Варис Ғүмәров. Ялҡынлы ла, һағышлы ла

Сверстники и собратья по перу

Аралашып, танышып китеү йәһәтенән врач һөнәре айырыуса отошло ул. Кем генә мөрәжәғәт итмәй беҙгә: эшсеһе лә, инженеры ла, артист та, яҙыусы ла... Әммә Рәми Ғарипов менән танышыуыбыҙ башҡасараҡ булды. 60-сы йылдар урталарында Өфөнөң Ленин урамында урынлашҡан политик-мәғариф йортонда шиғыр кисәһе бара. Шунда мин Рәми Ғариповты беренсе тапҡыр күрҙем һәм тауышын ишеттем. Кисәлә байтаҡ шағирҙар үҙ әҫәрҙәрен уҡыны. Шиғырҙары матур яңғырай, шымалар, ҡайһылары, ораторлыҡ ҡеүәһенә бирелеп, көр тауыш менән ҙур залды яңғырата ғына. Халыҡ тыңлай, әҙәплелек һаҡлай, ҡул саба.
Рәми менән башҡасараҡ булды. Кисәне алып барыусы уны трибунаға саҡырғайны, дауыл алдынан тәбиғәт шауы баҫылғандай, залдағы халыҡ гипноз йоҡоһона сумды, тиерһең. Тынлыҡ. Тамашасы Рәми Ғариповтан яңы ла, мөһим дә, ҡыҙыҡ та һүҙ көтә һымаҡ. Халыҡ яңылышманы. Рәми шиғырын сабыр, тауыш күтәрмәй уҡыны. Әммә был әҫәр ҡаялар араһынан урғылып сыҡҡан ҡеүәтле даръяны хәтерләтте. Көс тә, дәрт тә, эскерһеҙлек тә, шағир йөрәгенең өҙгөләнеп, үртәлеп яныуы ла – барыһы ла сағыла ине Рәми тауышында. Ул сәхнәнән беренсе тапҡыр «Аманат»ын уҡыны. Зал халыҡ менән шығырым тулы, әммә тып-тын. Тик шағир тауышы ғына ишетелә. Күптәрҙең күңеле тулған, күҙҙәре еүешләнгән. Мин дә һиҙҙермәй генә сыланған күҙҙәремде һөртөп-һөртөп алам. Рәми уҡыуын тамамлағайны, зал кинәт уянып киткәндәй булды, барыһы ла шашып ҡул сапты. Бындай берҙәм алҡышлауҙы быға тиклем бер ҡасан да ишеткәнем юҡ ине. «Йөрәктән сыҡҡан – йөрәккә етә», тигәне шул булалыр, күрәһең.
Ошондай көслө тойғоно мин М. Ю. Лермонтовтың «Шағир үлеменә» тигән шиғырын уҡығас кисергәйнем. Был шиғыр кисәһенән һуң, миндә Рәми менән яҡындан танышыу, «Аманат» өсөн рәхмәт белдереп, ҡулын ҡыҫыу теләге уянды. Күп тә үтмәне, яйы ла килде. Бер көн шулай журналист Йәҙгәр Найманов менән, әлеге лә баяғы, Ленин урамынан китеп барабыҙ. Әйтерһең, ысынлап та, уйлағаның – юш килә, тигәндәй, Рәмиҙе осраттыҡ. Юлдашым: «Ана, Рәми үҙе килә!» – тип һиҙмәҫтән тауышын күтәреберәк өндәшмәһенме! Улар редакцияла бергә эшләйҙәр икән. Ҡаршыбыҙға, йылмайып, буйға ҙур булмаған, әммә киң яурынлы, мыҡты кәүҙәле, күбәләй ҡуйы бөҙрә сәсле йәш ир килә ине. Йәҙгәр Рәми менән ҡул бирешеп иҫәнләште. Мине лә таныштырҙы. Шағирҙың йөҙө яҡты, ҡарашы асыҡ, йылмайыуы, көлөүе хас сабый баланыҡы һымаҡ, эскерһеҙ. Шул уҡ ваҡытта алдыбыҙҙа көслө ихтыярлы кеше тора. Төптә ултырған үткер күҙҙәр, ҡылыс танау, ослайыбыраҡ сыҡҡан эйәк быны иҫбатлай ине.
Оҙаҡ ҡына һөйләшеп торҙоҡ. Әлбиттә, күберәген «Аманат» хаҡында һүҙ барҙы. Авторға йылы һүҙҙәр әйтелде. Был әҫәр тураһында әңгәмәләшкәндә, Рәмиҙең йөҙө етдиләнде, уйсан төс алды. «Һуғышҡа тиклем илебеҙ уңыштары бер яҡтан шатландырһа, икенсе яҡтан, репрессияға эләгеп, аҙмы бына тигән аҡыл эйәләре, ир-ат һәләк булған икән. Д. Юлтый, А. Таһиров, Т. Йәнәби... Был аяныс хәл йөрәгемде өҙгәләне, тынғы бирмәне, йоҡом ҡасты. Нисек ошо хаҡта яҙмаҫҡа», – тине ул.
Оҙаҡламай Рәми менән тағы ла яҡыныраҡ танышырға, күберәк аралашырға ла форсат тыуҙы. Бер көн ике-өс сәғәт буйы Өфө урамдарында һөйләшеп йөрөнөк. Ә һөйләшергәпләшер өсөн уртаҡ мәсьәләләр, борсолоуҙар етерлек ине.
Ошолай әңгәмәләшеү Рәми Ғариповты яҡшыраҡ белеү мөмкинселеген бирҙе. «Кешене белеү өсөн бергә бер бот тоҙ ашарға кәрәк», – ти халыҡ. Беҙ бер бот тоҙ ашамаһаҡ та, Рәмиҙең ҡайһы бер сифаттарын аңланым һымаҡ.
Уның тормошо еңелдән булмаған. Был аңлашыла ла. Шағирҙың тура һүҙлелеге, ярамһаҡланып йәшәүҙе яратмауы, тормошто һәр саҡ алһыу төҫтә ялтырауыҡ күреп шиғыр яҙмауы, әлбиттә, 60-сы йылдарҙа тәкәббер түрәләргә оҡшаманы. Рәмиҙе ныҡ ҡаҡтылар, эшкә алмай, шиғырҙарын баҫмай йонсоттолар. Ә йәшәргә кәрәк, ғаиләлә – өс бала. Ошондай хәл булыуға ҡарамаҫтан, Рәми бер ҡасан да танау төшөрөп, уфтанып, зарланып йәшәмәне. Ул ғорур кеше ине. Шағирҙың икенсе хәтерҙә ҡалған сифаты – тыуған яҡты өҙөлөп яратыуы, халҡыбыҙҙың тоғро улы булыуы. Рәмиҙе иң борсоғаны – телебеҙҙең әһәмиәте кәмеүе, күптәрҙең сит яҡтарға таралыуы. Ул ваҡытта бының төп сәбәбе хаҡында мәғлүмәттәр ҙә тыйылып килде. Ялҡынлы ла, һағышлы ла шиғри һүҙе, тыуған яҡ моңон ишетеү саф йөрәкле кешене битараф ҡалдырмаясаҡ, атайсал төбәктәренә саҡырасаҡ һәм, иртәме-һуңмы йәнтөйәккә ҡайтарасаҡ, тип уйлай инем. Быны үҙемдең яҙмышым да дәлилләй ине. Күренекле рус шағиры А. Майковтың «Емшән» шиғыры тыуған яҡҡа булған һөйөүҙе, тыуған яҡта йәшәүҙең үҙе ҙур бәхет икәнен иҫбат иткән әҫәр, тип әйтһәм, һис тә хата булмаҫ. Был шиғырҙы уҡыу, уның персонаждары яҙмышы минең Алыҫ Көнсығыштан Башҡортостанға ҡайтыуымды тиҙләтте. Ошо шиғырҙы хәтерләү миңә тыуған яҡҡа «ҡайт, ҡайт» тип өндәп торҙо, тынғы бирмәне. Һөҙөмтәлә, мул тормоштағы медик, офицер хеҙмәтен ҡалдырып, 1959 йыл аҙағына Өфөгә ҡайттым. Рәхмәт Майковка.
«Емшән»дең үҙемә көслө йоғонто яһауын иҫкә алып, мин бер мәл Рәмиҙән был шиғырҙы башҡорт теленә тәржемә итеүҙе һораным. Уйлауымса, ошо әҫәр сит әлкәләрҙә аҙашып йөрөгән яҡташтарыбыҙҙың тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыуын тиҙләтер кеүек ине. Рәми миңә уйсан ҡараны ла: «Шиғыр-моң менән генә таралған халҡыбыҙҙы ҡайтара алһаҡ, шәп булыр ине лә, әммә мәсьәлә ҡатмарлыраҡ шул», – тине. Ҡатмарлылыҡтың нимәлә икәнен аңлатманы. Эйе, ысын һәм оло шағир йөрәге барыһын да алданыраҡ һәм яҡшыраҡ аңлай. Хәҙер билдәлелек осоронда бөтәһе лә асыҡланды. Ситтә йөрөүҙең сәбәбе иң тәүҙә Башҡортостанда етди социаль-экономик мәсьәләләрҙең ваҡытында хәл ител-мәүенә, йәшәү шарттарының киҫкен насарайыуына ҡайтып ҡалған икән.
Шулай ҙа Рәми «Емшән»де башҡортсаға тәржемә итте. Был әллә минең һорауымды үтәү булды, әллә уның ижади уйҙарына тура килде, сөнки Рәми тәржемә эшен дә бик яратты.
Туған халҡын өҙөлөп һөйөү менән бер ҡатарҙан Рәми Ғарипов ысын интернационалист та ине. Берәй халыҡ хаҡында, хатта шаярыу рәүешендә лә, уның ауыҙынан миңә бер ҡасан, бер ниндәй кәмһетеү һүҙен ишетергә тура килмәне. Белеүемсә, уның дуҫ-иштәре араһынан төрлө милләт вәкилдәре булған. Әйткәндәй, тарихтан белеүебеҙсә, донъялағы бөтә аҡыл эйәһенә лә был изге сифат хас, имеш.
Туған телде өҙөлөп яратыуы, уның сафлығын һаҡларға тырышыуы Рәмиҙең тағы бер һоҡландырғыс сифаты ине. Табип булараҡ, миңә үҙебеҙҙең әҙәбиәт, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән осрашырға тура килә. Уларҙың ҡайһылары һөйләшкәндә рус һүҙҙәрен дә ҡыҫтыра. Хатта мәҙәк хәлдәр булғылай. Бер мәл миңә сирләп киткән артисты ҡабул итергә тура килде. Ҡараным, дауаларға рецепттар яҙҙым, кәңәштәр бирҙем. Шунан: «Киләһе шәмбелә тағы ла килегеҙ, ҡабаттан ҡарарға кәрәк булыр», – тинем. Хөрмәтле пациентым: «Ә шәмбе ниндәй көн була ул?» – тип һорамаһынмы! «Шәмбе русса «Суббота» көнөн аңлата», – тигән булдым. Рәми менән әңгәмәләрҙә мин бындай хәлде бер ҡасан да ишетмәнем. Һөйләшеү теле күҙ йәшендәй саф ине.
Өфөлә, республикабыҙҙың баш ҡалаларында, хатта ҡайһы бер ауылдарҙа ла, башҡорт ғаиләләрендә тел сафлығы һирәк күҙәтелә. Русса ғына һөйләшкән ғаиләләр аҙ түгел. Был ҡыҙғаныс күренештең сәбәбе билдәле. Ҡайҙа барма – урамда ла, рәсми учреждениеларҙа ла, магазиндарҙа ла – бөтә ерҙә һөйләшеү, нигеҙҙә, рус телендә бара. Бала тәрбиәләү һәм уҡытыу әлкәһендә лә шул уҡ хәл. Бигерәк тә ҡала ерҙәрендә балалар яслеһынан башлап, юғары уҡыу йорттарына тиклем башлыса һөйләшеү, аралашыу, уҡыу русса алып барыла. Әлбиттә, ошондай интенсив руслаштырыу телебеҙ сафлығына көслө йоғонто яһаны.
Ә бына Рәми Ғарипов ғаиләһе күптәр өсөн өлгө булырлыҡ. Өс балаһы ла, украин милләтенән булған тормош иптәше Надежда ла башҡортса һөйләшә.
Рәми Ғариповтың йәнә бер гүзәл сифаты иғтибарға лайыҡ. Ул үҙ дан-шөһрәте менән йәшәмәне. Йәш таланттарҙы эҙләне. Ә тапһа, ҡыуанып бөтә алманы. Бер көн фатирға Рәми килгән. Яңғыҙ түгел, йәнәшәһендә йәш ир-егет бар. «Таныш бул, ағай, бына Ырымбур яғынан шағир Йыһат Солтанов», – тине Рәми. Үҙе шат, әйтерһең, мөғжизәле хазина тапҡан. Бөгөнгө көндә Йыһат Солтанов – республикабыҙҙа танылған әҙип. Ә ул саҡта әле Йыһат колхозда ҡара эштәрҙә эшләп, әҙәбиәткә тәүге аҙым яһай ине.
Рәми Ғарипов һәр саҡ йәш таланттарҙы үҫтереү-хәстәрләү ғәме менән йәшәне. Ошо йәһәттән ул бөйөк рус яҙыусыһы А. М. Горькийҙы хәтерләтә. Алексей Максимовичтың илебеҙҙең байтаҡ яҙыусыларының яҙмышында, үҫеш юлында шаҡтай ҙур роль уйнағаны күптәргә мәғлүмдер. Минең ҡарашҡа, йәштәрҙең Рәми эргәһенә тупланыуы, ылығыуы уның ысын оло аҡыл эйәһе булыуы, тәрбиәсе таланты, баҫалҡылығы, кеселеклеге, иғтибарлылығы, шәфҡәтлелеге, киң күңеллелеге, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер тороуына ҡайтып ҡала.
Ваҡыт үтә, тарих барыһына ла үҙ баһаһын бирә. Кем баҡыр, кем алтын – һәр кемдең үҙ өлөшө. Һуңғы йылдарҙа Рәмиҙең ижады бапгкорт әҙәбиәтенең, айырыуса шиғриәтенең алтын фондына әүерелеүе, үҙенең яҡты йондоҙ булып балҡыуы, ғәҙел баһаның тантана итеүе барыбыҙҙы ла ҡыуандырҙы. Һис шикһеҙ, Рәми Ғарипов халҡыбыҙҙың иң талантлы, иң бөйөк шағирҙарының береһе. Р. Бернс, Д. Байрон, А. С. Пушкин, Ғ. Туҡай кеүек мәшһүрҙәр менән бер ҡатар торор башҡорт шағиры ул!

Варис Ғүмәров,
СССР һаулыҡ һаҡлау отличнигы, медицина фәндәре кандидаты