Зөбәржәт Йәнбирҙина. Мин белгән Рәми ағай

Сверстники и собратья по перу

Ике осрашыу

Таңғы иртәлә кемдер ишек шаҡый. 1975 йыл, май айы. Барып асһам, бер ҡосаҡ ысыҡлы алма сәскәһе күтәреп, Рәми ағай баҫып тора.
— Эс бошто ла, үтеп барған мотоциклға ултырып, Стәрлеләргә һыпыртып сыҡтым да киттем. Май айың, яҙ айың, тыуған көнөң менән ҡотлайым! – тип сәскә ҡосаҡлатты. Ул сәскәләрҙең шул тиклем матурлығы, эрелеге – аҡ-алһыулы ҡатыш ысыҡлы сәскәләр! Бөтә донъям балҡып киткәндәй булды шул минутта. Минең дә бик әсем бошоп йөрөгән саҡ. Ситтән тороп ауыл хужалығы институтының инженер факультетында уҡыһам да, күңелем ятмай. Нисек тә әҙәбиәткә яҡыныраҡ бүлектә уҡыу ине теләгем. Шул турала һүҙ алып барғас, ағай миңә: «Мәскәү, тик Мәскәүҙә генә уҡырға тейешһең. Максим Горький исемендәге әҙәбиәт институтында», – тине. Шиғырҙарымды руссаға һүҙмә-һүҙ тәржемә итеп, Мәскәүгә оҙатҡан да ул булды шул йылды уҡ. Мәскәүҙә Волжина тигән рус шағирәһенең адресын биреп, үҙенең ҡустыһы Рауил ағай Ғарипов менән бергә аэропорттан оҙатып ҡалды. Шуныһы хәтерҙә ныҡ ҡалған: Волжинаға бормаслы быяла һауыт менән һатылған, бер стакан самаһы ғына башҡорт балы, юл буйынан миләш япрағынан ҡылған ҡушып букет яһап ебәрҙе. Ҡыҙыҡ күрҙем мин ул йәш саҡта ағайҙың был ҡылығын. Волжинаһы ла ул ебәргән миләш япрағы менән ҡылғанды гәлсәр һауытҡа ултыртып эш өҫтәленә ҡуйҙы ла, өҫтәлгә ике ҡулын – береһе өҫтөнә икенсеһен, ике ҡулы өҫтөнә башын һалып, оҙаҡ, бик оҙаҡ ултырҙы. Ул ағайҙың күп кенә шиғырҙарын руссаға әйләндергән ҡатын ине. Хеҙмәттәштәр булғандар инде. Шуға ла ныҡлы дуҫлыҡ һаҡланған улар араһында.
Ситкәрәк киттем шикелле. Бер ҡосаҡ алма сәскәһен мин дә һыуға ултырттым. Ағайҙың ул килеүендә беҙ күп кенә кисәләр ойошторҙоҡ. Бөгөнгө эшләп ятҡан Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы тураһында ла фекер йөрөтөп һөйләне ул беҙгә. Ул йылдарҙа Стәрлетамаҡта яҙыусылар ойошмаһы булдырыу хыял ғына ине.
— Килер ваҡыт, үҙегеҙҙең ойошмағыҙ булыр, гел ошолай типкендә йөрөмәҫһегеҙ әле. Үҙегеҙҙең гәзитегеҙ, йәштәр өсөн журналығыҙ булыр, – тине. Бер нәмәгә генә иҫем китә, ҡайҙан ағай бөтәһен дә алдан күрә белгән икән? Әүлиә булғандыр ул.
Рәми ағай бер ваҡытта ла кешенең битен йыртып һүҙ әйтмәҫ, артыҡ күп һөйләмәҫ ине. Ул бер ваҡытта ла кеше айырып ҡараманы. Һәр талантты «һин талантлыраҡ», йәиһә «һин талантһыҙ», тимәне.
— Һәр таланттың үҙ кимәле бар, һәр кем үҙенсә талантлы, – ти торғайны. – Тик үҙенсә генә яҙһын кеше, – тиер ине.
Үҙенең шәкерттәренә мотлаҡ талапсан да булды. Шиғыр тикшергән секция ултырышында төрлө дәлилдәр, сағыштырмалар килтереп, ентекләп, урыны-еренә еткереп аңлатыр, төшөндөрөр ине. Ул беҙҙең быуын йәштәренә көсөн дә, ваҡытын да, сәләмәтлеген дә йәлләмәне. Бөтәбеҙ өсөн хафаланып йәшәгәнлеген мин уның хәҙер генә аңланым. Ни өсөн тигәндә, тормош йөгө йә эштән баҫылып ҡалырҙайҙарыбыҙҙың артынан ул күп йөрөнө. Учалымы, Күмертау, Ишембаймы, Белоретмы барып, хәл-әхүәл белешеп, күрһәтмәләр биреп, эш йөкмәтеп китер ине. Шуны уйлап ултырам: йәйәүле мөғәллим булған даһа ағайыбыҙ.
1976 йыл бөгөнгөләй хәтеремдә. Бер тапҡыр көҙгө ҡара һыуыҡта (мин ул ваҡытта ауыл хужалығы идаралығында сусҡасылыҡ буйынса зоотехник булып эшләй инем), ағай эш урыныма килеп керҙе. Бик тә кәйефһеҙ. Өҫтөндә плащ, аяғында сепрәк туфлиҙар. Ағай байҙарса йәшәмәне инде ул. Хан кеүек йәшәрлек аҡыл эйәһе булһа ла. Төрлө яҡтан аҡыллы белем эйәһе, ил ағаһы, күңеле бай булған өсөн, күпселек йәштәрҙең һәм ҡайһы бер өлкән быуындарҙың хөрмәтен ныҡ яулап өлгөргәне өсөн ҡамсыланып-ҡылысланып йәшәне. Беҙҙең быуын уға ваҡытында рухи яҡтан әҙ-мәҙ генә ярҙам итә алды һымаҡ. Унда ла өҫтән, уны яҡлаған өсөн ҡырын ҡарап, күпме әйберҙәребеҙҙе матбуғатта ла, нәшриәттә лә баҫтырмай ятҡырҙылар.
Кәйефенең юҡлығын мин аҙаҡ ҡына белдем. Уның эш урыны «Башҡортостан ҡыҙы» журналынан киткән сағы булған икән. Шул журналды бөтөнләйе менән аяҡҡа баҫтырған кеше ине бит ул. Ошо көҙ килеүендә ул сығыштарға йөрөмәне. Бөтә көсөн Ғүмәр Хәйәмде башҡортсаға әйләндереүгә бирҙе. Ул йәйгеһен Хәйәмдең тыуған яғына, Нурек ҡалаһына барып ҡайтҡан икән. Миңә эшкә шылтыратты. Сәғәт бер ун икеләр булғандыр.
— Зөбәржәт, сәй эсергә кил!
Мин ни, ике ҡанат бер ҡойроҡ, «Ашҡаҙар» ҡунаҡханаһының 32-се бүлмәһенә барып та еттем, төшкөнө ашарға, йәнәһе. Барып кереүем булды, үтә өрмә ел һуғыуҙан ете телдән ете рәт булып һалынған ҡағыҙҙар ҡойоно уйнап китте бүлмәлә.
— Уй, ағай, бөтә эшегеҙҙе юҡҡа сығарҙым бит, – тинем.
— Зарар юҡ, бына Ғүмәр Хәйәмде башҡорт теленә әйләндерел ятам әле. Башҡорттоң үҙ Хәйәме булырға тейеш, – тине. Ете телдә уртаҡлыҡ йыйнап башҡортсаға әйләндерелгән һәм ағайҙың әйләндереп бөтә алмаған Хәйәме һаман да йөрәкте әрнетә.
Шунан беҙ, сәй эсергә тип, ҡунаҡхананың буфетына төштөк. Ул ваҡытта сәй 3 тин, өҫтөнә йәшел һәм алһыу төҫтәге майҙан сәскә яһалған песочный пирожный 12 тин ине. Ағай бөтәһе 30 тингә сәй өҫтәле яһап мине саҡырған. Өндәшмәй генә сәйҙе эстек, шунан мин уны туп-тура өйгә алып ҡайтып киттем. Юлда ағай, йөрәгем сәнсә тип, йөрәген тотоп барҙы.
— Ниңә врачҡа бармайһығыҙ? – тип һораным.
— Бер ҙә ваҡыт юҡ бит. Бына ошолай итеп йоҙроҡ менән ныҡ ҡына баҫһаң, бөтә ул, – тип һул яҡ ҡабырғаһы аша йөрәк тәңгәленә ныҡлап баҫты ла, – бына бөттө, – тине.
Мин, хыялый, ул саҡта шуға ышандым. Эй тиле йәшлек!..
Беҙгә барғас, уға әсәйем бик оҡшаны. Фарсы, ғәрәп телендә иҫке китаптарҙы уҡып ултырҙылар, мин аш-һыу ҡараным. Ниндәй бәхетле осор булған! Гетеның бер аҡыллы һүҙҙәре иҫкә төштө: «Счастье кажется такой маленькой птичкой, когда ее держишь в руках, выпустишь, узнаешь, как оно велико и дорого». Аҙаҡ ағай миңә тағы ла бер аҡыллы һүҙ әйтеп киткән: «Һиңә бер институт та кәрәкмәй, әсәйеңдең һөйләгән бер һүҙен яҙып ҡына ултыр», – тип.
Рәми ағай үлгәс, мин илай ҙа, аҙаҡ бик күп йылдар шиғыр ҙа яҙа алманым. Башҡорттоң үҙенең ысын Хәйәме булған Рәми һынлы кешене, торғонлоҡ йылдарына һылтанып, күрергә теләмәнеләр, киреһенсә, ҡыҫым, баҫым яһап, рухи яҡтан үлтерергә тырыштылар. Ағай рухы үлмәне. Ғәҙелһеҙлеккә генә сыҙаманы.
Бөгөнгө көндә мин шуның менән бәхетлемен: ағайҙың үҙенең шәкерттәре, үҙе әйтмешләй, «конюхтар» быуыны (гел аттар тураһында шиғыр яҙғандары өсөн Д. Бүләковты, Р. Бикбаевты, Т. Йосоповты, X. Назаровты шаярып шулай атай ине) көскә ултырғас ҡына үҙ урынын алды. Нисә йылдар хаҡһыҙлыҡты күреп ҡыйырһыған йөрәгемә йән дә, йәм дә ҡайтты – йөрәгемдә шиғырҙарым уянды, бармаҡтарым ҡәләм тибрәтә.
Тышта буран, февраль бураны. Ағайҙың Ҡантүшкәйҙәре лә ҡайтыр инде. Минең өсөн буранмы, рашҡымы, сатнама һыуыҡмы, ҡалған ғына ғүмерем буйынса бер ҡосаҡ ысыҡлы алма сәскәһе ҡосаҡлап күҙ алдымда Рәми ағай баҫып торасаҡ.

Зөбәржәт Йәнбирҙина, шағирә
1993 йыл, 10 март