Мәрйәм Бураҡаева. Йөрәгендә халҡын йөрөттө

Сверстники и собратья по перу

Алтмышынсы-етмешенсе йылдарҙа тотош илебеҙҙә ғәмһеҙлектең сәскә атҡан осоро ине. Тәбиғәтте һаҡлауға ҡарата ла, ауылдар яҙмышына ла, милли сәнғәт үҫешенә лә. Фәҡәт гигант төҙөлөштәргә генә табыныу заманы булып алды.
Илебеҙ милләттәренән дә уртаҡ бер гигант халыҡ яһау сәйәсәте киң ҡолас алды. Туған телдә уҡытыу «модаһыҙ», «артта ҡалғанлыҡ» тип иҫәпләнә башланы. Ошо йылдарҙа иң сая, ҡыйыу шағир Рәми Ғарипов был сәйәсәттең аҙ һанлы милләттәрҙең бәкәленә һуғасағын, һәләкәткә килтерәсәген, уларҙың аңы томаланасағын яҡшы аңлап, рухи байраҡ булырлыҡ әҫәрҙәр ижад итте. «Туған тел» шиғыры, «Ама-нат»ы, «Уйҙарым» ҡобайыры тыуҙы уның. Әйтергә кәрәк, Рәми Ғарипов, ысынлап та, киләсәкте алдан күреүсе, сәйәсәттең яңылыш йүнәлеш алыуын аңлаған, халҡы яҙмышына ҡарата йөрәгендә ғәм йөрөткән шағир ине.
Мин Күмертау ҡалаһының Маяҡ ҡасабаһында уҡытҡан йылда башлап яҙыусыларҙың семинары булды. Беҙҙе, семинарҙа ҡатнашыусы утыҙлаған кешене, Рәми Ғарипов өйөнә алып ҡайтты. Ике бүлмәле фатирға тулып киттек. Надя ауырый ине. Улар өсөнсө бала көтәләр ине. Кисәлә Рәми Ғарипов йәштәргә ижади уңыштар теләгән саҡта: «Йөрәгендә халҡын йөрөткән шағир ғына ысын шағир була ала», – тине. Рафаэль Сафин, Фәрит Иҫәнғолов, Йыһат Солтановтар йәштәргә бик аҡыллы кәңәштәр әйттеләр. Улар беҙҙең өсөн өлкән яҙыусылар шағирҙар кеүек ине. Шуның өсөн дә Рафаэль Сафиндың тәҡдиме менән уның үҙенә ҡушылып «Каруанһарай» йырын башҡарғанда, Рәми Ғариповтың күҙҙәрендә йәш күреп тә, уларҙың ихлас уйнап-көлөүҙәрен, ҡолас ташлап бейеүҙәрен ҡарап аптырағайным, сөнки улар миңә һәр ваҡыт уйланып, аҡыллы һүҙҙәр генә һөйләп йөрөр олпат кешеләр һымаҡ ине. Ә ул саҡта был «олпат» шағирҙарға 34-35 кенә йәш булған.
Диҡҡәт менән никахыбыҙҙа Рәми Ғарипов менән Надя беҙҙең шаһиттарыбыҙ булды. Рәми Ғариповтың «Осоу» тигән шиғри йыйынтығы баҫылып сыҡҡан саҡ ине, ул титул битенә шиғыр яҙып бүләк итте.

Үтелгәндәр, дуҫҡай, хата булған,
Ауыр аңлай кеше хатаһын.
Һуңлап килә бәхет!.. Тик үкенмә:

Бала аңлар ысын атаһын.

Ә баҙлауыҡ балҡып йондоҙ булмаҫ,
Ысын йондоҙ ул тик – Мәрйәмең.
Уртаҡлағыҙ бергә ғүмер юлын,
Был донъяның татып һәр йәмен.

Типһәк әле тимер өҙөр саҡ бит, –
Ҡотло булһын яңы юл башы.
Ижад, дуҫлыҡ һәм мөхәббәт кенә
Өйөгөҙҙөң булһын юлдашы!

Шағир беҙҙең ғаиләне бик яратты. Ул беҙҙә үҙенең фекерҙәштәрен, рухташтарын күрҙе. Бер көн 1964 йылда яҙылған «1937 йыл» поэмаһын һөйләне. Өҫтәл янында сәй эсеп ултыра инек, поэманы яттан һөйләй башланы ла:
— Юҡ, мин быны ултырып уҡый алмайым, – тип, баҫып уҡыны. 1970 йыл ине. Бындай әҫәрҙе яҙыу, уҡыу ғына түгел, тыңлауы хәүефле йылдар ине.
— Бер ваҡыт баҫылырмы икән был әҫәр? – тип һораным.
— Гел генә ғәмһеҙлек хөкөм һөрмәҫ, – тине шағир.
Ошо осорҙа Рәми Ғарипов халыҡ яҙмышы, туған тел тураһында ғәйәт ҡыйыу шиғырҙар яҙҙы. Бер саҡ Рәми Ғариповты сығыш яһарға саҡырғандар ҙа, ул Диҡҡәт эшләгән институтҡа барып, беҙгә бергә килеп инделәр. Үҙен телевидениеға саҡырыуҙарын һәм унда «Салауат тураһында баллада»һын уҡыясағын әйтте. Уҡып ишеттерҙе. Баллада бик көслө ине. Диҡҡәт:
— Рәми, заманы килер, был шиғырыңды ла уҡырһың. Ә хәҙергә уныһын уҡымай тор. Һис юғы:

Хас дошмандар әле сиктәр аша
Хөр халҡыма күпме таш сөймәҫ.
Батшаларға башын эймәгәнде
Башҡаларға башҡорт баш эймәҫ,

тигән куплетын уҡыма, – тине. Шағир бер тапҡыр уҡыуҙа уҡ Диҡҡәт был юлдарҙы иҫендә ҡалдырғайны.
Рәми Ғарипов бер аҙ өндәшмәй ултырҙы ла, исмаһам, һеҙ кире ҡаҡмаһағыҙ ни була, тигәндәй, әсенеүле ҡараш ташланы:
— Диҡҡәт, һин үҙең дә шиғыр яҙған кеше. Һәр шиғырҙа төп әйтәһе фекер була. Ә был шиғырҙың фекере ошо юлдарҙа. Әгәр ундай шиғырҙарҙы халыҡҡа ваҡытында еткермәһәк, шағир әйтер һүҙен ваҡытында әйтмәһә, беҙ теләгән, беҙ сарсаған заман килерме икән һуң?! Ҡыҙыл йомортҡа – көнөндә ҡиммәт, – тине.
Рәми Ғариповтың «Шиғри минуттар»ын ҡарар өсөн күршебеҙгә индек. Үҙебеҙҙең телевизор юҡ ине. Күршебеҙ – Хөршиҙә Хәйерова апай. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Ғүмере буйы типографияла эшләп, «Совет Башҡортостаны» гәзитен сығарҙы. Бергәләшеп телевизор ҡарайбыҙ. Рәми балладаһын тотош уҡыны. Һуңғы куплеттан һуң уҡ тапшырыуҙы ҡапыл туҡтаттылар. Диҡҡәт:
— Шуның өсөн Рәми бит инде, – тине.
Хөршиҙә апай:
— Һуғышта ла ана шундай егеттәр утҡа иң алда ташланды. Ундайҙар бит алды-артын уйламай, кәрәк икән – кәрәк, тип кенә хәл итәләр. Ә бит, дөрөҫөн әйткәндә, ундайҙар булмаһа, еңеү ҙә килмәҫ ине, – тине, «ундайҙар» тигән һүҙен әйткән саҡта, телевизор яғына ымлап. Шунан тағы, борсолоп: – Хәҙер ни була инде?! – тип ҡуйҙы. Хөршиҙә апай Рәми Ғарипов шиғырҙарын бик ярата торғайны.
Артабан ни булһын? Шағир яҙмышы КПСС өлкә комитетының идеология бүлеге ҡарамағында ҡалды.
Рәми Ғарипов заман һулышын иң яҡшы тойған, халҡының йөрәк тибешен иң нескә аңлаған шағир ине. Шуның өсөн дә, Шәйехзада Бабич кеүек үк, байраҡ итеп күтәреп йөрөтөрлөк әҫәрҙәр яҙҙы. Һәр әҫәре «юғарылар» тарафынан заказ буйынса тәнҡитләнә барҙы һәм матбуғатта артабанғы сығышы тыйыла килде. Ул саҡтағы матбуғатты аҡтара башлаһаң, сәсең үрә торор. «Туған тел» шиғырын кем генә «тетмәгән»! Әммә халҡы өсөн йөрәге тулы ғәм йөрөткән шағир йөрәге ҡушҡанса ижад итеүҙән туҡтаманы.
Ул башҡаларҙың ижадына ҡарата ла ифрат иғтибарлы булды. «Башҡортостан ҡыҙы» журналында бергә эшләгән ваҡытта редакцияға килгән шиғырҙарҙың һәр береһен уҡып сығыр, һәр авторға кәңәш биреп хаттар яҙыр ине. Күпме көс, ваҡыт кәрәк. Уның хаттары «алдым, уҡыным, оҡшаны-оҡшаманы», тигән һүҙҙәрҙән генә тормай ине, ә төплө анализ менән, өмөтлө йәштәргә кәңәштәр биреп яҙыла торғайны.

Мәрйәм Бураҡаева,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре