Йомабикә Ильясова. Донъя буйлап шағир уҙған

Сверстники и собратья по перу

Ерҙә шағир йәшәгән. Күңеле ҡушҡанса. Һөйгән, һөйөлгән, хаталанған... Үҙенә лә, яҡындарына ла гел генә һил, тыныс, рәхәт булмағандыр. Нисек тә – уның яҙмышы. Шиғырҙарында ҡалған яҙмышы. Шиғриәте алдында баш эйгәндә, яҡты һәм ҡараңғы көндәрен берҙәй тигеҙ бүлешкән ҡатынына, балаларына, туғандарына, дуҫтарына рәхмәтебеҙҙе, ихтирамыбыҙҙы ла белдерәйек.
Ерҙә талант йәшәгән. Үҙенсә. Һуңғы һулышынаса тик үҙенсә. Ошо үҙе бөйөклөк түгелме икән ул? Уның саф ижады дан да, аҡса ла көҫәмәгән. Йөрәгендәге хисен һүҙгә генә өйләндергән бары.
Ҡасандыр Винсент Ван Гог тигән рәссам булған. Картиналарын бер кем дә һатып алмаған. Ҡустыһы астан үлмәҫлек кенә аҡса биреп торған. Был өлөштө мольберт һәм буяуҙарға ла тотонған.
Ҡустыһы бер байҙы уның картинаһын алырға күндергән. Килгән кешенең һүрәткә күтәрелеп тә ҡарамауынан Ван Гог барыһын да аңлаған һәм саҡырылмаған ҡунаҡты ҡыуып сығарған. Рәссам был донъянан үҙ теләге, үҙ ихтыяры менән киткән. Бары сабый ғына ошо дәрәжәлә үҙе булып ҡалалыр.
Беҙҙең Рәми Ғарипов та шулайыраҡ йәшәгән. Таланттарҙың ҡәҙерен йыш ҡына үтә һуңлап беләләр һәм быны аңлауҙың үкенесе күберәк.
Рәми Ғарипов халҡын яратҡан, телен һөйгән. Халҡы һәм теле уның үҙен дә күтәрҙе, күтәрә, күтәрәсәк. Башҡортостандың халыҡ шағирына ни бары 70 йәш тулған булыр ине.

Йомабикә Ильясова,
шағирә, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире