын бунтҡа этәрергә булдыңмы, тип ҡыҙҙырҙы, тегене һыҙырға ҡушты.
— Хат авторҙарын хөкөмгә тарттырыуҙары мөмкин инеме?
— Бер-ике кешене ҡулға алыу кәрәклеге тураһында әйтеүселәр булды. Башҡаларҙы ҡүрҡытыу өсөн, йәнәһе. Семен Денисович ризалыҡ бирмәне. Ул киткәс кенә һеҙгә ҡабат тотондолар...
Беҙҙең артабанғы яҙмыштарҙы Мәрүән ағай яҡшы белә ине. Беҙҙе бер аҙға тыныс ҡалдырҙылар. Шул йылдың көҙөндә институт университетҡа әйләнде. Мине яңы йылға тиклем стипендияһыҙ яфаланылар ҙа көтмәгәндә яңынан Сталин стипендиаты иттеләр. Теләгән бер көндә унан мәхрүм итеүҙәре ихтималын иҫтә тотоп, «Һәнәк» журналы редакцияһының саҡырыуы буйынса, уның хаттар бүлегендә эшләй башланым. Шунда ҡалыр кеүек тә инем.
Сығарылыш кисәһенә Игнатьев урынына ҡалған Нуриев менән беҙҙең күптәнге «дуҫ» Сайранов килде. Бәхетһеҙлегемә ҡаршы, тиәйемме, миңә ҡыҙыл тышлы диплом тейеш ине, ә уны нәҡ шул кисәлә тапшырҙылар. Мине күргәс, һораған тегеләр ректорҙан, был антисоветчикты ҡайҙа эшкә ебәрәһегеҙ, тип. Ул редакцияла эшләп йөрөй бит инде, тигән ректор. Ауылға китһен, тигәндәр уға. Ошо турала иртәгеһен Ш. X. Чанбарисов үҙе һөйләне.
Эшкә тәғәйенләү комиссияһы, ашығыс рәүештә йыйылып, ҡатыным менән мине Мәләүез районының Юлдаш урта мәктәбенә (телсе һәм әҙәбиәтселәр етерлек булған мәктәпкә) уҡытырға ебәреү хаҡында ҡарар сығарҙы. Бер-ике ай үттеме, юҡмы, Рәмиҙең Салауат районына совхоз комсоргы булып киткәнен ишеттем.
Бер йылдан мин «Ленинец» гәзите редакцияһының юллауы буйынса ВЛКСМ Үҙәк комитеты ярҙамында Өфөгә, йәғни журналистикаға, әйләнеп ҡайттым. 1962 йылдың мартында Салауат районына командировкаға киттем. Рәми район гәзитенә күскәйне. Редакцияла осраша алманым. Гәзит редакторы мине кабинетына алып инде лә Рәмиҙән зарланырға кереште: ҡарыша, гел үҙенсә эшләй, материалдарын башҡортса яҙа ла руссаға тәржемәләүҙе талап итә, ни эшләтергә һ. б. Һин һөйләшеп ҡара әле, тиеүе ине был. Мин ауылдарға сығып киттем. Берме, икеме көн йөрөп ҡайтыуым булды, ҡунаҡханаға Рәми килеп етте. Хәл-әхүәл һорашҡас, мин уға, ниңә һин улай тәржемәселәрҙе яфалайһың, тип редакторҙың аһ-зарҙарын һөйләп бирҙем. Шаяртып ҡыландым, әммә Рәми үтә лә етдиләнде.
— Әсә телен беҙ ҙә ҡулланмағас!.. Ул беренсе урында йөрөргә тейеш. Ә һин русса ғына яҙаһыңмы?
— Русса яҙам, ә дежурный итеп башҡортса гәзиткә ҡуялар.
— Һис юғы әсә телен онотмаҫһың, — тип һалды Рәми. – Кискә беҙгә барабыҙ, – тип ҡунаҡҡа саҡырырға килгәнен әйтте.
Рәми менән Надя бәләкәй генә ағас өйҙә торалар ине. Хужабикә матур табын әҙерләгән. Тәүге рюмканы осрашыу хөрмәтенә күтәрҙек, шунан мин тост тәҡдим иттем.
— Һинең һөргөндән тиҙерәк Өфөгә ҡайтыуың өсөн!
— Был һөргөн Өфөлә лә дауам итәсәк инде, – тине Рәми ашыҡмай ғына. – Ана «Ағиҙел»дә һинең шиғырҙарыңды иҙәнгә атып бәргәндәр... Ғәбсәләм ауырыуға һабышҡан, тиҙәр. Еткергәндәр, күрәһең. Әхтәриҙе Мәсетлегә ҡайтарғандар – халыҡ мәғарифын нығытырға, йәнәһе. Шиғриәт, бигерәк тә фән өсөн юғалтыу. Беҙҙең теге хатты онотмаясаҡтар һәм оноттормаясаҡтар.
Онотманылар. Рәмиҙең артабанғы яҙмышы яҡшы билдәле. Мин егерме йыл самаһы әҙәби әҫәрҙәремде баҫтыра алманым. Башҡорт Белинскийы булырға тейешле Зөфәр Ғәбсәләмов менән ҙур ғалим булып килгән Марат Минһажетдинов үҙ-үҙҙәрен үлтерҙе. Рәшит Әхтәров иҫән, әммә уның оло таланты асылмай ҡалды.

Булат Рафиҡов,
Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты