Рәшит Солтангәрәев. Иманы – әҙәбиәт

Сверстники и собратья по перу

Где больше ума, там меньше везенья,
Где больше везенья, там меньше ума.
Аристотель

Ял йә байрам көндәрендә тыныслыҡ, яңғыҙлыҡ эҙләп редакцияға барып ултыра торғайным. Мин киләм дә Рәми килә. Мин күберәк үҙемдең эштәрем менән маташам, Рәми редакция йомошо менән була. Сәйнүге ҡайнап сыҡҡас, шылтырата, сәй эсергә саҡыра, шунда, әллә берәй арыу фекерең бармы тип, мәрәкәләп ала. Эшләп арығас, урамға «фекер эҙләп» сығып китәбеҙ...
Бына бөгөн дә байрам. Матбуғат йортонда япа-яңғыҙмын. Рәми Ғарипов тураһында иҫтәлек яҙып ултырам.
...Яратҡан шағиры донъянан киткәс, уҡыусылары, ғөмүмән, халыҡ үҙе күңелендә шағир образын тыуҙырырға тотона, биографияһындағы ниндәйҙер мәлдәрҙе алып ташлай, нимәләрҙелер өҫтәй, арттыра, биҙәкләй. Аралар алыҫайған һайын, шағир үҙе лә реаль ер кешеһенән бер хыял персонажына әүерелә, хатта идеаллаштырыла башлай. Элек-электән шулай булған. Беҙҙең Рәми менән дә шундайыраҡ хәл, шикелле. Был насар түгел, шағирҙар халыҡ өсөн һәр саҡ идеал булған. Халыҡтың үҙендә шундай шәхескә һыуһау һымаҡ нәмә лә бар, шуға ла ул яйлап образ тыуҙыра күңелендә. Ә беҙ, ошо шәхестәрҙе белгән, бергә көн иткән кешеләр, уларҙың донъяуи образын тыуҙырырға ярҙамлашырға тейешбеҙ.
Рәми Ғарипов менән мин 1957 йылда таныштым. Бына ошо көндән алып теүәл егерме йыл – шағир был донъянан китеп барғансы, уның менән фекерҙәш тә, ултырҙаш та булып бергә йәшәнек. Шуға күрә лә мин Рәмиҙе ярайһы яҡшы беләм тип әйтә алам.
Шағир менән һабаҡташым Әнүр Вахитов таныштырҙы. Йәй башы ғына, имтиханға әҙерләнеп йөрөйбөҙ. Әнүрҙең тәҡдиме буйынса, кискә ҡарай өсәүләп Дим буйына киттек. Әнүр алданыраҡ ҡарап, маҡсат тотоп йәшәй торғайны, әле лә беҙҙең ошо сәйәхәткә бер мәғәнә һалды, йәнәһе лә буласаҡ яҙыусылар, бер милләттең кешеләре бергәрәк йөрөргә, бер-береһен белеп, фекерләшеберәк йәшәргә тейеш. Мин уның был ниәттәренә эстән булһа ла көлөбөрәк, юмор менән ҡарағайным, дөрөҫ уйлаған булып сыҡты. Берҙән, ул заман Өфөлә башҡорт интеллигенцияһы ғына түгел, башҡортса һөйләшкән кеше лә бик аҙ ине. Икенсенән, дөрөҫ, ошолай аралашып, фекерләшеп йөрөү шәхесте формалаштырырға ярҙам итә, бер-береңде үҫтерә, байыта.
Дим буйына беҙ, балыҡ тотоп ашарбыҙ тип, ҡармаҡ, күнәк-фәләндәр алып сыҡтыҡ. Әммә, тырышып ҡараһаҡ та, балыҡ тотторманы, беҙ төнө буйына ут яғып, тоҙло балыҡ ашап – ул саҡ тоҙло балыҡ шәп һәм күп була ине – серәкәйҙән таланып, һөйләшеп сыҡтыҡ, Рәми үҙенең «Туған тел» шиғырын уҡыны, бик әҫәрләнеп уҡыны. Бәлки, беҙ уның тәүге тыңлаусылары ла булғанбыҙҙыр, сөнки әле шиғыр бер ҡайҙа ла баҫылмағайны.
«Туған тел»де артабан шағир ауыҙынан күп тапҡырҙар ишетергә тура килде. Рәми әҙәби кисәләрҙә лә, осрашыуҙар ваҡытында, хатта мәжлестә лә шуны яттан һөйләр ине. Был ҡайһы берәүҙәргә оҡшамай, уны милләтселектә ғәйепләп маташтылар, кем әле беҙҙең тел тамырыбыҙға балта сабырға йыйына, башҡорт теле Рәми Ғариповтың яҡлауына мохтажмы, тигән һүҙҙәр әйтелә лә, яҙыла ла торҙо. Хатта бер саҡ «Ағиҙел» журналында Рәмигә эпиграмма ла баҫылып сыҡты. Эпиграмма шулай тамамлана ине: «Паганини ҙә түгел шәй, әммә уйнай тик бер ҡылда». Был тел тураһында уның күп яҙыуы, күп һөйләүенә төрттөрөү ине. Рәми быға «Бер ҡыл» тигән бик асыулы шиғыры менән яуап бирҙе.
1969 йылда Ленинградта Башҡорт АССР-ының мәҙәниәт көндәре булды. Бик шәп үтте, республиканан йөҙәрләгән кеше ҡатнашты унда. Рәми ҙә барғайны, ә мин «Совет Башҡортостаны» гәзитенең махсус хәбәрсеһе сифатында ҡатнаштым. Хәтерҙә, Ленинградтың бер ҙур залында әҙәби кисә бара, беҙҙең бындағы яҡташтар, Ленинград кешеләре йыйылған, Рәми русса шиғырын уҡыны ла, аҙаҡтан ошо «Туған тел»де һөйләне. Артта ултырған ике рус кешеһенең, башҡорт теле яңғырашына һоҡланып: «Какой мелодичный язык!» – тип һөйләшеп алыуҙары әле лә ҡолаҡ төбөндә яңғырап тора.
Рәми шиғырҙарын тоноҡ, талғын тауышы менән кеше күңеленә һеңдерерлек итеп уҡый ине шул. Ҡыҫҡараҡ буйлы, ныҡлы кәүҙәле, арыҫлан ялы шикелле ҡалын бөҙрә сәсле кешенең эре һырҙар ятҡан йөҙөнән былай ҙа һәр саҡ уй, фекер, һағыш һырҡырап торған һымаҡ ине. Шиғыр уҡыған сағында был һыҙаттар айырата сағыуланып китә.
Авторҙың «Туған тел» шиғырын йыш уҡыуын, уға ҙур әһәмиәт биреүен шулай аңлайым: берҙән, шиғырҙа шағирҙың үҙен үтә лә борсоған, йөрәген яндырған проблемалар хаҡында әйтелгән. Эйе, проблема, ниндәй ҙә проблема! Туған телдең, ғөмүмән, туған әҙәбиәт, культура, халыҡ яҙмышының уғата хәүефле хәлгә ҡалыуҙары шул замандарҙа башланды. Был мәсьәләләр бөтәһен дә тиерлек борсой, тик күптәрҙең, «милләтсе» тамғаһы алыуҙан ҡурҡып, асыҡ әйтергә, яҙырға ҡыйыулығы етмәй. Икенсенән, шағир шиғырын йыш уҡып, нисек тә ошо фекерҙе кеше күңеленә нығыраҡ һеңдереп ҡалдырырға тырышҡандыр. Һәм шағир үҙ маҡсатына иреште, тип уйлайым. Хәҙер беҙҙә «Туған тел»де яттан белмәгән кеше һирәктер. Был шиғыр уҡыу китаптарына ла индерелде.
Ул заман асыҡ үҙ фекере, үҙ ҡарашы булып, шуның тураһында әйткәндәргә ныҡ эләгә ине. Сөнки беҙ, ҡалғандар өсөн юлбашсылар уйлай, улар юлды алдан һыҙып ҡуйған, шул юлдан ғына барырға, тик улар әйткәненсә уйларға, эшләргә, йәшәргә тейешбеҙ, тип тәрбиәләндек. Шулай йәшәнек тә! Хәйер, нисек кенә сәйер булмаһын, талант, аҡыл эйәһенә бер ҡасан да йәшәүе еңел булмаған. (Хатта Аристотель заманында ла!) Шуға бындай шәхестәр йыш ҡына тәбиғәт биргән һәләтен тотоноп бөтә алмайынса китеп барған. (Рәми хаҡында уйлағанда һабаҡташы, дуҫы, күренекле ғалим, журналист, белем, фекер эйәһе Диҡҡәт Бураҡаевты ла әсенеп иҫкә алам.)
Рәми менән икенсе иҫтәлекле осрашыу 1962 йылдың майында булды. Ҡояш ялтырап торған матур көн. Ул кесе улы Азаматты елкәһенә ултыртҡан да Ленин урамы буйлап килә. Кәйефе шәп ине. Былай ҡарағанда шәп кәйеф менән йәшәрлек әллә ни яйы ла юҡ кеүек. Үткән көҙ ғаиләһе менән ауылдан күсеп килеп, торор урынһыҙ интегеп йөрөгән саҡтары. Әле «Ағиҙел» ҡунаҡханаһына күсенгәндәр, шуға ла кәйефләнеп йөрөп ята икән.
Беҙ Маяковский баҡсаһына инеп йөрөнөк, шунан Рәми, әйҙә, беҙҙең донъяны күреп сыҡ, тигәс, ҡунаҡханаға инеп сәй эстек. Ике кеше ҡунып ҡына сығырлыҡ урында тотош ғаилә – дүрт кеше йәшәп ята. Ҡалғанын һөйләп торорға түгел.
Әлбиттә, ул заман, хәйер, әле лә шулай инде, Өфөгә килеп тормош башлаған беҙҙең кешеләргә ошо сират күперҙәрен мотлаҡ үтергә тура килә ине. Түҙгәндәр ҡала, түҙмәгәндәр китеп бара. Йәш саҡта ул-был ғына ауырлыҡтарға иҫ китмәй, шулай тейештер тип уйлайһың да ҡуяһың. Бындайҙарҙың бөтәһен дә матбуғатҡа, әҙәбиәткә булған мөхәббәт, асыҡ маҡсат тотто. Хатта беҙ ҙур квартираларҙа мул тормош менән йәшәп ятҡан кешеләргә сирҡаныбыраҡ, һәр хәлдә ят итеп ҡарай инек. Шулай, әммә Рәмигә ошондай ауырлыҡтар башҡаларға ҡарағанда ниңәлер тосораҡ төшә ине.
«Совет Башҡортостаны» гәзитенең ул саҡтағы редакторы Вәли Нафиҡов Рәмиҙе ни бары корректор итеп эшкә алды. Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтын тамамлап, ауылында сиҙәм күтәрешеп килгән шағир корректор булып ултыра! Нишләйһең, ул заман күренгәнерәк шағир, яҙыусыға – ә Рәмиҙән бигерәк тә! – редакцияларҙа шикләнеберәк ҡарайҙар ине. Яйһыҙ, үҙ фекере бар кеше. Рәми корректор булып оҙаҡ ултырманы, редактор өйҙә юҡта урынбаҫары Зиннур Нурғәлин уны әҙәбиәт бүлегенә хеҙмәткәр итеп күсереп ҡуйҙы.
1965 йылда мин «Совет Башҡортостаны» гәзите редакцияһына кире ҡайттым, бер нисә йыл бергә эшләргә тура килде. Редакторҙар тарафынан уға йылы ҡараш булманы, был бигерәк тә редактор булып Абдулла Исмәғилев килгәс ныҡ күренде.
Сәбәбе шул: Рәми учреждение ҡағиҙәләрен, производство дисциплинаһы тигән нәмәне бик тотоп барманы, эшкә иртәнге туғыҙға йөрөмәне, иртәрәк сығып та китте. Әлбиттә, кәрәк сағында ул киске туғыҙҙарға, ундарға тиклем дә ултыра ине, әммә формализм яратҡан етәкселәргә бындай иркенлек оҡшамай.
Элекке партия работнигы А. Исмәғилев яҙыусыларҙы бик тә яратмай булып сыҡты. «Миңә яҙыусы түгел, журналист кәрәк!» – тигән доктринаһы менән эш итте, шуға эшмәкәрлеген редакцияны яҙыусыларҙан таҙартыуҙан башланы. Ә Рәмиҙе инде, үҙе әйтеүенсә, «ҡыуҙы», кәмһетеп, түбәнһетеп ҡыуҙы.
Бер саҡ ул шағирҙы Дәүләкәнгә әллә мәктәп, әллә техучилище тормошонан мәҡәлә яҙырға ебәрҙе. Әлбиттә, яҙмаҫын белә тороп ебәрҙе, сөнки был эшкә яҙыусы түгел, башҡа хеҙмәткәрҙәрҙе лә ҡушып була. Рәми, ысынлап та, бер ни ҙә яҙманы, ә редакторға бәйләнергә сәбәп булды. Ул махсус приказ яҙып, командировка аҡсаһын эш хаҡынан тотоп ҡалды.
Рәмигә бәйләнеүҙәр дауам итте. Редактор булған кеше сүп йыйыуҙы дауам итте. Төп сәбәбе, йәнәһе лә, производство дисциплинаһына буйһонмау, эшкә ваҡытында йөрөмәү. Ул редколлегия ағзаларын йыйҙы ла әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге хеҙмәткәре Рәми Ғариповтың тәртибен тикшерергә булды. Ул заман етәкселәре бындай алымды яҡшы белә һәм тота ине.
Редактор шағирға алғы бүлмәлә ултырып торорға ҡушты, ә үҙе кабинетында кәңәшләшә. Бер аҙҙан Рәмиҙе саҡыртып һорау алалар: ниңә теге көндө эшкә һуң килдең, ниңә был көндө алдан киттең? Яуабын алғас, сығып торорға ҡушалар ҙа тағы кәңәшләшәләр. Шунан йәнә саҡыртып индерәләр, ҡыҫҡаһы, үҙҙәренсә ғорур шағирҙы кәмһетә, бөгә инде. Өс тапҡыр саҡыртҡас, дүртенсегә Рәми үҙе керә. Керә лә кабинеттағыларға: «Комедианттар һеҙ! Комедияның өсөнсө шаршауы бөттө!» – тип, «аҡһаҡалдарҙың» үҙҙәрен әрләп сығып китә. Билдәле, эштән дә китә. Минең белеүемсә, ул ете-һигеҙ биттән торған ғариза яҙып китте. Уны редактор исеменә түгел, ә өлкә комитетының бүлек мөдире Бакиров исеменә яҙҙы. Был документ, бәлки, партархивта яталыр.
Бер ҡарағанда, был факттар ваҡ кеүек күренер, эш барышында була торған хәлдәр. Әммә, берҙән, кеше тормошо шул ваҡлыҡтарҙан да тора бит, әҙәмдең күпме нервыһы түгелмәгән тиһең! Икенсенән, мин улар менән шағирҙарға, яҙыусыларға ижад итеү генә түгел, көн күреүе лә ҡайһылай еңел булмағанын күрһәткем килә.
Әлбиттә, чиновниктар инде ышанып тапшырылған эште атҡара, бер ҡарағанда, үҙҙәренсә хаҡлы ла кеүек. Әммә улар киләсәкте лә, халҡының культураһы тураһында ла уйларға тейеш ине бит! Бына килеп талап ителгән дисциплинаһы ла, чиновниктары ла шул заманында ятты ла ҡалды, шағир үҙе лә, иңрәүе лә йәшәй.
Дөрөҫ, Рәмиҙе мин идеаль работник, идеаль кеше ине, тимәйем. Әҙәми затта, шағирҙа, заманаһы кешеләрендә була торған йомшаҡлыҡтар, етешһеҙлектәр унда ла бар ине. Бәлки, уларҙы етешһеҙлек тип әйтеп тә булмайҙыр, һәр кемдең тәбиғәттән килгән, тыумыш, бөтмөш холҡо була ла баһа (хатта батшаларҙа ла!).
Әйткәнемсә, Рәми эшкә һәлкәүерәк булды, эшләһә инде, еренә еткереп атҡарҙы. Сираттағы гәзит номерын формалаштырған һайын, нисек тә әҙәби әйберҙәр индереү өсөн айҡашты. Ул инде әйтһә, кире ҡаҡтырмаҫлыҡ, нигеҙле итеп әйтер ине. Редакторҙарға был да оҡшап етмәй, үҙеңдән белемлерәк, аҡыллыраҡ хеҙмәткәрҙе ниндәй етәксе яратһын! Ул тура һүҙле булды, әйткәненән саҡ ҡына ла тайшанманы, шуға ла эш итеүе ҡыйын да булып китә ине ҡайһы саҡтарҙа. Ҡаршы төшкәнде ҡабул итеп барманы, ә инде асыуына тейҙеңме, яҡшылыҡ көтмә, бар ярһыуы, бар аҡылы, логикаһы менән бөтөрөп ташлар! Шуғалыр ҙа йыйылыш, бәхәстәрҙә Рәмиҙең булыуы үҙе кешеләрҙе һағайта, уның менән һүҙгә инергә тырышмайҙар. Ғөмүмән, Рәми менән һыйышмаған кешенең абруйы күренеп бүҫкәрә. Ошо үҙе лә шағирҙың абруйы хаҡында һөйләй. Рәми тирәһендә йәштәр күп йөрөнө. Үҙе лә эйәләтте, йәштәр үҙҙәре лә эйәләште. Күптәр ихтирам иткәнгә, уның аҡылы, таланты, белеме, файҙалы кәңәштәренә мохтажлылыҡ кисергәнгә эйәләште. Ә ҡайһы берәүҙәр ошо ҡорға керер, әҙәм алдында абруйын арттырыр өсөн дә юрғаланы. Хатта Рәми вафат булып ҡуйғас та уның абруйына ышыҡланып маташтылар. Әле һаман! һәр хәлдә лә, Рәми йәштәргә бик ярҙамсыл булды, һәләте бар кешене күреп алып, уны нисек тә әҙәбиәт донъяһына атлатырға тырышты. Был турала күп һөйләнеләр, яҙҙылар, шуға ла артыҡ туҡталып тормайым.
Ҡыҫҡаһы, әҙәбиәт, китап уның өсөн иман ине, донъяла уға ошонан да ҙур нәмә юҡ. Хатта ҡайһы саҡ, ниңә шиғырға, китапҡа шул тиклем дә әһәмиәт бирә икән, барыбер донъя ағышын яҙыусы ла, китап та хәл итмәй инде, тип уйлап ҡуя инем. Бәлки, конкрет заман өсөн шулайҙыр ҙа, әммә матбуғат бит мәңгелек, ул халыҡ рухының тарихы. Матбуғат аша кешеләр үҙ-ара һөйләшеп, кәңәшләшеп, бәйләнеш тотоп, рухын нығытып йәшәй. Һәм ул ғына ла түгел! Кешелек тарихында ниндәй генә заманалар, ниндәй генә үҙгәрештәр, хәтәрҙәр булып үтмәгән. Ваҡыт уҙыу менән улар онотола бара, ә әҙәбиәт, яҙыусы ҡала. Рәми быларҙы иртәрәк аңлаған, төптәнерәк ҡараған.
Йәштәрҙең Рәми тирәһендә уралыуы ла ҡайһы берәүҙәргә оҡшаманы, «йәштәрҙе боҙа, үҙенә эйәртә», тип тә яла яғып маташтылар. Ә асылда бында ниндәйҙер көнсөллөк ғәләмәттәре ята ине, шикелле. Йыйып әйткәндә, Рәми Ғарипов үҙ заманы, йәмғиәт ҡанундары менән конфликтҡа кереп йәшәне, айҡашып маташты. Быға, әлбиттә, тыумыш холҡо, тәбиғәте, инаныуҙары этәргәндер. Ҡыҫҡаһы, ул үҙе теләгәнсә, үҙ яйынса, шағирса йәшәргә ынтылды... Һәм еңелде, ҡыйралды.
Ул заман йәмғиәт, ҡатҡан ҡанундар өсөн бер шағир нимә генә ине?! Хәйер, был һәр ваҡытта ла шулай булған һәм булыр, ахырыһы. Айыу менән алышырлыҡ ир ҡырҡ биш йәше тулған мәлдә харап булды. Ул, ысынлап та, физик яҡтан бик таҙа, көслө ине, мәктәптә уҡыған ваҡытында уҡ парашют спорты менән шөғөлләнгән кеше. Йөрәк тип зарланғанын бер тапҡыр ҙа ишеткәнем булманы. Зарланыу түгел, был турала һүҙ ҙә сығарманы. Йә әйтмәй йөрөгән, йә йөрәк ҡапыл шартлаған.
Рәмиҙе ерләү матәм митингыһында Ғәйнан Әмири әйткән һүҙҙәр хәтерҙә: «Ниңә шартланы шағир йөрәге?!» – тигәйне ул бер мәғәнә менән. Был һорауға яуапты һәр кем эстән генә әйткәндер.
Әлбиттә, Рәми үҙенең ниндәй хәлдә көн итеүен уйламай, тоймай булмағандыр. Бер саҡ Ғәйнан ағай шулай тиеберәк һөйләгәйне. Өлкән кеше булараҡ, ул Рәмиҙе иҫкәртергә уйлаған, турғай тулап тәртә һындырмай, алдыңды-артыңды ҡараңҡырап йәшә, тигәнерәк кәңәш биргән. Ғәйнан Әмири әйтеүенсә, Рәми: «Мин башымды бүкәнгә һалдым инде», – тип яуап биргән.
Алтмышынсы йылдар аҙағында «Башҡортостан ҡыҙы» журналы сыға башланы. Рәми унда яуаплы секретарь булып урынлашты. Эшкә бит дәртләнеп тотондо. Яңы журнал асылыу үҙе ҙур ваҡиға булһа, икенсенән, бүтәндәр ҙә, Рәми ҙә, башҡорт әҙәбиәтен, культураһын үҫтереүҙә яңы майҙан артты, тип иҫәпләне. Яуаплы секретарь булған кешенең төнгө ун берҙәргә тиклем редакцияла ултырғанын күрергә тура килгәне булды. Әммә тора-бара бында ла төрлө аңлашылмаусылыҡтар, ығы-зығылар килеп тыуҙы, Рәми йәнә эштән китергә мәжбүр булды.
1971 йылдың ноябрендә ул телевидение аша сығыш яһаны, яңы шиғырҙарын уҡыны. Комитет етәкселәре раҫлаған текста шиғырының бер строфаһы һыҙып ташланған була – уҡырға, иғлан итергә ярамай. Ә был тотто ла уҡыны шуны. (Мин ул тапшырыуҙы ҡарағайным.) Ике юлы ғына хәтерҙә ҡалған:

Батшаларға баш бирмәгән башҡорт,
Башҡаларға инде баш эймәҫ!

Заманаһы өсөн хәтәр бит! Кем ул «башҡалар»?! Китте ығы-зығы. Рәми өҫтөндә тағы ҡара болоттар ҡуйырҙы. Мин эстән генә көйөнөп тә йөрөнөм: «Шуны уҡып нимәгә иреште, ни ҡырҙы? Үҙенә генә зыян яһаны. Һыҙылған икән, ташла ла ҡуй!» Әммә Рәми ундай кеше түгел ине.
Тора-бара ул эшһеҙ ҙә, ашһыҙ ҙа тороп ҡалды. Эшкә алмау түгел, шиғырҙарын да баҫмай башланылар. Ҡатыны Надежда Васильевна, яҡлау һорап, өлкә комитетына барғас: «Беҙҙә эшһеҙлек юҡ, ана, дворник, грузчик булып керһен», – тип сығарғандар.
Ир ҡаҡҡанды – мир ҡаға, тигәндәй, власть кешеләренең ҡарашы башҡаларға ла күсә. Хатта ҡәләмдәштәре, элекке иптәштәре, һабаҡташтары ла, йәбе тура килгән һайын, уны ҡыйырһыта торҙо. Берәүҙәр көнләшеп, берәүҙәр түрәләргә ярар өсөн. Әйтәйек, «Ағиҙел»дең ул саҡтағы редакторы Рәйес Низамов мәктәп, Әҙәбиәт институты буйынса һабаҡташы, йәштәшен журналға яҡын юлатманы. Мостай Кәрим бер шулай тигәйне: «Рәмиҙе эшкә ал тип ике рәт әйттем, тыңламаны». Ул Рәмиҙең исеменән дә, баш бирмәҫенән дә ҡурҡҡандыр. Ғөмүмән, уны шулай бер ҡурҡалаҡҡа әйләндерҙеләр ҙә ҡуйҙылар. Тынсып ятҡан күл шикелле һил, әммә ауыр замана ине бит.
Сүп өҫтөнә сүмәлә, тигәндәй, шул осорҙа Рәмиҙе ҡаты ғына туҡмап ташланылар. Милиция хеҙмәткәрҙәре туҡманы. Бер тәңкә штраф түләтеп китә торған ғәйеп өсөн туҡмағандар. Кем белә, бәлки, ойошторолған эш тә булғандыр. Рәми милицонерҙарға үҙенекен иҫбатлап маташҡан, ә ул халыҡ быны яратмай бит инде. Милиционерҙар тотона башлағас, был ҡаршылашҡан. Шунан уны Ленин урамындағы МВД йортоноң камераһына алып инеп туҡмағандар. Ныҡ туҡмағандар, аҙна-ун көн кешегә күренә алмай ятты. Беҙ ҙә аҙаҡ ҡына белдек. «Туҡманылар ҙа одиночкаға индереп яптылар. Ә мин ундай хәлдә яңғыҙым түҙә алмайым. Сығарығыҙ, дөйөм камераға ябығыҙ тип ҡарайым, тыңламайҙар. Ахырҙа ҡысҡырып йырларға тотондом. Шунда ғына мине башҡа енәйәтселәр менән бергә ҡуйҙылар. Аҙаҡ прокурор, милиционерҙарҙы хөкүмгә тарттыра алаһың, тигәйне лә...» – Рәми, шуның менән булып йөрөйһөңмө инде, тигән һымаҡ, йылмайып ҡуйҙы.
Нисәнсе йыл ине икән, етмешенсенең урталары, буғай, Актерҙар йортонда асыҡ партия йыйылышы булды. Көн тәртибен хәтерләмәйем, иллә-мәгәр өлкә комитеты секретары ла ҡатнашты. Докладты партбюро секретары Фәрит Иҫәнғолов яһаны. Күрәһең, милли мәсьәләләр, тел хаҡында һүҙ барғандыр. Докладсы шундайыраҡ һүҙ әйтте: «Рәми Ғарипов – Зәки Вәлидиҙең йыртыҡ әләмен күтәреп йөрөүсе. Башҡорт халҡы, башҡорт теле Рәми Ғариповтың яҡлауына мохтаж түгел. Кемдән алған ул был хоҡуҡты!» Заманы өсөн был хәтәр һүҙ, хәтәр ғәйепләү ине. Рәми, туҡмаҡ алып өйрәнгән кеше, артыҡ бөгөлөп төшмәне. Әммә йыйылыш тамамланғас, докладсыға: «Фәрит, һиңә беренсе тапҡыр ҡулымды бирмәйем!» – тине. Бөтә ҡаршылаша алыуы бына шул ине.
Рәми артыҡ бөгөлөп төшмәне, тинем, әммә бөтәһе лә бер ергә йыйыла, ә был юлы инде йөрәккә йыйылғандыр. Дөрөҫ, Рәмигә рәсми ғәйепләүҙәр ҙә булманы, шикелле, әммә юлды ла бикләнеләр. Ас йөрөгән саҡтары ла булғыланы, кеше кейемен дә кейгеләне. Үҙен ерләгәндә лә күмәкләшеп яңы костюм алырға тура килде. Әлбиттә, был турала яҙып тороуы уңайһыҙ ҙа кеүек, ни хәл итәһең, бөтәһе лә шағир йөрәге аша үткән бит.
Әлбиттә, Рәмиҙе белгән кешеләр араһынан: «Күбеһеңдә үҙе ғәйепле бит. Әҙәм ыңғайлы булһа, тик үҙенекен генә һөрөп йәшәмәһә, ул көнгә лә ҡалмаҫ ине», – тип әйтеүселәр бар. Дөрөҫ, ул ҡалмаҫ ине, әммә ул саҡ Рәми ҙә Рәми булмаҫ ине.
Мин был иҫтәлегемдә шағир тормошоноң ҡараңғыраҡ, ауырыраҡ яҡтарын күберәк яҙҙыммы әллә, тип тә ҡуям. Шунан, уйлап ҡараһаң, яңы китабы сыҡҡан, йә шиғыр тикшергәндә, йә мәжлестә ултырғандағы балҡып ҡуйған мәлдәренән башҡа шатланып йөрөгән саҡтары әллә ни иҫтә лә юҡ. Икенсенән, беҙ шул заманды, шағирҙың үҙен яҡындан белгән, күргән кешеләр мөмкин ҡәҙәре яҙып ҡалдырырға тейешбеҙҙер, тим. Был киләсәк быуын өсөн кәрәк. Һәр халыҡ үҙ шағирының ижады ғына түгел, шәхси тормошо менән дә ҡыҙыҡһына. Шул арҡала булғаны-булмағаны ла өҫтәлеп китә.
Тағы шуны әйтәм, Рәми бер ваҡытта ла хәленә, яҙмышына зарланманы, кеше яманламаны. Әйтһә, әйтте, кемдәрҙелер яманлап, шуларҙан күреп йөрөмәне. Зарланманы, уфтанманы, тик шул һөрөлгән ер шикелле һырлы йөҙөнән уй, хис, һағыш ҡына һырҡырай бирҙе. Эстән янғандыр.
Шулай ҙа бер зарланды ул миңә. Хәйер, зарланманы, юл ыңғайында йән әсеүен генә әйтеп китте.
Етмешенсе йылдар уртаһы ине, шикелле. Өфөнөң Совет майҙанында осраштыҡ. Яңы сыҡҡан «Миләш-кәләш» китабына, дөрөҫөрәге, китабын шулай итеп сығарыуҙарына әсенеп торҙо. Йыйынтыҡты «Рәмиҙе ҡыҫалар» тип әйтмәһендәр өсөн генә сығарғандар, уға яңы шиғырҙарын индермәгәндәр тиерлек, күбеһенсә иҫкеләрен баҫҡандар. Был шағир өсөн бик тә ауыр. Кәйефе бик төшөнкө ине, Мәскәүҙә уҡыған йылдарын иҫенә төшөрөп алды.
— Әҙәбиәт институтында миңә профессор Преображенский аспирантурала ҡалырға тәҡдим иткәйне. Луначарский менән бергә эшләгән, бик киң белемле кеше ине. Тыңламаным, ҡалған булһам, бында эт типкеһендә лә йөрөмәгән булыр инем...
Эйе был уның һүҙҙәре. Уны бик асырғанып әйтеп ҡуйҙы. Ишетеүе лә ауыр булды. Шиғриәт, әҙәбиәт уның өсөн иман, шағир – шиғыр яҙырға тейеш, фән – башҡалар эше, тип уйлағандыр.
Әйткәндәй, ошондай уҡ һүҙҙәрҙе Диҡҡәт Бураҡаевтан да ишетергә тура килгәйне. Мәскәү дәүләт университетының геология факультетын тамамлағас, уға ла аспирантурала ҡалырға тәҡдим итәләр. «Ҡалманым, Башҡортостанда эшләгем килде, берәй файҙам тейер, тип уйланым», – тигәйне ул. Диҡҡәт тә бик талантлы, һәләтле кеше ине. Ә шуны баһаланылармы? Уҡып ҡайтҡас та Тау-геология институтының түбән генә эш хаҡлы вазифаһына урынлаштырҙылар. Байтаҡ йылдар ул да фәҡир тормошта көн итте, хатта институттың кабинетында йоҡлап йөрөргә лә мәжбүр булды.
Диҡҡәт тә, Рәми һабаҡташы, шикелле, иллеһен дә тултыра алмайынса йөрәге туҙыуҙан үлеп китте.
Улар икеһе лә бик белемле ине. Беҙ, провинцияла уҡыған кешеләр, әҙәмдә шул тиклем дә белем булыуына аптырайбыҙ. Баштарында китапхана бар тип торорһоң, кәрәк сағында тейешле мәғлүмәтте килтерә лә сығара. Әлбиттә, Мәскәүҙә уҡып ҡына шулай белемле булып булмайҙыр, был, һис һүҙһеҙ, тәбиғәт биргән һәләт. Мин Рәмиҙәге белемде баһалап бөтмәй ҙә инем шикелле, шағирҙар бөтәһе лә шулай булырға тейештер инде, тип уйлай ҙа ҡуя инем. Ныҡ яңылышҡанмын, быны аҙағыраҡ ҡына аңланым.
Рәми үҙенең интернат-мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ көн дә тиерлек, хатта дәрестән дә ҡасып, республика китапханаһына йөрөүен һөйләй ине. Ул «халыҡ дошманы» булған яҙыусыларҙың китаптарын уҡыу менән мауыҡҡан. Был китаптарҙы уҡып ултырыу ғына түгел, уҡырға биреү ҙә хәтәр эш. Күрәһең, китапханасылар Ғарипов тигән ныҡыш, күпте белергә тырышҡан, шиғырҙар яҙған егеткә ышанған, тыйылған китаптарҙы йәшереп кенә биргәндәр ҙә, йәшеренеп уҡырға ярҙам иткән.
Ғарипов Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтында уҡыған сағында бер реферат яҙыу менән мауығып китә. Шул тиклем янып тотона, хатта дәрестәргә лә йөрөмәй башлай. Максим Горькийҙың «Клим Самгиндың тормошо» романы буйынса яҙа. Шул арҡала ул хатта имтиханын да бирә алмай, дөрөҫөрәге, дәрескә йөрөмәгәне өсөн уны имтиханға индермәйҙәр. Шул арҡала ул дәүләт имтиханын бер йылдан һуң ғына килеп тапшыра. Сәйер, был эште уға бер кем дә ҡушмаған, талап итмәгән, үҙенең рухи талабы буйынса ғына тотонған. Бына ошо ла уның ниндәйерәк шәхес икәнен күрһәтә. (Аҙағыраҡ «Нимә ул мещанлыҡ?» тигән рефераты ҡыҫҡартылып «Әҙәби Башҡортостан» журналында баҫылып сыға.)
Артыҡ белемле булыуы уның ижадына ла тотҡарлыҡ яһаманымы икән, тип тә ҡуям. Рәми донъя әҙәбиәтен, әле беҙҙең илдә рәсми рәүештә өйрәнелмәген Иран, Һиндостан, боронғо ҡытай, япон, ғөмүмән, көнсығыш әҙәбиәтен яҡшы белә ине. Ә күп белгән һайын, яңы фекер әйтеүе ҡыйын. Ысын шағир бер ҡасан да кем тарафынандыр әйтелгән фекерҙе ҡабатлауға бармаясаҡ.
Бер шулай: «Рәми, ниңә шиғыр яҙмайһың әле?» – тип һораным. Яратманы: «Һин дә шулай тимә әле!» – тип кенә ҡуйҙы. Күрәһең, был һорау уның үҙен дә яфалап йөрөгәндер. Аҙаҡ беленеүенсә, бик актив эшләмәһә лә, шиғырҙар яҙған булып сыҡты, тик, күрәһең, матбуғатҡа биреп тормағандыр. Бәлки, баҫып та бармағандарҙыр.
...1963 йылдың башында автономиялы республикаларҙа өлкә гәзиттәрен – туған телдә сыҡҡан баҫмаларҙы бөтөрөү буйынса актив эш башланды. Гәзиттәр рус телендә әҙерләнеп, туған телгә тәржемә ителеп кенә сығырға тейеш ине: «Ленинец» – «Ленинсы» шикелле. Был эш иң элек Ҡазанда башланды, сөнки «Совет Татарстаны» гәзитенең редакторы быны үҙе башлап, хуплап йөрөгән, тинеләр. Бер аҙҙан инде башҡа республикаларға тотондолар. Илдә бик шомло, хәүефле булып китте: туған тел, әҙәбиәт ҡайҙа барып төртөлдө?
Бөгөн Н. С. Хрущевты илдә шәхес культына ҡаршы көрәште башлап, «йылыныу» процесын индереүсе итеп күрһәтәләр. Быныһы дөрөҫ, әлбиттә, әммә оҙаҡ та үтмәне, был етәксе илдә үҙ культын яһаны, аҙ һанлы милләттәргә ҡыҫым яһай башланы. Был сәйәсәттең еле әле лә бара.
Шәхес культы йылдарында милли мәктәптәрҙә туған тел һәм әҙәбиәт рус теле һәм әҙәбиәте менән бер тиң уҡытыла ине. Ә 1955 йылдарҙан хәл ҡырҡа үҙгәрҙе, юғары кластарҙа туған тел уҡытыу туҡтатылды, әҙәбиәт аҙнаһына ике сәғәткә генә ҡалдырылды. Был һаман шулай дауам итә.
Ә бер аҙҙан инде туған телдә сыҡҡан гәзиттәргә тотондолар. Был бик тә шөбһәле, хәүефле ғәләмәттәр ине. Шул осорҙа хатта «Башҡортостанға автономия кәрәкме, Өфө әлкәһе яһау яҡшыраҡ булмаҫмы» тигән бәхәстәр ҙә булып алды. Милләттәрҙең үҙ-ара яҡынлашыуы, ҡасандыр дөйөм тел, «совет кешеһе» бер милләт буласаҡ, тигән теоретик хеҙмәттәр яҙыла башланы. Ҡыҫҡаһы, халыҡтарҙың иле, теле, киләсәге, ғөмүмән, яҙмышы хәүефле хәлдә ине. Ошо осорҙа Рәми Ғариповтың «Туған тел», «Аманат», «Тел» һәм башҡа шиғырҙарын яҙыуы тәбиғи.
Ситкәрәк киттем, 1963 йылдағы хәлдәргә ҡайтайыҡ. Ошо йылдың апрелендә, «Совет Башҡортостаны», «Ҡызыл таң» гәзиттәре бөтөрөлөр хәлдә ҡалғас, журналистар, яҙыусылар, ижади интеллигенция вәкилдәре протест акцияһы яһаны. Улар йыйылышҡас Яҙыусылар союзы етәкселәре ҡурҡыуға төшә, килеүселәрҙе ҡыуа башлай. Ҡыҫҡаһы, йөҙ иллеләп кешенең егермеләбе генә өлкә комитетына бара. Улар араһында, әлбиттә, Рәми ҙә була.
Йыйылыусыларҙы ҡыуып ҡайтаралар. Эшкә барғас, редакторҙар үҙ хеҙмәткәрҙәрен йыйып ала ла әрләргә, ҡурҡытырға тотона. «Гәзит бөткәндән донъя бөтәме ни?! Эш гәзиттә генәме ни!» – ти. Быға ҡаршы Рәми Ғарипов: «Ленин бит эште гел гәзиттән башлаған», – тип яуап бирә. Ошо һүҙ генә лә уның кәрәк саҡта ниндәй тапҡыр, аҡыллы яуап бирә алыуы тураһында һөйләй.
1964 йылда Н. С. Хрущев урынынан алынды. Уның портреттарын шунда уҡ сығарып ырғыттылар. Ә гәзиттең әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге кабинетында Л. И. Брежнев портреты тора ине, ул имен ҡалды. Бер көн Рәми шул портретҡа ҡарап ултырҙы ла: «Ҡиәфәте беҙҙең халыҡҡа оҡшап тора бит. Бәлки, берәй изге эш эшләр», – тигән булды. Бер йыл үттеме-юҡмы, Брежневҡа Советтар Союзы Геройы исеме биреү тураһындағы указды баҫып сығарҙыҡ. Рәми йәнә шул портретҡа ҡарап ултырҙы ла: «Һы-ы-ы, яу бөткәс, батыр күбәйә», – тип һыңғырлап ҡуйҙы.
Әйткәндәй, гәзиттәр Башҡортостан менән Яҡутстанда ғына имен ҡалды. Кем белә, бәлки, интеллигенцияның ҡуҙғалып алыуының файҙаһы ла тейгәндер. Ә күршеләребеҙ «Социалистик Татарстан» гәзитенең мөстәҡиллеген кире ҡайтарып ала алмайынса бер нисә йыл интекте. Һорап барһалар: «Үҙегеҙ юллап йөрөнөгөҙ бит», – тип әйтә лә ҡайтаралар икән Мәскәүҙән.
Рәми Ғарипов гражданлыҡ йәһәтенән бик иртә өлгөргән кеше булды. Өлгөргән генә түгел, ҡыйыу шәхес ине. Алтмышынсы йылдар башында булһа кәрәк, КПСС өлкә комитетында башҡорт теленең бөгөнгө хәле, артабанғы яҙмышы тураһында кәңәшмә, фекер алышыу була. (Кешеләр һүҙе буйынса яҙам.) һөйләшеүҙә өлкә комитетының беренсе секретары З. Н. Нуриев, бюро ағзалары, яҙыусылар, ғалимдар ҡатнаша. Һүҙ нисегерәк барғандыр, әйтә алмайым. Рәми, балаларымды тәрбиәләр, уҡытыр өсөн башҡорт яслеләре, башҡорт мәктәптәре кәрәк, тип һөйләгән, буғай. Аҙаҡ уның үҙен генә алып ҡалып һөйләшәләр. Бер ултырғанда ул Әнүр менән миңә шулайыраҡ әйткәйне: «Ул тиклем ҡыйыулыҡ ҡайҙан килгәндер, сыҡҡас үҙем шөрләп тә ҡуйҙым». Әлбиттә, ул заман ошо һүҙҙәренә ҡарап та уны милләтселектә ғәйепләп булғандыр теләгәндә. Әммә бындай мәлдәрҙә унда ҡурҡыу тигән нәмә булмай торғайны. Үҙенең, мин ниндәй башҡорт милләтсеһе булайым, әсәйем яғынан рус ҡаны бар, ҡатыным украин ҡыҙы, тип әйткәнен дә һөйләне. Бына шулай. Ә ул заман Рәмигә утыҙ йәш кенә тирәһе ине.
Беҙ, уның замандаштары, ҡәләмдәштәре, асыҡтан-асыҡ әйтә алабыҙ: Рәмиҙә милләтселек тигән, бер милләтте кәмһетеп, үҙеңдекен күтәреү тигән нәмәнең остоғо ла булманы. Киреһенсә, төрлө сәбәптәр менән ҡыйырһытылған ваҡ милләттәргә ныҡ теләктәш булды. Үзбәкстанда йәшәгән ҡырым татарҙары, башҡа шундай хәлдә ҡалған халыҡтар хаҡында әсенеп һөйләй торғайны. 1969 йылда Ленинградта булғанда үҙебеҙҙең аспиранттар янына барҙыҡ һәм Нигериянан килгән бер егет менән һөйләшеп ултырҙыҡ. Ул үҙҙәренең илендә ҙурыраҡ ҡәбиләләрҙең быларҙы ҡыйырһы-тыуҙары тураһында зарланды. Рәми уның менән дә бик теләктәш булып, яғымлы һөйләшеп ултырҙы.
Рәми үҙ халҡының, үҙ теленең патриоты ине. Бары тик шуның өсөн янды, шуның өсөн көйҙө, ҡулынан килгәнсе хәстәрлек күрергә тырышты. Халыҡ, ил, тел тураһында шағир ҡайғыртмағас, кем ҡайғыртһын! Ә бына ошо сифаттары өсөн уға милләтсе тамғаһы һалынды һәм шулар бөтәһе лә үлемен тиҙләтте!
Вафатынан ике-өс аҙна элек кискә ҡарай ул миңә – өйгә килеп инде. «Рәшит, оҙаҡ ваҡытҡа илле һум аҡса биреп тор», – тине ул. Баҡтиһәң, Яҙыусылар союзы уны Төркмәнстанға ҙур шағирҙары юбилейына арналған тантанаға ебәрергә булған. «Аҡсаны Мәскәүгә барып етерлек кенә бирҙеләр, ҡалғанын тегендә алырға икән», – тине ул. Бәлки, шул юллығын да тотоноп бөткәндер, кеҫәһендә аҡса тормай ине.
— Нисек һине ебәрергә булдылар һуң? – тинем. Сөнки һуңғы йылдарҙа Рәмигә ҡараш бик насар, ундай-бындай урынға ебәреп бармайҙар ине. Хатта Ҡарағалпаҡстанда Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрен үткәргәндә лә уны алманылар. Йөҙәрләгән кеше барҙы, бер Рәми һыйманы.
— Сөнки үҙҙәре ул шағирҙы белмәй, – тип йылмайҙы ул.
— Ә һин беләһеңме?
— Беләм инде...
Мин булған аҡсаны биреп ебәрҙем, ул китте. Йөрөп ҡайтҡас, редакцияға килеп ултырҙы, хәлдәрен һөйләне. Башта ул Ташкентҡа һуғылған икән. Бер класташы бында ҙур урында, министрға рәтләш эштә эшләй икән. «Телефондан шылтыраттым. Таныны, бабай, һинме, тип һораны», – тип һөйләне. Осрашҡандар, ҡунаҡлашҡандар. Ашхабадтағы тантананан һуң Алматыға һуғылған. Бында ла һабаҡташы, күренекле кинооператор Әсғәт Әшрәпов менән осрашҡан, Ҡаҙағстан Яҙыусылар союзында булған.
Ул йылды Алматыла ҡаҙаҡ телендә башҡорт яҙыусыларының хикәйәләр, шиғырҙар йыйынтыҡтары сыҡҡайны, шуларҙы бүләк итеп алып ҡайтҡан. Шундай һүҙҙәр яҙып бирҙе китапты: «Алыҫ юлдарға сыҡҡанда хәйер-фатиха биреп ҡалған Рәшит дуҫыма. 1977 йыл, 12 февраль». Был китапты мин уның тыуған ауылында асылған музейға бүләк иттем.
Китапта сыҡҡан шиғырҙары өсөн арыу ғына гонорар ҙа алған икән. «Өйгә алып ҡайттыңмы һуң?» – тип һораным. Сөнки нисек йәшәгәндәрен белә инем. «Ҡаҙаҡтарҙың үҙҙәрен һыйланым да ҡуйҙым инде», – тип йылмайҙы ул. Ә теүәл бер аҙнанан йәш яҙыусылар конференцияһына тип бара ятҡанда хәтәр хәбәр әйттеләр...
...Бындай ерләүҙе минең икенсе күреүем. Береһе – 1959 йылда Рәшит Ниғмәти менән хушлашҡанда булһа, икенсеһе – бына ошо февралдә ине. Шағирҙы һуңғы юлға оҙатырға килгән халыҡ ағымының башы зыяратта булһа, аҙағы табут ҡуйылған ерҙә – Актерҙар йортонда ине.
Рәмиҙән үлгәс тә шөбһәләнделәр. Гәзит редакторы редакция коллективын ике-өс тапҡыр йыйып иҫкәртте: «Рәми Ғариповты ерләшергә ике кеше генә бара – Рәшит Солтангәрәев та Риф Мифтахов!» Был фарманды мин үҙ белдеге менән генә бирмәгәндер, тип уйлайым. Моғайын, башҡа коллективтарға ла ошондай уҡ күрһәтмә бирелгән булғандыр. Властар бит бер тирәгә кешенең күп йыйылыуын яратмай. (Пушкиндың мәйетен ҡайһылайтып йәшереп, төнөн генә алып киткәндәрен хәтерләгеҙ!)
Рәми Ғарипов ни бары ҡырҡ биш йыл да бер аҙна ғүмер йәшәне. Ә бит ул беҙгә һәр саҡ бик өлкән, аҡһаҡал ағай булып күренә ине. Бер үлемдең дә миңә шул тиклем дә тәьҫир иткәне булманы. Был көндәр ҙә, әжәл тигәнең дә үтә ябай, быялаһын төртөп теге яҡҡа сығыр эш кеүек кенә күренеп ҡуйҙы.
Ҡайһы бер кешеләр үҙҙәре ерҙән китеү менән яйлап онотола ла башлай. Нихәл итәһең, был тормоштоң законы, әҙәм балаһы алдағыһын уйлап көн итер өсөн яратылған. Кемдәрҙер шулай онотола, ә Рәми һаман йөрәкте һыҙырып, йәнде һыҙландырып тора. Уның аҡыл һырҡырап торған йөҙө, мыҡты кәүҙәһе менән һелкетә баҫып атлауҙары һаман күҙ алдында. Талғын тауышы менән шиғыр уҡыуҙары, моңһоу ғына көлөп ебәреүҙәре ҡолаҡ төбөндә. Ул тап бына бөгөн тел өсөн, ижад өсөн ирек һәм иркенлек асыла торған ваҡытта йәшәргә, көрәшергә, ижад итергә тейеш ине. Бөгөн уның ниндәй эшмәкәрлеккә бирелеүен күҙ алдына килтереп була. Тик яҙманы...
Рәми Ғарипов Ғабдулла Туҡайға арналған шиғырында шулай яҙғайны (егерме ике йәшендә саҡта ғына!):

................................................
Ул һиҙмәй ҙә ҡалды – йөрәк ҡанын
Алтын итеп һыҡҡан эттәрҙе,
Өҙгәләне улар ҙур йөрәген
Һәм ҡәбергә илтеп этәрҙе...
Ҡулы бығауланған әсә кеүек,
Халҡы ғына ҡалды тилмереп.
Халҡы ғына йырын алып сыҡты,
Донъя ситлеләрен емереп.
Ләкин белмәй шағир: кем һуң уның
Сәскәләргә биҙәй ҡәберен?
Эй, кешеләр, үҙе иҫән саҡта
Белһәгеҙсе шағир ҡәҙерен!..

Ә Ғабдулла Туҡай үҙе заманында шундай юлдар яҙған:

Бармы ни беҙҙә, ғөмүмән, ысын кеше ҡәҙерен белеү?!
Беҙ уны ҡайҙан беләйек, үҙе үлеп аңлатмағас?!

Шағирҙар йыш ҡына үҙҙәренең яҙмышын алдан әйтеп ҡуялар шул.
Эйе, әҙәм балаһы донъянан һабаҡ ала тора, яйлап шуны онота тора.

Рәшит Солтангәрәев,
Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты
1989 йыл, 7–9 ноябрь