Фәнил Күзбәков. Үткәндән килә тауыш

Сверстники и собратья по перу

— Киләсәгем! Ас һин ишегеңде!
— Кем тупһамда! Кемде күрәм мин!
— Танымайһың әллә! Мин ҡайттым бит!..
Ас тиҙерәк! Был мин – Рәми!..

Шағирҙың көндәлегенән был юлдар. Ижадының Салауат Юлаев исемендәге бүләккә тәҡдим ителеүе үҙе үк уның киләсәк ишеген ҡыйыу асып инеүе, йәғни ваҡыт һынауын уңышлы үтеүе тураһында һөйләй булыр.
Ысын ижадсы бөгөнгөһө менән генә йәшәмәй, дөрөҫөрәге, йәшәй алмай. Ул киләсәкте яҡынайтырға, уны күҙалларға һәм шул юғары талаптарҙан сығып эш итергә ынтыла. Хыялы тыуҙырған киләсәге хаҡында ул янырға, ғүмерен сарыфларға әҙер. Рәми Ғарипов ижады күптәрҙе әсир итә икән – эш билдәле дәрәжәлә тап ана шул һыҙатҡа эйә булыуында ла инде. Һәм, һис шикһеҙ, йыр-моңға бай туған халҡы быуаттар һуҙымына берәмтекләп туплаған, шымартҡан ауыҙ-тел ижады гәүһәрҙәрен ныҡышмалы өйрәнеп, уны яңы осорға ярашлы төрлө һыҙаттар менән байыта, балҡыта алыуында. Әйтәйек, ул ҡобайыр жанрына йән өрҙө. Был йәһәттән «Уйҙарым», «Аманат» ҡобайырҙарын айырып күрһәтергә кәрәк. Шулай уҡ «Аҡ сәпсек», «Ырғыҙ буйы», «Ғүмер» һәм башҡа күп кенә әҫәрҙәре ҡобайыр стилендә ижад ителеүе менән характерлана.
Халҡының үткәне менән сикһеҙ ғорурланыусы шағир уның бөгөнгөһө, киләсәге алдында оло яуаплылыҡ тойоп йәшәне (телгә бәйле әҫәрҙәрен иҫкә төшөрөү ҙә етә). Шәхес, Рәми Ғарипов раҫлауынса, замананың ҡатмарлы булыуына һылтанма ташларға тейеш түгел. Был фекер айырыуса «Табыныу» поэмаһында бөтә ҡырҡыулығында үткәрелә:

...Шулай ине, тиҙәр, заманы...
Ә ҡайҙа һуң кеше иманы?
Ә бит күптәр, һатып иманын,
Ҡалҡан итте шул саҡ заманын.

Артабанғы юлдарҙа тәрән философик фекер художестволы дөйөмләштерелә:

Бер Аллаға барыһын япһармайыҡ,
Бейемәйек ҡәбер өҫтөндә.
Хурламайыҡ уға ышанғанды,
Тарих төҙөлмәй ул өс көндән.

Шағирҙың иҫкәртеүе лә ғәжәйеп актуаль яңғырай: үткәндәрҙең үтә лә ҡиммәткә төшкән әсе һабағынан тейешле һығымта сығарылһын.

...Был вәхшәтте Тарих онотмаһын,
Онотмаһын тыуыр быуындар,
Ерҙә тағы берәй Алла тыуһа,
Ул Алланы ерҙән ҡыуһындар!

Шәхес күңелен тетрәндергән заман һулышы уны ир еткерҙе, ысын ижадсы бейеклегенә күтәрҙе:

...Заман тиеп тамаҡ ярмаһам да,
Заман ярып үтте йөрәкте, –

тиеүе бик урынлы һәм ерлекле.
Тирә-йүндәге ҡәҙимге күренештәр, таныш йән эйәләре, хатта әҙәбиәт әлкәһендә художестволы деталь, образ кимәленә күтәрелгәндәре лә Рәми Ғарипов ижадында Рәмисә балҡыны, бығаса билдәле булмаған ҡырҙары менән асылды, тотоп ҡарарға мөмкин булғандай тәьҫир ҡалдырҙы. Шулар рәтенә мин шағирҙың баҙрап торған ут-ҡыҙыл миләшен, «ҡурай моңолай бормаланып-бормаланып» йүгергән йор Йүрүҙәнен, киң болондо бер итеп сапҡан еркәк ҡолонсағын һәм, әлбиттә, «ҡарҙар бөткәнен дә көтөп тормай» йырлаусы һабантурғайын индерәм. Уларға шағир ҡат-ҡат мөрәжәғәт итә һәм һәр осраҡта ла яңынан-яңы һыҙаттар – биҙәктәр өҫтәй, иҫ китмәле итеп семәрләп ҡуя. Һабантурғай образы, мәҫәлән, уны бөтә ижади ғүмере буйына тиерлек оҙатып килә. Үҙ йәшәйешен ошо ҡош яҙмышына тиңләүендә лә ҙур поэтик кинәйә бар, «Ҡанатынан яҙҙы түгеүсе» был ҡош хаҡында ул:

...Түгелдер был, ахыры, һабантурғай,
Был йөрәгем, ахыры, шулай йырлай?!. –

ти. Икенсе бер исемһеҙ шиғырында әлеге фекер башҡасараҡ образлы сағыштырыу аша бирелә:

...Тик осҡанда һайрай торған
Берҙән-бер ҡош – был ҡошом.
Яҙмышына ошо ҡоштоң
Оҡшашмы әллә булмышым?

Рәми Ғариповтың әленән-әле яңы шиғырҙары, поэмалары («Интегралдар поэмаһы», «Табыныу») табыла тора, баҫыла тора. Был әҫәрҙең уҡыусыға ваҡытында барып етмәүен ҡайһы берәүҙәр торғонлоҡ касафаты, тынсыу йылдар һөҙөмтәһе тип тә аңлата башланы. Бындай һығымта – ҡабалан эшләнгән, бер яҡлы һығымта. Рәми Ғарипов ижады лакировкалауға, шымалауға мохтаж түгел! Теге йәки был әҫәрҙәренең яҙылған сәғәттә баҫылмауы шағирҙың, күбеһенсә, үҙ-үҙенә, ижадҡа ғәйәт талапсан булыуына ла бәйләнгәндер, бәлки. Шағирҙың талапсанлығы ҡайһы бер әҫәрҙәрен ҡайта-ҡайта эшкәртеүендә, камиллаштырыуында ла сағыла. Бында берәй миҫалға туҡтап китеү артыҡ түгелдер. «Күҙ бәйләнә. Төшә киске эңер», – тип башланып киткән шиғырҙа, мәҫәлән, ғәжәйеп колоритлы, һәр ҡайһыбыҙға яҡын һәм яҡшы билдәле хис-тойғолар бәйән ителә. Киске эңер күренештәренән хисләнгән шағир әҫәрен:

...Үтер, бәлки, шулай замандар ҙа,
Әкиәттәр ҙә бөтөр иҫкереп,
Ә мин һаман ултырырмын кеүек
Тартай моңонан да иҫереп, –

тип тамамлай. Был тәүге вариант. Ул ошо килеш ҡалһа ла күңелендәген тулыһынса асалыр һымаҡ. Әммә автор ҡәнәғәт түгел. Шиғырҙың ул һуңғы юлын үҙгәртә:

...Тыуған яғым менән иҫереп...

Һәм был үҙгәреш әҫәрҙе камиллаштырырға булышҡан, әҫәр ҡойоп ҡуйғандай бер бөтөнгә әүерелгән. Алмаштырылған юл хис-тойғоноң тәрәнлеген нығыраҡ еткерә, тыуған яҡ мөлдөрәмә тулылығында бар булмышыңа, һәр күҙәнәгеңә үҙ булмышын асып һала.
Әлбиттә, етмешенсе йылдар һауаһы Рәми Ғариповҡа ҡанат йәйергә ирек бирмәне. Осоу – ғүмер бәрәбәренә төштө. Шулай ҙа нисек кенә булмаһын – бер нәмәне онотмайыҡ: ысын шағирға ғына түгел, ғөмүмән, ижад кешеһенә бер осорҙа ла еңел булғаны юҡ. Һәр замандың – үҙ проблемалары. Хикмәт ана шул проблемаларҙы хәл итеүҙә кемдең нисек, ниндәй өлөш индереүендә. Эйе, еңел булманы шағирға. Әммә ул үҙ һүҙен әйтеп, ижади бейеклеккә өлгәшеп китергә өлгөрҙө.

... – Ни мәғәнә дөрөҫ һүҙ әйтеүҙән,
Дөрөҫ һүҙең инде һуңлаһа.

Үҙен борсоған күренештәр хаҡында ла образлы тел менән ярып әйтергә ынтылды. Нәҡ Рәми Ғарипов кеүек намыҫына тап төшөрмәгән шәхестәр бөгөнгө революцион үҙгәреште әҙерләүгә ҙур өлөш индерҙе, уның кәрәклегенә, ҡотолғоһоҙ булыуына инандырҙы.
Гәзиттә эшләгән йылдарында шағир, журналист һөнәренең айышын белдереп, «Беҙ үҙ хәбәрсеһе киләсәктең» тигәйне. Был уның кеше булараҡ йәшәү принцибы ла ине. Бөгөнгөһөн киләсәк талаптарҙан, сәнғәт юғарылығынан баһалап һүрәтләгәне өсөн дә әҙип әлегеһе үҙгәртеп ҡороуҙа әүҙем ҡатнаша, әҙәби процесҡа һиҙелерлек йоғонто яһай. Унан нисек ижад итергә генә түгел, нисек йәшәргә лә өйрәнергә мөмкин. Әҫәрҙәре бөгөн яҙылғандай. Йылдар томаны, ваҡыт туҙаны төҫһөҙләмәгән. Таланттың иң мөһим билдәһе был.

Фәнил Күзбәков,
тарих фәндәре кандидаты, филология фәндәре докторы