Хөснулла Түләкәйев. Кешелә ине эше

Сверстники и собратья по перу

Кеше булған кешенең – кешелә эше,
Кеше булмаған кешенең – кешелә ни эше.
Халыҡ әйтеме

Туған халҡы күңелендә мәңгегә ҡалған, үлемһеҙ шиғырҙары аша кешеләр күңеленә йылылыҡ, яҡтылыҡ, нур бөркәгән Рәми Ғарипов...
Ҡайһы яҡтан килеп ҡарағанда ла, мин һинең юҡлыҡ менән килешә алмайым, Рәми. Мәктәптәрҙә һинең ижадыңды өйрәнһендәр, дәреслектәрҙә әҫәрҙәрең булһын, әленән-әле матбуғатта шиғырҙарың сыға торһон, йырҙарың яңғыраһын да, ҡапыл тау ишелеп киткәндәй, һинең юҡлыҡ менән килешергә?! Юҡ! Булмай! Йөрәк ҡаршы. Күңел ризалашмай. Ундай ҡара ҡурғаштай ауыр һүҙҙәрҙе яҙырға ҡул бармай. Шуға ла әлеге иҫтәлегемде, Рәми, үҙеңә төбәп, тура мөрәжәғәт итеп яҙамын. Дөрөҫ, һин күп һүҙлелекте яратманың, әммә кешене тыңлап бөтөргә, аңларға тырыштың...
Мин элек, Өфөгә күсеп килмәҫем борон әле, йомош менәнме, эш менәнме, түгелме, – Күмертау ҡалаһынан атылып килеп етә торғайным (һеҙ ул саҡта Октябрь Проспектының «Мәктәп-интернат» туҡталышында урманға яҡын ғына йорттоң беренсе катында ике бүлмәле фатирҙа йәшәй инегеҙ). Күмертауҙан поезд иртәнге алтыларҙа килә. Вокзалдан унынсы һанлы трамвайға ултырам да, – һинең туҡталышың, һинең өйөң, һинең фатирың. Иртә киләм. Йоҡоғоҙҙо бүлеп килеп инәм. Ишекте Надя аса. Һәм, әйтергә кәрәк, ҡалай иртүк килеп бимазалап йөрөһәм дә, Надяң бер саҡта ла ҡара йөҙлөлөк күрһәтмәне, ризаһыҙлыҡ белгертмәне, һәр саҡ ихлас асыҡ йөҙлө булды. Һин, ғәфү ит, иртән оҙағыраҡ йоҡларға ярата инең. Һуңынан белеүемсә, төнөн бик оҙаҡ ултырыуыңда икән сәбәбе.
Ә хәтереңдәме, беҙ һинең менән хат аша нисек итеп танышып киттек. Минең ныҡ хәтерҙә. Был 1954 йыл ине. Мин ул саҡта Төньяҡ хәрби флоттың ҡотҡарыусы карабында хеҙмәт итә инем. Беҙ көҙгә табан Аҡ диңгеҙгә кереп, унан Төньяҡ Двина йылғаһы буйлап Архангельск ҡалаһына килгәйнек. Океан хәрби карабының йылғаға килеп инеүе үҙе бер тамаша булды, ахыры. Яр буйы халыҡ менән тулғайны. Ниңә унда барғаныбыҙҙы яҡын булһаң да, үткән заман булһа ла, әйтмәйем, мең дә бер ғәфү үтенәм. Аҡ диңгеҙҙә беҙгә оҙаҡ ҡына йөрөргә тура килде (эшһеҙ түгел, әлбиттә). Беҙгә базаға Мурманскиға ҡайтырға бойороҡ булғанда, Аҡ диңгеҙҙән Баренц диңгеҙенә сыға торған аралыҡ-боғаҙ туңып өлгөрөп, ҡалын боҙ менән ҡапланғайны. Ярҙамға «Ермак» тип аталған боҙватҡыс килгәнен көттөк, йәнә ваҡыт үтте. Ниһайәт, килде. Ул боҙ ватып алдан бара, беҙҙең карап уға эйәргән. Артыбыҙҙан йәнә бер ҡотҡарғыс һәм өҫкә ҡалҡҡан килеш һыу аҫты кәмәләре-кильватерҙар теҙелгән. Мин быларҙы ниңә тасуирлап яҙам һуң әле? Базаға тиҙерәк ҡайтаһы килә – шуның өсөн. Сөнки, ярты йыл буйы походта йөрөп, туған-тыумасаларҙан хат та, гәзит-журналдар ҙа алған юҡ. Беләһеңме, Рәми, минең тәнем түгел, ә йәнем өшөгән саҡ ине. Юҡ, Ҡотоп һыҙығы артында ятҡан боҙло океан һыуығынан түгел, үҙ телемдә бер ни уҡый, ишетә, әйтә алмауҙан. Ҡайтып етергә байтаҡ. Төнө буйына барып, иртән генә Кола ҡултығына инә алабыҙ. Ә Баренц диңгеҙе дәһшәтле. Киңлегенә килеп сығыу менән туғыҙ-ун баллы шторм менән ҡаршы алды. Миңә, машиналар бүлексәһендә машиналар менән идара итеү пульты янында торған кешегә, ҡыйын ғына. Етмәһә, беренсе йыл ғына хеҙмәт итә башлаған матростар ҙа бар. Миңә буйһонған 16 диңгеҙсе бит, һәр береһенә яуаплыһың. Диңгеҙ ауырыуына бирешеүселәр ҙә бар. Улары бигерәк эсте ҡайыштыра. Ә диңгеҙ уйнатмай. Беләһеңдер, диңгеҙ ауырыуына бирешкәндәр аҡтарып ҡоҫалар, эшкинмәйҙәр. Ауырыуға бирешмәгәндәрҙән күҙ-ҡолаҡ та ҡуйырға тура килә. Сөнки палуба лейеры (тирәсе) артында ажғырып ятҡан океан. Палубанан ялап алды ҡуйҙы.
Арып, йән өшөп базаға ҡайтып етеүгә миңә бәхет әҙерләгәйнеләр. Рәми, бандероль менән һинең тәүге «Йүрүҙән» тип аталған китабың һәм ҡыйыу почерк менән иренмәй яҙған хатың килеп торғайны. Китаптың аҡ битенә: «Диңгеҙсе Хөснуллаға – студент Рәмиҙән, ҙур уңыштар теләп. 7 декабрь. 1954. Әҙәбиәт институты, Мәскәү» тигән һүҙҙәр яҙылғайны. Бына исмаһам, бәхет! Ысын кешенең, ысын шағирҙың һүҙҙәрен уҡыу, ана нисегерәк була икән. Йәнем йылына барыуын тойоп, хатыңды ҡат-ҡат уҡып сыҡтым да, шиғырҙарыңа йәбештем. Уҡыйым. Шуныһы ҡыҙыҡ, һәр береһе хәтерҙә ҡала бара. Ғәләмәт, ятлап тораһы ла юҡ. Минең өсөн ул көндө флот та, карап та юҡ ине. Мин күңелем менән күптән Башҡортостанда, Йүрүҙән буйҙарында йөрөй инем. Ғәләмәт хәл, әллә бигерәк бирелеп уҡып ятҡанға, шул төндө мин өнөмдә бер ваҡытта ла күрмәгән Йүрүҙән буйҙарын, Йүрүҙән йылғаһын төшөмдә күреп уяндым. Уяндым да, элеккесә ҡапыл ғына һикереп тороп китә алмай, уйланып яттым. Тәьҫоратым, күрәһең, үтә көслө булғандыр, шул көндө үк «Йүрүҙән» тип аталған шиғыр яҙып ташланым. Хәҙерге күҙ менән ҡарағанда, ул шиғыр булараҡ бик түбән торалыр. Әммә мин уны 1954 йылдың декабрь айында нисек дәфтәремә яҙып ҡуйғанмын – шул көйө үҙгәрешһеҙ бирәм. Иҫтәлек бит. Бына ул яҙма:

ЙҮРҮҘӘН
Туғай буйлап килә торғас
Арығанмын, Йүрүҙән.
Салауат атын эсергән
Ҙур тарихлы Йүрүҙән.
Алҡаланып ағастарға
Ҡомалаҡтар эленгән.
Болонлоҡтар аллы-гөллө
Сәскәләргә күмелгән.
Бөҙрә талдар араһында
Былбыл һайрай дәртләнеп.
Хәтфәләй үләндә яттым
Кинәнеп, рәхәтләнеп.
Йүрүҙән буйында үҫкән,
Усаҡ яғып ярында;
Һалсы әкиәттәрен тыңлап,
Тайҙар көткән яланда.
...Мин диңгеҙҙә – карапта
Инем дәһә шикелле...
Йүрүҙәндә... Бына хикмәт,
Моңло, серле лә шикле!..
Йүрүҙәнкәй шаулап аға,
Дәртләнеп тулҡын ҡаға.
Борғоланып, семәрләнеп,
Уйҙай туҡтамай аға.
«Команде вставать!» – тауыш
Яңғыраны бер заман.
Уянмай, рәхәтләнеп
Төш күреп ятам һаман.
Күҙҙәремде асһам, күрәм,
Минең ҡулда «Йүрүҙән».
Бары төш күргәнмен икән:
Талмағанмын йөрөүҙән.
Кистән уҡып ята торғас,
Йоҡоларға талғанмын.
Рәмиҙең тыуған еренә
Тик төшөмдә барғанмын.
Күңелдә тыуҙы үкенес,
Һүлпәнләндем, ниңәлер.
Ошо мәлдә һинең менән
Бик һөйләшкем килгәндер!..
Йылдар буйы үҙ телеңдә
Бер һүҙ әйтмәй, уҡымай
Йәшә лә, түҙ ошонан һуң,
Хыялдарға артылмай.

Эйе шулай, Рәми. Һин минең өшөп ҡайтҡан йән-тәнемә йылылыҡ, көтөлмәгән ләззәт биреп, йәнләндереп ебәрҙең. Дөрөҫ, редакцияларҙан элек тә ебәргән шиғырҙарыма яуаптар алғаным бар ине ул минең. Тик улар, беләһеңме, нисегерәк була инеләр, әйтәйек:
«Артабан да шиғырҙар яҙырға ниәт тотһағыҙ, күп уҡырға кәңәш бирәбеҙ. Юҡһа, һеҙҙең шиғырҙарҙа рифмалар зәғифлеге осрай.
Сәләм менән, (ҡултамға). Шулай була торғайны. Ә бына һинең хатты тулыһынса бирәм, ҡайһы бер ҡаты бәғерле редакция кешеләренә, бәлки, һабаҡ та булыр.
1954 йыл, 7 декабрь

Хөснулла!
Шиғырҙарыңды һәм хатыңды алһам да, һаман әле яҙа алманым. Ғәфү ит инде. Бәләкәй генә хат яҙаһым килмәй, бер файҙаһы ла булмаҫ, ә ҙур хат яҙырға ваҡыт бик тар. Хәҙер мин диплом өҫтөндә ултырам, экзамендарға әҙерләнәм. Бик күп уҡырға кәрәк. Бына ғинуар айында экзамендарҙы тапшырып бөткәс, иркенләп яҙырмын. Һине бик ныҡ тәнҡитләргә иҫәп. Алдан иҫкәртеп ҡуям үҙеңә. Күп яҙырға ашыҡма. Телгә бик аҙ иғтибар итәһең, боҙаһың. Шунлыҡтан шиғырҙарың башҡортса килеп сыҡмай. Унан һуң башҡа шағирҙарҙың юлдары ҡабатлана. Был элекке шиғырҙарыңда һирәк ине. Күрәһең, башҡорт шағиҙарының китаптарын уҡыу йоғонтоһо был. Һаҡланырға кәрәк. (Бик дөрөҫ күрәҙәлек иткән Рәми. Мин ул йылды Өфөнән – «Башкниготорг»тан һорап байтаҡ шиғыр китаптары алдырғайным. Рәшит Ниғмәти, Сәләх Кулибай, Назим Хикмәт, Ғәйнан Әмири һәм башҡа авторҙарҙың китаптарын һалғайнылар. Тәжрибәһеҙ кешегә, күрәһең, шуларҙың йоғонтоһо тейеп ҡалғандыр – X. Т.) Мин һиңә аптырайым, Хөснулла. Һинең бит үҙ күҙең менән күргән ваҡиғаларың күп, һин бит диңгеҙҙә йөҙәһең, ә шул турала яҙмайһың. Был бит ҡыҙыҡлы, кәрәкле. Яҙ шул турала! Мин һинең тормошоңдан көнләшәм хатта. Әгәр ҙә мин һинең урыныңда булһам, диңгеҙселәр тормошо тураһында бер шиғырҙар китабы яҙып ҡайтыр инем! һиңә бер кәңәш бирәһем килә, Хөснулла. «Диңгеҙсе көндәлектәре» исемле көндәлек яҙып бар. Һуңынан был һиңә бик кәрәк буласаҡ. Үҙең күргән иң характерлы күренештәрҙе көн һайын аҙ ғына булһа ла яҙып барырға тырыш. (Шулай иткәйнем, Рәми. Ҡалын бер дөйөм дәфтәр булғайны ул. Әммә күп күсенеп йөрөүҙәр ваҡытында ҡайҙалыр юғалып ҡуйҙы. Бына әле лә иҫтәлектәрҙе яҙғанда ҡалай файҙаһы тейер ине лә уның, нишләмәк кәрәк – X. Т.) Ул көндәлек һеҙҙең караптағы тормоштоң бәләкәй генә көҙгөһө булһын. Һуңынан был көҙгөгә ҡарап бик күп яңылыҡтарҙы күрерлек булһын. Яҙ, обязательно яҙып бар, йәме.
Йәй көнө отпускыға ҡайтһаң, бәлки, Өфөлә күрешербеҙ әле. Барыһын да шунда һөйләшербеҙ.
Бына һиңә үҙемдең тәүге китабымды ебәрәм. Минең шиғырҙар менән дә таныша тор. Үҙеңдең фекерҙәреңде яҙырһың, әлбиттә.
Хәҙергә хуш. Үҙеңдең тормошоң тураһында яҙып тор. Минең хаттарым килмәгәндә лә, һуңынан иркенләп яҙырмын.
Сәләм менән, Рәми

Мөмкин булһа, рәсемеңде ебәр, йәме. Мин дә һиңә ебәрермен».
Әммә, Рәми, һин яҙғанса йәй беҙгә осрашырға тура килмәне. Отпускыны ла миңә йәй түгел, ҡыш февраль айында мартҡа ҡарата бирҙеләр. Беҙҙең һинең менән осрашыу күпкә һуңыраҡ булды. Ләкин ул осрашыуҙы иҫкә ала башлағансы, тағы бер хатыңдың күсермәһен килтерәйем. Сөнки хатта шулар-шулар яҙылғайны, тип кенә әйтеп китеү хатыңдың бәҫен генә ебәрәсәк. Хатты тулыһынса уҡырға кәрәк. Яҙылышы шундай тығыҙ. Бүлгеләү ҙә хәйерле түгел.
Ошо хатыңды ғына бирәйем дә башҡаларына теймәм. Тик шуны ғына әйтеп китәм, беҙ һинең менән хәҙер даими хат алышып тора башланыҡ. Хаттарыңды гел һағынып, өҙөлөп көтөп ала инем. Улар миңә шатлыҡ-ҡыуаныс, әллә күпме йәй йылыһы алып киләләр. Хатың килгән көн – оло байрам булды миңә. Шундай хаттарыңдың береһе:
1954 йыл, 12 октябрь

Хөснулла!
Хатығыҙҙы Өфөлә саҡта уҡ алһам да, һаман әле яуап яҙа алманым. Һеҙҙең шиғырҙар менән «Совет Башҡортостанымда бик аҙ ғына ваҡыт эшләп киткәндә танышҡайным. Үҙем мин Мәскәүҙә әҙәбиәт институтында уҡып йөрөйөм. Быйыл инде һуңғы йыл. Тәүге хатымды һеҙгә консультант булып яҙырға тура килде. Ләкин бөтә нәмәне лә официальный хат аша әйтеп булмай, унан һуң редакция хаттарының күләме лә, эстәлеге лә һеҙгә билгелелер инде? Былай, әлбиттә, әҙәбиәт хаҡында серьезно һөйләшергә мөмкин түгел.
Мин һеҙгә күп яҙаһығыҙ тигәйнем, шикелле. Дөрөҫ, бик күп яҙаһығыҙ. «Совет Башҡортостаныма һеҙҙән күберәк шиғырҙар ебәргән кеше юҡ. Был бер яҡтан бик яҡшы, әлбиттә. Ләкин мөмкин тиклем бер шиғыр өҫтөндә эшләү кәрәклерәк булыр ине. Сөнки һеҙ яҡшы шиғырҙар яҙырлыҡһығыҙ. Тик һеҙгә хәҙер, әгәр шиғыр яҙмайынса, әҙәбиәт тураһында уйламайынса йәшәй алмаһағыҙ, үҙегеҙҙең яҙмышығыҙ хаҡында бик ныҡ уйланырға кәрәк. Мин һеҙҙең уҡыуығыҙ, нисек уҡыуығыҙ хаҡында бер ни ҙә белмәйем. Шунлыҡтан һеҙгә нисек ярҙам итергә лә белмәйем хатта. Шуның өсөн һеҙҙең әҙерлек тураһында бик беләһем килә. Әгәр мөмкин булһа, үҙегеҙҙең тормошоғоҙ менән дә таныштырыр инегеҙ.
Шиғырҙарығыҙҙы («Аҡсарлағым», «Моряктар йыры», «Баянсы ҡыҙ Катя», һәм «Уйна, дуҫҡай») тағы бер ҡат уҡып сыҡтым һәм бик ныҡ һөйләшәһе килә. Уларҙың бөтәһендә лә кеше бар, тормош бар, ләкин улар күҙгә күренерлек һәм уҡыусыла тәьҫир ҡалдырырлыҡ түгел. Ә бит шиғыр йөрәктә бер йылы тойғо ҡалдырырға, ғәжәпләндерергә һәм тормоштоң, кешеләрҙең быға тиклем үҙең күрмәгән, тоймаған яҡтарын күрергә, тойорға өйрәтерлек, күҙеңде асырлыҡ булырға тейеш. Йә үҙең күргән, йәки тойған нәмәләрҙе бөтөнләй яңыса, бөтөнләй ҙур һәм яҡты итеп күрһәтергә тейеш. Ҙур шағирҙарҙы уҡығанда бит күңелгә нисектер яҡты, еңел, рәхәт булып ҡала. Уларҙа һин үҙ кисерештәреңде лә күрәһең, үҙ тойғоларың билдәле бер тәртипкә (гармонияға) инә, хатта физик көс алаһың. Шулай түгелме? Миңә шулай. Бына мин ҡат-ҡат Лермонтовтың шиғырҙарын, йә «Демон»ын уҡығанда һәр саҡ шуны тоям үҙемдә. Мөхәббәтең дә, нәфрәтең дә ҙурыраҡ, тойомлораҡҡа әйләнә. Ә бит уларҙың яҙылыуына йөҙ йыл үткән!.. Һаман да улар тулҡынландыра, уйландыра. Сөнки уларҙа кеше бөтә тулылығы менән йәшәй. Уҡыйһың да – бына әле генә бик яҡшы кеше менән һөйләшкәндәй булаһың, хатта үҙең дә матурыраҡ, ҙурыраҡ булып киткән кеүекһең. Шуның өсөн мин классиктарҙан өйрәнмәйенсә яҙыуҙы күҙ алдына ла килтерә алмайым.
Унан һуң тел байлығын, үҙ халҡыңдың йырҙарын, мәҡәл һәм әйтемдәрен, әкиәт һәм легендаларын үҙләштермәйенсә тороп, яҙырға мөмкин дә түгел. Халыҡтың бер генә йырын алып ҡараһаң да унда ниндәй ҙур кисереш һәм тәрән поэтик фекер ята.

Ай Уралым, һинән ҡырҡып алһам –
Ат ҡыуырҙай ялбыр талдарың,
Тамып та ғына ҡала, ҡырҡҡан саҡта,
Яуҙа үлгән батыр ҙа ҡандары.

Ниндәй образлылыҡ! Ниндәй моң! һәм ниндәй ябай, асыҡ, мәғәнәле һүҙҙәр! Йәки бер генә мәҡәлде тыңла.

Наҙанға алтын да – тупраҡ,
Ғалимға тупраҡ та – алтын!

Үҙ халҡыңдың ижадын, үҙ әҙәбиәтеңде һәм башҡа халыҡтарҙың әҙәбиәтен белмәйенсә тороп, нисек яңы һүҙ әйтергә мөмкин? Бына шул хаҡта һөйләшәһе ине, Хөснулла. Әҙәбиәтсе булған кешегә сикһеҙ күп эшләргә, белергә кәрәк. Әгәр һеҙ уға шундай изге ҙур эш итеп ҡараһағыҙ, мин үҙемдең бәләкәй генә тәжрибәм менән уртаҡлашып, һөйләшеп торорға бик риза.
Уңыш теләп, Рәми. Мәскәү».

Эх, ул ваҡыттағы минең һиңә булған рәхмәттәремде белһәңсе, Рәми. Нисектер, үҙем дә аңлап етмәҫтән һандар аныҡларға тотоноп киткәнмен. Баҡтиһәң, Башҡортостанда булмағаныма ла алты йыл, үҙ телемдә һөйләшә алмау язаһына эләгеүемә өс йыл икән. Шулай булғас, Рәми, нисек итеп көн талабына яуап биргән шиғырҙар яҙаһың инде. Шиғырҙар яҙыу менән хатта бала саҡтан шөғөлләнгән булһам да. Башҡорт әҙәбиәтенән бөтөнләй айырылғанмын. Тик бала саҡтан туған әҙәбиәткә булған мөхәббәт күңелгә һеңеп ҡалған да, йөрәктә туҡтауһыҙ шул мөхәббәтле әҙәбиәткә ынтылыш тулҡындары һуға, шул ғына. Ул заманда әлеге кеүек «Ағиҙел», «Һәнәк» журналдары бөтә Союз каталогына кереп, теләгән ереңдә алдырып булмай ине. Мин уларҙың барлығын да белмәгәйнем әле, дөрөҫөн әйткәндә. Ысын, мин бер йылды «Совет Башҡортостаны» гәзитен алдырыуға ирештем-ирешеүен, әммә күпме бимаза килтерҙем мин ул ниәтем менән ҡайһы бер кешеләргә. Карап командирының политбүлек буйынса урынбаҫарына ғариза яҙыуҙан башланды һәм башҡалар!.. Бер йылға гәзиткә яҙылыуға өлгәштем. Ләкин ниндәй гәзит ине ул заманда «Совет Башҡортостаны». Әле сығып торғанына һис тә оҡшамағайны. Дүрт күҙ менән көтөп алаһың, уҡырлыҡ бер әйбер ҙә булмай ҙа ҡуя. Әҙәби әйберҙәр, ниңәлер, бөтөнләй баҫылмай торғайны. Һуңғы йылдарҙағы кеүек шиғырҙарға күҙәтеүҙәр яһалмай ине. Күңелгә ятышһыҙлығы менән айырылғандыр ул саҡтағы «Совет Башҡортостаны» гәзите.
Ә һинең менән тәүге осрашып күрешеү тик 1962 йылдың октябрь айында ғына булды. Шул йылдың 12 – 13 октябрендә Өфөлә Башҡортостан Яҙыусылар союзы тарафынан йәш яҙыусылар семинары үткәрелде. Әмәлгә күрә, миңә лә ҡатнашырға тура килде. «Ағиҙел» журналы редакцияһы бүлмәһендә. Эйе, бүлмәһендә. Белеүемсә, редакция бер генә бүлмәлә урынлашҡайны. Бөтә редакция хеҙмәткәрҙәре, редакторҙы ла ҡушып, шул бер бүлмәлә ултыралар ине, буғай. Яҙыусылар союзы ойошмаһы ла бер генә бүлмәлә, шул уҡ Министрҙар Советы йортоноң бишенсе ҡатында урынлашҡайны.
Беҙ һинең менән башлап ана шул «Ағиҙел» бүлмәһендә күрештек. Мин индем дә уң яҡта ишек янында торған өҫтәл эргәһендәге ултырғысҡа ултырҙым. Әйткәндәй, ул саҡта журнал да әлеге кеүек матур тышлы «Ағиҙел» журналы булып түгел, башҡа исем менән сыға ине. Ултырып, күҙәтәм. Миңә барыһы ла ҡыҙыҡ. Үҙ ғүмеремдә беренсе тапҡыр редакцияла эшләп, журнал сығарып ултырған кешеләрҙе күрәм бит. Янымдағы өҫтәл артында мыҡты кәүҙәле, өҫтөнә көҙгө көрән пальто, аяҡтарына кирза итектәр кейеп алған, бөҙрәләнеп торған ҡап-ҡара күбәләй сәсле кеше яҙышып ултыра. Бына ул яҙырын яҙып бөтөп нөктә ҡуйҙы ла, көтмәгәндә, күтәрелеп, туп-тура миңә ҡарап:
— Һеҙ Хөснулла Түләкәйев бит әле? – тине.
Мин ҡапыл һәм һис көтмәгәндә бирелгән һорауҙан юғалып ҡалып, ыҡ-мыҡ иттем. Ни тип әйтергә лә белмәй:
— Эйе, шул, – тигән булдым.
Теге кеше урынынан тороп өҫтәл артынан сыҡты ла иғтибарлы, аҡыллы күҙҙәрен минең күҙҙәргә туп-тура текәп:
— Ә мин Рәми Ғарипов булам, – тине. Ҡойолоп төштөм, әммә ҡоласты киреп алға атларға көс етте. Беҙ яурындарҙан, арҡаларҙан ҡаға-ҡаға ныҡ итеп ҡосаҡлашып күрештек. Бына шулай осраштыҡ беҙ һинең менән. Тышҡа сыҡҡас, һин:
— Урынлаштыңмы әле? – тип һораның.
— Юҡ әле, – тип яуапланым мин. – Урынды өлкә комитеттың дөйөм ятағында әҙерләгәндәр булһа кәрәк. Шулай әйтәләр ине, – тинем. Һин бергилке ергә ҡарап уйланып торҙоң да:
— Тик һин мине, Хөснулла ҡарт, дөрөҫ аңла (һин миңә башлап шулай «Хөснулла ҡарт» тип өндәштең һәм һуңынан үҙгәрешһеҙ гел шулай тип әйтә торғайның. Мин һиңә «Рәми туған» тип әйтергә өйрәнеп киттек), мин әле яңы ғына Өфөгә күсеп килгәнмен. Ҡустым Рәүилдең туғыҙ-ун квадратлы ғына бүлмәһендә йәшәп ятабыҙ. Бала ла бар. Энекәш үҙе ҡайтып күренгәне лә юҡ, ҡайҙа йоҡлап йөрөйҙөр? – тинең. Ҡапыл арҡамдан ҡаҡтың. – Әммә шулай булыуға ҡарамаҫтан, мин һине тәү күреүҙә үк ҡунаҡханаға ыңғайлатып ебәрә алмайым. Ярамай, беҙ башҡорттар бит әле, йола тигән нәмә лә бар. Күңел һыйһа... һыя, тиҙәр бит халыҡта. Аслыҡ заман түгел, шөкөр. Ашарыңа табылыр, сәйе лә, мәйе лә, тигәндәй. Ғәйепләштән булмаһын, – тип ҡултыҡлап алдың да, һинең торған ергә йүнәлдек.
Ишекте Надя асты. Мин уның менән русса иҫәнләштем. Әммә ул матур итеп, саф башҡортса:
— Һаумыһығыҙ, – тип яуап ҡайтарҙы. – Әйҙәгеҙ, үтегеҙ, – тине ул яғымлы тауыш, асыҡ йөҙ менән. Һуңынан да, мин уға русса һүҙ ҡушһам, гел башҡортса яуап ҡайтарҙы. Ахырыһы, миңә лә гел башҡортсаға ғына күсергә тура килде.
Торған ерең, ысынлап та, күҙ ҡыҙырлыҡ түгел ине. Өс бүлмәле квартираның бәләкәй бүлмәһе. Унда бер диван менән кескәй генә өҫтәл һыйған. Башҡа бер ни ҙә юҡ. Һин, ултырғыс ҡуйып, ишек башына эшләнгән шкаф кеүек урындан сынаяҡтар, рюмкалар алдың. Өҫтәл янына ултырыштыҡ. Ултырыштыҡ, тигәс тә, икәү ултырҙыҡ. Ҡатының бик тәмле иттереп аш бешереп ҡуйғайны. Аш алдынан берәр рюмка төшөрөп алдыҡ та, кешеләр байтаҡ булыуға ҡарамаҫтан, ҡабат хәмергә ҡул һуҙмай, һөйләшеп ултырҙыҡ. Хатта саҡ ҡына ла баш терәмәй, бер минут серем итмәй, яҡтырғансы гәпләшеп ултырҙыҡ. Һинең менән һөйләшәһе һүҙҙәр ҙә күп икән шул!.. Ҡатының малайың менән диванға ятҡайны ла, беҙҙең тауышҡа йоҡлай алғандармы-юҡмы? Юҡтыр, тип уйлайым мин. Хәтергә шул да уйылып ҡалған: сабый ҙа илап, йәки мыжып һис тә тауышланманы. Мин һинең киң күңеллелегеңә хайран ҡалып, уйланып ултырҙым. Үҙ ғаиләңә, үҙеңә боролор урын булмаһын да, ҡунаҡ алып ҡайт. Был, ана шул эшеңдең кешелә булыуынан килә торғандыр!.. Мин һинең олпатлығыңа, фекер йөрөтөүеңә, аҡылыңа, тыйнаҡ холҡоңа ҡарап, һин минән бер нисә йәшкә олораҡтыр, тигән фекерҙә инем. Баҡтиһәң, минән бер йәшкә кесе булып сыҡтың. Үтә лә ауыр сағың ине – «өҫтәгеләр»ҙең ҡыйырһытыуы, ҡыҫыуы, ижадыңа юл бирмәүҙәре арҡаһында. Һин үҙең был турала ләм-мим. Ғорур кешеһең шул! «Ваҡланмаҫҡа, әҙәбиәт, халыҡ хаҡында уйланырға кәрәк», – ти инең.
Семинар ап-арыу, күңелдә тәрән тойғолар уятып та, шул тойғоларҙы ҡалдырып та үтеп китте. Һүҙ күп булды. Минең хаҡта ла һөйләнеләр. Әммә минең сатира һәм юморымды урап үттеләр. Улар хаҡында һүҙ әйтеүселәр булманы. Ә мин әле үҙем сатира һәм юморҙың Башҡортостан Яҙыусылар союзы тарафынан гел үгәйһетелеп килеүен белмәй инем. Ул әлеге көндә лә шулай, ҡасанға тиклем шулай булыр, Хоҙай ғына белә.
Семинарҙан ҡайтҡандан һуң, һиңә, үтенесеңә яуап итеп, шундай хат яҙып һалғанмын:
«Рәми туған!
Алдаҡсы булып ҡалдым бит әле, алдыңда. «Таш сәскә»ңде ебәрә алманым. Бер ерҙә лә юҡ. Һатылып бөткән. Ермолаевкаға ла барып ҡараным.
...Улай булыуы, бер ҡараһаң, һәйбәт тә инде! Тимәк, һине уҡыйҙар, тигән һүҙ. Мәләүезгә барып етәһем бар әле, унда юҡмы икән?..
Үҙеңдең эштәрең нисек? Ғаиләң иҫән-һаумы? Юл төшөрөп килеп сыҡһаң, бик тә шат буласаҡмын.
Хуш! Сәләм менән, ижади уңыштар теләп, Хөснулла ҡартың.
28.10.1962. Күмертау»

Икенсе йылына мин һине һабантуйға саҡырҙым. Ғаиләң менән тигәйнем дә, бала ауырыу тип, үҙең генә килгәйнең. Хрущев заманы ине. Әле ул саҡтарҙы хурлап иҫкә алһаҡ та, эшселәр ул йылдарҙа ныҡлы урында һәм абруйлы булғандар икән, тип әйтәһе килә. Эшләгән еремдән, аҡсаһын түләп, ике көнгә бәләкәй автобус алдым. Байтаҡ хәмер һәм һыра алып ҡайтып ҡуйҙым. Шәмбе көнгә төрлө яҡтан ҡунаҡтар саҡырҙым. Бына хәҙерге көндә шуларҙы эшләп ҡара әле, үлһәң дә була торған түгел, тип әйтмәксемен. Һабантуй йәкшәмбе көн була, һин шәмбелә кисен килергә тейешһең. Әлеге автобусҡа ултырып вокзалға, ҡаршы алырға төштөм. Поезд килеп туҡтаны. Ҡарайым, кеше араһында яҙлыҡтырып ҡуймағайым, тип ҡурҡам. Сөнки Күмертау поездың һуңғы туҡталышы булғанға, бында халыҡ күп төшә, дөрөҫөрәге, барыһы ла төшә. Платформа буйлап һөрлөгөшөп киләләр. Юҡ, күрендең. Күбәләй ҡара бөҙрә сәсеңде әллә ҡайҙан күреп, ҡаршы йүгереп барҙым. Тик яныңа етер саҡта, аңламайыраҡ, аҙымдарымды әкренәйттем, ике ҡулыңа ике ҙур сумаҙан тотоп алғанһың. Яныңда, йөҙөнә ҡарағанда беҙҙең милләт кешеһенән булмаған бер ҡарсыҡ та килә. Минең баштан шунда уҡ: «Надяның әсәһе ҡунаҡҡа килгән икән дә, Башҡортостандың көньяҡ районын күреп ҡайтһын әле тип, үҙе менән алып киткәндер» тигән уй үтте. «Ә, сумаҙандар?..» Мин инде аҙымдарымды ҡыҙыулатып барып һинең менән мосолмандарса ике ҡуллап күрештем. Мин арлы-бирле һүҙ башлағансы, һин һорау биреп өлгөрҙең?
— Ҡарт, һин Зеленая тигән урамды беләһеңме?
— Беләм. Ҡаланың көньяғында, иң ситтә, урман янында уҡ.
— Беҙ тәүҙә әйберҙәре менән ошо ҡарсыҡты адресы буйынса алып барып еткерәйек. Уға етмеш һигеҙ йәш икән, әле Рязань әлкәһенән ҡыҙына килә ятыуы. Юлда килә-килә йонсоған. Ят ҡалала үҙенә кәрәк адресты ошо әйберҙәре менән ҡасан эҙләп таба ул?!
Мин булдыра алыуыбыҙҙы һәм әлеге ваҡытта автобус менән килгәнемде әйткәс, һин:
— Торғаның менән бер эт кеше икәнһең, ҡарт, – тинең, киң йылмайып. Машина менән ҡарсыҡты илтеп ҡуйыуы бер ни ҙә торманы. Оло кешегә һәйбәт булды. Ҡыҙы ла, кейәүе лә өйҙәләр ине. Ҡунакты ҡосаҡлап алдылар. Ҡарсыҡ бер туҡтауһыҙ рәхмәт һүҙҙәре туҡый. Ҡыҙы менән кейәүе беҙҙе өйгә инеп сәй эсеп китергә саҡыралар. Кейәүе, ҡунаҡ хөрмәтенә, тип, эйәге аҫтына ла сиртеп күрһәтә. Миңә үҙемдең ҡунаҡ көтөп алыуымды һәм ашыҡҡаныбыҙҙы белдереп, ғәфү үтенергә тура килде. Өйҙә бит дүрт күҙ менән көтәләр. Өй тулы кеше!.. Беҙгә китеп барғанда мин һинең хаҡта уйланып барҙым: «Кеше өсөн яна, уйлана беләһең икән шул», – тип.
Мунса яғып ҡуйылғайны, һин уғата кинәнеп:
— Ай, әттәгенәһе, вагонда эҫе булды, бышлығып киленгәйне, ҡайһылай шәп булды һуң әле, – тип һөйләндең. Өй башынан яңы миндек төшөрөп бирҙем. Һалҡын һыу килтерҙем. Ай-һай ҡаты ла сабынаһың икән, иҫ-аҡылдарым китте! Мунса таштары шаж да шож килә. Миндек тауышы ишек аша шул көйө ишетелеп тора. Сабынған арала «һай, рәхәте!..» тип һөйләнеп тә, ҡысҡырып та ебәрәһең. Мин үҙем сабынмағас, ул рәхәтлекте белмәйем. Атайҙан бәләкәс ҡалғас, ир туғандарым булмағас, кем сабынырға өйрәтһен!..
Мунса соланында йүкә таҡталарҙан йышып эшләнгән урындыҡ тора. Һин арманһыҙ булып сығаһың да, шул урындыҡҡа һуҙылып ятаһың. Биш-алты минут ятҡас, йәнә мунсаға инеп китәһең.
— Шағирҙы үҙем сабайым әле, – тип ауылдан килгән бер ҡунаҡ уҡытыусы яныңа инеп киткәйне, ун минут тирәһенә лә сыҙамай кире атылып килеп сыҡты.
— Мин дә ҡыҙыу сабынырға яратам, ләкин былай уҡ түгел, торғаны ғәрәсәт бит! – тип һөйләнде ул.
Ә минең күңелде хафаландырғаны шул: был тиклем сабыныуҙан һуң иҙрәп төшөр ҙә, табында ултыра алмаҫ, тип шөбһәләнәм. Ләкин һис тә улай булманы. Рәми үҙенең тәнен дә, йәнен дә, тигәндәй, буйһондороп йәшәргә күнектергән икән.
— Хөснулла ҡарт, ҡойонорға яңы һалҡын һыу килтер. Сығам, – тинең. – Ҡара, иң һалҡыны булһын! – тип тә өҫтәнең.
— Кранға ҡуйылған шлангыны яныңа тартып килтерәйемме? Минең бит һыу өйҙә генә.
— Һо-о-о, алайһа бигерәк тә шәп!
Шлангының осон баш өҫтөндә тотоп оҙаҡ ҡына ҡойондоң да, соланға сығып, тәнең алһыу төҫкә ингәнсе, ҡоп-ҡоро булғансы һөртөндөң. Юҡ, һин ҡайһы бер мунсала сабынып сыҡҡан кешеләр кеүек һығылып төшөп, муйыныңа таҫтамал һалып, тир субырлатып ултырманың. Һиңә ҡарауы үҙе бер ләззәт. Таҙа, матур, һомғол һынға әүерелгәйнең. Тәнеңдә дәрт, йөҙөңдә нур балҡып торған һымаҡ. Үҙең дә был донъянан үтә лә ҡәнәғәт, һис ҡайғың да юҡ кеүек. (Әммә ул саҡта инде мин һинең йөрәгең мәңге тынғыһыҙ, булмышыңда ил, тел, халҡың хаҡындағы хәстәрлек ҡайғыларын бар ауырлығы менән арманһыҙ күтәреп йөрөүеңде белә инем. Тик әлеге шул үҙеңде тота белеүең, рухыңдың көсө иғтибарҙы үҙенә тартты. Һиңә ҡарап һоҡланмай мөмкин түгел ине.)
Мунсанан һуң табынға ултырыштыҡ. Мәжлес көнө буйына уйын-көлкөлө, йыр-моңло, шаярыулы, кинәнесле дауам итте. Һинән ҡат-ҡат шиғырҙар уҡыттылар. «Туған тел»де уҡығас, кинәнеп ҡул саптылар. Мәжлестә булған уҡытыусылар шиғырҙы яҙып ала башланылар. Һеҙ бигерәк тә йырсы ла, ҡурайсы ла, шағир ҙа булған Ғәли Ильясов менән килештегеҙ. Ғәлиҙең өҙҙөрөп ҡурайҙа уйнауы, моңло итеп башҡорт йырҙарын һуҙыуы, тыйнаҡ, һәлмәк тауышы менән шиғырҙарын уҡыуы тамам әсир иткәйне күңелеңде. Уҡый белә ине Ғәли шиғырҙарын. Ә «Уйна әле, Вася, ҡурайыңды» тигән шиғырын әллә нисәмә ҡат уҡыттың. Һоҡланып бөтә алманың. «Бына ошондай шиғырҙар кәрәк. Был бит милләттәр дуҫлығы хаҡында, – тинең. – Ә дуҫлыҡ беҙгә бик тә кәрәк. Бөтәһе лә дуҫлыҡ нигеҙендә эш ителергә тейеш». Кис, бик һуңлатып ҡына йоҡларға яттыҡ. Үтенесең буйынса, һине верандала торған карауатҡа йоҡларға һалдыҡ.
— Унда тәмәке тартһам да бер кемгә лә ҡамасауламам, – тинең. Мин ул саҡта тартыуҙы ташлағайным. Әммә «төшөргән» мәлдәрҙә тәмәкенең ғәләмәт бәйләнсек икәнен яҡшы аңлай инем. Шуға ла ҡәҙерле ҡунаҡты бер үҙен верандаға һалыу күңелгә ятып етмәһә лә, тартҡыһы килгән һайын тороп тышҡа сығып йөрөйәсәген уйлап, риза булдым. Ә өйҙә тарт тип торғанда ла, үтенеп һорағанда ла барыбер тартмаясағыңды белә инем.
...Иртән иртүк мәҙәниәт һарайының директоры Әнүәр Солтан улы Насиров килеп еткән. Иртүк тигәнем дә сәғәт туғыҙҙар тирәһелер. Кисә ул беҙҙәге мәжлестән иртәрәк ҡайтып киткәйне. Үҙешмәкәр артистарын йыйып, репетиция ла үткәргәндәр икән. Ерендә һабантуйы үткәреләсәк колхоз председателенә лә шылтыратып һөйләшкән. «Килегеҙ, көтөрбөҙ», – тигән. Бөгөн сәғәт туғыҙға һабантуйға китер өсөн мәҙәниәт һарайына йыйылырға ҡушып таратҡан артистарын. Шуға беҙҙе лә, байрамса кәйефле кешеләрҙе лә бер килке тиҙләтергә уйлап, бында ла етешкән. Арлы-бирле, шулай ҙа артыҡ ҡабаланмай ғына, сәйен-мәйен эскеләштерҙек тә, кистән әҙерләп ҡуйған аҙыҡ-түлек һәм башҡаларҙы машинаға алып сығып тейәнек тә, миндә йоҡлаған һабантуйға бараһы кешеләр машинаға ултырып ҡуҙғалып та киттек. Мәҙәниәт һарайы янында туҡтап артистарҙы алдыҡ та Ермолаевка аша Яманһары, Аҡһары ауылдарына ҡарай елдерҙек. Һин артистар араһына сумып алдың да төрлө ҡыҙыҡтар һөйләп көлдөрәһең. Беҙгә мотор геүе аша тоноҡ тауышың ғына ишетелеп ҡала. Бара торғас, ҡапыл һинең көслө тауышың яңғыраны.
— Ҡарағыҙ әле, егеттәр, ана бит кешеләр китеп бара. Ниңә шуларҙы туҡталып ултыртып алмайбыҙ? һабантуйға китеп бараларҙыр бит. Ә урын етерлек! – тинең. Туҡтап, һигеҙләгән кешене ултырттыҡ. «Кеше булған кешенең!..» тип уйлап алдым йәнә эстән генә. Геүләп ауыл урамынан үтә башланыҡ. (Ауылдың исемен онотҡанмын.) Ҡараһаҡ, ике ҡулын баш осонда болғай-болғай машинаға ҡаршы бер ағай йүгереп килә. Николай автобусты туҡтатып ишекте асты. Ағай автобусҡа инеп йәһәт күҙ йөрөтөп алды ла:
— Күмертауҙан киләһегеҙме, артистар һәм шағирҙармы? – тип һораны.
— Эйе, нәҡ үҙҙәре, – тип яуапланы етәкселек ролен үҙ өҫтөнә алған Әнүәр Насиров.
— Улайһа, әйҙәгеҙ, аш ашап, сәй эсеп китегеҙ. Һеҙгә өлөштәр ҡалдырылған, – тине.
Беҙ ашап тороуға ҡырҡа ҡаршы төштөк. Күңел асҡан ергә барып етергә тырыштыҡ. Ләкин ағай үҙенекен итте.
— Өлөшөгөҙҙө булһа ла алып китегеҙ, – тине ул. – Юҡһа, председателгә мин нимә тип әйтермен. Ул бит еңгәгеҙ менән мине һеҙҙе аш менән көтөп торорға һәм, һеҙ ашағас ҡына, һеҙҙең менән бергә һабантуйға барырға ҡушып китте. Ауылда беҙҙең икебеҙҙән башҡа берәү ҙә ҡалмаған инде. Һәммәһе лә уйынға китеп бөткәндәр, әйҙәгеҙ, – тине. Беҙ, бер нисә ир, ағай артынан атланыҡ. Һин дә, сыҙамай, беҙҙең менән йүнәлдең. Аласыҡтағы беҙгә тәғәйенләнгән ҙур табаҡ өймәләмә иткә ҡарап һин:
— Ай-һай, мул тотонаһығыҙ, йомарт икәнһегеҙ! – тинең.
— Ниңә һаранланырға, йылына бер килгән башҡорт байрамы бит ул, – тип яуаплағайны ағай. – Бөтә булған ит-майҙы буйтым тотонаһың инде был байрамда.
Йомарт ағайҙың ихатаһынан бер күнәк ит, бер күнәк һурпа, ап-аҡ ҡабарып торған өс икмәк, бер нисә баш ҡорот, йомарлам май, өс шешә хәмер күтәреп сыҡтыҡ. Һуңғыһын мин алмаҫҡа иткәйнем дә, ағай:
— Юҡ, юҡ, алаһығыҙ. Былар ҙа һеҙҙең өлөш, – тип ҡаршы төштө.
Беҙ барып еткәндә, һабантуй барған болон ҡырмыҫҡа иләүе кеүек ҡайнай ине. Бер урында ике йөк машинаһын йәнәш ҡуйып сәхнә яһағандар. Беҙҙең сығыш яһау урыны була инде. Арлы-бирле булғансы йөрөп киләйек, тип, икәү майҙан буйлап киттек. Тирә-йүн шаулап, гөрләп тора. Һин кинәт кенә туҡтаның да:
— Ҡарәле, ҡарт, әйҙә әле, алдан һөйләшеп ҡуяйыҡ, һин халыҡты гел юмор, сатираң менән һыйла. Күпме булдыра алһаң, шул тиклем көлдөрөргә тырыш. Ә мин инде, әлеге лә баяғы, лирика менән ҡунаҡ итермен. Ҡайҙа, блокнотыңды бир әле, – тип һорап алдың да, миңә ҡайһы шиғырҙарымды уҡырға икәнен билдәләгән биттәрен бөкләп сыҡтың. Блокноттағы шиғырҙарҙы һин яҡшы белә инең.
Ҡырмыҫҡа иләүе ҡайнай. Бер ерҙә көрәшәләр, икенсе урында ҡыҙҙар силәктәренә һыу тултырышып йүгерешәләр, егеттәр юғарыла осона матур, биҙәкле шәл эленгән баҡан янын уратып алғандар. Ҡайҙалыр ат сабыштары, тоҡтар кейеп йүгерешеү һәм башҡалар, һәм башҡалар... Барыһын да йөрөп ҡарап бөтөү мөмкин дә түгел һымаҡ. Ә бер урында халыҡ тығыҙ ҡулса булып нимәнелер уратып алған да хаха-хайлай. Беҙ ҙә килеп туҡтаныҡ. Баҡтиһәң, ҡатыҡ тултырылған табаҡтан баш тығып ауыҙ менән бер һумлыҡ көмөш тәңкәне алыу ярышы бара икән. Хәҙер инде онотолған, әммә бүләгенең елле генә булғаны хәтерҙә ҡалған. Берәү, ергә дүрт тағанлап тороп, ҡатыҡҡа башын тығып, табаҡты танауы менән айҡай. Тирәһен кешеләр уратып алған. Әммә тубыҡланғандың уң яғында торған кеше күренмәй. Асыҡ урын булып тора ул ер. Һин барҙың да шул урынға, табаҡ янына яҡын торҙоң. Уғаса булмай теге кеше табаҡтан башын алды һәм ауыҙына тулған ҡатығын уң яғына ҡарап бөркөп ебәрҙе. Һинең өҫтөңдәге өр-яңы костюм сып-сыбар булды. Халыҡ «геү» итеп ҡалды. Һин дә эйелә-бөгөлә хахылдайһың. «Ну, шәп итте!..» – тип һөйләнәһең. Мин үҙемсә ҡайғырам, хәҙер ошо күренештә ғәм, халыҡ алдына нисек сыға инде!.. тип хәстәрләнәм. Шишмә янына килдек тә ҡулъяулыҡтарҙы һыулап өҫтөңдө йыуып-һөртөп таҙарта башланыҡ. Ә һин һаман шаяраһың.
— Хөснулла ҡарт, бына инде, Рәми Ғарипов Күмертауҙа һабантуйҙа булманы, тип әйтеп ҡараһындар. Был бит миңә һабантуйҙың мисәте һуғылыуы булды, – тип көләһең. Беҙҙе эҙләп бер төркөм йәштәр килеп еткән, әйҙәгеҙ, халыҡ көтә, тип ашыҡтырҙылар. Өтәләнеп йәштәргә эйәрҙек. Һабантуйҙа халыҡтың бик күп икәнен мин сәхнә булып торған машиналар эргәһенә килгәс кенә аңланым. Бөтә ерҙә халыҡ тулып йөрөүгә ҡарамаҫтан, йыр, шиғыр тыңларға әүәҫ кешеләр ҙә был тирәгә бик күп йыйылғайны. Рәмиҙең исемен ишетеп йыйылғандыр был тиклем халыҡ, тип уйланым. Әлбиттә, ул шулай булғандыр ҙа. Әнүәргә:
— Иң тәүҙә үк Рәмиҙе сығарайыҡ, – тигәйнем дә, һин риза булманың.
— Юҡ, улай килешмәй, – тинең. Шунан Әнүәрҙән: – Хор башҡара торған берәй номерың юҡмы ни? – тип һораның.
— Бар.
— Үәт, ана шунан башлап ебәр. Әйҙә, бөтә донъяны яңғыратып йырлаһындар. Бөгөн нәҡ уларҙың көнө. Ә беҙҙе аралаштырып программаның урта тирәһендәрәк сығарырһың, – тинең. Концертты алып барыусы Әнүәр Солтан улы Насиров шулай итте лә.
Мин сығышыңды һоҡланып ҡарап торҙом. Миңә сәхнәлә үҙеңде тота белеүең, ҡыйыу булыуың, халыҡты үҙеңә ҡарата алыуың оҡшаны. Һәр шиғырың артынан ер тетрәнеме ни, көслө итеп ҡул сабалар. Ура ҡысҡыралар. «Әйт шуны!», «Өҫтөнә баҫтың!», «Шулай кәрәк!», «Егет икәнһең!», «Ысын шағир!» тип һөрәнләгән тауыштар туҡтауһыҙ яңғырап торҙо. Мин быға тиклем ошондай көслө сығыштарҙы бер тапҡыр ҙа күргәнем булмағас, хайран ҡалдым. Ә шиғырҙарыңды уҡып бөтөп машинанан һикереп төшөүең булды – аҡ һаҡаллы бабай ҡосағына юлыҡтың.
— Улым, рәхмәт! Ҡайтышлай, һис һүҙһеҙ, минең өйҙә туҡтап сәй эсеп китерһегеҙ, – тип ихлас күңелдән үҙенә саҡыра. Мин иһә үҙ хәсрәтемде кисерәм. Рәмиҙең халыҡты геүләткән сығышынан һуң, минең быҡылдап тороуҙың кәрәге бар микән, тип хафаланам. Һине кешеләр уратып алды. Улар менән буталып киттең. Ҡайһылары, тағы ла шиғыр уҡып ишеттереүеңде үтенәләр, бәғзеләре шиғырыңды күсереп алырға һорайҙар, ҡайһы берҙәре блокнотмы, нимәлер тотоп шунда бер-ике һүҙ яҙҙырып алырға тырышалар. Мин эстән генә: «Һәйбәт шағир булһаң да ҡыйын икән!» – тип уйлап ҡуйҙым.
Һабантуй матур, күңелле, шатлыҡлы, шаулап-гөрләп үтеп китте. Ҡайтып киләбеҙ. Көндәр ҡоро тора. Юл туҙанлы. Ермолаевканы үткәндә кемдер:
— Әйҙәгеҙ, быуала туҡтап һыу инеп китәбеҙ, – тигән тәҡдим индерҙе. Бөтә ир-егеттәр: «Әйҙә-ге-е-еҙ!» – тип дәррәү күтәреп алдылар. Тик ҡатын-ҡыҙҙар ғына әүҙемлек күрһәтмәнеләр, ниңәлер. Автобус быуа янына килеп туҡтаны. Беҙ машинанан яйлап төшөп, ҡайһы тирәлә һыу инеү, сисенеү урыны ҡараштырғылағансы, һинең менән, Рәми, йәнә бер мажара булып алды. Мин уны күрмәй ҙа ҡалдым. Өҫтөңдәге матур костюмың күрәһен-күреп бөтмәгән икән әле!.. Машинанан төшкән ваҡытта һыу яғына күҙ ташлағанһың да, һыуға төшкән тубын эйелеп алам тигәнсе, баҫманан баш түбән һыуға төшөп киткән өс-дүрт йәшлек баланы шәйләп алғанһың да, йүгереп барып, кейемең-ниең менән һыуға һикереп, уны алып сыҡҡанһың. Кеше булған кешенең кешелә шул эше, тип нисек әйтмәйһең инде! Мин күргәндә әҫтәңдән субырлап һыу ағып торған кейемеңде сисеп, плавкиҙан ғына ҡалып һыуға төшөп бара инең. Йүгереп яныңа йәш ҡатын килде. Ҡулын болғап ниҙер һөйләп торҙо. Кинәт һинең асыулы тауышың ишетелде.
— Беләһегеҙме, ханым, эш минең фамилияла ла, исемдә лә түгел, ә һеҙҙең балағыҙҙы ҡарай белмәүегеҙҙә! Балағыҙҙан йыраҡ та түгел ерҙә ләстит һатып ултырып, сабыйҙы үлтерә яҙҙығыҙ бит! – тип екерендең һин. Йөҙөң ғәләмәт ҡаты һәм ҡәтғи төҫ алғайны. Мин йүгереп яныңа барҙым да һыу инергә төшөп киттек. Әлеге ҡатын баланың әсәһе икән, Рәмиҙән исем-фамилияһын һорап маташҡан.
Ул замандарҙа Күмертау-Өфө поезы киске ун беренсе яртыларҙа китә торғайны. Һине бер көтөү булып вокзалға төшөп оҙатып ҡалдыҡ...
...Рәми, һин минең ижадымда туранан-тура һәм әүҙем ҡатнашҡан кешеләрҙең береһе булдың. 1968 йылда минең «Шахтер бүләге» исемле беренсе шиғырҙар китабым сыҡты. Ул китапты тикшергәндә һин ҡатнаштың. Ә унан һуң ул китапҡа исем биреүсе лә, төҙөүсеһе лә тағы һин булдың, Рәми. Хәтеремдә, район редакцияһында шиғырҙарымды машинкала баҫтырып алып Өфөгә, тура һеҙгә килдем. Шиғырҙарҙы уҡып ҡарап сыҡтың да:
— Китабыңдың исеме шәп түгел, – тинең. – Әйҙә, «Шахтер лампаһы» йә иһә «Шахтер бүләге» итәйек. «Шахтер бүләге» һәйбәтерәк тә булыр. Китапҡа кергән шиғырҙарҙы эшсе кеше яҙғанын тышы уҡ әйтеп торһон.
Мин риза булдым һәм китап шул исемдә «алға атланы ла». Ә мин уны үҙем «Йырлағы килә» тип атағайным. Йытынтыҡты тикшертеп ыңғай баһа алғас, һин:
— Китабыңды төҙөп, бер юлы нәшриәткә тапшырып китергә кәрәк, – тинең. – Юҡһа, әле ҡасан махсус шуның өсөн килеп йөрөй алаһың. Әйҙә, мин бөгөн эшкә барып тормайым, эшкә шылтыратып ҡына алайым да, беҙгә барайыҡ та китабыңды төҙөйөк.
Миңә, әлбиттә, китап төҙөү эше бөтөнләй ят нәмә. Уны ҡалай итеп төҙөйҙәрҙер, күҙ алдына ла килтерә алмайым. Һин шиғырҙарҙың исемдәре генә күренеп ятырлыҡ итеп шиғырҙар баҫылған биттәрҙе иҙәнгә ике рәт итеп теҙеп һалып сыҡтың да, һайлай башланың. Үҙең һөйләнәһең:
— Тәк, «Шахтер», быны тәүге биткә ебәрәйек. Быныһы икенсегә... Шунан кинәт боролоп, миңә бер-ике бит ҡағыҙҙы тотторҙоң. – Мә, быларын алып ҡуй. Үҙеңде түбәнәйтеп, исемең янында йөрөмәһендәр!
Ҡараһам, ҡулыма тотторолған шиғырҙар байтаҡ булып китте. Китапҡа инә торғандарының һаны минең ҡулдағыларҙан ҡайтыш булып сыҡты. Йөҙөм балҡып тормағандыр, күрәһең. Сөнки күҙҙәремә туп-тура ҡараның да:
— Нимә, ҡарт, танауыңды һалындырып ебәрҙең? Улай итмә. Беләһең бит, китабыңды уҡып кеше үҙең хаҡында фекер йөрөтәсәк. Бәй, шулай икән, сейле-бешлеләрен индереп, үҙеңдең бәҫеңде ебәреүҙең хәжәте юҡ.
Өндәшмәнем, тулыһынса һиңә ышана инем.
«Сынығыу» повесын яҙғанда ла һинең ҡатнашлығың ҙур булды. Иң тәүҙә төп геройҙың исемен оҡшатманың. Мин уны «Тәлғәт» тип алғайным.
— Юҡ, – тинең һин. – Тәлғәт – рядовой исем. Улар ҡайҙа ла бар. Ә һинең китап геройының исеме – ысын башҡорт исеме булырға тейеш, фамилияһы ла шулай уҡ. Әйтәйек, «Сынтимер Йәноҙаҡов»!
Исем миңә, әлбиттә, оҡшаны һәм Тәлғәт – Сынтимер Йәноҙаҡовҡа әйләнде.
Күмертау ҡалаһында йәшәгәндә, Өфөнән Ғәйнан ағай Әмириҙән кескәй бандероль алдым. Асһам, һинең «Һабантурғай йырҙары» исемле китабың сыҡҡан икән дә, ағай миңә шуны ебәргән. Китаптың аҡ битенә түбәндәге һүҙҙәр яҙылғайны:
«Хөснулла туғаным!
Бына һиңә Рәмиҙең яңы китабын бүләк итеп ебәрәм. Үҙе ебәреп өлгөргәнсе уҡый тор. Китапта һиңә бағышланған «Торналар» бар. Рәми ул – ҙур талант! Башҡорт халҡының ысын 5-се халыҡ шағиры буласаҡ кеше. Әйтте, тиерһең.
Ғәйнан Әмири. 17.X.1964 йыл».

Әйе, Ғәйнан ағай алдан күрә белгән икән. Бына һин Башҡорт халыҡ шағиры ла булдың, Ғәйнан Әмири әйтмешләй. Ысын башҡорт халыҡ шағиры.
Мәңге йәшә халыҡ күңелендә, һин йәшәйәсәкһең дә. Быға иманым камил!


20 февраль, 1977 йыл. Ҡара көн. Шағирҙың вафат икәнен белгәс яҙылған шиғыр:

ҮЛДЕ ШАҒИР
Үлтерҙеләр шағирҙы.
Йәшәй алманы оҙаҡ.
Уҙаманға юл булманы –
Һәр ерҙә торҙо тоҙаҡ,
Һәр килмешәк, һәр бер ишәк –
Ҡуйҙы алдына кәртә.
Шуларҙың бит барыһы ла
Суйыр таштай йөрәктә!..
Нишләһен һуң шартламайса –
Әрнеү ҡыҫҡан йөрәге.
Ер күтәрмәҫ ауырлыҡтар Күтәрҙе бит күкрәге.
Әйҙә, хихылдағыҙ шашып,
Барлыҡ юха йыландар!..
Боғаҙ алҡымынан алып
Йәшәү бирмәй быуғандар.
Тик белегеҙ, ул үлһә лә,
Ҡалды үлмәҫ шиғыры.
Башҡорт булһа – ул да үлмәҫ,
Ул бит башҡорт шағиры!..
Юҡ, кинәнмәгеҙ хихылдап
Һүнмәне ҡыҙыу усаҡ.
Был хаҡта бар юхалар ҙа
Аңларҙар әле бер саҡ!
Тик көнө бөгөн түгелдер,
Ваҡыт хәл итер, халыҡ.
Халыҡты бит алдап булмай –
Халыҡ әйткәне – Хаҡлыҡ!
Салауат, Бабич юлынан
Атланың ҡыҙыу, ҡыйыу!
«Халыҡ» тип типкән йөрәкте
Мөмкинме быуып тыйыу?!

Хөснулла Түләкәйев
Өфе, 1992 йыл, 6 март