Ғәлим Дәүләди. Арҡа терәр ағайҙарымдың береһе ине

Сверстники и собратья по перу

Минең йәштәштәрем бәләкәйҙән «фронтташ», «полкташ», «окопташ» кеүек һүҙҙәрҙе ишетеп үҫте. Йылдар уҙған һайын, шул һүҙҙәрҙе әйтеүселәр кәмей бара. Бөйөк Ватан һуғышында ҡорбан булған һалдаттарҙың ул һәм ҡыҙҙары үкһеҙ етем ҡалманы. Беҙгә «интернатташ» тигән яңы һүҙ өҫтәлде. Өфөлә асылған 9-сы интернат-мәктәпкә инеп уҡыу – минең быуын өсөн иң ҙур уҡыу йортонда тәрбиәләнеп белем алыу менән бер ине. Йәшермәйем, хатта ата-аналы балалар ҙа шунда ынтылды! Ни тиһәң дә, был мәктәптә үҙ эштәренә сикһеҙ бирелгән педагогтар тупланған, йәш быуынды республика, илгә файҙалы кадрҙар итеү теләге менән ихлас күңелдән яна ине. Уйлап ҡарағыҙ әле: бөгөн Башҡортостандағы ҡайһы мәктәп физика, химия, математика кеүек фәндәрҙе үҙ туған телендә уҡый икән? «Мыҫҡыл итмә, ағай, бындай һорауыңды биреп, барыбыҙ ҙа бөгөн русса суҡынабыҙ бит инде!» – тиерҙәр. Вәт, замана...
Шуныһы хәтеремдә уйылып ҡалған. Ул йылдарҙа Башҡорт гвардия атлы дивизияһының кисәге комиссары Сәғит Рәхмәт улы Әлибаев Мәғариф министры булып эшләй ине. Утты-һыуҙы кискән был етәксе Өфөләге кабинетында телефонға йәбешеп ултырмай, ә райондарға сығып, фронтовик балаларын атаҡлы интернатҡа үҙе лә йыйыша, полкташтарын – дивизия ветерандарын осратып, күрәһең, күңеленә дауа ла тапҡандыр.
Йомағужа районының (районыбыҙ инде бөтөрөлдө, үҙ карьераһы өсөн генә тыуған коммунистар, уны бүлеп, Ағиҙелдең уң яҡ ярындағы халыҡты – Мәләүезгә, һул яғын – Күгәрсенгә ҡушты!) Әбет ете йыллыҡ мәктәбен тамамлап, мин район үҙәгенә уҡырға барып ҡараным. Тик бер сирек уҡығас, егерме биш саҡрымда ятҡан тыуған ауылым һәргәйгә, иң хәсрәтле уйҙарға төшөп, юл ҡапсығымды асып, кире ҡайттым, сөнки артабан уҡырға хәлебеҙ юҡ ине – мәктәпкә түләргә кәрәк, фатир хужаһына ай һайын бер йөк утын, бер бот он килтереү төп шарт! Атаһыҙ үҫкән ҡайһы бала ул ауыр йылдарҙа уҡый алһын? Колхозыбыҙ йыллыҡ хеҙмәт көнөнә ни бары ике-өс ботлап ашлыҡ бирә алғандыр. Артабан уҡыу өсөн бер нисә ҡорҙашым һыйырын да һатты.
Мин әсәйемдән быны эшләттермәнем: икмәкһеҙ интегеү етмәгән, нисек ғаиләне аҡтан айыраһың!
Беҙҙең күрше рус ауылы Привольное (халыҡ уны Ноҡо тип тә йөрөттө) үҙенең бик тә матур итеп һалынған иркен ете йыллыҡ мәктәбе менән тирә яҡта дан тота ине. Кем урта мәктәпкә йә Ишембайҙағы һөнәрселек училищеһына уҡырға инә алмай, шунда бер аҙ уҡып ала. Унан һуң берәй яҡҡа уҡырға китә алмаһа, бөтөнләй колхоз эшенә егелә... Мин дә шул мәктәпкә индем.
Нөгөш йылғаһы аша көн дә йөрөп уҡыйбыҙ. Көндәрҙең береһендә ауылдашым Сөнәғәтулла миңә хат килтереп тотторҙо. Уны үҙебеҙҙең мәктәп директоры, Үргеташ ауылында йәшәүсе уҡытыусым Искәндәр абый Әлемғолов яҙған: «...Мәктәпкә килеп сыҡ әле, мин һине эшкә алам. Библиотекарь ҙа булырһың, счетовод һөнәренә лә өйрәтеп алырбыҙ». Мин, ун алтыһы тулған үҫмер егет, бик тә тулҡынландым. Кисәге уҡытыусыларың менән нисек бергә эшләп йөрөргә мөмкин инде? Әллә ниндәй аңлашылмаған хисле кәртәләр баҫа алдыма. Ана шундай уйҙар менән барҙым мәктәпкә.
Кешегә айырыуса иғтибарлы сабыр уҡытыусым Искәндәр абый яңы һөнәргә мине тиҙ өйрәтте. Мәктәп атын егеп, санала Йомағужаға елдерәм. Банкта эштәр бөтөү менән, яңы мәктәбебеҙ өсөн ярҙырған ҡарағай таҡталарҙы тейәп, көн кискә ауышыуға ҡарамай, таулы юлдан кире ҡайта сығам. Март буранында шулай йөгөм ауып, төнө буйы урманлы юлда яфаланғанымды ла онотмайым. Ярай әле күрше ауылдың бер бабайы осраны. Атымды туғарып, таҡталарҙы соҡорҙан юлға ташып, йөгөмдө яңынан тейәшкәс, ул изге күңелле аҡһаҡал мине үҙҙәренә алып ҡайтып ҡундырҙы. Ыҙғыр буранда һыуланып туңып бөткән салбар, бишмәтемде киптерҙем. Таң менән юлға сыҡтым. Әлеге бабай осрамаһа, кем белә, ҡышҡы юлда туңып ҡалыуым да ихтимал ине...
Мәктәп тормошо нисек кенә оҡшамаһын, мин Өфөләге 9-сы интернат-мәктәпкә барып уҡыу хаҡында хыялландым. Директорым да «үҙе үҫтергән» йәш кадрын ҡулдан ысҡындыраһы килмәй. Әллә ҡайҙағы Өфөгә йөрөп аҙапланмаҫҡа, күрше илле саҡрымда ятҡан Мораҡтағы педучилищегә ситтән тороп булһа ла инеп уҡырға димләй. Өфөгә уҡырға инеү мәсьәләһен беҙҙең мәктәпкә көтмәгәндә килеп сыҡҡан Мәғариф министры Сәғит Әлибаев тиҙ хәл итте.
— Район гәзитенә лә яҙышып торғас, Өфөгә барһын, Өфөгә...
Интернат-мәктәпкә уҡырға төшкәндә, уҡытыусыларымдың беҙгә – «яңы набор»ға өлгө итеп ҡуйырлыҡ байтаҡ уҡыусылар бар ине инде. Йыйылыштарҙа, дәрестәрҙә генә түгел, яйы тура килгән һайын, беҙ Рәми Ғарипов, Рафаэль Сафин, Рәйес Низамовтарҙың Мәскәүҙә М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтында уҡып йөрөүҙәре хаҡындағы һүҙҙәрҙе ишетәбеҙ. Мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, Мәскәүҙә геолог булырға уҡып йөрөүсе Диҡҡәт Бураҡаев ағайҙың исеме лә телдән төшмәй. Шуныһы ҡыуаныслы, ҡышҡы, йәйге каникулға ҡайтышлай, тегеләр тура беҙҙең интернатҡа һуғылмай ҡалмай. Йыйылышта уларҙың сәхнәлә ултырыуын күреү менән генә сикләнмәйбеҙ, былай ҙа иркенләп аралашабыҙ. Етмәһә, беҙҙең менән бер йылдарҙа Рәми ағайҙың энеһе – Урал, Рәйес ағайҙың энеһе – Рәүеф, Диҡҡәт ағайҙың энеһе Рәмзиҡ та ошонда уҡыны. Улар менән көн дә аралашыуҙан телдән төшмәгән интернатташтарыбыҙҙың биографияһын тулыландырабыҙ. Әҙәбиәт дәрестәрендә Мәрйәм апа Ғималова, Сажидә апа Зайлалова, Ләлә апа Ваһаповалар дәрестә өйрәнгән абруйлы әҙиптәрҙең әҫәрҙәре менән бергә әле Мәскәүҙә уҡып йөрөүселәр исемен дә хөрмәтләп телгә алыуҙарына күнегеп бөттөк. Тиҙерәк каникул етеп, уларҙың үҙебеҙгә тура ҡайтып тешәүҙәрен көтәбеҙ. Гәзит-журналдарҙан яңы шиғырҙарын уҡып ҡыуанабыҙ. Өҫтәп әйтәм, Рәйес Низамов та ижадын шиғыр менән башлап, байтаҡ йылдар шиғыр яҙып дауам итте. Аҙаҡ повесть, хикәйәләр оҫтаһы итеп танытты үҙен.
9-сы интернат-мәктәптә әҙәби түңәрәктә ҡатнашыусылар, матур итеп төпләп, «Йәшлек» исемле ҡулъяҙма журнал сығарып килгән. Унда Рәми ағайҙың бик матур хәрефтәр менән яҙған шиғырҙары бөгөн булһа күҙ алдымда тора. Ҡулъяҙмалары, шишмә йылғаға ҡойғандай, аҙаҡ бер-бер артлы сыҡҡан китаптарына килеп ҡушыла. Яңы дуҫтарын ишәйтеп, күңелдең берсә моңһоу, берсә уйсан ҡылдарын тибрәтеп, сыңлай ҙа сыңлай...
Бына бөгөн йылдар аръяғында ҡалған хәтирәләремде күңел дәфтәренән барлап ултырам. Бөтәһен дә тип әйтмәйем, үҫмер саҡтан – ғүмерҙең иң гүзәл мәленең күп минуттарын ҡабаттан кисерәм.
Көндәлектән: «9.III.1954. Төш ваҡытында интернатҡа энеһе Урал янына Рәми ағай килде. Мин уның менән иҫәнләштем. Ул: «Эштәр барамы? Яҙып буламы?» һ. б. һорауҙарҙы миңә йылмайыу аша ғына бирә башланы. Мин: «Эйе, бара...», – тинем. Ул: «Хәҙергә бында китабым өҫтөндә эшләйем. Иртәгә кис Мәскәүгә китәм. Шунлыҡтан бик ҡабаланам, һинең шиғырҙарыңды хәҙер генә уҡып, тикшерә алмайым. Һин март аҙаҡтарына бер бишләп шиғырыңды миңә бир. Мин, уларҙы тикшереп, һиңә яҙып ебәрермен. Практикаға йәй ҡайтам», – тине. Ул бик ашыға ине һәм мин дә уны оҙаҡ туҡтатып торорға баҙнат итмәнем...» Ошо юлдарҙан һуң мин яҙҙың матур көндәре башланыуын, шул уңай менән тыуған ике строфаны «шиғыр» менән яҙып ҡуям. Икенсе көндө иһә Л. Толстойҙың «Һуғыш һәм солох» романының икенсе томын уҡығас, иптәштәремә уны оло шатлыҡ менән ғәжәпкә ҡалып һөйләүемде, Сәфәрғәле, Хәсән кеүек иптәштәремдең уны уҡырға тотоноуын һөйөнөп яҙып үтәм. Үҙемә иң оҡшаған урындарын көндәлегемә лә күсергәнмен...
Мин быларҙы ҡыҙыҡ өсөн генә иҫкә алмайым. Ул саҡ тағы әҙәбиәт-мәҙәниәт һауаһын минең быуын нисек йотлоғоп һулауын һағынып иҫкә алам. Шул романды улдарымдың мәктәптә «уҡырға ваҡыттары етмәүенә», ә әсәһе кистәр буйы эстәлеген бәйнә-бәйнә һөйләп ултырыуына, йә ошо әҫәрҙе тик кино аша өйрәнеүҙәренә мыйыҡ аҫтынан йылмаям. Китапты яратып уҡый белеү ҙә, яңылыҡ асмайым, бәхет осҡондарының береһе ул.
Интернаттағы әҙәби түңәрәккә мин Кәрим Ильясов (Ейәнсура районы), Рәйес Ҡасимов (Ҡырмыҫҡалынан, Өфөлә тора, өйҙән йөрөп уҡый ине), Рәүеф Низамов (башта әйткәнемсә, Рәйес ағайҙың ҡустыһы, Әлшәй егете) һ. б. бик күптәр менән бергә йөрөнөм. Пединститут студенты Рәйес Фәтҡуллин (минең яҡташым – Йомағужа районынан) комсомол секретары булып эшкә килгән осорҙа эшебеҙ айырыуса йәмләнде. Рәйес ағай райондың «Ударсы» гәзитендә аҙна һайын сыҡҡан шиғыры, мәҡәләләре менән, әсәйемдең апаһы йәшәгән Сорғояҙ ауылында осрашыуҙарҙа ҡатнашыуы менән дә байтаҡ таныш ине. Ул мәктәптә эш башлау менән миңә «Ҡармаҡ» сатирик гәзитен редакторлауҙы йөкмәтте. Билдәле, үҙе лә ярҙам ҡулын ихлас һуҙа ине. Өҫтәүенә, Өфөлә пединститутта уҡып йөрөгән интернатташтарым Хәниф Сафаров, Рифҡәт Алғушаев менән – үҙ тиңдәштәре араһында иң һәләтле шағирҙар менән элемтәне өҙмәй инек. «Йәшлек» журналының яңы һанын биҙәп тышлау мәшәҡәте менән уларҙың Гоголь урамындағы дөйөм ятағына барып йөрөүҙәремде лә онотмайым. Тик уларҙың яҙмыштары башҡасараҡ юлдан китте... Хәнифтең (ул китабын да сығарып өлгөрмәйенсә донъя ҡуйҙы) ике юлын шиғриәткә һыуһағанда гел ҡабатлайым:

Һөйөү бит ул түгел сәс толомо,
Берсә үреп, берсә һүтергә...

Рәми Ғарипов Мәскәүҙән уҡып ҡайтҡас, Өфөлә редакцияларҙа эшләп йөрөнө. Мин – университет студенты, уның интернатташы – уға яңы яҙғандарымды гел уҡып барырға тырыша инем. Уның тәнҡит һүҙҙәре лә өркөтмәй. Хаҡты әйтә бит! Нисек килешмәйһең?
Юғары уҡыу йортонан Башҡортостан китап нәшриәтенә эшкә килдем. Яҙыусылар союзының шиғриәт секцияларында уның айырыуса мәғәнәле, ихлас, талапсан сығыштары бөгөн дә күңел түрен йылыта. Йылдар уҙған һайын, ихтирамым ғына арта...
1969 йылда мин уның «Аманат» китабын редакторланым. Уны донъяға сығарыу үҙе бер трагикомедия ине. Цензураһыҙ тип иғлан ителгән матбуғатыбыҙ һағында милли әҙәбиәтебеҙ-мәҙәниәтебеҙҙе аңлап етмәгән йәки аңларға ла ынтылмаған тупаҫ партия бюрократтары, үтә тырышлыҡ күрһәтеп, ҡыҙыл ҡәләмдәрен тотҡан килеш, айырыуса килештереп ултыра ине. Берәй шиғырҙың строфаһына ҙур итеп, ишәк башындай һорау ҡуйһа, нәшриәт етәкселәре дер ҡалтырап төшә. Әгәр ҙә айырым шиғырҙарҙы алып ташларға ҡушылһа, шуға ла, имеш, башың етеп үҙең алдан сара күрмәгәс, ултырғысың менән хушлашыу минуттарын көт тә тор! Әлдә 1937 йыл түгел, юғиһә, Башҡортостандың иҫән ҡалған милли кадрҙары һис шикһеҙ, БАМ-ды төҙөп бөтөрөргә йә Норильск яғына шахтаға оҙатылыр ине... Ҡыҫҡаса әйткәндә, Рәми ағайҙың «Аманат»ындағы тел, халыҡ яҙмышы хаҡындағы шиғырҙарына хатта лупа аша ҡарап, сәүек эттәй бәйләнделәр, тиһәм дә, хата булмаҫ. 1969 йылдың 30 ғинуарында көндәлегемә: «Мин быйыл Рәми Ғарипов ағайҙың «Аманат» исемле йыйынтығын редакторларға тейешмен. (Башта уны Ғ. Әмири эшләргә тейеш ине)...» тип яҙып ҡуйғанмын. Билдәле, китапта «1937» поэмаһы һәм шуға ауаздаш шиғырҙар урын ала алманы. Тик Рәми Ғарипов юлын табып, тәржемә шиғырҙар аша булһа ла үҙ фекерен уҡыусыларға әйтергә ашыҡты.

Башҡаларға башҡа телдер дауа,
Тик ул телдә яҙмам ғүмергә.
Әгәр иртән, телең юҡ, тиһәләр,
Мин бөгөндән әҙер үлергә.
(Рәсүл Гамзатов, «Туған тел».)

Рәми Ғарипов ихлас әңгәмәсе, ярҙамсыл, үҙенән кеселәргә айырыуса талапсан, айырыуса иғтибарлы шәхес ине. Китаптарым араһында уның автограф менән бүләк иткәндәрен ҡәҙерләп һаҡлайым. «Ғәлимгә – иң яҡшы теләктәр менән. Ҡыйыуыраҡ, киңерәк бул йырҙарыңда. Өмөттө һүндермә. Рәми. 31.X. 1964» – «Һабантурғай йырҙары» китабынан. Мин больницала ятҡанда ҡәләм менән ҡалын ғына дәфтәр ҙә бүләк итте. «Ғәлим ҡустыма – иң яҡшы шиғырҙар йыйынтығы ошо дәфтәрҙә булыр тип, бөтә күңелдән ышанам. Ағайың Рәми. 14.1.1969». Шул уҡ көндә ул миңә «Таш сәскә» китабын да бүләк итеп ҡалдырҙы. «Ғәлимгә был китап Пастернак өсөн һәм һинең талантың өсөн. Рәми. (Мине бер ҡасан да алдамауыңа ышанам)».
Үҙемә бәйле баһаларҙы шулай килтереү, бәлки, тыйнаҡһыҙлыҡтыр. Ләкин ғүмер буйы әҙиптең тик дәрәжәһенә ҡарап баһа биреүселәргә үҙем иҫән саҡта әйтеп өлгөргән ҡыҫҡаса яуабым да булып ҡалһын был юлдарым...
Рәми Ғарипов хаҡында һөйләгәндә уның башҡорт милләтен генә түгел, ә кеше исемен юғары тотҡандарға ла оло ихтирам һаҡлауын әйтеүҙе кәрәк тип һанайым. Мәскәүҙә яҙыусыларҙың Юғары әҙәби курстарында уҡып йөрөгән ҡышта мин уның менән һуңғы мәртәбә осраштым. Ҡаҙаҡ, бүрәт, сыуаш, рус, татар әҙиптәре менән төнө буйы дөйөм торлаҡтағы бүлмәмдә ысын күңелдән әңгәмәләшеп, һәр кем үҙ туған телендә шиғырҙар уҡып ултырҙыҡ. Иң оҙаҡ ултырғаны – татар шағиры Зөлфәт менән драматург Туфан Миңнулин булды... Ә һуңыраҡ, инде Рәми ағай донъя ҡуйғас, 1989 йылдың йәйендә Ҡазанда мин Роберт Миңнулиндың ҡулын ҡыҫтым: Рәми ағайға ул йөрәктән сыҡҡан шиғыр юлдарын бағышлаған ине. Милләт айырмаһы халыҡ улына йөрәк һүҙен әйтеүҙә һис кенә лә кәртә була алмаған... Әлбиттә, уның замандаштары М. Кәримов, Ә. Атнабаев, Р. Сафиндар ҙа үҙ һүҙен әйтмәй ҡалмаҫ, тип ышанам.
Үҙәкте өҙөп үкендереп, кәүҙәһе ергә күмелгәс, уға С. Юлаев исемендәге премияһы ла, Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән исем дә бирелде. Музей ҙа ойошторолдо. Ниңә шағир менән халыҡ һөйөүе араһында ҡалын стена ҡоролдо икән? Халыҡ үҙ яҙмышына, үҙ улдарына үҙе хужа түгелме ни?!
Рәми Ғарипов ижады, яҙмышы уйҙар даръяһына алып китә. Тәүге аҙымдарымды яһағанда шундай арҡа терәр ағайҙарымдың йөрәк йылыһын тойоуыма шатмын һәм ҡулымдан ҡәләм төшкәнгәсә уларҙың яҡты иҫтәлеге алдында башымды эйермен.

Ғәлим Дәүләди,
Сергей Чекмарев исемендәге премия лауреаты.
1992 йыл